Был үҙенең иректәге һуңғы таңы икәнен ул яҡшы белә ине. Үкендеме? Быныһы инде Оксананың йөрәк төбөнә йәшергән генә сере булып ҡалды...
Оксана үҙенең бала сағын хәтерләргә яратмай. Туҡһанынсы йылдарға тура килгән ауыр мәл ине ул. Бәйҙән ысҡынған кеүек ҡапыл ҡалҡып сыҡҡан байҙар ҡатламы, айҙар дауамында эш хаҡы алмаған ябай кешеләр, урлыҡ, талау. Атаһы менән әсәһе был мәлгә тиклем дә бик үк яҡшы йәшәмәй ине. Икеһе лә ябай эшсе, аҡсаны айҙыҡын айға көскә еткерҙеләр. Өҫтәүенә икеһе лә ял көндәрендә лә, байрамда ла эсергә яратты. Шуға күрә алған аҡсалары ла тиҙ бөтә ине.
Уларға һәр саҡ ҡала стендә йәшәгән өләсәләре ярҙамға килде. Хаҡлы ялдағы инәй тәүгеләрҙән булып баҡсаһында үҫтергән бар нәмәне баҙарға сығарып, уларҙы һөт-майға алмаштырып йә әҙерәк аҡса табып ҡайтыр ине. Оксананы ата-әсәһе йышыраҡ өләсәһенә ебәрергә тырышты. Бала саҡта бер һүҙһеҙ риза булған ҡыҙыҡай үҫмер осорона килеп еткәс, ҡаршылаша башланы. Уларҙың ҡатлы йортоноң ишек алдына йыйылған тиҫтерҙәре менән күпкә ҡыҙыҡ ине уға. Ә өләсәһенә барһа, унда туҡтауһыҙ мыжыу, “ҡыҙ кеше шулай булырға тейеш, былай булырға тейеш” тигән нотоҡ тыңлау, өҫтәүенә түтәлдәрҙе утау, һыу һибеү. Өләсәһенең эше бер мәлгә лә бөтмәй ине. Күрәһең, ул юлдан яҙып барған ҡыҙы һәм уның ғаиләһенең туҡ булыуы өсөн тырышҡандыр шулай. Ә Оксананың модалы итеп кейенгеһе, тиҫтерҙәре кеүек дискотекаларға йөрөгөһө килде. Тик өҫтөндәге кейеменән барыһы ла мыҫҡыл итә ине. Кейем магазиндарҙа былай ҙа юҡ, ә Оксана әсәһенең кофта-итегендә бөтөнләй хәйерсе булып күренә ине. Уҡыған урынында ла барыһы ла мәктәп формаһында йөрөгәндә генә рәхәт булды. Ә балаларға нимә теләй, шуны кейергә рөхсәт иткәс, ҡыҙыҡай мәктәптән илап ҡайта башланы.
Шул мәлдә Оксана атаһы менән әсәһен күрә алмаҫ сиккә етте. Әгәр улар башҡалар кеүек әйбер ташып һата башлаһа, улар ҙа бай йәшәр ине. Ҡыҙҙарының илау-ярһыуы үҙәктәренә үттеме әллә үҙҙәре аҡылына килдеме, бер көн ата-әсәһе лә алыпһатар йөгөн самалап ҡарарға булды. Өләсәһе нисектер йыйып барған аҡсаға тәүҙә тәмәке, шоколад алып ҡайттылар. Баҙарға сығып һата башланылар. Бер нисә айҙан һуң уларҙың эше көйләнә башланы. Оксана ла хыял иткән бар кейемгә эйә булмаһа ла, тиҫтерҙәре араһында үҙ кеше булып китте. Өләсәһе лә күңеле тынысланып, түтәлдәрен кәметте, ҡыҙының тормошо көйләнеүенә ҡыуанып бөтә алманы. Тик рәхәтлектә һәм тыныслыҡта улар бары ике йыл йәшәп ҡалды. Атаһы менән әсәһе алыпһатарлыҡ эшенә еңел генә өйрәнеп алғайны ла, тик ҡабаттан ныҡлап эсә башланы. Тауарға бер-ике мәртәбә бармай ятып ҡалдылар. Унан баҙарҙағы урынынан ҡолаҡ ҡаҡтылар. Тик был да уларға аҡыл булманы шул. “Мине беләһең дә инде”,-тип атаһы ла, әсәһе лә кешеләрҙән күп итеп бурысҡа аҡса йыйып ташлаған булып сыҡты. Быны Оксана ла, өләсәһе лә тәүҙә белмәне. Тик фатирҙарына әзмәүерҙәй егеттәр килеп, аҡса таптыра башлағас, барыһы ла үтә етди икәнлеген аңланылар. Оксана менән өләсәһе ныҡ итеп туҡмалған ата кешенән уларҙың бурысын һатып алыуҙарын һәм хәҙер уны икеләтә арттырып ҡайтарырға кәрәклеген белделәр. Өләсәһе бар ғаиләне үҙенең бәләкәй өйөнә алып ҡайтты. Ә фатирҙары уларҙың бурыстары өсөн китте.
Оло проблеманан ҡотолған атаһы менән әсәһе генә аҡылына килмәне шул. Һөҙөмтәлә икеһе лә фажиғәле һәләк булып, Оксана өләсәй ҡулында ҡалды. Ҡыҙыҡай туғыҙҙы тамамлағас артабан уҡый алманы. Өләсәһе лә: “Мин һине суҡтай кейендерә алмайым. Хәҙер уҡыу ҙа кәрәкмәй, ана, барыһы ла уҡымайынса бизнесмен булып бөттө”,-тип ҡуйҙы.
Ул алты йәшлек ҡыҙыҡай йорттары янындағы ғына магазинға һатыусы булып сыҡты. Еңел эш тип яңылышты ул. Йәшник-йәшник аҙыҡ-түлекте бушатыу, тауарҙарҙы дөрөҫ итеп һанап алыу үҙәген өҙә ине. Өҫтәүенә йыш ҡына елкәһенә сыҡты. Шулай ҙа әкренләп тормошона күнә башланы. Сөнки эшләмәһә, өләсәһе баҡса эштәрен иртә таңдан ҡарағы төшкәнсе эшләтә. Ә был күпкә ауырыраҡ ине уның өсөн. Шулай айҙар үтте.
Бер көн магазинға сағыу ерән сәсле йәш ир килеп инде. Ул тал сыбығындай ҙур зәңгәр күҙле Оксанаға ҡарап ҡатты. “Күктән төшкән алиһә, бында нимә эшләп тораһың? Киттек минең менән ҙур ҡалаға”,-тине ул уйынлы-ысынлы. Ирҙе аптыратып ҡыҙ шунда уҡ риза булды. Оксана йүгереп ҡайтып арлы-бирле кейемен алды. Өләсәһенә: “Мине эҙләмә. Мин яратҡан кешем менән ҡалаға китәм”,-тигән яҙыу ғына ҡалдырҙы.
Оксана исемен дә һорап өлгөрмәгән ирҙең машинаһына инеп тә ултырҙы. Уға барыбер ине. Тик ошо бер төрлө, ауыр тормошонан алып китһендәр генә! Алексей ҡыҙҙы ысынлап та яратты. Ул яңғыҙы йәшәй ине. Эше төрлө яҡҡа командировкалар менән бәйле булғас, Оксана йыш яңғыҙы ҡалды. Алексей унан аҡса йәлләмәне. Шуға күрә ул тиҙ арала матур итеп кейенеп, кәйеф-сафа ҡорорға ла өйрәнеп алды. Ире командировкаға китеү менән төнгө клубтарға сығып китте. Тиҙҙән ҡыҙҙың ауырлы икәнлеге беленде. Оксана баланы алдыртам тиһә лә, Алексей быға юл ҡуйманы. Ваҡыты еткәс, ире кеүек ерән ҡыҙ бала тапты.
Әсә булыу ҙа Оксананы тойоп-татып өлгөргән иркенән баш тарттыра алманы. Ул ҡыҙын сабый ваҡытынан бикләп юғала башланы. Быны күршеләре һиҙеп иренә еткерҙе. Алексей айырылышыу менән янағас, бер көн ҡыҙын һәм иренең һаҡлап барған аҡсаһын алып ҡасты. Был мәлдә ул Влад исемле егеткә иҫе китеп ғашиҡ ине. Влад уны бер ятаҡҡа алып барып урынлаштырҙы. Ҡыҙын да ҡуша алырға егет өгөтләне. “Аҡсаң булмай китһә, нимә эшләйһең? Ә балаға пособие түләнә барыбер”,-тине ул.
Оксананың “күңелле” тормошо башланды. Ҡыҙын да ҡарарға ваҡыты ҡалмай ине. Бер туҡтауһыҙ илаған сабыйҙың бүлмәлә яңғыҙы булыуын аңлаған кешеләр милиция саҡырта. Кескәйҙе балалар йортона оҙаталар. Оксана был хаҡта бер аҙнанан һуң ғына белә, әммә уға барыбер ине. Ул ҡыҙҙарын Алексей табып, үҙенә алыуын да йылдар дауамында белмәй.
Бер көн улар ятаҡта Влад менән “мәжлес” йыйҙы. Тик аҡсалары тиҙ генә бөттө. Килгән әшнәләре лә тиҙ арала таралып бөттө. Влад Оксанаға йыуынып, биҙәнергә ҡушты. Бер нәмә лә аңламаған йәш ҡатын уның ҡушҡандарын теүәл үтәне. Яратҡан кешеһенә ныҡ ышана ине ул. Хатта уға бала табып, ысын ғаилә булып йәшәү тураһында хыялланды. Тик тиҙҙән Влад Оксанаға таныш булмаған ир менән килеп инде. Ҡатын тәүҙә аңламаны, ә һуңынан был хәлгә ышанғыһы килмәне. Шул көндән Оксана өсөн ҡара көндәр башланды. Влад уны ирҙәргә һата башланы. Тик аҡсаның бер тинен дә Оксанаға бирмәне, үҙенә алды. Үҙенә ҡаршы һүҙ әйткән йәш ҡатынды туҡманы. Тик бер ҡасан да йөҙөнә һуҡманы, “тауар матур булырға тейеш тинеләр” тип һаһылдап көлдө ул. Оксана Владтың тәүҙә үҙенә ылыҡтырыуын, ғашиҡ иттереүен, ә һуңынан рәхәтләнеп “ҡулланырға” алдан уйлап ҡуйыуын да белде. Егерме йәшкә лә етмәгән Оксана тормоштан ялҡҡан ине. Ә иң нығы Владҡа булған мөхәббәте нәфрәткә әүерелеп, йөрәген көн-төн өтә ине.
Был юлы Влад Оксананы эткесләп-төрткөсләп урамға сығарҙы. Унда ҡара “Джип” тора ине. Ишекте асҡан берәү: “Ошомо?”-тине. Влад ярамһаҡланып “эйе” тип баш һелкте. “Таҙамы?” “Әлбиттә”.
Машина асылды. Уның эсе тулы ирҙәр ине. Влад Оксананы шуларға ултыртып ебәрҙе. Был төндө ул мәхшәр кеүек ғүмере буйы иҫләне. Иртәнсәк ятаҡ янына ҡалдырып киткәстәр, Оксана бүлмәһенә ҡайтты. Диванда йоҡлап ятҡан Владҡа нисә мәртәбә бысаҡ менән сәнскәнен дә хәтерләмәйәсәк ул һуңынан. Ирҙең тәне лә, йөҙө лә танымаҫлыҡ булып сәнскеләнгән була. Оксана оҙайлы йылдарға төрмәгә оҙатыла.
Иреккә сыҡҡан ҡатын өләсәһен күргеһе килә. Ул тыуған ҡалаһына юл ала. Бәләкәй ҡала әллә ни үҙгәрмәгән дә, хатта кесерәйеп ҡалғандай тойола. Өләсәһен байтаҡ йылдар күрмәһә лә, уны шунда уҡ таный. Ә бына ул яҙмыш таушаған ейәнсәрен танымайыраҡ тора. Унан ҡосаҡлашып-илашып күрешәләр. Оксана өләсәһе менән йәшәй башлай. Хәҙер иртә таңдан төнгә тиклем баҡсала эшләүҙең, үҙ ҡулың менән үҫтергән еләк-емештең, йәшелсәләрҙең ни тиклем татлы булыуын аңлай ул. Өҫәлдә шул ризыҡ булһа, бер ниндәй ресторан да кәрәкмәй. Ә кейемгә килгәндә ул таҙа һәм уңайлы булһа – шул еткән! Сәнселеп китһен модаһы. Өләсәһе Оксананы йәш балалай тәрбиәләй, “Һин йәш, көҙгөгә ҡара – ниндәй һылыуһың! Бәхетең буласаҡ әле һинең”,-ти.
Йәш ҡатын бала сағында күрмәгән наҙҙы татып, өләсәһенә рәхмәтле булып йәшәй. Бер көн өләсәһе: “Һин өйҙөң ремонтланғанын да, йыһаздың да яңы булыуына аптырайһың. Хәҙер дөрөҫөн әйтәйем инде. Миңә Алексей ярҙам итә. Ул һине юғалтып, эҙләп миңә килеп йөрөгәйне бит. Унан ҡыҙығыҙҙы үҙенә алды. Мин бүләсәремде лә күреп торам. Бик аҡыллы, матур бала булып үҫеп килә. Йылына бер миңә лә килеп китәләр. Алексей аҡса ла ебәрә. Бына шуға йортомдо ҡотайтып алдым. Рәхмәт инде уға”,-тине.
Оксананың күңелендә өмөт сатҡыһы ҡабынды. Тимәк, Алексей уны һаман ярата! Шулай булмаһа, ул ниңә өләсәһенә ярҙам итеп йөрөһөн? Йәш ҡатында ҙур ҡалала Алексей һәм ҡыҙҙары менән бер мохтажлыҡ кисермәй йәшәү теләге ҡабынды. Өләсәһе ейәнсәренең йөҙөнән барыһын да уҡыны ла ҡуйҙы. “Оксана, ул өйләнгән. Зинһар, Алексейҙы борсома. Мин һинең күңелең тынысланһын, ҡыҙыңдың атаһы менән үҫеүен белһен өсөн генә әйттем”,-тине ул.
Оксана ризалыҡ биреп баш ҡаҡҡан булды. Әммә күңелендәге хыялы уға тынғылыҡ бирмәй. “Минең дә бәхетле булырға хаҡым бар бит, бар!”- тигән уй уны көн – төн кимерә.
Ул өләсәһенә әйтмәй генә Алексей менән ҡыҙы йәшәгән ҡалаға сығып китә. Тәүҙә уларҙы ситтән генә күҙәтә. Алексей әллә ни үҙгәрмәгән дә, бары олпатланған ғына. Ҡыҙына сәйерһенеп ҡараны ул. Үҫмер осорона ингән сибек кенә ҡыҙыҡайға күңелендә бер ниндәй хис-тойғо уянманы. Ә бына Алексей машинаһынан сыҡҡанда ла, подъезға индергәндә лә ҡосаҡлап ҡына йөрөткән ҡатынға йәне көйҙө. Ниңәлер уларҙы күҙәткән һайын, нығыраҡ нәфрәтләнә барҙы. Бер мәл ҡыҙының ошо ҡатынға “әсәй” тип өндәшкәнен ишетеп, бөтөнләй аҡылынан шашыр сиккә етте. Бер кис Алексейҙың яңғыҙын тап итте. Ҡаршыһына сығып баҫҡан Оксананы ул тәүҙә таныманы. Унан ҡатындың китеүен һәм уларҙы борсомауын үтенде. “Мин һиңә ай һайын аҡса биреп торормон. Тик ғаиләбеҙҙе боҙма. Ҡыҙыбыҙ уның тағы бер әсәһе барлығын белмәһен. Уға быны күтәреүе ауыр буласаҡ. Минең ҡатыным түлһеҙ. Ул беҙҙең ҡыҙыбыҙға бар йөрәген, һөйөүен һалған, ныҡ ярата уны”,-тине Алексей.
Оксана уны этеп ебәрҙе лә, ситкә йүгерҙе. “Мин кәрәкмәй булып сығаммы? Кәрәкмәйемме? Әгәр шул ҡатыны булмаһа, беҙ бергә булыр инек”,-тип уйланы ул. Икенсе көнөнә ул ҡарауыллап тороп Алексейҙың ҡатынына подъезда бысаҡ менән ташлана...
Иректәге һуңғы таңы икәнлеген белә ине Оксана. Тик уның яһил теләге барыбер аҙағына еткереп үтәлмәй – Алексейҙың ҡатыны тере ҡала. Өләсәһе лә судта ейәнсәренән баш тартыуын белдерҙе. Күрәһең, Оксананың иректәге һуңғы таңы ғына түгел, ә яҙмышының да яҡты, өмөткә тулышып барған биттәре лә ябылғандыр...
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.