Суд залынан
Үҙ әсәйең дә үгәй була икән
Ике ҡыҙ. Ике яҙмыш. Бәлки, улар бер-береһенә ят булһа, бер ояла үҫмәһә, һыҙланыуҙар ҙа улай тәрән булмаҫ ине...
Әлфинә һәм Гөлфинә араһында ике йәш кенә айырма. Әсәләре ҡыҙҙар бер-береһенә яҡын булып үҫһен тип исемдәрен дә оҡшатып ҡушты. Әммә ҡандаш туғандар бала саҡтан ят булып ҡалды.
Әсәләре – көслө заттың иғтибарын шунда үҙенә тартҡан бик сибәр ҡатын. Ошо һылыулығымы әллә беренсе мөхәббәтен аңын юғалтып һөйөүеме, уға яҙмыш һынауҙарын ебәреп кенә торҙо. Үҫмер сағынан яратҡан кешеһенә кейәүгә сыҡҡас, тәүҙә үҙен бик бәхетле итеп тойҙо. Хатта артынан күләгә кеүек йөрөгән, ысын дуҫы тип һанаған Моратты ла онотто. Йәш ире лә “ҡыҙ һәм егет араһында дуҫлыҡ булмай” тип өҙә һуҡты. Өс йыл йәшәгәс Әлфинә бәпестәре донъяға килде. Әммә ошо мәлдә ире лә кинәт үҙгәрҙе. Бер кис ярһып илаған сабыйын тымыҙа алмаған йәш әсәне урамға ҡыуып сығарҙы. Бәпесен ҡосаҡлап, өшөп-ҡалтырап ултырған йәш ҡатынды Морат күреп ҡалды. Бала саҡтан яратҡан һөйгәнен ошо хәлдә күреүе уның асыуын ҡабартты, өсөһөнөң дә яҙмышын бороп ебәрҙе. Бер нисә көндән үҙен эҙләп тапҡан ире менән йәш ҡатын һөйләшә алманы. Сөнки Морат: “Мин дә бит тәүгә атай булдым. Үҙемде тота алманым. Ғәфү ит мине!”-тип тойғоларын еткерергә маташҡан ирҙе бәргесләп сығарҙы. Унан: “Ҡыҙыңды минең фамилияға яҙҙырабыҙ. Борсолма. Бер ҡасан да мохтажлыҡ кисермәҫһең”,--тине.
Уйламағанда шулай йәшәп алып киттеләр. Морат һүҙендә торҙо. Үҙенең оҫтаханаһы булған ир ғаиләһен барыһы менән дә тәьмин итте. Тиҙҙән уртаҡ балалары – Гөлфинәләре донъяға килде. Быға тиклем Әлфинәне ҡулынан төшөрмәгән Морат үҙгәрә барҙы. Хәҙер ул күберәк иғтибарҙы үҙенең балаһына бүлде. Бәлки, шул саҡта әсәләре ошо хаҡта әйтһә, иренә үҙенә биргән вәғәҙәһен хәтеренә төшөрһә, ғаиләнең йәшәйеше икенсе юлдан китер ине. Әммә тәүге ире – өҙөлөп һөйгән тәүге мөхәббәтенең үҙен ҡыуып сығарғанын ғәфү итә алманы ҡатын. Шуға күрә Әлфинәгә үҙе лә һалҡын ҡалды. Атаһына булған асыуын кескәй ҡыҙға төшөрҙө. Ҡатынының да сит ирҙән булған балаға ҡаты булыуын тойған Морат та үҙен тыймай башланы. Әлфинәгә мөйөштә генә торорға түгел, ә ҡайышты ла йыш татырға тура килде. Гөлфинәгә аң инә башлау менән ата-әсәһенең апаһына булған мөнәсәбәтен күреп, һеңдереп алды. Хәҙер инде ололарға ҡушылып кескәй бала ла Әлфинәне йәберләй башланы. Нимәлер оҡшамаһа, юрамал илап булһа ла, апаһына ата-әсәһенең бар асыуын төшөрттөрҙө.
Ә бына Әлфинә һис нимәгә ҡарамаҫтан, тыныс, аҡыллы һәм үтә лә мәрхәмәтле булып үҫте. Күрше ҡыҙы, класташы Сәриә уны бик йәлләй ине. Әлфинәне өйөнә йыш алып ҡайтты. Ә ул был ғаиләлә дүрт баланың да бер тигеҙ итеп яратылыуына аптырай ине. “Нишләп беҙҙә улай түгел һуң?”-тип уйланды.
Һорауына яуап ыҙғыш сифатында килде. Мәктәптән сыҡҡан Әлфинәне бер ир ҡаршы алды. “Мин һинең атайың”,-тине ул уға ҙур уйынсыҡ айыу һоноп. Хәҙер инде бишенсе класта уҡып йөрөгән бала барыһын да аңланы. Атаһы йыш ҡына килеп хәлен белешә башланы. Йәшеренеп кенә осрашты улар. Уйынсыҡ айыуҙы ла Сәриәгә индереп ҡалдырырға тура килде. Атаһының һүҙҙәре бәләкәй баланы тәрән уйға һалды. “Мин әсәйең һәм һинең алдында бик ғәйеплемен. Ул ваҡытта бик йәш инем. Эштән арып ҡайтам да, һин илай башлайһың. Йоҡлап булмай, арыта. Бер кис түҙмәй әсәйеңде баҫтырып сығарҙым. Аҡылыма килдем, уны эҙләнем. Әммә уны һәр саҡ яратҡан Моратта барып тапҡас, тағы йәнем көйҙө. Ҡыҙғандым. Аҙаҡҡа тиклем һеҙҙең өсөн көрәшмәнем. Сит яҡтарға сығып киттем. Өйләндем. Беҙҙең балалар юҡ. Әгәр һин риза булһаң, үҙемә алыр инем һине”.
Әлфинә әсәһен, һеңлеһен бик яратһа ла, ысын атаһы менән китергә әҙер ине. “Өйҙә бар тауыш минең арҡала сыға. Барыһына ла мин ғәйепле. Әгәр мин булмаһам, улар бер кемгә лә асыуланмаҫ, тыныс йәшәр”,-тип уйланы үҫмер осорона инеп килгән бала.
Бер көн атаһы менән эскәмйәлә ултырғанда әсәһе килеп етте. Кемдер уға барыһын да еткергән. Әсәһе атаһына алама һүҙҙәрҙе яуҙырҙы ғына. Ә ҡайтҡас Әлфинә әсәһенән дә, атаһынан да туҡмалды. Ә Гөлфинә һәр саҡтағыса ауыртыуҙан бигерәк, күңеле әрнеүҙән илаған Әлфинәнән рәхәтләнеп мыҫҡыл итеп көлә ине.
Атаһы ҡыҙы өсөн көрәшеп ҡараны. Уға кемдер Әлфинәне рәнйетеп йәшәтеүҙәрен еткергән ине. Атаһы судҡа мөрәжәғәт итте. Әлфинә кем менән йәшәргә икәнлеген үҙе хәл итә тораған йәшкә еткән ине. Ҡыҙ бала атаһы менән ситкә йәшәргә хәл итте. Тоғро дуҫы Сәриә лә Әлфинәнән айырылғыһы килмәһә лә: “Һинең ысын атайың бит! Үҙҙәренең балалары булмағас, һине һәр саҡ яратып ҡына торорҙар. Ҡаҡмаҫтар. Ә туғыҙҙы бөткәс, һөйләшкәнсә икәүләшеп колледжға уҡырға инербеҙ”,-тине илай яҙып. Уға туҡмалған Әлфинәне күреүе бик ауыр ине. Үҙе бер нәмә лә эшләй алмай, әсәһе лә: “Кеше ғаиләһенә тығылырға ярамай”,-ти ҙә ҡуя. Әлфинәне үҙҙәрендә йоҡларға ҡалдырырға ла ҡурҡа. Сөнки әсәһе менән үгәй атаһы бының өсөн бик ныҡ асыулана. Бер мәл ай буйы уларға аралашырға рөхсәт бирмәнеләр. Гөлфинә нимәнелер алдап ошаҡлап, уларҙы шулай айырып маташты.
Әсәһе тәүге иренең судҡа биреүен белгәс, бөтөнләй ярһып китте. “Ҙурайғас, эшкингәс, кәрәк инде хәҙер бала! Бер кем түгел ул һиңә!”-тип елтерәтте ул Әлфинәне. Суд алдынан ҡыҙын әллә нисә мәртәбә яман итеп ҡат-ҡат иҫкәртте: “Әгәр атайың менән ҡалам тип әйтһәң, мине башҡаса күрмәйәсәкһең. Зыяратыма ла килеп йөрөмә, үлемемдә һин ғәйепле буласаҡһың!”
Ун бер йәшлек балаға нисек ундай ҡурҡыныс һүҙҙәрҙе яңғырата алғандыр әсә кеше, әммә был Әлфинәгә ауыр тәьҫир итте. Судта ул әсәһе менән ҡаласағын белдерҙе лә, илап йүгереп сығып китте. Атаһының әсәһенә: “Кәрәкмәй бит ул һиңә Әлфинә! Минән үс алыу өсөн генә шулай ҡыланаһың. Өҫтәүенә, һеҙ уны туҡмайһығыҙ!”-тигәнен ҡыҙыҡай ишетмәне.
Судья баланы туҡмау факты менән ныҡлап ҡыҙыҡһынды. Психолог ярҙамында Әлфинәнән был хаҡта ла һораштылар. Бала буталды, нимә әйтергә белмәне. Әммә был хәл уның әсәһенең дә, үгәй атаһының ҡотон алды. Сөнки судья, унан балиғ булмағандар эше буйынса инспектор ҙа Әлфинәгә физик көс ҡулланыу факты дөрөҫләнһә, уларға енәйәт эше асыласағын белдерҙе. Бынан һуң улар шымып ҡалғандай булды. Әммә Әлфинә ҡайышҡа ҡарағанда әсе һәм яман һүҙҙәрҙең күңелде күпкә нығыраҡ һәм оҙаҡҡа яралауын яҡшы белә ине.
Йылдар үтә бара Әлфинә үҙенә йомола ғына барҙы. Һеңлеһе Гөлфинәнең ҡыланыштарын ҡарап аптырай ине ул. Алдаҡсы, үҙенең һүҙен һис бер нәмәгә ҡарамаҫтан һүҙ итә белгән, күңелен аламалыҡ баҫҡан Гөлфинәне әсәһе менән үгәй атаһы фәрештәләй күрә ине. Әлфинә бала саҡта яратып ҡараған үгәй әсә тураһында әкиәттәр ысын тормоштан алынғанын аңланы. Тик уларҙың осрағында үҙ әсәһе үгәйгә әүерелеүе үтә ҡурҡныс ине. Туғыҙҙы бөткәс ул ситкә уҡырға китергә уйланы. Тик әсәһе уның юлына арҡыры төштө. “Беҙҙең ҡалала ла бар колледж, шунда уҡырһың!”-тине. Әлфинәнең унда үҙенә оҡшаған йүнәлештең булмауын әйтеп ҡарауы ла бер нәмә лә үҙгәртә алманы. Үгәй атаһына ла уның өйҙә ҡалыуы отошло ине. Сөнки оҫтаханаһында Әлфинә ҙур ярҙамсы, бар эште белеп башҡара. Эш хаҡы түләргә кәрәкмәй, 13 йәшенән егелеп башҡара барыһын. Колледждағы уҡыуын да, оҫтаханалағы эште лә тырышып башҡарған Әлфинә һурығып, йонсоп китте. Әммә уны йәлләгән кеше табылманы. Тиҙҙән ҡыҙ дауаханаға барып эләкте. Моңһоу ҡыҙ янына килеүсе табылманы. Сәриә әхирәте үҙҙәре хыялланған колледжға сит ҡалаға уҡырға киткән ине. Бер ай самаһы дауаханала ятып сыҡҡан ҡыҙҙы бер кем дә йәлләргә ашыҡманы. Ул тағы ла эшкә егелде.
Әммә ошонан һуң булған хәл уларҙың тормошон 180 градусҡа борҙо. Үгәй атаһы ситтән килгән тауарҙы алыу өсөн аҡса әҙерләп ҡуйған ине. Сөнки Ҡаҙағстан яғынан килгән кешеләр тик ҡағыҙ аҡсаны аласаҡтарын белдерҙе. “Картанан картаға күсереү беҙгә лә, һеҙгә лә отошло түгел”,-тине улар. Тауар килеп етте, әммә аҡса урынында юҡ ине. Күпме генә эҙләһәләр ҙә, тапманылар. Бүлмәлә ятҡан аҡса тураһында үгәй атаһы һәм Әлфинә генә белә ине. Тауар алып килеүселәр иртәнгә тиклем ваҡыт биреп, асыуланып сығып китте. Үгәй атаһы Әлфинәнең сәсенән матҡып тотоп алды: “Ҡайҙа аҡса?! Ҡайтар аҡсаны! Үлтерәм!” Тауышҡа килеп ингән кешеләр Әлфинәне көскә ирҙең ҡулынан айырып алды. Әммә үгәй атаһы ҡуйманы, ҡыҙының өҫтөнән ғариза яҙҙы. Балиғ булған ҡыҙҙы һорау алыуға йөрөтә башланылар. Күпме генә илаһа ла, әсәһе лә уға ышанманы. Бер һорау мәлендә ҡыҙҙың иҫенә тауарсылар килер алдынан бүлмәнән Гөлфинәнең сығып барыуы хәтеренә төштө. Әлфинә быны тәфтишсегә һөйләне. Тиҙҙән ярһыған әсәһе килеп етте һәм Әлфинәне алып ҡайтып китте. “Үҙеңдең енәйәтеңде һеңлеңә япһарырға булдыңмы?! Уның тормошон боҙорға уйланыңмы?! Рәхмәтле була белмәнең! Атайыңа тоттороп ебәрергә кәрәк булған һине!”
Әсәһе тағы бик күп ауыр һүҙҙәр, ҡарғыш яуҙырҙы уның өҫтөнә. Әлфинә ҡатып ҡалған ине. Ул арала үгәй атаһы менән Гөлфинә ҡайтып инде. Һәр саҡтағыса һеңлеһе үҙен йәлләтеп илай башланы, Әлфинәне үҙенең тормошон боҙорға маташыуҙа ғәйепләне. Ҡыҙ ғаиләһе тип һанап, уларға яҡын булырға тырышып үткәргән бәхетһеҙ йылдарын күҙ алдынан үткәрҙе. “Юҡ, ысын ғаилә һине ниндәй булһа ла ярата, үҙенеке итә, һаҡлай-яҡлай. Ә бында ниҙәр күрҙем мин?”-тип уйланы ул асырғанып.
Әммә ҡурҡынысы бының менән бөтмәгән ине. Әсәһе уның сығып китеүен талап итте. Үгәй атаһы был аяуһыҙ һүҙҙәрҙе яңғыратһа, Әлфинә аңлар, хатта ғәфү итер ине. Әммә ғәзиз кешеһе ҡыҙының бер тин аҡсаһы булмауын белә тороп, уны ҡыуып сығарҙы.
Юғалып ҡалған ҡыҙ урам буйлап китте. Шул саҡ янына Сәриәнең атаһы менән әсәһе килеп туҡтаны. Әлфинәнең йәшле күҙҙәренән барыһын да аңланы улар. “Әйҙә, ултыр, беҙ Сәриә янына юлландыҡ. Бергә барайыҡ”.
Әхирәттәр ҡосаҡлашып-илашып осрашты. Әлфинә лә был колледжға уҡырға инде. Сәриә менән бер фатирҙа йәшәй башланылар. Ҡыҙҙың бәхет күге асылғандай булды. Әлфинә бер көн сауҙа нөктәһендә уйламағанда атаһын осратты. Тәүҙә һүҙ башлай алмаһалар ҙа, һуңынан асылып китә алдылар. Атаһы Әлфинәнең хәлен ҡаға-һуға ишеткән булып сыҡты. Ул һаман үҙен ғәйепләне: “Әгәр мин ул кисте һеҙҙең менән ҡаты ҡыланмаһам, барыһы ла икенсе төрлө булыр ине”. Әлфинә ҡошсоғом тип тоҙаҡҡа төшкән ҡоштарҙы, ҡурҡыныс-үлем янағанда балаһын үҙ тәне менән ҡаплаған әсәләрҙе хәтеренә алып, күңелһеҙ йылмайып ҡына ҡуйҙы.
Әсәһе менән бер нисә йылдан хөкөм залында осрашты улар. Гөлфинә һеңлеһе наркотиктар менән тотолған ине. Һис нимәгә ҡарамаҫтан, туғаны өсөн борсолған Әлфинә судҡа бара алмайынса ҡалман. Һеңлеһенең бер нисә йылға иректән мәхрүм ителеүен бик ҡыйын кисерҙе ул. Әммә иң ауыр һөйләшеү алда ине әле. Суд бинаһынан сығып барғанда әсәһе туҡттаты уны. Нисәмә йыл күрешмәгән, хатта Әлфинәнең хәлен берҙе лә белмәгән, сибәр йөҙөн таушалып ҡалған әсәһенә өнһөҙ төбәлде. “Ҡыҙым, һин рәнйемә миңә. Аҡсаны Гөлфинә урлағанын баштан уҡ белдем, сөнки һинең урлаша торған ҡылығың бер ҡасан булманы. Тик өндәшмәнем. Рәнйемә миңә. Яҙмыш һинең өсөн барыһын да эшләне: һеңлең тәүҙә эскелек менән мауығып китте, унан наркотиктар ауына эләкте. Һаман ҡылыҡтарын атаһынан йәшереп маташтым. Моратҡа һуңынан барыһын да һөйләп бирҙем, урланған аҡса тураһында ла, ә ул мине насар әсә булыуҙа ғәйепләне. “Тәүҙә ҡыҙымдай күргәй Әлфинәгә, һәр саҡ атаһы менән сағыштырып, һин нәфрәт уяттың бит! Гөлфинәне лә, бер баланы туҡмап, икенсеһен маҡтап, һин боҙҙоң!”- тине ул. Һәм беҙҙе ташлап сығып китте...”
Әлфинә әсәһенә йәлләп ҡараны. Бар хистәре йөрәгенә килеп төйөлгән ине уның. Әлфинә бер туҡтауһыҙ йәштәре аҡҡан әсәһен ҡосағына алды һәм: “Барыһы ла яҡшы булыр, һеңлемде лә бергәләп көтөрбөҙ, унан дауаларбыҙ, тик илама ғына, әсәй!”-тип бышылданы...
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.