Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
14 Апрель , 21:30

Намыҫтан нәфсе көслөрәк булһа

Дауаханаға барып ятҡан иргә тынғылыҡ бөтә. Бер көн Люциә, икенсе көнө туғандары шылтырата. Бер аҙна ятҡандан һуң һеңлеһе килеп етә: “Һин бында ятҡан өсөн больничный түләнәме һуң? Нимәгә тегендәге бальнисҡа ятманың?”-тип һорай. Ул ҡайтып китеү менән ҡатыны килеп етте: “Минең аҡса бөттө! Һинеке бармы ул? Булмаһа, бында аунап ятма, йөрөп кенә дауалан да, калымға сыҡ. Күп сибиряктар шулайта бит. Тегендә эшләп ҡайтҡас, бында ла тик ятмайҙар. Ә һин ҡайтҡан һайын буш ятаһың. Калымға бер сыҡҡаның юҡ. Өйҙө һалып бөтөргә күп аҡса кәрәк”,-тип асыулана...

Намыҫтан нәфсе көслөрәк булһа
Намыҫтан нәфсе көслөрәк булһа

Рухи ҡиммәттәр юҡҡа сығып, әҙәм балаһының йөрәгендәге төп урынды матди байлыҡтың яулап алыуы, кешелектең упҡынға тәүге аҙымы булыуын һәр кем аңлайҙыр. Әлбиттә, барыһы ла тиҙ арала юҡҡа сыҡмаясаҡ. Әммә быуаттар дауамында ҡәҙерҙә булған рухи байлыҡ урынына аҡсаның килеүе изге тәғлимәттәрҙең нигеҙен ҡаҡшата, емерә башланы. Бынан егерме йыл элек кенә судта бер-береһе менән судлашып йөрөгән бер туғандарҙы күреү башҡа һыймаҫлыҡ хәл ине. Хәҙер иһә был ғәҙәти күренешкә әүерелеп бара...

Бер-береһен эттән – эткә һалып һүккән ике ҡатынды тыңлауы түгел, күреүе лә имәнес ине. Йылдар дауамында йыйылған үпкә генә түгел, ә урамда ишетелгән ғәйбәт тә әшәке һүҙҙәр менән еткерелде. “Йүнле булһаң, һине шулай тип һөйләмәҫтәр ине”, “Үҙеңде белһәңсе! Һине эш урыныңда бер кем яратмай!” Был ҡурҡыныс күренештең осраҡлы шаһиттары йәһәтләп үтеп китергә тырышабыҙ, юҡ, бер коридор булып талашҡан ҡатындарҙы туҡтатыу ҙа, урап үтеү ҙә мөмкинселеге юҡ. Суд приставтары тарафынан әҙерәк ипкә килтерелгән был икәүҙең бер-береһенә ташлаған зәһәр ҡарашы ла тынлыҡтың әҙгә генә урынлашыуын белдерә ине. Бер йыл элек мәрхүм булған ирҙең мөлкәте, иҫәптәге аҡсаһы өсөн һаман талаш бара. Уны ирҙең бер туған һеңлеһе һәм ҡатыны бүлешә алмай ине.

Сәғит менән Люциә һуңлап ҡына өйләнешә. Икеһе лә утыҙҙан үткән була. “Мин уға кейәүгә сыҡмаҫ та инем. Бына уның, хәҙер минең менән судлашып йөрөгән һеңлеһе – Әлмира таныштырҙы беҙҙе. Йәнем дә, тәнем дә тартмай ине, әллә нишләп тыңланым!”-тине судта Люциә.

Эйе, ике әхирәт мәктәп йылдарынан айырылғыһыҙ әхирәт була. Бергә училищела уҡыйҙар, унан эшкә урынлашалар. Хатта бер үк егеткә ғашиҡ булалар. Тик уныһы Әлмираны һайлай. Бәлки, дуҫлыҡтың араһынан үткән тәүге ҡара бесәйе шул булғандыр ҙа. Ҡыҙҙар бер аҙ асыуланышып, һөйләшмәй йөрөгәндән һуң кире аралаша башлай.

Берҙән-бер улдарын өйләндереү уйы менән ата-әсәһе күптән яна. Тик ҡырҙа эшләп йөрөгән егет уларҙы ҡыуандырырға ашыҡмай. Ярты йылға бер ҡайтып йөрөгән йәш ир ата-әсәһен генә түгел, туғандарын, уларҙың балаларын да бик яҡшы итеп ҡарай, ярҙам итә. Тәүҙә барыһы ла уның изгелектәре өсөн рәхмәтле булһа, һуңынан “шулай булырға тейеш” тип ҡабул итә башлай. Хатта: “Быйыл беҙҙең бала уҡырға бара бит. Ниңә һаман кейемгә аҡса ебәрмәйһең?” йәки “Өй һалабыҙ бит. Бар аҡсаңды ҡайҙа итәһеңдер? Беҙгә ебәрмәйһең бер ҙә”,-тип үпкәләргә лә тартынмайҙар. Өндәшмәҫ Сәғит тиҙ арала аҡсаһын ебәрә һала. Тик шау-шыу ғына ҡуптармаһындар. Бәлки, барыһын да йөрәгенә баҫып, өндәшмәй йөрөп тә, ул шулай йүнәлмәҫ ауырыуға һабышҡандыр. Шул ваҡытта ул үҙе кеүек сит өлкәнән килеп эшләп йөрөгән Катя менән таныша. Быға тиклем өйләнеү тураһында уйлап та бирмәгән Сәғит ғашиҡ була һәм үҙенең киләсәген тик ошо етен сәсле ҡыҙ менән күрә. Улар бергәләшеп йәшәй башларға уйлай. Катя үҙенең ата-әсәһенә был хәбәрҙе күҙгә-күҙ ҡарашып еткереү өсөн ашҡынып ҡайтып китә. Сәғит тә ял алып тыуған яҡтарына ашыға. Кис барыһы ла йыйылғас: “Атай, мин өйләнергә булдым. Һеҙҙән бер нәмә лә кәрәкмәй. Аҡсам әҙер. Тыуған яҡта берәй матур кафела бар туғандарҙы йыйып алырға ине. Катяның иң яҡын туғандары киләсәк”,-тип хәбәр һала.

Был яңылыҡ барыһын да аптырауға һала. Ата һәм әсә бер бөртөк улдарының икенсе милләт кешеһен алыуына ҡаршы төшә. Апайҙар һәм һеңле белмәгән-күрмәгән кешене Сәғит янында күргеләре килмәй. Сөнки ул һирәкләп ҡайта башлар, аҡсаһын бирмәҫ тип хафалана. Ғаилә егеттең ҡарарын бөтөнләй ҡабул итмәй. Ул асыуланып сығып китә. Шул саҡ Әлмира ағаһын йәһәтләп кем менән булһа ла таныштырырға хәл итә. Люциәгә барып ялбара. “Ағайың миңә бөтөнләй оҡшамай! Үҙең мин яратҡан кешене тартып алып, уға сыҡтың, ә миңә мыштым Сәғит тә барамы? Етмәһә, өлкән минән! Юҡ, һорама ла! Үҙең әйтәһең кәләш тапҡан тип. Шулай булғас ниңә миңә ҡарап торһон инде, башты ҡатырма!”-ти әхирәте. Тик Әлмира ҡуймай. “Үҙең әйтәһең кредит алып ташлағанмын, шулар булмаһа, машина алыр инем тип. Сәғит аҡсаны көрәп ала. Кредит проблемаларың да бөтөр, машинаң да булыр. Һин барыбер бер кем менән дә осрашмайһың, барыбер түгелме һиңә”,-тип өгөтләй ул.

Люциә бер аҙ уйланып алғас, риза була. Хәҙер инде улар Сәғитте аулау планын ҡора. Бының өсөн Люциәнең фатирында мәжлес ҡоралар. Ярты төн уртаһында Әлмира иҫергән ағаһын әхирәтенә ҡалдырып йәһәтләп сығып китә. Барыһы ла улар теләгәнсә килеп сыға. Бер айҙан туй үткәрәләр. Вахта менән эшләгән Сәғит сит тарафтарға юллана. Туйға әҙерләнеп бөтөп, алданып ҡалған Катяны күреүе бик ауыр була уға. Сәғит ғариза яҙып икенсе урынға күсә. Катя уны илап оҙатып ҡала. Бәлки, ошо рәнйеш күҙ йәштәре лә Сәғиттең бәхетһеҙ киләсәген билдәләгәндер.

Люциә яратмай кейәүгә сыҡһа, бындай никахтың “уңайлығын” шунда уҡ һиҙә. Әммә бер тауыш-тынһыҙ үҙенә аҡса күсергән Сәғитте барыбер үҙ итә алмай: “Был тиклем алйот ир булмаҫ! Бергәләп яҡшылап йәшәгән дә юҡ. Аҡсаһын һорамаһаң да ебәрә”,-тип аптырай ул. Яратҡан кешеһен юғалтҡан Сәғиткә барыбер була. Эшенә бара-ҡайта, тормошо бер төҫлөгә әүерелә. Тыуған яҡтарына ла теләр-теләмәҫ ҡайта. Эскән баштан үҙен яратмаған ҡатын менән бәйләп, үҙен дә, Катяны ла бәхетһеҙ иткәненә йөрәге тынғылыҡ тапмай. Бер көн шулай иртәнсәк ҡан баҫымын тикшергән шәфҡәт туташы баш сайҡап ҡуя: “Йөрәке тибешегеҙ үтә тиҙ. Кисә эсетегеҙме әллә? Эскән кешегә оҡшамағанһығыҙ үҙегеҙ. Һеҙгә тикшерелергә кәрәк. Һеҙҙе бындай хәлдә рейсҡа сығарыуы хәүефле”,-ти.

Сәғит иғтибар бирмәй эшенә тотона. Әммә бер рейс ваҡытында йөрәк сәнсеүенә сыҙай алмай, юлдан оса яҙа. Ҡеүәтле ҙур машинаһын көскә туҡтатып өлгөрә. Үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән шоферҙы хужаһы юғалтырға теләмәй. “Арығанһыңдыр. Ялды алдан бирәм. Тыуған яғыңа ҡайтып, ял итеп, дауаланып кил. Баштан дауаланһаң, тиҙерәк аяҡҡ баҫырһың. Тик ике ай ғына көтә алам. Әгәр шул ваҡытта килеп етмәһәң, эштән бушатырға мәжбүр буласаҡмын. Үҙең аңлап тораһың, беҙҙә бер машина ла туҡтарға тейеш түгел”,-ти.

Сәғит ваҡытынан алда тыуған яҡтарына юл ала. Был ваҡытта Люциә үҙ эшен асып ебәргән икән. Тәүҙә ул иренең үҙенә аҡса ебәреүенә аптыраһа, хәҙер инде таптырып алыуға өйрәнгән ине. Әммә эш асҡандан һуң уға бар ваҡытыңды ла, көсөңдө лә һалырға кәрәк шул. Люциә лә аҡса үҙенән-үҙе яуа башлар, тип өмөтләнә. Әммә тәжрибәһеҙ ҡатын эште алып китә алмай. Шундай саҡта эште яба һалып, үҙ белгәнеңә тотонорға ла бит, юҡ, ул ҡуймай, иренән тағы күберәк аҡса талап итә. Ҡайтҡас йөрәк сәнсеүе йышайған Сәғит дауаханаға бара. Уға оҙаҡҡа һуҙмай дауаланырға ҡушалар. Дауаханаға барып ятҡан иргә тынғылыҡ бөтә. Бер көн Люциә, икенсе көнө туғандары шылтырата. Бер аҙна ятҡандан һуң һеңлеһе килеп етә: “Һин бында ятҡан өсөн больничный түләнәме һуң? Нимәгә тегендәге бальнисҡа ятманың?”-тип һорай.

Ул ҡайтып китеү менән ҡатыны килеп етте: “Минең аҡса бөттө! Һинеке бармы ул? Булмаһа, бында аунап ятма, йөрөп кенә дауалан да, калымға сыҡ. Күп сибиряктар шулайта бит. Тегендә эшләп ҡайтҡас, бында ла тик ятмайҙар. Ә һин ҡайтҡан һайын буш ятаһың. Калымға бер сыҡҡаның юҡ. Өйҙө һалып бөтөргә күп аҡса кәрәк”,-тип асыулана.

Аптыранған Сәғит нимә эшләргә белмәй. Сөнки был икәүҙән тыш апайҙары, уларҙың балалары ла шылтырата. Һәм һәр кемеһенә тиҙ арала аҡса кәрәк. Шул ваҡытта ҡапыл атайҙары мәрхүм була. Сәғиттә дауаланыу ҡайғыһы бөтә. Ул ерләү мәшәҡәтен үҙ өҫтөнә ала, ҡайғыра. Ә был мәлдә ҡатыны менән туғандары ерләүгә киткән аҡсаның ҡайҙан килеүен асыҡлап талаша. “Нимәгә барыһы өсөн дә минең ирем түләй?! Ниңә һеҙ ҡайнымдың ҡыҙҙары түгелме әллә?! Оят түгелме? Беҙ ҙә өй һалабыҙ, донъя көтәбеҙ”,-тип ярһый Люциә. “Һиңәме бында хәбәр һөйләп торорға! Нисәмә йыл йәшәйһегеҙ, бала табырға эшкинмәйһең! Ундай ҡатын буламы? Ағайымдан һиңә аҡса ғына кәрәк!”-ти Әлмира. “Мәрйәнән һалдырып алырға кәрәк саҡта мин бик тә кәрәк инем. Һөйләп бирәйемме ағаңа һинең нисек уны һөйгәненән айырғанды! Үәт, унда һиңә бер тин дә эләкмәҫ!”-тип тағы нығыраҡ ярһып китте Люциә.

Бындай һүҙҙәрҙән шаңҡып ҡалған Сәғит кире эшенә китергә була. Бер туғанының хаслыҡ ҡылыуына ышанғыһы килмәй. Бындай ҡурҡыныс хәлдәр уйҙырма фильмдарҙа ғына була ала бит, тип аптырай ул. Сәғит табип яҙып биргән дарыуҙарҙы һалып ала, әсәһе менән генә хушлашып юлға сыға. Әсәһе: “Ғәфү ит, улым, һине көсләп өйләндереп хата яһаныҡ. Атайың да бик үкенде һуңынан”,-тип әйтеп ҡала.

Был Сәғиттең тыуған яғына үҙ аяҡтары менән ҡайтып киткән һуңғы сәфәре була. Барғас ул эшенә ныҡлап тотона. Туҡтауһыҙ дарыуҙар эсеп йөрөгәнгәме йөрәк тибеше лә тикшергәндә рейсҡа ярарлыҡ күрһәтмәләр бирә. Шулай ҙа фельдшер ирҙең йөҙө ағарып, һурығып китеүенә иғтибар бирә. “Ағай, һеҙ дауаландығыҙмы? Табип нимә тине? Был ауыр эшкә ярайһығыҙмы?”-тип һорай. Сәғит дауаханала ятып дауаланыуын белдерә, унан табип яҙған дарыуҙарҙы теҙеп бирә. Ошонан һуң ғына фельдшер тыныслана биреп ҡуя.

Ә бына Сәғиттең телефоны уға килгән шылтыратыу һәм смс-хәбәрҙәрҙән ҡыҙғандан-ҡыҙа ғына бара. Сәғит быға тиклем йән әхирәт булған Әлмира һәм Люциәнең дошманға әүерелгәнен белә. Шылтыратыусылар ҙа улар була. Икеһенә лә аҡса кәрәк. Береһе: “Ағай, һин бит һәр саҡ миңә ярҙам итәсәкмен тип вәғәҙә бирҙең. Кейәүең эшһеҙ ята. Мин икмәк алам тип тинлектәрҙе һанай башланым”,-тип яҙһа, икенсеһе: “Һин үҙең мине көсләп тигәндәй алдың! Яуаплылыҡ тот шулай булғас. Быйыл Яңы йылға тиклем яңы йортобоҙға инергә тейешбеҙ. Башҡаса әсәңә лә, туғандарыңа ла аҡса ебәрмә! Миңә ебәр! Етәр, күп ҡараның уларҙы. Мин һинең ҡатының, һин мине генә хәстәрләргә тейеш”,-тип ныҡыта.

Сәғит уларҙың шылтыратыуҙарын алмай башлай. Шулай ҙа эстән һыҙылып ҡайғырыу эҙемтәһеҙ үтмәй. Бер көн иртәнсәк Сәғит уянмай. Уның менән бергә ятаҡта йәшәгән ир-егеттәр шунда уҡ эш насар икәнлеген аңлай. Сөнки нисәмә йылдар дауамында Сәғиттең иң иртәһе уянып, сәйнүк ҡайнатып ҡуйыуына күнеккән була. Донъялағы иң яҡын кешеләре өсөн аҡса сығанағына әүерелгән Сәғиттең йоҡлап ятҡанында йөрәге туҡтай.

Был хәл барыһын да шаңҡыта. Әммә ысынлап та ҡайғырған әсә кеше генә була. Ул улын сит тарафтарҙан ҡайтарып алмауҙа үҙен ғәйепләп илай. “Тотона, нәфсеһен тыя белгән кешегә ҡайҙа ла аҡса етә”,-тип һыҡтай ул. Ә бына Әлмира һәм Люциә араһында ярты йылдан “һуғыш” башлана. “Сәғиттең балалары булмағас, уның мөлкәте беҙгә лә бүлегергә тейеш”,- ти һеңлеһе. Люциә: “Барыһы ла миңә генә, сөнки мин уның законлы ҡатыны”,-тип бара. Әсәй кеше барыһынан да баш тарта. Апайҙары ҡустыларын юғалтып, быға тиклемге ҡыланыштарынан уңайһыҙланып, бер нимәгә лә дәғүә итмәй. Әммә Люциә менән Әлмира судтан-судҡа йөрөй. Сәғиттең иҫәпкә һалып барған аҡсаһы барлығы беленгәс, үҙ-ара талаш тағы ла көсәйә. Шулай ҙа закон буйынса Люциә хаҡлы булып сыға һәм Сәғиттең алыҫ һәм ҡырыҫ себерҙә һаулығын бөтөрөп эшләгән бар мөлкәт уныҡы булып билдәләнә. Әммә Әлмира артабан да ҡуймаясағын, был ҡарар менән риза булмай, артабан судлашасағын белдерҙе.

Эйе, намыҫ, выждан, һөйөү, туғанлыҡ ептәре кеүек рухи ҡиммәттәр күптәргә кәрәкмәй хәҙер. Уның ҡарауы бер-бер артлы ярышып төҙөлгән донъяны ла, ҡиммәтле машиналарҙы, кейем-һалымды ла был донъянан үҙең менән алып китеп булмағаны ла онотолмаһа ине...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: