Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
15 Февраль , 21:15

ЖДУЛЯ

Ҡасан барыһы ла тамамланды һуң? Кисә генә никах күлдәген кейеп һөйгәненә һыйынып ултыра ине бит һуң. Кисә генә! Ә бөгөн һөйгәне йәнһеҙ күҙҙәре менән уға ҡарап ҡатып ҡалған. Иҫләйме сәнскәнен? Юҡ. Тәүҙә Моратҡа кемдер туҡтауһыҙ шылтыратты. Иҫерек ир быға бер ҙә иғтибар бирмәне. Унан, Морат сығып киткәс, туҡтауһыҙ шылтыраған телефонға текәлде. “Йәнем...” ошо һүҙҙәрҙе күрмәһә, бәлки, иғтибар ҙа бирмәҫ ине. Әммә үҙе генә әйткән, уға ғына ярай тип уйлаған һүҙҙәргә ҡарап аптырап ҡалды. “Йәнем...” Түҙмәне, шылтыратты. Телефондың теге осондағы ҡатын һүҙгә бик әүәҫ булып сыҡты. Ә инде уның “Мин уның ҡатыны” тигән һүҙҙәре Динәне үлтерҙе лә ҡуйҙы. “Мин бер нисә йыл уның менән, төрмәнән сығарып алдым”,-тине ҡатын түҙмәй. Теге оста шарҡылдап көлөү ишетелде. “ Әәә, әйтә ине шул, бер “әбекәй” ҡаҡшата тип. Ждуля номер один тип. Һин икәнһең!..

ЖДУЛЯ
ЖДУЛЯ

Суд залынан

Ждуля

Динә уйламағанда килгән смс - хәбәргә тағы бер текләп ҡараны. Уҡыны. Ышанманы. Тағы уҡыны. “Һинең менән күптән танышырға хыяллана инем. Тик баҙнат итмәнем. Ә бөгөн төшөмдә күргәс, башҡаса түҙә алманым...”

Йәш ҡатын тағы ла аптырап телефонына текләне. Кемдер, яңылышҡандыр, күрәһең. Ә шулай ҙа был хәбәрҙе туҡтауһыҙ ҡараны. Эшенә лә, кеше аптыратып, йылмайып килеп инде. Динәнең үтә ҡырыҫ, бер ҡасан да йылмаймағанына барыһы ла өйрәнеп бөткәндәр. Шуға төп ашнаҡсыларҙың береһе эшкә балҡып килеп ингәненә барыһы ла аптырап ҡалды. “Ҡыҙыҡ” бының менән генә бөтмәне әле. Иртәнге бутҡаны әҙерләгән Динә уға тоҙҙо самаһыҙ: һалып ташлағаны асыҡланды. Бәлки, ундай хәл булмаҫ та ине. Ҡапыл ғына телефонына тағы бер смс килеп төштө. Шул уҡ таныш һандар! “Мин һине албырғаттым, шикелле. Яуап яҙманың. Ә мин көттөм... Динә...”

Исемен белә! Тимәк, яңылыш смс хәбәр түгел! Ә уға төбәп яҙылған. Ҡатын йыш-йыш тын алыуын башҡаларға һиҙҙермәҫ өсөн барыһын да эшләне, тик һөҙөмтәлә ул тортҡа шәкәр онтағы урынына ... тоҙ һипте. Ярай әле, һәр саҡ яҡшы эшләгән ашнаҡсыны кеше алдында әрләмәнеләр. “Һеҙ бөгөн ниндәйҙер сәйерһегеҙ. Ҡайтығыҙ”.

Хужаһының был һүҙҙәрен ишеткән Динә атлығып ҡайтып китте. Карауатына ауғас яуап яҙа башланы. Тик хәрефтәр тыңларға теләмәне. Бер яҙҙы, бер юйҙы... Ул арала йөрәгенә ут һалыусы “нимәлер яҙаһың да юяһың. Их, уҡығы килә ине!..”тип яҙып та ебәрҙе.

Шул мәлде аҙаҡтан да оҙаҡ уйланы Динә. Ни өсөн ҡырҡҡа яҡынлап барған ҡатын шулай аҡылдан шашыр сиккә етеп ғашиҡ булды? Бәлки, барыһы ла улай ҙа булмаҫ ине. Яҙмышынан уңманы ул. Ҡапыл ғына кейәүгә сыҡты, унан айырылды. Иренең уға “туңһың” тигәнен күтәрә алманы. Яратмай сыҡты шул. Әхирәттәре барыһы ла сыҡҡас, миңә лә кәрәк тип уйланы. Үҙенән күптән ҡарашын алмаған егетте һайланы. Барыһы ла булды: йорто, машинаһы, туғандары араһында хөрмәте. Тик иренән айырылғас, унан күптәр баш тартты. Парлы ҡунаҡтар Динә өсөн ябылды. Бер кем дә һылыу ҡатынды ҡунаҡта күргеһе килмәне. Хатта бер туғандары ла. Үҙенең балаһы булмағас, апаларының балаларына йөрәген баҫҡан ине. Шул бәләкәстәр өсөн йөрәге янды, аҡсаһын да йәлләмәне, ил буйлап сәйәхәттәргә алып сыҡты. Имтихан ваҡыты яҡынлашҡас репетиторҙар ялланы, унан институт, фатир алыу... Динә кесе туғандарына аҡсаһын йәлләмәне. Һәм ... үкенде. Бәпләп-яратып үҫтергән балалар кейәүгә сыға, өйләнә башлағас Динәне бер туйға ла саҡырманылар. Бер апаһы ғына: ”Ғәфү ит, гел парлылар туйҙа. Ә һин – яңғыҙ. Мәжлестең йәмен ебәреп ултырмайһың инде...”-тип әйтә алды.

Донъя емерелде. Нисәмә йылдар яратҡан балалар Динәнән ситләште, үҙ тормошон ҡорҙо. Ә бер аятта Динә өлкән бер апайҙың һеңлекәшенә биргән кәңәшен ишетеп ҡолай яҙҙы: “Матур ҡатын, әммә мәңге яңғыҙ. Һеҙҙең бәхетегеҙгә күҙе тейеүе бар. Саҡырма, ситтә тот!”

Динә аптырап, нимә уйларға ла белмәне. Ә һеңлеһе ситләште. Хатта Динәнән алған ярҙамын, аҡса бурыстарын да онотто. Кеше алдында түгелмәгән күҙ йәштәре аша түҙҙе Динә, барыбер ярҙам итте туғандарына, яратты. Әммә улар ситләшә барҙы. Тик аҡса кәрәк булғанда Динә иҫтәренә төштө. Хатта: “Ярай, һин бит яңғыҙ, һиңә аҡса нимәгә, һуңынан ҡайтарырҙар”,-тине әсәһе лә.

Һәм бына ошо смс хәбәр. Көн һайын ике хәбәр. Бер үк ваҡытта. Уныһын да һуңынан аңланы Динә. Ә мөхәббәт тулы хәбәрҙәрҙе уҡығанда ул бер нәмә лә уйлай алмай ине. Бер көн түҙмәне: “Әйҙә, осрашайыҡ”,-тип яҙҙы үҙе. Яуап үҙен оҙаҡ көттөрҙө. Күрәһең, уйланғандыр. Унан: “Динә, күптән әйтә алмай инем. Мин бит төрмәлә ултырам”,-тип яҙҙы.

Ә һөйөү тулы һүҙҙәр ташҡынында йөҙгән Динәгә барыбер ине. “Иң ҡурҡыныс енәйәтсе булһа ла барыбер ине миңә. Сөнки минең яңғыҙлығым уны ғына ҡурҡытманы. Уның яҙған шиғырҙары донъямды биҙәне”,-тине ул миңә хөкөм залында.

Тик Динә төрмәлә ултырған кеше өсөн үҙенең Ждуля йәғни ирҙең һәр саҡ үҙен көтөүсе эҙләүен генә белмәй ине. Төрмәнең үҙенән биш йөҙ саҡрым булыуы ла туҡтатманы уны. Атлыҡты, барҙы, осрашты... Бер барғанында сумкаларҙы тикшереп, индереп торған һаҡсы мыҫҡыллы йылмайып: “Нимә табаһығыҙ шул ирҙә? Бер аҙна эсендә өс Ждуля”-тине.

Ышанманы Динә. Сөнки Морат иң ҡайнар һүҙҙәрҙе һәм иҫ киткес һүҙҙәрҙе тик уға еткерә ине. Уның ҙур ҡара күҙҙәре алдауы мөмкин түгел! Ә һаҡсы, бәлки, төрмәлә ултырып та, ҡатындарҙың башын әйләндергән Моратҡа көнләшкәндер. Динәнең бар булмышын, хатта тын алышын ялмап алды һөйөүе. Ул ҙур кредит алып, адвокат ялланы. Моратты тиҙерәк сығарһындар өсөн. Уның яраҡтаны бит кеше үлтермәгән! Үҙенсә пирамида төҙөп, аҡса эшләргә маташҡан! Ә ниңә шуның өсөн алты йыл ултырырға тейеш әле ул? Миллиардлап урлағандар бер ултырмай. Быныһы инде Мораттың яратҡан һүҙҙәре. “Беҙҙең илдә бит ғәҙел итеп аҡса эшләп булмай”,-тиер ине осрашҡандарында.

Ә Динә атлығып барҙы осрашыуҙарға! Хатта төрмәлә өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Бер сумка аҙыҡ һәм шарап алған ҡатынға һаҡсы йәлләп ҡараны. “Их, ҡыҙҙар башығыҙ эшләмәй бит. Улар нисек теләй, шулай йәнегеҙҙе аҡтара! Нормальный ирҙәр бөткәнме һеҙгә?”

Ә ни өсөн, быға тиклем осрамаған “нормальныйҙар”? Уның бәхетһеҙ яңғыҙлығы өсөн хатта туғандары ла баш тартты бит унан! Ә Морат... ул икенсе. Ул Динәне нисек бар – шулай ҡабул итә. Уның яҙған хәбәрҙәренән телефоны тоҡанып, хатта янып киткәндәй була.

Юҡ, бер мәртәбә ныҡлап уйланды Динә. Барыһы ла уның интернет селтәрендә үҙе кеүек Ждулялар сәхифәһендә теркәлеүенән башланды. Динә күптән төндәрен йоҡоһоҙ үткәрә. Шуға күрә сәхифәләге хәбәрҙе шунда уҡ уҡыны. “Ҡыҙҙар, ышанмағыҙ төрмәлә ултырған кешеләргә! Мин төрмәнән 8 йыл көтөп алған яратҡан кешемдең улымды көсләүен белдем”,-тигән хәбәр уны шаңҡытты.

Әлбиттә, барыһы ла ундай түгел төрмәлә, тип йыуатты үҙен Динә. Шулай ҙа Мораттың ҡайһы саҡта ҡырыҫланып китеүе, йәки яҙған смстарына шунда уҡ яуап бирмәүе шикләндерә башлағайны. Әммә сираттағы мәртәбә бала саҡ тойғолары өҫтөнлөк алды. Оноторға тырыша ул, әммә күмәк бала араһында үҙенең яратылмауын уйлап төндәр буйы илап сыға. Дөрөҫөрәге, Моратты осратҡансы иланы. Ни өсөндөр алты бала араһында ул иң яратылмағаны булды? Әсәһенең уны ҡосаҡлағанын бер ҙә иҫләмәй. Ә ул шул тиклем мохтаж ине быға! Иртәнсәк ашлыһыуҙы бушатырға сыҡҡан йә ҡамыр баҫҡан әсәһенә өҙөлөп-өҙөлөп ҡараны. Их, бер мәртәбә, исмаһам, “ҡыҙым” тип ҡосаҡлаһа ине! Ул бит насар бала түгел! Кластарында иң аҡыллы һәм иң шәп уҡыған ул булды. Бер мәртәбә әсәһенең иғтибарын йәлеп итер өсөн уҡымай башланы. Исмаһам, шундай иғтибар кәрәк ине уға! Тик әсәһе ниңәлер ул өмөтләнгәнсә, ҡосағына ла алманы, яратманы ла, ә барыһын да атаһына һөйләп бирҙе. Был көндө ул бер ҡасан да онотмаясаҡ! Был көн әле лә уның төшөнә инә һәм йоҡоһон ала. Йоҡо бүлмәһенә йүгереп килеп ингән атаһы уны... туҡманы. Кирза итеге менән.

