Алһыу таңдары ҡарайһа яҙмыштың...
Кешеләрҙең, айырыуса ғүмер миҙгеленең әле таңы ғына беленгән йәщтәрҙең, тормошо ҡыйралыуын күреүе бигерәк ауыр. Хәйер, кем нисек ҡабул итәлер инде. Кемдер башҡалар менән бергә шатлана ла, ҡайғыра ла белә, ә бәғзеләр ситтәрҙең ҡазаһынан тәм алып йәшәй. Шулай ҙа ундайҙар һирәгерәктер тигән өмөттә ҡалғы килә. Был уйҙар хөкөм ителеүсе егеттең әсәһе менән һөйләшкәндән һуң бигерәк тә тынғы бирмәне. Сөнки алтмыш йәшкә яҡынлаған ҡатын донңялағы иң ауыр ҡайғы – бала ҡайғыһын кисергән мәлдә әшәке телле кешеләрҙең һүҙҙәренән тағы ла нығыраҡ яраланған...
Етеш ғаиләлә өс бала үҫә. Өлкән ҡыҙҙары күптән себер яҡтарында йәшәй. “Һирәк ҡайталар, әлбиттә. Әммә бер бәләһен һалғандары юҡ. Киреһенсә, беҙгә ярҙам итергә тырышалар. Улыбыҙҙы шул тиклем ныҡлап иркәләп йәшәттек, тип уйламайым. Бәлки, уның шәхси тормошона ҡыҫылыуыбыҙ шуға килтергәндер...”-тип көрһөнә әсә.
Сабит теремек кенә, шуҡ бала булып үҫә. Мәктәптә яҡшы уҡый, спортты ярата. Киләсәктә үҙен хоҡуҡ һаҡсыһы итеп күрә. “Суд тураһындағы тапшырыуҙарҙы иҫе китеп ҡарап ултыра торғайны. “Әсәй, мин судья булам да, гел ғәҙел ҡарарҙар сығарып ултырасаҡмын”,-тип хыяллана торғайны. Суд бинаһына бөтөнләй кире яҡтан килеп эләктек шул”,-тине ҡатын көрһөнөп.
Сабиттың ҡулдан ысҡына башлаған осоро үҫмер осорона тура килә. Тәүге мәртәбә тәмәке тартып, унан эсеп ҡайтыуы. Ошо уҡ мәлдә уҡыуы ла насарая башлай. Ата-әсә улының үҙенән өлкән егеттәр менән аралаша башлауын белә. Шул мәлдә был компания тәүге мәртәбә полицияға ла эләгә. Йәш малайҙарҙы үҙенә эйәртеп алып йөрөгән Альфредтың ихатала торған машиналарҙан әйберҙәр урлап йөрөгәне асыҡлана. Полицияға йөрөүҙәр башлана. Сөнки уларҙың барыһы ла шик аҫтында була. Шулай ҙа малайҙар шаһит булып үтеп, ғәйеп Альфредта булыуы билдәләнә. Уны шартлы рәүештә 3 йылға иркенән мәхрүм итәләр. Ошонан һуң ата-әсә Сабитты тышҡа сығармай башлай, телефоны тартып алына. Тик малай әмәлен табып өйҙән сығып ҡаса. Унда-бында һуғылып йөрөгән малайҙы ике аҙнанан табып алып ҡайталар. “Беҙ улыбыҙға бер ҡасан ҡул күтәргәнебеҙ юҡ ине. Әммә өйгә алып ҡайтҡас ирем был юлы уны ныҡ итеп һыҙырҙы. Ошонан һуң ғына күп нәмә улыбыҙҙың башына барып етте, шикелле”,-тип хәтерләй әсәһе.
Сабитҡа атаһының ҡайышы килешәме, әле үҙе барыһын да аңлаймы, ул ысынлап та тәртибен һәм холҡон үҙгәртә. Уҡыуы ла яҡшыра. Шуға ҡарамаҫтан ул туғыҙынсы кластан һуң колледжға уҡырға барырға була. Атаһы ла: “Һөнәрле булһын да, эшләһен. Эшләй башлаһа, теләһә нәмәгә ваҡыты ҡалмаҫ”, -ти.
