Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
2 Август , 21:45

Фажиғә көнөндә ул командировкаһынан

ике көн алда ҡайтып төшә. Йәй. Ҡыҙҙары ҡәйнәләрендә икәнлеген белә. Һатып алған гөлләмәһен тотоп, кәләшен уятмаҫ өсөн һаҡ ҡына баҫып өйөнә инә. Йоҡо бүлмәһендә ҡатынының һәм үҙенә эш биргән танышының йоҡлап ятыуҙарын күрә. Иҙәндә эсеп бөтөлмәгән шарап, емештәр. Тегеләр хатта уянмай ҙа. Ғимран кире машинаһына сыға, мылтығын ала

Фажиғә көнөндә ул командировкаһынан
Фажиғә көнөндә ул командировкаһынан

Суд залынан

Иң ауыры – үҙ-үҙеңде ярлыҡау...

Йәй етһә, уны тирә-яҡтағы урман-ҡырҙарҙа осратырға була. Тоҡ аҫып, йә булмаһа мотоциклында төрлө-төрлө үләндәр ташыған ағайҙың йәшен тәү ҡараштан билдәләп тә булмай. Юлында осраған кешеләргә һәр саҡ ярҙам итергә ынтылыуы менән дә айырыла. Үтә лә тыныс, сабыр, иғтибарлы ошо кешенең ике тиҫтә йыл төрмәлә ултырып сығыуына ышанырлыҡ та түгел...

Ғимран совет мәктәбен тамамлауы менән үҙен бәхетле һанай. “Беҙҙең заманда “өслө”гә уҡыған балалар ҙа бик грамоталы булды, тип уйлайым. Сөнки бар фәндәрҙән ныҡлы белем бирҙеләр. Әле берәй ҡағыҙ тултырһаң да, берәй ҡатмарлыраҡ һүҙ осраһа, уны еңел генә яҙып ҡуяһың. Ҡағиҙәһен онотоп бөткәнһең, әммә дөрөҫ яҙылышы мәңгелеккә мейегә һеңдерелгән. Йәки ятлаған шиғырҙар. Барыһы ла иҫтә. Ҡайһы саҡта урманда уларҙы уйламаҫтан ҡысҡырып һөйләп ебәрәм дә, үҙемә ҡыҙыҡ булып китә – нисек шулай һаман хәтерҙә икән, тип. Хәҙерге балаларҙы ошондай белем алыуҙан мәхрүм булыуҙарынан йәлләп ҡуям. Беренсе кластан анау ОГЭ, ЕГЭ-ларына әҙерләнә башлайҙар бит. Ә беҙ имтиханды яҙма ла, телдән дә бирҙек. Уҡытыусылар күҙеңә ҡарап ултыра, ярҙам итеп тә ебәрер ине. Ярай инде, һәр замандың үҙ ҡанундары. Тәнҡитләп әйтмәйем, күҙәтеүҙәрем менән генә уртаҡлашам”,-тип сабыр йылмая ул.

Мәктәпте тамамлағас күптән хыял иткән юрист һөнәренә уҡырға бара. Ул замандың иң престижлы һәм модалы булып һаналған һөнәре була. Яҡшы уҡыған егет уҡырға инә. Күңелле студент йылдары башлана. Ошо йылдарҙа үҙенең мөхәббәтен – Айзиләһен осрата. “Айзилә бала саҡтан минең төштәрем ингән ҡыҙ ине. Ысын! Мәктәптә уҡығанда бер ҡыҙ менән дә дуҫлашманым. Төшөмә һәр саҡ етен сәсле, йәшел күҙле ҡыҙ инер ине. Бер мәл уянғас әсәйемә: “Әсәй, мин һары сәсле ҡыҙға өйләнәм!”-тинем. Әсәйем рәхәтләнеп көлдө минән. Унан: “Мәктәбеңде бөтөп, институт дипломын ал әле, улым, унан ҡарарбыҙ”,-тине.

Ғимрандың ата-әсәһе – ябай эшселәр. Улар улдарын кәрәкле һөнәргә өйрәнеп, үҙҙәре эшләгән заводҡа эшкә килер тип өмөтләнә. Тик малай алтынсы класта уҡ үҙен юғары белем алырға теләүен белдерә. Әсәһе ризалаша. Ә бына атаһы егет кешегә һөнәр алыу ҙа етә, юғары белем нимәгә ул тип ризаһыҙлыҡ булдерә. Шулай ҙа улдарының бик яҡшы уҡыуын күреп фатихаһын бирәләр.