Уҡырға теләмәйһеңме?!”-тигән ҡурҡыныс тауыш башына килеп эләккән йоҙроҡ менән таамланды. Атаһы, ғүмер буйы тик ҡул көсө менән эшләгән кеше, 14 йәшлек баланы аямааны. Тәүҙә башына йоҙроҡ, унан биленә кирза итектәрҙең эҙе төштө... Хәҙер аптырай Динә, ниңә шул кирза итектәр хәтерендә ныҡ ҡалған? Ни өсөн әле лә төшөнә инә? Һаташтыра?! Ул бит атаһынан йыш туҡмалды, кесерткәне, лә ҡайышы ла, скакалкаһы ла ҡалманы, әммә ошо кирза итектәр уның мәңгелек мәхшәре булып ҡалды. Һәм өләсәһе... Ябыҡ ҡына тәне менән ҡаплаған өләсәһе. Атаһының һәр һуғыуынан, әсәһенең өнһөҙ үпкәләренән нәҡ ул яҡлай ине. Өләсәһе менән бергә мунса инеүҙәрен, ҡултыҡлашып яйлап ҡайтыуҙарын, их, әле лә һағынып иҫкә ала. Шым ғына өйгә инеп сәй эсеүҙәре. Атаһы төн уртаһында сәй эсеп ултырған был икәүҙе яратмай ине. Әммә йыуаш булып күренгән өләсәһенең ҡап-ҡара янып торған күҙҙәре күптәрҙе, шул иҫәптән атаһын да еңә ине.

Бәлки, яңғыҙлыҡты хуш итеүе өләсәһе мәрхүмә булғас килгәндер. Тик йәненең яртыһы булған кешенең ҡапыл ғына был мәрхәмәтһеҙ донъяны ташлап китеүен Динәгә бер кем әйтмәне. Кәрәк тип тапмағандарҙыр, күрәһең. Күршеһе өләсәһенең хатын бирҙе. Унда матур итеп: “Мин китәм, балам, бирешмә!”-тип кенә яҙылған ине. Әсәһенән һорап, аныҡ яуап ала алмағас, күршеләренә килде. Бер генә һорау: “Нимә булды өләсәйгә?” Күршеләре оҙаҡ өндәшмәй ултырҙы. Унан: “Ғәфү ит, балаҡай, өләсәйең яңғыҙлыҡты күтәрә алманы. Бер кемегеҙ ҙә килмәне бит”,-тине. Һәм Динәнең хәтеренә ерҙә ултырған өләсәһе килде. Ул яңылыша башлаған ине, әммә ейәнсәрен һәр саҡ таныны һәм яҡын күрҙе.

Яңғыҙлыҡ бөтөрҙө” тигән һүҙҙәргә хәҙер Динә ышана. Сөнки башынан үткән. Йоҡоһоҙ төндәрҙән, мамыҡ яҫтығын тешләп илауҙарҙан Мораттың хәбәрҙәре ҡотҡарҙы бит. Туғандарының, әсәһенең ҡаты күңеленән Мораттың сағыу хистәре менән ҡотолдо. Яратты, ныҡ яратты. Шуға күрә адвокатҡа аҡсаһын да йәлләмәне. Барыбер сығарып алды. Ваҡытынан өс йыл алда сыға алды һөйгәне.

Бәхет ҡояшы шулай янды тип уйланы Динә. Хыялда ғына йөрөткән мөхәббәтен уйлап, һәр саҡ ҡырыҫ йөҙлө булған ҡатын атлап түгел, ә осоп йөрөнө. Мораттың сығыуына барыһы ла әҙер ине: Фатирына ремонт эшләтте, ирҙең ағас ултыртыу хыялдарын иҫләп, баҡса һатып алды. Бына Баймаҡтан бер нисә саҡрым – ә иң яҡты хыялдарҙы тормошҡа ашырырлыҡ йәшеллек!

Ҡасан барыһы ла тамамланды һуң? Кисә генә никах күлдәген кейеп һөйгәненә һыйынып ултыра ине бит һуң. Кисә генә! Ә бөгөн һөйгәне йәнһеҙ күҙҙәре менән уға ҡарап ҡатып ҡалған. Иҫләйме сәнскәнен? Юҡ. Тәүҙә Моратҡа кемдер туҡтауһыҙ шылтыратты. Иҫерек ир быға бер ҙә иғтибар бирмәне. Унан, Морат сығып киткәс, туҡтауһыҙ шылтыраған телефонға текәлде. “Йәнем...” ошо һүҙҙәрҙе күрмәһә, бәлки, иғтибар ҙа бирмәҫ ине. Әммә үҙе генә әйткән, уға ғына ярай тип уйлаған һүҙҙәргә ҡарап аптырап ҡалды.

Йәнем...” Түҙмәне, шылтыратты. Телефондың теге осондағы ҡатын һүҙгә бик әүәҫ булып сыҡты. Ә инде уның “Мин уның ҡатыны” тигән һүҙҙәре Динәне үлтерҙе лә ҡуйҙы. “Мин бер нисә йыл уның менән, төрмәнән сығарып алдым”,-тине ҡатын түҙмәй. Теге оста шарҡылдап көлөү ишетелде. “ Әәә, әйтә ине шул, бер “әбекәй” ҡаҡшата тип. Ждуля номер один тип. Һин икәнһең! Яратмай ул һине, мине ярата. Икенсе мәртәбә ултыра, тик мин генә көтәм уны. Үҙе лә миңә генә ҡайта. Һинең һымаҡ алйоттарҙың аҡсаһына көслө адвокат яллай ҙа, унан килеп тә сыға. Ә бар һөйөүе – тик миңә генә. Беҙҙең уртаҡ балабыҙ ҙа бар. Бер һин түгел шылтыратҡан. Ғәфү ит, аҡса кәрәк йәшәргә. Ә һеҙ ышанып бараһығыҙ. Ни өсөн уның смс-хәбәрҙәре һиндә һөйөү уты тоҡандырған тейһең? Сөнки төрмәлә “мөхәббәт хаттарын” яҙған махсус кешеләре бар. Ә һинең телефоныңды ауылдашың биргән. Аҡсаға...”

Үҙенең һүҙҙәренән ҡәнәғәт ҡалып, тағы ла шарҡылдап көлөп алған ҡатын юҡҡа сыҡты. Никах күлдәгендә ултырған Динә барыһын да аңланы. Ошо көндәрҙә генә ул һөйөклөһөнөң бәхете һәм уртаҡ ғаилә бизнесы өсөн тағы бер кредит алғайны. Ул барыһына ла әҙер ине уның өсөн. Ҡәҙерле һәм янған күҙҙәр... Барыһы ла алдыҡ, алдыҡ булған! Динә ниңәлер һәр саҡ үҙен яратмаған әсәһен, кирза итекле атаһын, яҙмыш һуғыуҙарынан тәне менән ҡапларға тырышҡан өләсәһен иҫкә алды.

Үҙенә йылмайып килгән Моратҡа ете мәртәбә сәнсә ул. Тәүге - йөрәгенә барып ҡаҙылғаны, әжәлде килтергән тинеләр. Судта ул үҙен аҡлап бер нәмә лә әйтмәне. Бөтөнләй өндәшмәне. Шулай ҙа минең: “Үкенәһегеҙме?” тигән һорауыма “юҡ!” тине.

Хөкөм ҡарары яңғырағандан һуң суд барышында миңә иғтибар менән ҡарап ултырған прокурорҙың һорауы яңғыраны: “Ни өсөн һеҙ уны йәлләйһегеҙ?”

Хоҡуҡ һаҡсыһының йөҙөндә шул тиклем аптырау һәм аңламау яҙылған ине. Дөрөҫөн әйткәндә, белмәйем. Күңелһеҙ йылмайып, юлымды дауам иттем. Ә Динәне аңлау өсөн уның менән оҙаҡ итеп һөйләшергә, бәхәсләшергә, унан, минең кеүек, оҙайлы йоҡоһоҙ төндәрҙә уйланырға ғына кәрәк ине...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

Ждуля – ирҙәрен, һөйгәндәрен төрмәнән көткән ҡатындарға бирелгән исем.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: