Өмөт-ышаныстарым һүрелмәҫ, балам...
Дауаханаға эләккән әбекәй тәүҙә көн-төн йоҡланы. Өлкән кешенең физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан да ныҡ ҡаҡшауы һиҙелә ине. Янында йөрөгән шәфҡәт туташтары уның ҡулына ҡуйылған энәне һурып сығарыуынан ҡурҡты. “Инәй, дарыу тамып бөткәс йоҡлап булмаймы?”-тине ҡайһы берәүҙәре баш сайҡап.
Тик тиҙҙән инәйҙең йоҡлаған саҡта ла һалдат кеүек туп-тура ҡалыуы, эргәһендә сыҡҡан әҙ генә тауышҡа ла шунда уҡ уяныуы асыҡланды. Йоҡлап туя алмай, әммә йоҡоһо үтә һиҙгер.
Палатаға килеп ингән полиция формаһындағы кешегә һиҫкәнеп ҡараны ул. Дөрөҫөрәге, әбекәй был ваҡытта йоҡлап ята ине. Әммә ниндәйҙер эске һиҙемләү уны хоҡуҡ һаҡсыһы палатаға аяҡ баҫыу менән уятты. Ултырғыс алып, ипләп кенә янына килеп ултырған йәш кешегә ауыр ҡараш ташланы ла, арты менән боролоп ятты.
- Ярай инде, инәй, тәүгә осрашмайбыҙ бит. Ошо хәл менән тамамланасаҡ тип теге ваҡытта уҡ әйткәйнем бит. Тыңламаның, ғариза яҙманың...
- Хәҙер ҙә яҙмаясаҡмын. Ваҡытыңды әрәм итмә.
Хоҡуҡ һаҡсыһы бер аҙ ниҙер өгөтләп әйтеп ҡарағандан һуң, ҡул һелтәп сығып китте.
Ҡасандыр бәхетле ғүмер итә ине улар. Ире менән өс улы һәм бер ҡыҙын һөйөп туя алмайҙар ине. Бәләкәс балалар – бәләкәй мәшәҡәт икәнлеген ғәзиздәре ҙурая барған һайын аңланы улар. Юҡ, тәртип боҙоп йөрөгән балалар булманы. Әммә нимәһелер сығып ҡына торҙо. Тәүҙә өлкән улдары хәбәрһеҙ юғалды. Себер яҡтарына эшкә сығып киткәйне, шунан зым-зыя юҡ булды. Атаһы тере сағында улдары эшләгән тарафтарға барып эҙләп тә ҡайтты, тик табылманы. Әсә йөрәге һиҙә – улы тере, тик ниңәлер ҡайта алмай. Әллә күпме күрәҙәсегә лә, ноҡот һалыусыларға ла йөрөнө. Береһе лә улын үлгән тип әйтмәне. Шуға күрә әсә кеше улының яҡшы кешеләр ҡулында булыуына өмөт итеп кенә йәшәне. Был уға көс бирҙе.
Һаулыҡҡа туя алмаған тормош иптәше бергә-бергә йәшәүҙәренең утыҙ йылын туйлағандан һуң мәрхүм булды. Ҡатын иренең сире аяуһыҙ икәнлеген белһә лә, барыбер бар ауырлыҡтарҙы бергә күтәрербеҙ тип ышана ине. Әммә булманы шул. Аталарын ерләргә генә ҡайтып әйләнгән ике улы кире алыҫ тарафтарына ҡайтып китте. Улар икеһе лә ғүмерлек төйәге итеп сит яҡтарҙы һайланы.
Ҡыҙы ла баш ҡалала төйәкләнеп бик матур итеп йәшәп китте. Әсә йөрәге һаман яңғыҙ булған балаһы өсөн борсола ла ине лә, унан: “Эй, заманаһы шул, хәҙер йәштәр башлы-күҙле булырға ашыҡмай. Насибы булыр әле”,-тип йыуанды. Тиҙҙән ҡыҙы үҙенең яратҡан кешеһен осратҡанын белдерҙе һәм танышырға киләсәктәрен әйтте. Әсә түҙемһеҙлек менән ҡәҙерле ҡунаҡтарын ҡаршыларға алдан әҙерләнә башланы. Баҙарҙан сығып һимеҙ йылҡы, ҡуй иттәрен алды, ҡорот-эремсеген дә хәстәрләне. Тик ҡыҙы ишек шаҡыған көндө ашҡының ишеккә ынтылған әсә буласаҡ кейәү тейешле кешене күреү менән юғалып ҡалды. Уның ниндәйҙер бөтөнләй ете-ят милләттән булыуы һиҙелеп тора ине. Әсәһенең хәлен тойған ҡыҙы ҡашын емереп: “Әсәй, нисәмә йыл яңғыҙ булдым! Ризаһыҙлыҡ сығарып торма инде бында!”-тине.
Әсә уларҙы өйгә саҡырҙы. Үҙен хужаларса тотҡан ир өҫтәлгә теҙелгән мул табынға ҡараш ташланы ла, ризалыҡ белдереп телен шартлатып ҡуйҙы. Өсәүләп ултырғас, хәмерен дә таптырып алды. Әсә өйөндә эсергә рөхсәт итмәй ине. Уның был ҡағиҙәһен улдары теүәл үтәй ине. Әммә ҡыҙының үҙенә иҫкәртеүле ҡарашын күреп, өндәшмәй ҡалды. Бер аҙ ултырғандан һуң әсә кеше бүлмәһенә инеп ятты. Ирҙең әшәке итеп һүгенеүен, ә ҡыҙының быға иғтибар ҙа итмәй, рәхәтләнеп иһаһайлап көлөп һөйләшеүе аптыратты уны. “Хатта минән дә оялмайҙар бит. Ярай, тегеһе сит әҙәм. Ҡыҙым миңә барыһын да ишетелгәнен белә бит инде”,-тип аптыранды ул.
Ҡыҙы һәм кейәүе унда биш көн ҡунаҡ булды. Әсә быларҙың мөнәсәбәте тик кәйеф-сафа үткәреүгә генә ҡоролоуын күреп көйҙө. Өсөнсө көнөнә түҙмәй: “Ҡыҙым, туй үткәрмәһәгеҙ ҙә, мәсеттә никах уҡытып ҡуяйыҡ”,-тине. Быны ишеткән ҡыҙы тәүҙә өндәшмәй торҙо, унан шарҡылдап көлә башланы. Теге иргә әсәһенең нимә әйткәнен аңлатып, икәүләшеп көлөргә тотондолар. “Быларға шул тиклем ҡыҙыҡ нимә әйттем икән мин?”-тип аптырап ҡалды ул.
Шул саҡ ир телгә килде: “Бабушка, дорогая, я ведь не мусульманин. В мечеть не пойду”.
Былар килгәндән алып яҡшылап йоҡлай алмай аңҡы-тиңке булған әсә түҙмәй ҡыҙын әрләй башланы: “Мин уға ниндәй бабушка булайым?! Ошонан башҡа ир тапманыңмы? Никах уҡытыуға ла ҡаршы! Ошо кешенән йүнле ир сығыр тип уйлайһыңмы?..”
Тик ҡыҙы уға әйтеп бөтөргә бирмәне. “Әсәй, мин үҙем беләм нимә эшләргә! Оҡшамай икән, бөтөнләй ҡайтмаҫмын!”-тип кенә ҡырт киҫте.
Әсә кеше түҙмәй әхирәтенә сығып китте. Исмаһам, әҙерәк ял итеп ҡайтайым тип уйланы ул. Кис ҡайтыуына өйҙә бар нәмәнең аҫты өҫкә әйләнеп ята. Ҡыҙы ла, кейәүе лә юҡ. Ул аптыранып өйөн тәртипкә килтерә башланы. Үҙенең бүлмәһе лә аҡтарылыуын күреп эске һиҙемләүе биҙәүестәре ятҡан ҡумтаға үрелде. Ғүмер дауамында һатып алып барған, ире бүләк иткән алтын биҙәүестәрҙең береһе лә юҡ ине. Унан ул ҡулын түшәк аҫтына тыҡты. Ниңәлер аҡсаһын банкоматтан сығарып алып, ҡағыҙ көйөнсә һаҡлауҙы ышаныслыраҡ күрә ул. Тик күпме генә ҡапшап, унан түшәк-яҫтыҡтарын әйләндереп ҡараһа ла, аҡсаһы табылманы. Әсә кеше улдары һирәкләтеп булһа ла ебәреп торған аҡсаны ла, үҙенең пенсияһын да һаҡлап бара ине. Уның бер тине лә ҡалмаған ине. Ҡыҙына шылтыратты. “Өйгә алып килгән анау әҙәмең минең аҡсамды, алтындарымды урлаған! Хәҙер полиция саҡыртам. Мин бит ул аҡсаны һин кейәүгә сыҡһаң тип туйыңа йыйып барғайным”,-тине ул. Тик ҡыҙының һүҙҙәре әсәне һеңгәҙәтә һуҡты. “Аҡсаны ла, алтындарыңды ла мин алдым. Барыбер миңә тип йыйып барғанһың бит. Шулай булғас, тыныслан!”-тине лә, телефонын һүндереп һалды.
Әсәнең был хәлгә бөтөнләй ышанғыһы килмәй ине. Хоҡуҡ һаҡсыларын да саҡыртып торманы. Үҙенең ҡыҙына эләгеүе бар бит. Теш ҡыҫып түҙеп артабан йәшәп алып китте. Тик бер нисә айҙан өйөнә килеп төшкән суд хатына иҫе китте уның. Ул банктан займ алып, уны түләмәүҙә ғәйепләнә ине. Аптырап белешә башланы. Ысынлап та 400 мең һум тирәһе алған булып сыҡты. Был хәлгә аптырашынан нимә эшләргә белмәй полицияға мөрәжәғәт итте. Кемдер уның паспортын ҡулланғандыр тип уйланы ул. Тик дөрөҫлөк күпкә аяуһыҙ булып сыҡты. Займды ла ҡыҙы теге ир менән ҡайтҡан арала алып киткән булып сыҡты. Әсәһенең паспортына. Займдың проценты иҫ киткес юғары булыуын иҫәпкә алғанда, аҡсаны нисек шулай еңел генә биреүҙәре лә аңлашыла ине. Ҡыҙына шылтыратыу бер ниндәй һөҙөмтә бирмәне. Ул әсәһенән оялмай ҙа ине, ҡылған ҡылығынан баш тартып та торманы. “Ярай, беҙгә ашығыс рәүештә аҡса кәрәк ине. Ай һайын түләп барһаң, пенсияңдың ғына яртыһы китер. Шул тиклем күп түгел бит. Бөтә нәмәң бар, ашарыңа баҡсаңда үҫеп ултыра. Кейенеп-биҙәнеп йөрөр йәштә түгелһең. Аҡса нимәгә кәрәк ул һиңә?”-тип кенә ебәрҙе ҡыҙы.
Әсә кеше яҙған ғаризаларынан баш тартты. Балаһын хөкөм эскәмйәһендә күрергә теләмәй ине ул. Шул хәлдән һуң ҡыҙы ла оҙаҡ ваҡытҡа юғалды. Бөтөнләй шылтыратмай балшланы. Ә бер көн уға сит ир шылтыратты: “Фәлән-фәләнова, һеҙең ҡыҙығыҙ буламы?” Әсәнең йөрәге “жыу” итеп ҡалды. “Эйе”,-тине ул көсһөҙ тауыш менән.
Артабан әсә ҡыҙының ниндәйҙер бик насар ваҡиғаға тарыуын, хәҙер тикшереү аҫтында булыуын белде. “Һаҡ аҫтына алынғандарҙың туғандарын иҫкәртәбеҙ беҙ. Ул һеҙҙең телефонды бирҙе”,-тине теге тауыш.
Әсә йыйынып баш ҡалаға юл алды. Ҡыҙы менән йәшәгән теге ирҙең мутлашыу юлы менән кешеләрҙе алдап аҡса йыйыуын белде. Сумма бик ҙур ғына. Ҡыҙын ул үҙенең эштәренә төшөндөрмәгән, “бизнесым бар” тип алдап йөрөгән. Ҡыҙы ышанған, бер нисә кешенән аҡса алғанда теге ирҙең янында булған. Ә аҡсаһын “инвестициялау өсөн” быларға тапшырып бер тинһеҙ ҡалған кешеләр алданыуын аңлап, полицияға мөрәжәғәт иткән. Ир быны алдан һиҙгән һәм ҡасҡан, ә ҡыҙын тотҡандар. Ошо тикшереү барышында “кейәүҙең” бер төбәктән икенсе төбәккә күсеп, шулайтып ҡатын-ҡыҙҙарҙы алдап йөрөүе асыҡланды. Мөмкин тиклем аҡсаларын һурып, үҙенең ҡырын эштәренә йәлеп итә ла, унан ҡаса. Күптән эҙләйҙәр икән уны. Әсә балаһын ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләне. Ҡыҙының баш ҡалалағы фатиры, баҡсаһы бурыстарҙы түләүгә китте. Әсәһенең саҡырыуы буйынса килеп еткән улдары ла һеңлеләрен ярҙамһыҙ ҡалдырманы. Шулайтып күмәк көс менән уны ситлектән сығарып алдылар. Әсә ҡыҙын кире тыуған яҡтарына алып ҡайтып китте. “Хәл йый, ял ит. Унан ҡайҙа теләйһең, шунда йәшәргә китерһең”,-тип йыуатты ул балаһын.
Тик ҡыҙы теге ирҙе шул тиклем яратып өлгөргән инеме, әллә тормош һынауҙарынан бөгөлөп төштөмө – йыш эсә башланы. Быныһы әсә кеше өсөн бигерәк ауыр ине. Балаһының йөҙө нурланып, бәхетле булыуын теләй, тик уныһы үҙен ҡулға ала алмай. Шулай йылдар үтте. Һирәк-һаяҡ ҡайтып йөрөгән улдары һеңлеләренең ундай хәлгә төшөүен белмәне. Ә әсә кеше әйтергә теләмәне. Был мәхшәрҙең барыһы ла ваҡытлы булыуына инанып йәшәне. “Йәш бит әле, ҡайғыһынан арыныр һәм матур итеп йәшәп китер. Аҡыллы ғына берәй кейәүен дә насип итер”,-тип теләне ул.
Тик ваҡыт үтә барған һайын ҡыҙының хәле генә ауырлаша барҙы, уның өсөн бар рухи ҡиммәттәр ҙә юҡҡа сыҡты. Шундай кистәрҙең береһендә ул әсәһенә тәүге тапҡыр ҡул күтәрҙе. Ҡыҙының үҙенән нимәгә аҡса таптырыуын аңлаған әсә уға бер тин дә бирмәне. Ярһыған йәш ҡатын өйҙәге бар нрәмәне онтай-емерә башланы. “Бирәһеңме – юҡмы?” тип барып баҫты ул әсәһе алдына. Уныһы баш сайҡап та өлгөрмәне, ҡыҙы уға һуғып та ебәрҙе. Был көн әсәнең күңелен мәңгелеккә ҡараңғылыҡҡа күмде. Ғәфү итте ул балаһын. Икәүләшеп ҡосаҡлашып иланылар. Балаһы ғәфү лә үтенде. Тик икеһе лә хәҙер барыһы ла элеккесә булмаясағын, йорттан сағыштырмаса тыныс тормоштоң мәңгелеккә китеүен аңлай ине. Һәм ысынлап та бындай ҡурҡыныс кистәр ҡабатлана барҙы. Бер көн йөҙө лыс ҡан булған инәйҙе күргән күршеләре медицина ярҙамын да, хоҡуҡ һаҡсыларын да саҡыртҡан ине. Сөнки улар был кем эше икәнен яҡшы белә ине. Әбей күпме өгөтләүҙәргә ҡарамаҫтан ҡыҙы өҫтөнән ялыу яҙманы. Хоҡуҡ һаҡсыһының: “Инәй, үлтергәнен көтәһегеҙме?” - тигәнен дә яуапһыҙ ҡалдырҙы.
Ысынлап та, балаһы шундай хәлгә барып етә яҙҙы. Бына ул дауаханаға килеп эләкте. Әммә ҡыҙы өсөн көн-төн доғаларын уҡыуҙан туҡтаманы. Балаһы дауаханаға уның янына килмәне. Һауығып ҡайтыуына инәйҙе һыуыҡ һәм буш өй көтә ине. Өй йыйыштырылған, бар ер таҙа. Күрәһең, ҡыҙы тырышҡандыр. Шул саҡ әбекәй өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙ киҫәген күреп ҡалды. “Әсәй, әгәр мөмкин булһа барыһы өсөн дә ғәфү ит мине! Үҙем үҙемде бер ҡасан да кисерә алмаясаҡмын. Мин ситкә сығып китәм. Шулай яҡшыраҡ булыр. Минең өсөн борсолма. Уңайы сыҡҡанда үҙем шылтыратып торормон”.
Әбей ҡағыҙ киҫәген йөрәгенә ҡыҫып, ултырғысҡа ултыра төштө. Һүрән генә өмөт сатҡыһы булып иҙәнгә төшкән ҡояш нурҙарына ҡарап: “Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, бәхетле бул, балам...”-тип бышылданы.
Гүзәл Иҫәнгилдина.