Колледжда уҡыуы Сабитҡа оҡшай. Яңы дуҫтар, мәктәпкә ҡарағанда иркенерәк йөрөү. Өҫтәүенә атай йортонан китеп, аулаҡта – ятаҡта йәшәү. Беренсе курсты тамамлап йортона каникулға ҡайтырға йөрөгәндә ул Ираны осрата. Зәңгәр күҙле, һомғол буйлы ҡыҙ бик оҡшай уға. Танышып китәләр. Ира бейек үксәле туфлиһын һындырып нимә эшләргә белмәй аптыранып торған була. Сабит ҡыҙға өйөнә алып ҡайтырға һалып алған әйберҙәре араһынан сығарып үҙенең аяҡ кейемен бирә. Йәштәр был хәлдең мәрәкәлегенә көлөшә-көлөшә Ираның йортона йүнәлә. Ул ҡала ситендә ыҡсым ғына йортта йәшәгән булып сыға. Өйгә яҡынлау менән унан 4 йәштәр самаһындағы малай йүгереп сығып Ираны “мама” тип ҡосаҡлап ала. Сабит аптырап ҡала. Ул Ираны үҙенән дә йәш ҡыҙ икән тип уйлаһа, уның балаһы булып сыға. Егет быға бошона, сөнки ҡыҙҙы ул тәү күреүҙән оҡшатҡан була. “Һинең... Һеҙҙең ирегеҙ ҙә бармы?”-тип һорай ул үпкәләгән тауыш менән.
Ҡыҙ сыңғырлатып көлә лә: “Юҡ, минең ирем! Ирем булһа, урамда нимә эшләргә баҫып торор инемме?”-ти.
Ҡыҙ ҡотҡарыусыһын сәй эсергә саҡыра. Ул киреһенсә Сабитты үҙенән өлкәнерәк тип уйлаған була. Шуға күрә ҡайҙа эшләүен һорай. Мыҡты кәүҙәле егет Ираға үҙенең студент булыуын әйтергә ҡыймай. “Эш эҙләргә килдем, күрше ҡаланан”,-ти. Ира ҡыуанып китә. “Һин көслө генә егет бит! Мин эшләгән кафеға һаҡсылар кәрәк. Өҫтәп аҡса эшләгең килһә, завхоз да таба алмайҙар”, ти. Сабит тәүҙә юғалып ҡала, унан: “Яҡшы булыр ине. Тик минең йәшәргә урыным юҡ”,-тип яуап бирә. Быға ла ҡыҙҙың яуабы әҙер: “Оҡшаһа – беҙҙә йәшә. Бер бүлмә барыбер буш. Һүҙ бирәм, аҡса алмаҫмын”,- тип көлә.
Сабиттың тормошо уйламағанда шулай ҡапыл үҙгәрә. Әсәһенә шылтыратып: “Мин ҡайтмайым каникулға, эш таптым. Өҫтөмә алырға аҡса эшләйем”,-ти. Атаһы һәм әсәһе улдарының был һүҙенә ҡыуана ғына. Ниһайәт, балаға аҡыл ултырҙы, тип һөйөнәләр.
Ә Сабит һәм Ира араһында һөйөү тойғолары уяна. Улар тиҙҙән ирле-ҡатынлы булып йәшәп китә. Сентябрь яҡынлашҡан һайын Сабит үҙенең Ираға тотолоуы бар икәнлеген яҡшы аңлай. Шуға күрә бер көн ҡыҙға барыһын да һөйләп бирә. Ҡыҙ аптырашта ҡала. “Һинең 18 йәшең дә тулмаған бит! Беҙ бергә була алмайбыҙ”,-ти ул. Тик Сабит уны өҙөлөп яратыуын белдерә, ҡыумауын ялбара. “Миңә 18 йәш тулыуға бер йылдан кәм ваҡыт ҡалды. Һиңә барыбер түгелме ни?! Беҙгә бергә рәхәт бит. Сашкаға атай кәрәк бит. Беҙ бит бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ”,-ти.
Үҙе лә егеткә эҫенеп өлгөргән Ира риза була. “Тик һин уҡып йөрөһәң, беҙгә йәшәүе ауыр буласаҡ. Минең бер эш хаҡына нисек йәшәйбеҙ?”-ти ул. Сабит колледжға барып ситтән тороп уҡыуға ғариза яҙа. Үҙе Ира менән бер кафела эшләүен дауам итә.
Улдары тәүҙә һирәк, унан бөтөнләй ҡайтмай башлағас, ата-әсәһе уны эҙоәп ятаҡҡа килә. Тик Сабит унда булмай сыға. Ата-әсә аптырап колледжға юллана. Бында улар Сабиттың ситтән тороп уҡыуын белә. Курсташтарынан һорап-һорап уның ҡайҙа йәшәгәнен көскә асыҡлайҙар. Кискеһен өйҙәренә бер-бер артлы килеп ингән атаһы һәм әсәһен күргәс, егет ҡурҡып китә. Ира уларҙы үтергә саҡыра. Атаһы менән әсәһе эштең нимәлә икәнлеген белгәс, ҡысҡыра башлай. Сабиттың хәҙер үк әйберҙәрен йыйыуын талап итәләр. “Кире күсәһең көндөҙгө бүлеккә! Үҙем һөйләшермен директор менән. Кеше балаһын аҫрап ятырға, үҙең балаһың әле! Тапҡан кемгә әүрәргә!”-тип ярһый атаһы.
Быға тиклем өндәшмәй торған Ира уларҙың сығып китеүен һорай. “Һеҙ минең баламды ҡурҡытаһығыҙ! Хәҙер полиция саҡыртам”,-ти ул. Сабиттың әсәһе: “Ә һинең балаң шулай ҙурайып үҙенән өлкән балалы ҡатын менән йәшәп ятһа нимә эшләр инең?”-тип ҡысҡыра. Ира: “Һәр хәлдә мин улым менән тыныс итеп һөйләшер инем, барыһын да асыҡлар инем. Әгәр улығыҙ менән ышаныслы мөнәсәбәт булдыра алмағанһығыҙ икән, үҙегеҙ ғәйепле”,-ти.
Ата-әсә улын ҡалдырып китергә теләмәгәс, Ира Сабиттың улар менән бергә сығып китеүен талап итә. “Мин һиңә күптән атайың менән әсәйеңә барыһын да һөйлә тип килдем. Ә һин һуҙҙың. Был һинең әлегә ысын ир булмауыңды күрһәтә. Һин хатта Сашка менән мине яҡлаша ла алмайһың!”-тип уның әйберҙәрен сумкаһына тултырып, ҡулына тоттора. Егеткә ата-әсәһенә эйәреп сығыуҙан башҡа сара ҡалмай. Әммә улар менән бармай, улар буйлап китә. “Шул саҡта ҙур хата яһаныҡ, тип уйлайым. Ярай булғаны булған. Эйе, үҙенән өлкән, балаһы бар. Әммә улар табышҡан бит инде. Кем белә, бәлки, йәшәп ҡарарҙар ҙа, үҙҙәре айырылыр ине. Ҡыҫылмаҫҡа кәрәк булған. Әллә ниңә үҙебеҙҙе тота алмай Ираның йортона баҫып барып индек шул. Улыбыҙ уның менән йәшәһә, артабанғы бәләләргә лә тарымаҫ ине”,-тип көрһөнә әсә.
Урам буйлап башы һуҡҡан яҡҡа сығып киткән Сабит бер кафеға барып инә. Һыра ала. Оҙаҡ ҡына нимә эшләргә белмәй ултыра. Шул саҡ кафеғп күптәнге танышы Альфред килеп инә. Ул да егетте күреп ҡыуана. Улар осрашыуын билдәләй башлай. Тағы ла йәштәр килеп ҡушыла. Айныҡҡан Сабит үҙен сит фатирҙа күреп аптырап китә. Алама еҫ сыға. Һаҡ ҡына тороп һыу эҙләп китә. Өс бүлмәле фатир икән. Бысраҡ, иҫке йыһаз. Иҙәндә шешәләр, төпсөктәр һәм шприцтар аунап ята. Диванда, креслола – ҡыҙҙар, егеттәр. Сабит көскә кухняны таба. Бында иҙәндә стенаға һөйәлеп ҡыҙ менән егет ултыра. Асыҡ һәм аңһыҙ күҙҙәре түбәгә төбәлгән. Күрәһең, наркотиктарын яңы ғына сәнскәндәр, эргәләрендә генә шрицтары аунап ята. Сабит кранды асып эйелеп һыуһыҙ ҡомһоҙланып эсте лә, фатирҙан сығып китте. Ә подъезда ошо фатирға инеп килгән тағы йәштәр осраны. Бындай уҡ тормошто быға тиклем күрмәгән Сабит аптырап урым буйлап китте. Альфред ҡайҙа икән? Аҡсалы эш менән ярҙам итә тигәйне бит. Уға ата-әсәһен, Ираны һөйләп ултырғанын хәтерләне. Тик Альфред телефонын да ҡалдырманы. Ә, телефон тигәндәй. Ул кеҫәләрен ҡарай башланы. Телефоны юҡ! Кире ул притонға барғыһы килмәне. Тапмаясағы көн кеүек асыҡ. Унан бигерәк аңһыҙ ҡараш менән күккә текәлеп ҡатып ҡалған йәштәрҙе бүтән күргеһе килмәне. Сабит аңлашыу өсөн Ираға китте. Тик ҡыҙ уның менән һөйләшергә лә теләмәне. “Үҙ аллы, атай-әсәйең тормошоңа ҡыҫылмаҫлыҡ булғас килерһең. Миңә һинең кеүек проблемалы егет кәрәкмәй”,-тине ул.
Был һүҙҙәрҙе ауыр күтәргән Сабит тағы Альфредты осратҡан кафеға китте. Кискә ҡарай уныһы килеп инде. “Дәә, братуха, кисә артыҡлап ташланың бит. Беҙ нимә тураһында һөйләшкәнде иҫләйһеңме?”-тип һораны. Сабит баш сайҡаны, унан “Миңә ҡапыл ғына байығып китерлек аҡса кәрәк”,-тине.
Альфред быға һаһылдап көлдө лә, унан: “Була ул! Тик рисковый эш. Потянешь?”-тигән булды. Сабит Ираны ҡайтарыу өсөн барыһына ла риза ине. Ошо көндән ул йәштәр араһында наркотиктар тарата башлай. Интернет аша ла, туранан-тура ла “эшләй”. Ҡулына аҡса алыу менән тағы Ираға бара. Тик ул өйҙә булмай сыға. Сабит көн дә тиерлек килә башлай. Әммә өй һәр саҡ бикле була. Унан таныштарынан белешеп эҙләй башлай һәм Ираның кейәүгә сығып, ҡаланан күсеп киткәнен белә. “Бер ай эсендә! Бер ай эсендә ул үҙенә икенсе ир табып өлгөргән!” Ҡыҙҙы ҡайтара аласағына өмөтләнеп йәшәгән егет өсөн донъя емерелгәндәй була. Ошо кис ул тәүге мәртәбә наркотик һатмай, ә үҙе ҡулланып ҡарай. Үҙ ауына тиҙ генә һурып алған наркотик ҡолона әүерелеп өлгөрмәй ул: тиҙҙән Сабит хоҡуҡ һаҡсыларына эләгә. Был уның буласаҡ тормош юлына тик яҡшыға булыуын йәш кеше хәҙер, моғайын аңлағандыр. Сөнки бер яҡтан ошо ағыуҙы таратып тағы күпме кешене үлтереп гонаһлы булһа, икенсе яҡтан үҙе лә наркотиктың ҡолона әүерелеп ғүмере тиҙ өҙөлөр ине.
“Улыбыҙҙы ҡулға алғас, иремдең туғандары барыһында ла мине ғәйепләне. “Беҙҙең ҡустыбыҙ һеҙҙе ҡарайым тип көн-төн аҡса эшләгәндә, һин тәрбиә бирә алмағанһың”,-тине апайҙары. Төрмәгә эләккән бер минең балам түгел бит, башҡаларҙыҡын кешеләр белмәй ҙә ҡала. Ә минең ҡайғымды ошо “туғандар” тәмләп-тәфсирләп, арттырып тирә-яҡҡа тарата. Күршеләрҙең миңә ҡырын-мырын ҡарай башлағанын тойҙом. Унан береһенән-береһе яманыраҡ һүҙҙәре ишетелә башланы... Бик ауыр ине. Ошо мәлдә мине аңлаған һәм тынысландырған прокурор егеткә рәхмәтлемен. Ул миңә: “Апай, кеше һүҙенә иғтибар итмәгеҙ. Бер кем дә, хатта мин дә, минең балаларым ошондай яҙыҡ юлға баҫмаясаҡ тип ныҡлы ышаныс менән әйтә алмай. Был хәл һәр кем менән, һәр ғаиләлә булыуы ихтимал. Улығыҙ әле йәш. Төрмәлә хатта үҙ аллы бер нисә тел өйрәнеп йәки дингә килеп, яҡшы яҡҡа үҙгәреп сығыусылар бар. Барыһы ла үҙенән”,-тине ул. Ә бына ирем уртаҡ ҡайғыбыҙҙы күтәрешергә теләмәне, хәҙер айырым йәшәйбеҙ. Улым барыһын да аңлауын ҡарашынан тоям. Барыһы ла яҡшы буласағына ышанам”,-тине әсә.
Эйе, кешенең бәхетле сағында туғандары ла, дуҫтары ла күп була, ә ауыр мәлдә һынаулы - һанаулылар ғына ҡала. Икәүҙән-икәү тороп ҡалған әсә һәм улдың яҙмышы артабан тик ыңғай тәгәрәр, тип ышанғы килә.
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.