Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
2 Июнь 2023, 20:30

ЕТЕ БАЛА - ЕТЕ ЯҘМЫШ

Училище тамамлаған ҡыҙ йүнәлтмә буйынса алыҫ яҡтарға эшкә китә. Тәүҙә тыуған яғын һағынып илаһа ла, тиҙҙән яҙмышына күнә. Бының сәбәбе лә була – Сергей исемле урыҫ егете. Йәштәр бер-береһен оҡшата. Тиҙҙән өйләнешергә булалар. Ҡыҙ ата-әсәһенең уның урыҫҡа сығыуына ҡаршы булыуҙарын тыңларға ла теләмәй. Әммә Мәрйәмде яңы ғаиләһендә лә бер ҡасан да үҙ итмәйҙәр. Балалары тыуғас та иренең туғандары уға икенсе сорттағы кеше итеп күрә. Мәрйәмдең Марияға әйләнеп, уларҙың диненә күсеүе лә был ғаиләне йомшартмай. Ире лә, үҙе лә көнө буйы эштә булғас, улдары ла күберәк ҡайны-ҡәйнә ҡулында ҡала. Кескәй йөрәккә ниндәй орлоҡ һалаһың, шундай кеше лә үҫеп етә бит. Малай ҙа әсәһенә һауалыраҡ ҡарашта булып буй еткерә...

ЕТЕ БАЛА - ЕТЕ ЯҘМЫШ
ЕТЕ БАЛА - ЕТЕ ЯҘМЫШ

Суд залынан

Ете бала – ете яҙмыш

Ялған донъя... Ялған байрам, ялған дуҫтар,

Ялған маҡтау, ялған постар, ялған тостар...

Ашығабыҙ, ярышабыҙ, маҡтанабыҙ,

Башҡаларҙың ҡайғыһына шатланабыҙ.

Ялған донъя... Ят матурлыҡ, яһалмалыҡ,

Тыштан көлөп торһаҡ та беҙ уҫалландыҡ.

Кәрәк булған өсөн генә дуҫлашабыҙ,

Бер туғандар оялмайса судлашабыҙ...

Интернет селтәрендә донъя күргән ошо шиғыр (бында өҙөк килтерелгән) күп шау-шыу, ризаһыҙлыҡ тыуҙырғайны. Үкенескә ҡаршы, уның һәр юлы ысынбарлыҡҡа тап килгән хәл-ваҡиғалар ҙа булып ҡуя...

Доғаларҙан килгән сабыйҙар

Мәстүрә инәй менән Мөхлис олатайҙың ғүмер йомғағын бәхетлеләр рәтенә индерергә булалыр. Аяуһыҙ һуғыш йылдарын кисергән йәштәр яҙмыштың һәр ауырлығын татып, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәй. Тракторсылар курсынан бер-береһенән айырылмаған йәштәр өйләнешеп тә ҡуя. Мөхлис олатайҙың йәш саҡтарын иҫләп: “Эй, балаҡайҙар, һуғыш барыуы һәр ғаиләлә түгел, һауала аңҡып торҙо. Ашарға - икмәк, кейергә кейем булманы. Ә беҙ – йәштәр, уға ҡарайбыҙмы инде! Алһыуланып атҡан таңдарҙы бейеп ҡаршылаған саҡтарыбыҙ йыш булды. Керпек ҡаҡмай ҙа эшкә китәһең. Хеҙмәтеңде лә этеп-төртөп түгел, ә “Фронт өсөн! Еңеү өсөн” тип теше-тырнағың менән йәбешеп эшләйһең. Йәшлек – әҙәм балаһының айырым мәлелер. Арыу-талыуҙы бөтөнләй белмәйһең. Аҡ күлдәк кейеп, ялпылдап бейеп йөрөгән Мәстүрәмә лә күҙ атыусылар күп булды, әммә мин уяу булдым, ҡулымдан ысҡындырманым. Шуҡ булдым мин”,-тип кеткелдәп көлөп алыр ине.

Эйе, 15 йәшенән бер-береһенә күҙ атып, ике йылдан өйләнешкән йәштәр бәхетле була. Ҡыҙыҡ заманалар булған. Беренсе балалары тыуғас ҡына улар никах ҡағыҙы алған. Ә бына сабый бәхетен оҙаҡ көтә улар. Сөнки тәүге бәпестәре йә тыуғас та, йә бер-ике ай үткәс вафат булып торған. Уҫал ҡәйнә барыһында ла йәш киленен ғәйепләһә лә, ҡәйнә-өләсәһе (Мәстүрә иренең өләсәһен яратып шулай тип йөрөтә) йәш ҡатынды төрлөсә имләп ҡарай. Ә бер көн ат егеп алып данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәткә алып китә. Болоҡһоп торған көн мыжыҡ ямғырға әүерелә. Әммә ҡәйнә-өләсәй боролорға уйламай ҙа. Манһырға етеп барғанда болоттар таралып ҡояш балҡып ебәрә. Күшеккән ҡатындарҙың тәненә йылы йүгерә. Мәстүрә инәй һуңғы көндәренә тиклем Мөжәүир хәҙрәткә барған юлын оло тылсым һәм мөғжизә итеп һөйләй. Шифалы ерҙең тәмле һыуы менән сәй эсеүе, хәҙрәт олатайҙың тыныс һәм йылмайып ҡына һөйләшеүен онотма алмай ул. “Борсолма, балам, бәпестәрең булыр. Тәүге ауырлы сағыңда яман ергә баҫҡанһың. Һаҡланып ҡына йөрө”,-тип уға бетеү яҙып бирә.

Мөжәүир хәҙрәттән күңелдәре күтәрелеп кенә түгел, ә сафланып ҡайта улар. Йөрәктәрендә ойотҡос тыныс уйҙар, тик яҡшыға ғына ышаныс һәм өмөт уяна. Бәхетле ғаиләлә бер-бер артлы ете бала донъяға килә. Йәш ғаилә бөтөп барған ауылдан ҡалаға күсеп килеп, матур итеп йәшәп китә. Балалар үҫә, ҡанатланып үҙ алллы тормошҡа оса.

Сит яҙмыштарҙы күҙәтмәгеҙ!”

Мәстүрә инәйҙең: “Эй, балалар. Әллә ниңә әҙәм балаһы был донъяға мәңгелеккә килгән кеүек ҡылана. Башҡалар менән булыша, кемделер рәнйетә, әҙгә генә бирелгән ғүмер бүләген үҙ бәхетенә түгел, ә ситтәрҙең яҙмышын күҙәтеү, хатта эҙәрлекләү менән үткәреп ебәрә. Мин дә кисә генә йүгереп йөрөгән, шарҡылдап көлгән, киске уйындарҙың уртаһында булған шаталаҡ бер ҡыҙ инем. Шул бәхетле мәлем кисә генә кеүек ине бит! Ә ғүмер үтеп тә киткән, үлергә лә ваҡытым еткән...”-тип көрһөнөүҙәре эске һиҙемләүе булғандыр.

Мәстүрә инәй Мөхлис олатайҙы ауыр ҡайғыларға һалып беренсе булып мәңгелек донъяға күсте. Шул саҡта бабайҙың шул тиклем етемһерәп, бәләкәсәйеп ҡалғанын күреп илағы килә ине. Әбейенең һандығын бер асып, бер ябып, унан ниндәйҙер әйберен алып оҙаҡ уйланып ултырыр ине. Мөхлис олатайҙың һуңғы көндәре шул һандыҡ янында үтте. Яңғыҙы йәшәгән бабай, әбейенең француз яулығын йомарлап тотоп, сүкәйеп кенә ултырып йән бирә. Икенсе көнөнә уның хәлен белергә килгән улдарының береһе тәүҙә атаһы һәр саҡтағыса һандыҡтағы әйберҙәрҙе ҡарай тип уйлай. Унан ҡәҙерле кешенең тәне ҡатып ҡалғанын күрә. Мөхлис олатай Мәстүрә инәйҙең ҡырҡын уҡытырға бер көн ҡалғас вафат булды. Шуға күрә уны ерләгән көндө инәйҙең ҡырҡы ла уҡытылды. Төрлө яҡҡа таралған балаларының барыһы ла ҡайтып өлгөрҙө.

Һәр саҡ тыныс, мейестә бешкән тәмле икмәк еҫе аңҡыған өйҙә бер нисә көндән тауыш сыға. Барыһы ла матур итеп донъя көткән, хәҙер инде үҙҙәре ҡартатай-өләсәй булған бер туғандарҙың талашы судҡа барып етә. Ә уның сәбәбе – атай йортон бүлешеү. Өс бүлмәнән торған, кәртә-ҡураһы ныҡ булған нигеҙ өсөн талаш сығыр тип ата-әсә лә бер ҡасан уйламағандыр. Сөнки ете баланың үҙҙәре лә өлкәндәр рәтенә ингән. Әммә йорт өсөн талаш туҡтамай. Халҡыбыҙҙың йолаһына күҙ һалғанда ла ата нигеҙе һәр саҡ төпсөк малайға ҡалған бит. Кескәй ҡустыларының шулай тип белдереүе өлкәндәренең асыуын ҡабарта.

Төпсөк булһа ла

Төпсөк бала – Сабир ағай атаһы мәрхүм булғандан алып шул йортта йәшәй ине. Бының сәбәбе лә бар – ике балаһын үҫтереп бөткәндән һуң ҡатыны менән айырылышыр сиккә етә улар. Өндәшмәҫ, ҡулы алтын булған ағай балалары саҡырыуы буйынса ҙур ҡалаға күсергә теләмәй. “Уның өсөн нисәмә йыл йәшәгән ҙур матур йортобоҙҙо һатырға кәрәк. Сөнки улыбыҙ шул аҡсаға ҡушып, өс бүлмәле фатир алырға уйлай. Унда улыбыҙ, киленебеҙ, ейәнебеҙ йәшәй. Өҫтәүенә беҙ барайыҡмы шунда? Балалар килеп ҡунаҡ булып киткәндә генә һәйбәт ул. Бер ҡыйыҡ аҫтында, өҫтәүенә етенсе ҡатта нисек йәшәмәк кәрәк? Бында дуҫтар-күршеләр. Унда беҙҙе кем көтөп тора? Таш ситлеккә бикләнеп балалар ҡайтҡансы аптыранышып ултырабыҙмы? Бында баҡсабыҙҙа барыһы ла үҫә. Сығып өҙөп алып ашаһаң да, үҙе шифа. Шул баҡсаны үҫтереү – үҙе шөғөл. Ә унда беҙ нимә эшләрбеҙ? Хаҡлы ялға сығып, баҡсамды киңәйтеп, рәхәтләнеп йәшәп ятҡан ерҙән ниңә күсеп китәйем мин?”-тине Сабир ағай.

Әммә был ғаиләлә лә эш етдигә китте. Йорттарҙы, ер бүлемдәрен теркәү башланғас, Сабир ағайҙың ҡатыны барыһын да үҙ исеменә һәм улына яҙҙырып барғаны асыҡланды. Нисек, ниндәй маҡсатта эшләгәндер инде, әммә ағай хоҡуҡһыҙ булып сыҡты. Ҙур ҡалаға яҡын райондан килен булып төшкән ҡатын ғүмере буйы күсенеү тураһында хыялланып йәшәй. Бәлки, ошо уйҙары ла уға барыһын да үҙенсә эшләргә ярҙам иткәндер. Ҡайныһы мәрхүм булғас, ҡатын ирен: “Ана, һиңә йорт бушаны!”-тип ҡыуып сығара. Хаҡлы ялдағы ағай атай йортона килеп йәшәй башларға мәжбүр була. Мулланың: “Йортто мәрхүмдең ҡырҡына тиклем буш ҡалдырмағыҙ”,-тигәнен дә сәбәп итә.

Әммә өс апаһы һәм өс ағаһы туғанының хәленә инергә теләмәй. “Һин зыянлы ерҙә эшләнем тип былай ҙа хаҡлы ялға ла иртә сыҡтың. Пенсияны ла ҡутара алаһың. Ә беҙ һаман эшләп йөрөйбөҙ. Өй ҙә һинеке булырға тейешме – юҡ инде! Моғайын, һеҙ килен менән өйҙө һалдырып алыу өсөн юрамал айырылышҡан булып ҡыланаһығыҙ!”-тип ҡысҡыра улар.

Мәрйәмдең Мария булып китеүе

Мәрйәм апай был йорттоң аҡсаһын барыбер бүлдереп аласағын белдерҙе. “Туғандарымдың барыһы ла минән күпкә яҡшыраҡ йәшәй”,-тип яҙмышын бәйән итте.

Училище тамамлаған ҡыҙ йүнәлтмә буйынса алыҫ яҡтарға эшкә китә. Тәүҙә тыуған яғын һағынып илаһа ла, тиҙҙән яҙмышына күнә. Бының сәбәбе лә була – Сергей исемле урыҫ егете. Йәштәр бер-береһен оҡшата. Тиҙҙән өйләнешергә булалар. Ҡыҙ ата-әсәһенең уның урыҫҡа сығыуына ҡаршы булыуҙарын тыңларға ла теләмәй. Әммә Мәрйәмде яңы ғаиләһендә лә бер ҡасан да үҙ итмәйҙәр. Балалары тыуғас та иренең туғандары уға икенсе “сорттағы” кеше итеп күрә. Мәрйәмдең Марияға әйләнеп, уларҙың диненә күсеүе лә был ғаиләне йомшартмай. Ире лә, үҙе лә көнө буйы эштә булғас, улдары ла күберәк ҡайны-ҡәйнә ҡулында ҡала. Кескәй йөрәккә ниндәй орлоҡ һалаһың, шундай кеше лә үҫеп етә бит. Малай ҙа әсәһенә һауалыраҡ ҡарашта булып буй еткерә. Ғүмере буйы заводта ауыр эштә эшләгән Сергей пенсия йәшенә лә етмәй вафат була. Мәрйәм үҙе лә ауыр цехтарҙың береһендә һаулығын ныҡ ҡаҡшата. Ҡартайған көнөндә уға тик ыныслыҡ кәрәк. Улы “бергә йәшәйәсәкбеҙ” тип бер ҡыҙҙы эйәртеп ҡайтҡас, уға бөтөнләй тынғылыҡ бөтә. Йәштәр таңға тиклем шаулаша, йоҡо бирмәй. Мәрйәмдең иҫкәртеүҙәренә тик алама һүгенеү һүҙҙәре генә ишетелә. Көслө ҡан баҫымы менән ыҙалаған ҡатын дауахананан сыға алмай. Фатирҙы алмаштырыуға улы риза түгел. “Ике бүлмәле фатирҙы коммуналкалағы бүлмәләргә алмаштырабыҙмы? Юҡ инде! Һин әсә булараҡ мине торлаҡ менән тәьмин итергә тейешһең. Хәлеңдән килмәй икән, сығып кит!”,-ти ул.

Әсәһенең илап: “Ҡайҙа ғына барайым мин?”-тип илауы ла йәш егетте йомшартмай, “Ана, ҡарттар йортонда урын күп ул”,-тигән яуап ишетә.

Мәрйәм апайҙың йыйып барған аҡсаһы бар икән. Ул атаһының йортон һатҡан аҡсаны ҡушып үҙенә бүлмә алырға, ә фатирын улына ҡалдырырға хыяллана. “Хәлегеҙҙе туғандарығыҙға аңлатығыҙ һуң. Һеҙ бит сит яҡтарҙан ҡайтып, ошо ата йортонда йәшәй алаһығыҙ”,-тигәнгә, “Юҡ, был яҡтар минең өсөн күптән ят. Ҡайтҡым килмәй. Ауыл өйөндә лә йәшәгем килмәй. Миңә бар уңайлыҡтары булған торлаҡ кәрәк. Ҙур ерҙә йәшәп өйрәнгәс, шунда ҡаласаҡмын”,-тине ул.

Бәхетле булығыҙ, туғандарым!

Уйылдан ағайҙың да үҙ туҡһаны ғына – туҡһан. Ғаиләләге икенсе бала ул. Эшлеклелеге, бар ерҙә өлгөрөүе менән Мәстүрә инәй һәм Мөхлис олатайҙың һәр саҡ ғорурлығы була. “Аҡса эшләүгә шәп шул бала. Әллә нимәләр уйлап таба”,-тип баш сайҡай ата-әсә тере сағында.

Уйылдан ағайҙың ҡатыны менән икәүһе генә йәшәгән ҙур йорттары бар, етеш йәшәйҙәр. Икеһе лә эшләй. Ғаиләнең өҫтәмә килеменә әүерелгән үҙ кәсептәре лә бар. Мәрйәм апайҙың: “Һеҙ – серегән байҙарға был йорт нимәгә кәрәк булды!”-тип ҡысҡырыуына ла иғтибар бирмәнеләр.

Уларҙың хыялы – улдарына шәп итеп туй үткәреү. Юғары уҡыу йортон тамамлап, эшләп йөрөгән егет һөйгән ҡыҙы менән алып ҡайтып таныштырған. Йәштәр туйҙы тик баш ҡаланың ресторанында ғына үткәреүҙе һорай (ә, бәлки, талап итәлер), унан улар мотлаҡ ниндәйҙер сит илгә ялға барырға тейеш. Кейәү һәм кәләш күп уйлап тормаған – ресторан һәм сәйәхәткә путевканы ата-әсә елкәһенә һалған. “Шуға күрә беҙҙең һәр тинебеҙ иҫәпле. Өйҙән килгән аҡса ла иш янына ҡуш булыр ине”,-тип белдерҙе улар.

Ҡиммәтле ресторан, путевкалар талап иткән йәштәргә “юҡ” ти әйтеү башҡа ла килмәй. Уның ҡарауы алты айҙан ғына бүлеп булған йортҡа талашҡа тәүге көндәрҙән ҡушылды улар.

Мифтах ағай ҙа өйҙә үҙ өлөшө барлығын белдерҙе. “Һуңғы йылдарҙа беҙ бик ауыр йәшәйбеҙ. Улым аварияға тарып, ҡазаланып ҡуйҙы. Оҙаҡ дауаханала ятты, ә килен уны ташлап китте. Шулай булһа ла алиментҡа биргән. Уныһы йыйылып киткән. Суд приставтары аптырата. Улыбыҙға беҙ ярҙам итмәһәк – кем итә? Шуға күрә беҙгә был өй кәрәгерәк”,-тине ул уфтанып.

Мөкәрәмә апай иренең ныҡ ҡына ауырыуын, йөрәгенә операция яһатырға кәрәк икәнлеген белдерҙе. “Мин уны ҙур ергә алып барып ҡаратҡым килә. Шәхки клиникаларға йөрөтөү күп аҡса талап итә. Шуға күрә минең хәлемде аңларға тейешһегеҙ...”-тигән һүҙҙәренең аҙағы ишетелмәне лә. Сөнки туғандары: “Беләбеҙ инде. Ғүмер буйы икегеҙ ҙә ауырыу булып ҡыландығыҙ. Һеҙҙән һау кеше юҡ! Әллә беҙҙе алйот тейһегеҙме!”-тип ҡысҡырыша башланы.

Лотфулла ағай һаулыҡ яғына килгәндә, улар араһында иң ауырыуы үҙе икәнлеген әйтеп һалды. Унан үҙенә операция яһатып ҡайтҡандан һуң бер туғанының да хатта шылтыратып та хәл белмәгәненә үпкәһен белдерҙе.

Сабир ағайҙан ике йәшкә генә өлкән булған Мөслихә апайҙың илап ебәреүе көтөлмәгән хәл булғандыр. “Әсәйемдең: “Ғүмер күҙ асып йомған арала ғына үтә лә китә. Һәр мәлдең ҡәҙерен белегеҙ”,-тигән һүҙҙәре ҡапыл ҡолағыма ап-асыҡ ишетелгәндәй булды. Күрәһең, беҙҙең шулай үҙ-ара шулай дошманға әүерелеп барыуыбыҙға йәне тынғылыҡ тапмайҙыр. Мин атай йортонан баш тартам. Бәхетле булығыҙ, туғандарым”,-тип сығып китте ул.

Атай нигеҙ һалған йорт һатылыр, унан килгән барлы-юҡлы аҡса алтыға бүленер. Тик был аҡса кемгә бәхет килтерер икән? Атай йорто янынан үткәндә уның уттарын яттар балҡытҡанға күңел һыҙламаҫ-әрнемәҫме икән?...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, бар исем-шәрифтәр үҙгәртеп алынды.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: