Суд залынан
Уттай һөйөү ҡара нәфрәткә әүерелһә...
Мөхәббәттән – нәфрәткә, ышаныуҙан - өмөтһөҙлөккә, аҡтан ҡараға күсеү ҙә күҙ асып йомған арала була. Юлдашың итеп йөрәгеңә ныҡлап тамыр йәйгән хис тойғоларың да ҡырҡа үҙгәреүе, хатта шуның һөҙөмтәһендә хәүефле уйламаған аҙымға этәреүе бар.
Гөлиә әхирәттәре менән ғаилә мөнәсәбәттәре тураһында һөйләшеп киткәндә һәр саҡ аптырауға ҡала ине. Кемеһе булһа ла, ҡәйнәһенә зарлана. Был йәһәттән үҙен бик бәхетле тип һанай ул. Әле кис осрашып ҡайтҡан әхирәтенең һөйләгәндәрен башынан сығара алмай.
– Беләһеңме, ҡәйнәм ҡасан килә тип ҡурҡып торам. Йоҡо бүлмәһенә инеп карауат аҫтындағы саңды тикшерә. Унан ванна бүлмәһендә бар нәмәнең “ялт” итеп тормағанына шелтә яһай. Һыуытҡысты асып, һәр ризыҡты ҡарап сыға. “Бынау йогурттың иртәгә срогы сыға! Һин улымды ағыуларға уйланыңмы?!”-тип әйтергә лә тартынмай. Ә ирем бер һүҙ өндәшмәй, әйтерһең, уға быларҙың береһе лә ҡағылмай...
Әхирәтенең һүҙҙәренә ышанырғамы-юҡмы тип уйланып ҡайтты ул. Сөнки һәр нәмәне ҡупыртып ебәрергә яратҡанын да белә. Әммә үҙенең ҡәйнәһе менән сағыштырып шөкөр итеп ҡуя. Улар Мират менән өйләнешкәндәренә биш йыл да булып китте. Икеһе лә эшләй, бар нәмәле лә етеш. Тик һаман сабыйҙары булмауы күңелен өтә.
Өйләнешкәс бер йыл самаһы улар бала хаҡында бөтөнләй уйланманы. Унда-бында ҡунаҡҡа барғанда туғандары: “Бәпес һатып алырға уйламайһығыҙмы әле?”-тигәнгә көлөп кенә ҡуя инеләр.
Йыл ярым самаһы үткәс, үҙҙәре лә бала тураһында уйлана башланы. Тик Гөлиә һаман балаға уҙа алманы. Әхирәттәренең кәңәше буйынса әллә ниндәй үләндәр эсте, башҡа ысулдарын да һынап ҡараны. Тик һөҙөмтә булманы. Өс йыл үткәс Гөлиә табиптарға күренергә булды. Ошо мәл уның иң бәхетһеҙ көндәренең береһе булып ҡалды. Бәпескә уҙа алмауҙа Гөлиә ғәйепле булып сыҡты. Оҙайлы дауаланыу курстары башланды. Уларҙың күбеһе бик ауыр һәм хәлде ала ине. Ә бәғзе бер процедура ысулдарынан һуң йәш ҡатын башын да ҡалҡыта алмай ятты. Ауыртыныуҙан ҡысҡырған Гөлиәне күреп иренең ҡото алынды. “Ҡуй, кәрәкмәй беҙгә бала. Ниңә ул тиклем үҙеңде бөтөрәһең Балаһыҙ ҙа йәшәгән парҙар бар”, -тине.
Тик Гөлиәлә әсә булыу теләге бик көслө ине. Ул бер нисә ай ошондай ҡатмарлы курстарҙы үткәрҙе. Ниһайәт, улар тамамланды. Был көндө улар ире менән бергә инде табипҡа.
-Үкенескә ҡаршы, мин һеҙҙе ҡыуандыра алмайым. Гөлиә ханым, һеҙ балаға уҙа алмаясаҡһығыҙ. Һеҙҙең осраҡта медицина көсһөҙ булып сыҡты. Ләкин күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Медицина көндән-көн алға бара. Унан, баланы детдомдан да алырға була. Яңы тыуған сабыйға өҫтөнлөк бирһәгеҙ, уны үҙегеҙ тапмауығыҙ хаҡында хәтерегеҙгә лә төшөрмәҫһегеҙ...
Гөлиә ырғып тороп сығып китте. Ҡайтҡас ҡына күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Мират уны көскә тынысландыра алды. Иренең баланы етемдәр йортона алыуҙы тәҡдим итеүенә йәш ҡатын ҡырҡа ҡаршы сыҡты. Миңә ят бала кәрәкмәй, тип кенә ҡуйҙы. Бынан һуң улар был хаҡта һөйләшмәҫкә тырышты. Тик туғандары ҡуйманы. Бер мәжлес ваҡытында Мираттың апаһы Гөлиәнең уңалмаҫ йәрәхәтенә тоҙ һипте.
-Килен, ҡасан бәпес алырға уйлайһың? Минең һинең йәшеңдә өс балам бар ине. Өсөнсө улымды һинең йәшеңдә таптым. Һәм мин палатала иң өлкәне инем. Хатта ҡыйын була торғайны. Һин дә шундай хәлгә ҡалып ҡуйма.
-Минең өсөн борсолмағыҙ. Беҙгә бала кәрәкмәй. Беҙ Мират менән шулай хәл иттек.
Ҡунаҡтар ауыҙын асып, аптырап ҡалды. Гөлиә эстән генә: “Мине бала табырға теләмәүсе яһил ҡатын тип уйлаһындар әйҙә. Тик “бәпес табырға эшкинмәй” тип йәлләп йә мыҫҡыл итеп ултырмаһындар”,-тип уйланы.
Ошо хәлдән һуң йәш ҡатынға бала тураһында һорау биреүселәр кәмене. Ә ике яҡтан да туғндары бөтөнләй һүҙ ҡуҙғатманы. Гөлиә ҡәйнәһенә бик тә рәхмәтле ине. Ул бер ҡасан да бала тураһында һүҙ ҡуҙғатманы. Гөлиәгә лә “ҡыҙым” тип кенә өндәште. Шуға ҡатын уны бик яҡын күрҙе. Әхирәтенең ҡәйнәһе тураһында һүҙҙәрен аптырап, иҫе китеп тыңланы.
Үҙҙәренән йөҙ саҡрымдай алыҫлыҡтағы ауылда йәшәгән ҡәйнәләренә йыш йөрөнө улар. Ял, байрам ваҡытында Гөлиә үҙ ата-әсәһенә түгел, ә ҡәйнәһе янына ашыҡты. “Яңғыҙы йәшәгәс, беҙ уға кәрәгерәк”,-тине ул иренә лә.
Ҡәйнәһе ҡош-ҡорт көтөп, баҡса үҫтереп йәшәй. Шуға күрә уға ярҙам кәрәк, тип йыш уйланы Гөлиә. Тәүге йылдары улар ысынлап та эштән бушманы. Өйҙө йыуып-йышып, баҡсаға сығырҙар ине. Бер йәй барғанда түтәлдәрҙең уталғаны, ихата матур итеп йыйыштырып ҡуйылғаны күҙгә ташланды. Баҡсаны тәртипкә килтереү өсөн килгән ирле-ҡатынлы аптырап ҡалды. Мират: “Әсәй түҙмәгән, кеше яллап эшләткәндер”,- тип ҡуйҙы. Гөлиә лә: “Теге аҙнала килә алманыҡ шул”,-тине үкенесле тауыш менән.
Ҡәйнәһенең таныш булмаған йәш ҡатын менән көлөшә-көлөшә сәй эсеп ултырыуын күрҙе.
-Бына минең балаларым да килеп етте. Мират Әнисәне таныйһыңмы? –тип көлдө әсә кеше.
Мират аптырап туҡтап ҡалды. Унан:
-Йә, ысынлап һинме ни? Нисәмә йыл үтеп китте бит! Ялға ҡайттыңмы? Хәлдәр нисек?
Таныш булмаған бик һылыу ҡатын ирен ҡосаҡлап уҡ алғас, Гөлиәнең күңеле әллә нимә эшләп китте. Ирен ҡыҙғанмай ул, әммә был икәү араһында ниҙер булғаны, сит ҡатындың иренә үтә ныҡ һырылыуы оҡшаманы.
-Мин бик шатмын һине күреүгә, Мират. Ялға түгел, бәлки, бөтөнләйгә ҡайтҡанмындыр. Әлегә уйламаным әле. Әммә йәй буйы бында булам әле. Бына әсәйең менән көн дә бергәбеҙ. Элекке кеүек һөйдәшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй...
-Эйе, Әнисә ҡайтып шул тиклем йәтеш булып ҡалды. Һөйләшергә лә, серләшергә лә, ярҙамлашырға ла кеше булды...
Гөлиә ҡәйнәһенең артабан сит ҡатынды маҡтауын тыңлай алманы. Өйгә инеп китте. Тынысланып, кире ишек алдына сыҡҡансы бер сәғәттәй ваҡыт үтеп китте. Ә уны хәтеренә алған кеше лә булманы. Теге өсәү рәхәтләнеп һаман да беседкала сәй эсә ине. Ҡәйнәһе Гөлиә бер ҡасан да күрәгән фотоальбомды килтереп сығарған. Мират менән Әнисә эйелеп, баштарын терәп тигәндәй, шул фотоларҙы ҡарай.
-Быныһың иҫләйһеңме? Беҙҙең класс та барғайны. Һеҙ “бәләкәстәрҙе алмайбыҙ” тип һөйләндегеҙ. Унан мин аяғымды ауырттырғас, мине күтәреп алып ҡайттың. Урамда теге һөҙгәк үгеҙ йөрөгәс, мине күтәреп өйөгөҙгә алып индең. Апайҙарың: “Мират кәләш күтәреп ҡайтҡан”,-тип көлдө...
-Эйе шул, мин дә шул саҡта буласаҡ киленем күҙ алдымда үҫә икән, тип уйлағайным. Насип булманы. Әллә ниңә һуңынан арағыҙ боҙолдо ҡуйҙы. Бәлки, ейәндәр һөйөп ултырыр инем инде...
Ҡәйнәһе үҙенә текләп ҡарап торған Гөлиәне күреп ярты һүҙендә туҡтап ҡалды. “Ҡыҙым” тигәне генә ишетелеп ҡалды. Гөлиә өйгә йүгереп инеп машинаның асҡысын алды ла, кире урамға атлыҡты. Тиҙҙән ул тыуған ҡалаһы яғына елә ине. Күҙенән бер туҡтауһыҙ аҡҡан йәштәрҙе һиҙмәне лә. “Ейәндәр һөйөп ултырыр инем”, имеш. Тимәк, ҡәйнәһе яҡшы булып ҡыланған ғына. Ә ире һуң, ире, хатта артынан йүгереп тә сыҡманы, шылтыратмай ҙа.
Ҡалаға ҡайтып еткәнсе тынысланды. Үҙенең ҡыҙыулыҡ менән эш иткәненә үкенеп ҡуйҙы. Туҡтауһыҙ телефонына текләп, иренең шылтыратыуын көттө. Тик төн етеп килһә лә, Мираттан хәбәр булманы. Гөлиә үҙе шылтыратырға булды. Тик уныһы оҙаҡ алманы. Күпмелер ваҡыт үткәс кенә иренең ризаһыҙ тауышы яңғыраны. Гөлиә һис ни булмағандай уны барып алырға кәрәкме икәнлеген һораны.
-Буштан-бушҡа үсегеп ҡайтып киткәнсе, бергә ҡалыр кәрәк ине. Кәрәкмәй килергә, берәй йүнен табырмын.
Ире икенсе көнөнә лә ҡайтманы. Аптырап ҡәйнәһенә шылтыратты. Гөлиә музыка, күңелле тауыштар ишетте.
-Һеҙҙә ҡунаҡмы ни?
-Юҡ, күршеләр саҡырып алды беҙҙе. Ярай, ҡыҙым, һуңынан һөйәшербеҙ. Бында уңайһыҙ. Мират өсөн борсолма. Иртәгә Әнисә ҡалаға бара, Миратты ултыртып ебәрермен.
Быны ишеткәс, Гөлиәнең бөтөнләй тынғылығы бөттө. Нисек инде уның ирен икенсе ҡатын алып килергә тейеш? Улар араһында ҡасандыр ниҙер булғаны һиҙелеп тора ине бит. Ниңә генә ҡалдырып китте ирен? Ниңә сабыр була алманы? Ни өсөн ҡәйнәһе улай бик сәйер ҡылана? Әллә Гөлиә үҙе артыҡ юҡ-барға иғтибар бирәме?
Ул бөтөнләй йоҡлай алманы. Мират йәкшәмбе төнгә ҡарай ғына ҡайтып инде лә, бер һүҙһеҙ йоҡларға ятты. Ошо көндән ир һәм ҡатын араһынан ҡара бесәй үткәндәй булды. Гөлиә артыҡ сабырһыҙлыҡ күрһәтеп ирен үҙе ситкә этәреүен аңлап, ярашырға тырышты. Тик Мират бөтөнләй үҙгәргән ине. Шулай ҙа көн артынан көн үтеп, ауылдағы ваҡиға ла онотола башланы. Әммә Гөлиә иренең үҙенән ситләшеүен тоя ине. Хәҙер ҡәйнәһенә лә элекке кеүек йыш йөрөмәнеләр. Быға ҡатын ҡыуанды ғына. Мират та башкөллө эшкә сумды, йыш һуңлап ҡайтты, командировкалары йышайҙы. Ҡатын иренең йәшлек мөхәббәтен хәтерләгәнсе, эшкә әүрәүе яҡшыраҡ булыр, тип уйланы. Элекке кеүек ҡәйнәһенә йыш шылтыратманы. Уныһы үҙе лә Гөлиәне онотҡандай төҫлө ине. Ҡайһы саҡта ҡатын оло кеше менән улай ярамауын уйлап ҡуя ла, ҡәйнәһенең һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, кире һүрелә. Яҡшы булып ҡыланып йөрөгән, сит кешегә минең бала таба алмауыма төрттөрөп ултыра ине, тине йәне көйөп иренә лә. Мират бер һүҙ өндәшмәне. Әммә ризаһыҙлығы йөҙөнә сыҡты. Гөлиә сираттағы мәртәбә артығыраҡ ҡыланып ташлауын аңланы.
Байрам яҡынлашҡас, әхирәттәре менән кафеға инеп ултырҙылар. Шул саҡ Гөлиә Мираттың апаһын күреп ҡалды. Уныһы ҡәҙемге генә ҡыҙмаса булып алған ине. Гөлиә уны күрмәмешкә һалышты. Тик һуң ине, тегеһе янына килеп тә етте.
-Ә-ә, минең бала табырға яратмаған киленкәйем, һаумы. Ярай-ярай, бәпес табам тип ыҙалама ла. Ҡыҫырмын тимәй, эре генә әллә нәмәләр һөйләнеп ултыра инең, эҙләгәнеңде алдыңмы инде?! Мираттың тәүге мөхәббәте тиҙҙән уны атай итәсәк. Ҡорһағы танауына етеп бара инде Әнисәнең...
Гөлиә шарҡылдап көлгән ҡатынға ышанмай ҡарап торҙо ла, уны ныҡ итеп этеп ебәрҙе. Баҫҡысҡа яҡын торған ҡатын унан тәкмәсләп төшөп тә китте. Кешеләр ҡысҡырыша башланы, кемдер “Ашығыс ярҙам” саҡыртып өлгөрҙө. Гөлиә урынында ҡатып ҡалды. Әхирәте: “Үлтерҙең бит, тын да алмай, шикелле...”
Полиция килеп етте. Гөлиә судҡа тиклем иректә ҡалдырылды. Әммә Мират уны ташлап сығып китте. Бикәменең әйткән һүҙҙәре хаҡҡа сыҡты, Әнисә Мираттан ауырлы ине. Ярай әле, йәрәхәттәр алып, ҡулын һындырһа ла, бикәме тере ҡалған ине. Суд Әнисәне шартлы рәүештә иректән мәхрүм итте һәм Мираттың апаһының файҙаһына ҙур штраф һалды.
-Ҡыҙыулығым арҡаһында әрәм була яҙҙым. Әлбиттә, иремде лә аңлайым. Уның да бала һөйгөһө килгәндер. Тик шуны күҙемә тура ҡарап әйтеп, сығып китһә, был ҡурҡыныс хәлдәр булмаҫ ине. Хәҙер минең бер кешегә лә ышанысым ҡалманы,-тине Гөлиә хөкөм ҡарарынан һуң.
Бер бәләнән ҡотолоп өлгөрмәгән ҡатын өҫтөнә икенсе күңелһеҙлектәр яуҙы. Ире айырылыуға ғына түгел, ә мөлкәтте бүлеүгә лә ғариза яҙып, Гөлиә урамда тороп ҡалды. Сөнки никахҡа тиклем күпмелер бергә йәшәгән ваҡытта икәүләп һатып алған фатир иренең исеменә яҙҙырылыған ине.
Янып торған һөйөүе ҡара нәфрәткә әүерелгәс ҡатын ситкә күсеп китергә хәл итте. Сөнки үҙенең яҙмышы селпәрәмә килгән ваҡытта бәхетле атай булып, ул ҡот ҡундырған йортта икенсе ҡатын менән шат йәшәгән Мираттан үс алырға ҡурҡа ине ул...
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.