Төшөндә күргән ҡыҙҙы ысынбарлыҡта күргән Ғимран тәүҙә ҡойолоп төшә. Унан ҡыҙ тураһында белешә башлай. Ул да райондан килгән икән, иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерә. Айзилә эргәһендә егеттәр күп урала. Әммә ҡыҙ ҙа үҙенә үтә лә иғтибарлы булған мыҡты кәүҙәле, көслө Ғимранды үҙ итә. Студент йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Һөйөүҙәрен йылдар менән һынаған йәштәр өйләнешә. Ике яҡтың да ата-әсәләре өс йөҙ саҡрым алыҫҡа бер-береһенә туйға барып, бик матур мәжлес ойошторалар. Йәш ғаилә йүнәлтмә буйынса күрше ҡалаға барып төпләнә. Ғимран һөнәре буйынса эш башлай, ә Айзилә өлгөрмәй ҡала. Эш табыла йәш белгескә, әммә бер көн ул Ғимранды серле йылмайып ҡаршы ала. “Һөйөнсө, беҙҙең бәпесебеҙ буласаҡ!”-ти Айзилә. Бәхетенән егет күпмелер мәлгә хатта телһеҙ ҡалғандай була. Сөнки кәләшен шул тиклем ныҡ ярата ул. Хыялы ла уның менән оҙон-оҙаҡ йылдар бергә булыу, күп итеп балалар үҫтереү була. Ғимран Айзиләгә эшкә урынлашмай торорға ҡуша. “Ауыр булыр. Мин эшләйем бит, эш хаҡы яҡшы, етер”,-ти.

Тиҙҙән йәш пар Ғимрандың яңылышмауын аңлай. Сөнки Айзиләне тыңлап ҡараған тәжрибәле табип: “Ике йөрәк тибеше ишетелгәндәй була, игеҙ балалар булыуы ихтимал”,- ти. Ул ваҡытта УЗИ беҙгә килеп етмәгән була әле. Шулай уҡ Айзилә ауырлы сағын бик ауыр үткәрә. Бер нәмә лә ашай алмаған йәш ҡатын кибеп ҡалғандай була. Ике яҡтан атай - әсәйҙәр килеп етеп йәштәргә төрлөсә ярҙам итә. Унан ҡайны-ҡәйнәһе Айзиләне алып ҡайтып китә. “Беҙҙә урман, саф һауа. Ағас йорт. Бала саҡтан йәшәгән өйөндә хәл инер”, - ти ҡәйнә кеше. Ғимран ҡатынын ебәргеһе килмәһә лә, уның һаулығын уйлап ризалаша. “Шул ваҡыттарҙы бөгөнгөләй хәтеремдән үткәрәм дә, тәүге яңылышыуым шул саҡта булғанын аңлайым. Ни тиклем ауыр булһа ла, яратышып ҡушылған пар айырылырға тейеш түгел. Беҙ бит Хоҙай Тәғәлә алдында ант итәбеҙ, бергә булырға тип. Яҡшы саҡтар ғына күҙ уңында тотолмай бит, тормоштоң һәр мәлен, секундын бергә үткәреү тураһында һүҙ бара. Урманда бер урында сәскәләр туғайлығы бар. Ниндәйе генә юҡ сәскәнең унда! Ҡоролоҡ йылдарында ул тулыһынса юҡҡа сыға. Ямғырлы йылда кире ҡалҡа. Үҙ-ара мөхәббәт тә шулай: ул һүрелмәһен, һүнмәһен, юҡҡа сыҡмаһын өсөн аранан ел үткәрергә ярамай. Беҙ Айзилә менән ике йылға яҡын айырым йәшәнек тә ҡуйҙыҡ. Һәм ҡабаттан бергә йәшәй башлағанда Айзиләнең үҙгәреүен тойҙом...”-тип хәтирәләргә бирелә Ғимран ағай.

Ауырлы ҡатын атай-әсәй ҡосағында бәпестәрен тапҡансы йәшәй. Табип дөрөҫ әйткән булып сыға: игеҙ ҡыҙҙары донъяға килә. Шатлығының сиге булмаған Ғимран кәләше һәм бәпестәре янына атлыға. Уларҙы алып ҡайтырға уйлай. Тик ҡәйнәһе: “Һин, кейәү, эштә. Айзиләгә кем ярҙам итер? Игеҙәктәр менән бигерәк ауыр бит. Алмашлап иламайҙар, бергә ҡысҡыралар, уяналар. Сабыйҙарҙың ҡырҡы тулғансы ҡалһын”,- ти. Ғимран бәпес тапҡандан һуң тағы ла ябыҡҡан Айзиләһенә йәлләп ҡарай ҙа, ризалаша. Ул мөмкин тиклем йышыраҡ килергә тырыша, әммә һәр саҡ ул теләгәнсә булмай. Ҡыҙҙарына ҡырҡ көн тулғас та ҡәйнәһе ҡыҙын һәм ейәнсәрҙәрен ҡалаға ебәреүҙән баш тарта. Айзилә үҙе лә ҡаршылашмай. Ғимран тағы күңелһеҙләнеп ҡайтып китә. Ваҡыт уҙа. Бына йәш атай атлығып бәләкәстәренең бер йәшенә бара. Ата-әсәһе лә килә. Матур итеп ҡунаҡ йыялар. Ғимран бер йыл эсендә үтә лә сибәрләнеп киткән Айзиләһенән күҙ ала алмай. Шул тиклем әсә булыу килешә уға, балҡып үҙенә әллә ҡайҙан ымһындырып саҡырып торғандай. Ауырлы саҡтағы, бәпестәрен тапҡандан һуңғы ваҡыты менән сағыштырырлыҡ та түгел. Йәмле йәй көнөндә мәжлес тәбиғәт ҡосағында үтә. Ҡунаҡтар бик күп йыйыла. Ғимрандың белгәндән белмәгәндәре күп була. Шул саҡ уд күп ирҙәрҙең Айзиләһенә күҙ атыуын күреп тәү мәртәбә көслө көнләшеү тойғоларын кисерә. Ул үҙен ҡулда тоторға, иғтибар итмәҫкә тырыша. “Барыбер бергә ҡайтып китәбеҙ”,- тип тынысландыра үҙен. Тик өс көндән юлға йыйынырға ҡушҡас, Айзиләһенең йөҙө үҙгәрә. Тағы бер аҙға ҡаласағын белдерә. Был юлы Ғимран да үҙенең һүҙен һүҙ иткеһе килә. “Күпме миңә ҡатынлы көйө буйҙаҡ булып йәшәргә? Балалар үҙҙәренең йортон күргәне лә юҡ”,- ти йәш атай. Был һүҙҙәрҙе ишеткән Айзилә ҡыҙып китә: “Һин үҙеңде генә уйлайһың! Игеҙәк балаларҙы тәрбиәләүе бик ауыр. Һин уны белмәйһең генә! Улар яңы-яңы төндәрен тыныс йоҡлай башланы, мин әҙерәк иркен тын ала башланым. Ашарға ла бирмәй торғайнылар. Бында миңә әсәй ярҙам итә, ә тегендә һин көнө буйы эштәһең. Миңә бер үҙемә ҡыйын буласаҡ. Әҙерәк ҙурайһын балалар, Исмаһам, имеүен ташлаһындар”.

Йәштәрҙең ҡысҡырышыуына килеп ингән ҡәйнә кеше лә ҡыҙын яҡлай. “Кейәү, үҙеңде генә уйлама! Айзиләгә ауыр буласаҡ. Бәләкәстәр яңыраҡ ҡына ауырышып алды. Әле нығынып та етмәгәндәр. Балаларың ҡараулы, кәләшең ваҡытында ял итә алыуына ҡыуанырға ғына тейешһең, ә һин талаш сығарып тораһың!” - ти ул.

Ғимран тағы буш һәм ҡотһоҙ йортона яңғыҙы ҡайтып ауа. Кистәрен буйҙаҡ хеҙмәттәштәре менән эсә башлай. Айзилә һәм бәләкәстәр янына барыуҙы ла һирәгәйтә. “Барыбер килмәйәсәк. Нимә тип инәлеп йөрөргә”,- тип уйлай ул йәне көйөп. “Шул саҡта ныҡлап эскегә бирелә башланым. Тәүҙә хеҙмәттәштәрем менән унда-бында байрам итә инек. Унан эштән ҡайтҡас үҙем эсә башланым. Ял көндәре, байрам шулай һиҙелмәй үтте. Айзиләне һағыныу баҫыла төшкән һайын нығыраҡ эстем. Ир һәм ҡатындың тойғолары бер иш булмайҙыр инде. Айзилә айырым йәшәүҙе еңел күтәрҙе. Ә мин, киреһенсә, бөткәндән-бөтә барҙым”,- тип хәтерләй ул саҡтарын Ғимран ағай.

Йәш ирҙең тормошо күпме улай дауам итер ине, билдәһеҙ, әммә иҫкәртмәйенсә ял көнөндә килеп ингән ата-әсәһен күреп аптырап ҡала ул. Ҡотһоҙ йортто, буш шешәләрҙе күргән өлкәндәр барыһын да аңлай. Улар улдары менән етди һөйләшеү үткәрә. “Киленде ҡасан алып ҡайтаһың?” - тип һорай атаһы. “Килмәй бит...” “Ә ниңә һин унан һорап тораһың! Һин – ирме, улмы?! Бараһың, тейәйһең дә алып ҡайтаһың! Әйҙә, киттек. Үҙебеҙ алып килеп китәбеҙ”,- тип аталары Ғимранды ҡайны йортона алып китә.

Ҡәйнәһенең “игеҙәктәр менән ауыр бит ҡыҙыма” тип мыжыуын, Ғимрандың атаһы шунда уҡ туҡтата: “Һеҙ йәштәрҙең араһы һыуыныуын күрмәйһегеҙме ни? Әгәр бергә йәшәтергә уйламаһағыҙ, ҡыҙығыҙға – ир, ейәнсәрҙәргә икенсе атай табырға уйлағанһығыҙ икән, хәҙер үк әйтегеҙ. Ғимранды бер ҡаланан икенсеһенә күпме ҡыуырға була? Тормош көтөүе гел еңел булмай инде, бергә татыһындар барыһын да”,- тип ҡыҙып китә ул.

Өндәшмәҫ, сабыр ҡоҙаһының был тиклем ярһыуын көтмәгән ҡоҙа-ҡоҙағыйы өндәшмәй ҡала. Айзилә әсәһе ярҙамында әйберҙәрен төйнәй башлай. Икенсе көнөнә атаһы менән әсәһе уларҙы йортона ҡалдырып китә. Тәүҙә бер-береһенә үпкәләп йөрөгән Ғимран менән Айзилә әкренләп яҙылып, матур итеп йәшәп алып китә. Ир эшенән ҡайтып ҡатынына ярҙам итергә ашыға, бәләкәстәрен алып урам буйлап йөрөйҙәр, киноға барғанда балаларын ҡалдырырға бер инәйҙе табып алалар. Тормош рәтләнә. Ғимран бар күңелһеҙлектәрҙе онотоп, үҙен бәхетле тоя. Тик ҡайһы саҡта Айзиләһенең ҡарашы моңайыуын, уның үҙенән һыуыныуын һиҙә. Әммә был уйҙарын йәһәтерәк ҡыуып ебәрергә тырыша.

Ғаилә матур йәшәй. Ҡыҙыҡайҙар ҙурая, мәктәпкә бара. Айзилә эшкә урынлашмай, Ғимранға ла уның өйҙә ултырыуы оҡшай. Балалар ҡараулы, өй тәрбиәле. Барыһы ла һәүетемсә генә булып барғанда илгә үҙгәртеп ҡороу еле килеп етә. Бер көн эсендә бар тормош өҫтөн аҫҡа әйләнә, бутала. Эш хаҡын биреү тәүҙә тотҡарлана башлай, ә унан бөтөнләй бирелмәй. Магазинда иң кәрәкле булған шәкәр, ярма, туҡмастар юҡҡа сыға, кейем-һалым юҡ, талондар системаһы килеп инә. Етеш һәм матур йәшәп өйрәнгән Айзилә ризаһыҙлыҡ белдерә башлай. “Ана, күршеләр магазин асты. Теге таныштар әйбер һатып байый”, - тип һөйләнә. Ғимран теш ҡыҫып түҙеп ғаиләһен тәьмин итеү өсөн барыһын да эшләргә тырыша. Әммә Айзилә тынысланмай. “Һиңә ышанһаҡ, беҙ астан үләсәкбеҙ. Минең бер таныш Төркиәнән тауар ташырға сыға, шуның менән китәм, үҙем эшләйем!” - ти ул. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән Айзиләһен нисек сығарып ебәрһен инде? “Түҙ әҙерәк, мин берәй нәмә уйлап табырмын”, - тип вәғәҙә бирә. Эшләгән урынынан китеп, баҙарға һаҡсы булып бара. Исмаһам, унан – бынан аҙыҡ ташыу, кейем табыу мөмкинселеге килеп сыға. Айзилә бер аҙға тыныслана. Тик тиҙҙән тағы туҙына башлай: “Бер көн ашарға алып ҡайтаһың, өс көн ас ултырабыҙ!” Ғимранды ата-әсәһе үҙҙәренә ҡайтырға өгөтләй. “Мал, ҡош-ҡорт булғас, ит-һөт бар. Артыҡ тағы нимә кәрәк?” - ти улар. Тик Айзилә риза булмай.

Бер көн Ғимран танышын осрата. Ул бер фирма асып ебәргән икән, төрлө яҡтан тауар ташырға йөк машинаһына водителдәр эҙләй. “Эш хаҡын яҡшы түләйем. Иң мөһиме – тауарҙы юғалтмай ғына килтереп еткереү. Авансты хәҙер үк бирә алам”, - ти ул. Алдына услап ҡағыҙ аҡса һалған ирен күреп Айзилә аптырап китә. Ғимран барыһын да һөйләп бирә. Ниһайәт, ҡатынының йөҙө асылып, ҡыуанып китә. Ғимрандың дүрт йылға һуҙылған ауыр эше башлана. Юлда йөк машиналарын бандиттар баҫтыра, саҡ тере ҡалған осраҡтары ла була. Ләкин был хаҡта ул ҡатынына бер һүҙ әйтмәй. Тик йөк машинаһына һәр саҡ шул уҡ бандиттарҙан һатып алған мылтығын алып йөрөй.

Фажиғә көнөндә ул командировкаһынан ике көн алда ҡайтып төшә. Йәй. Ҡыҙҙары ҡәйнәләрендә икәнлеген белә. Һатып алған гөлләмәһен тотоп, кәләшен уятмаҫ өсөн һаҡ ҡына баҫып өйөнә инә. Йоҡо бүлмәһендә ҡатынының һәм үҙенә эш биргән танышының йоҡлап ятыуҙарын күрә. Иҙәндә эсеп бөтөлмәгән шарап, емештәр. Тегеләр хатта уянмай ҙа. Ғимран кире машинаһына сыға, мылтығын ала, кире инә һәм икеһен дә атып үлтерә.

Егерме йыл минең ниҙәр кисергәнемде, нимә аша үткәнемде үҙем генә беләм. Бер нисә мәртәбә үҙемә ҡул һалып ҡараным. Ҡотҡарҙылар. Төрмәнән сыҡтым. Ҡыҙҙар ҙурайған, улар мине әле лә ғәфү итмәне. Мин уларҙы аңлайым – иң ғәзиз кешеләрен юҡ иттем бит. Бер көн мәсеттән килгән аҙан тауышын ишеттем. Шулай дингә килдем. Көн-төн Ҡөрьән китабын уҡыным, күпте аңланым. Барыһынан да, эт итеп һүгелһәм дә, тубыҡланып ғәфү үтендем. Ә Хоҙай Тәғәләнән кисереүҙе көн-төн ялбарам. Иң ауыры – үҙемде ғәфү итеү булды. Сөнки үҙеңде ғәфү итеп, үткәнеңде ебәрмәйенсә, йәшәп булмай. Ә язаһын миңә Хоҙай Тәғәлә бирәсәк, мин барыһы өсөн дә яуап бирергә әҙермен. Енәйәтем өсөн үкенәмме? Әлбиттә. Хәҙерге аҡылым булһа, йоҡо бүлмәһенең ишеген ипләп кенә ябып сығып, үҙ юлым менән китер инем...”

Кешеләрҙе төрлө дарыу үләндәре менән дауалаған Ғимран ағай ямғырҙан һуң ғына йыя торған бер тамырҙы табыу өсөн яҡындағы урманға ашыҡты...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: