Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
1 Июнь 2023, 21:30

Күңел донъяһын шаҡарып асмағыҙ...

Ҡыҙ һүҙен дауам итеп: “Әйтәм бит, ыштанды яңылыш кейеп йөрөйһөң һин! Итәк кейеп, ғәйбәт сәскән бисә-сәсә янында урын алырға ваҡыт етте һиңә”,-тине һәм ҡапыл егетте матҡып тотоп алды. Был хәлде береһе лә көтмәгән ине. Егеттәр күмәк булһа ла, ярһыған ҡыҙ янына барырға батырсылыҡ итмәне. Хәлимә ул арала теге егеттең ыштанын һыпырып төшөрөп, кеҫәһенән сыбар күлдәк сығарып, башы аша кейҙереп тә өлгөрҙө. Егет тыпырсынып маташа, әммә көсө етмәй. Ниндәй аҫау айғырҙарҙы йүгәнһеҙ менеп киткән Хәлимәгә ҡаршы торорлоҡ көс бармы инде һуң! Ҡыҙ ғәйбәтсене тиҙ арала бөрөп һалып, күлдәген кейҙереп тә, башына яулығын да ябындырып ҡуйҙы. “Бына шулай йөрө инде! Минең юлыма ыштан кейеп осраһаң, һәр саҡ бисә күлдәге кейҙереп китәсәкмен!”-тип боролоп та китте...

Күңел донъяһын шаҡарып асмағыҙ...
Күңел донъяһын шаҡарып асмағыҙ...

Суд залынан

Күңел донъяһын шаҡарып асмағыҙ...

Кеше тормошона ҡыҫылыу, кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә кәңәштәр биреү, йыуатырға, хәленә инергә маташыу, ҡайһы саҡта еңеллек килтереү урынына, ҡурҡыныс аҙымға этәрә...

Эшлекле, үҙ һүҙен тура бәреп әйткән, ҡайһы саҡта үтә ҡыҙыу Хәлимә янына егеттәр барырға ла ҡурҡа ине. Хәлимә мәктәп йылдарында уҡ үтә шаян малайҙарҙы бөрөп һалыр ине. Өйөндә лә ҡарт ата-әсәһенә (ул һуңғы бала) ҡыҙ ҙа, малай ҙа урынына булды. Хәлимә кәртә-ҡура эштәрен һыҙырып эшләне. Башҡа кешеләр яҙғы эштәренә кемделер яллап маташҡансы, ҡыҙ күпселек миҙгелле мәшәҡәттәрҙе яңғыҙы тамамлап та ҡуйыр ине. Был атаһын бигерәк борсой ине. Сөнки әсәһе лә Хәлимә кеүек үк ҡаты холоҡло инәй булды. Һаулыҡҡа туйына алмаған атаһы: “Ҡыҙым, пенсиябыҙ етә бит. Кеше яллайыҡ. Үҙеңде бөтөрәһең бит”,-тиеүенә, балаһы һаран йылмайып: “Ауыл әтрәгәләмен йортобоҙға яҡын килтермәйем. Үҙем эшләйем”,-тиер ине.

Әсәһе ҡыҙының ныҡ булып үҫеүенә ҡыуанды ғына. Үҙе сирләшкә кешегә кейәүгә сығып, ғүмере буйы ир эшен дә, ҡатын эшен дә алып барғас, балаһын да шулай тәрбиәләне.

Хәлимәнең атҡа йүгәнһеҙ ултырып китеүенә күптәр хайран ҡалыр ине. Ат өйрәтеү ваҡыты етһә, ҡыҙға баш эйгән ирҙәр ҙә табылды. Әллә аттарҙың телен белде, әллә ҡарашы менән ҡурҡытты, күпме ыҙалаһа ла, баш бирмәгән тайҙарҙың башын эйҙерә ине ул. Ата-әсәһенең бер-бер артлы донъя ҡуйыуын ҡыҙ яңғыҙы күтәрҙе. Уға ҡайғы уртаҡлашып килгәндәрҙе ҡапҡанан бороп сығарҙы. Хәлимә илап өйрәнмәгән, уға барыһын да яңғыҙы үткәреүе еңелерәк. Бар кисерештәрен башҡаларға һөйләп, мышҡылдап ултырған кешеләрҙе аңламай ҙа, ҡабул да итмәй ине. Әкренләп ҡайғы ла баҫыла барҙы. Хәлимә бар ауыр уйҙарын эш менән баҫты. Юҡҡа ғына башыңа ҡайғы төшкәндә ашың булһын да, эшең булһын, тип әйтмәгәндәр бит. Ҡыҙ ҙа шулай онотолдо.

“Хәлимә ауырлы икән!”-тигән хәбәр уларҙың бәләкәс кенә ауылын бер нисә мәртәбә урап сыҡты. Көтөү ҡыуа сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, ирҙәр ҙә яңғыҙ йәшәгән ҡыҙҙың тормошон тикшерҙе. “Һуң, кем менәндер йөрөгәне һиҙелмәй түгел бит”,-тине береһе. Бәғзеләре: “Бына һиңә ауылдың иң аҡыллы ҡыҙы”,-тип бот сапты. Өсөнсөләре: “Шундай ҡыҙҙы ауыҙлыҡлай алған егетте күрер кәрәк ине”,-тип мыҫҡыллы йылмайҙы.

Әлбиттә, Хәлимәнең үҙенә был хаҡта туранан-тура әйткән кеше булманы. Сөнки ҡурҡалар ине. Һәм юҡҡа түгел. Ауылдаштарының иртәнге аш урынына, үҙен сәйнәгәндәрен ишеткән Хәлимә шәп-шәп һәм ныҡ аҙымдар менән ауыл фельдшерына йүнәлде. Яңыраҡ эш башлаған ҡыҙ уны индермәҫкә маташып, ишеген бикләргә тырышты. Әммә иң көслө дөлдөлдәрҙең дә башын эйҙергән Хәлимәгә был көсмө ни инде? Ул зәһәр йылмайып фельдшер алдына баҫты. Тегеһе ҡойолоп төштө. Унан сигенә барып, тәҙрәгә барып һөйәлде. “Мин, мин ғәйепле түгел...”-тине бышылдап ҡына. “Ә кем улай булғас?” Тегеһе башын эйеп өндәшмәй тик торғас, Хәлимә уның ҡаршыһындағы өҫтәлгә килтереп һуҡты. Фельдшер ҡыҙ ҡурҡышынан ултыра төштө һәм илап ебәрҙе. “Йөрөгән егетемә генә әйткәйнем... Башҡа бер кемгә лә...” Хәлимә былҡылдап төшкән сибек фельдшерға ерәнеп ҡараны. “Ә беҙ һинең менән нимә тип һөйләшкәйнек?! Мин һиңә барыбер ауылдан китәм, әлегә бер кемгә өндәшмәй тор тимәнемме! Һеҙ – медиктар, кешеләрҙең серен һаҡларға ант бирәһегеҙ түгелме?!” -тип ярһыны ул.

Хәлимә күҙенә килеп эләккән бар нәмәне ауҙарып, әйләнеп сығып китте. Уның ауырлы булғанын һөйләүҙәренә иҫе китмәй ине. Әммә күҙенә ҡарап йылмайып, артынан һөйләүҙәре менән ҡуҙғыған ене килешә алманы. “Берәй йомоштары төшһә, мыйылдап киләләр ҙә, әйләнеп китеп өлгөрмәйҙәр, рәхәтләнеп һине сәйнәйҙәр. Сәйнәмәйерәк торһондар әле”,-тип ярһыны ул.

Үҙе тураһындағы ғәйбәтте егет кешенең таратыуы Хәлимәне оторо ярһытты. Ул кеше бер нисек тә язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел, тип уйланы ул. Кистәрен егеттәрҙең ҡайҙа йыйылғанын яҡшы белә ул. Мәле еткәс, өҫтөндәге курткаһының киң кеҫәһенә бер төйөнсөк тығып, шунда юлланды. Егеттәр һәр саҡтағыса шул эскәмйә янына өймәкләшкән. Кемеһе һыра һемерә, икенселәренең йөгө етеп, бәлйерәп төшкән. Үҙе хаҡында ғәйбәт таратыусының алдына уҡ барып баҫҡас, тегеһе тертләп китте. Унан янында егеттәрҙең күплеген күҙе менән йөрөтөп сыҡҡас, тынысланды, шикелле, һораулы ҡарашын Хәлимәгә төбәне. Ҡыҙ: “Һин ыштан кейеп, егет булып яңылышып йөрөйһөң бит”,-тине тыныс тауыш менән. Эскәмйә янына өймәкләшкән ир-егеттәр хәҙер ниҙер буласағын тойоп, шым ҡалды. Егет: “Хәлимә, һин бар лутсы ҡайтып сәңгелдәк әтмәллә. Һарай һала белгәс, уныһын ғына эшләй алаһыңдыр”,-тине мыҫҡыллы йылмайып. Янындағылар шарҡылдап көлөргә тотондо. Хәлимә: “Мин, ярай, кәртә-ҡурамды үҙем йүнәтәм, үҙем һалам, ә һинеке емерелеп бөтөп бара бит”,-тине. Барыһы ла шымып ҡалды. Батыр булып ҡыланған егет тә бөршәйгәндәй тойолдо. Ҡыҙ һүҙен дауам итеп: “Әйтәм бит, ыштанды яңылыш кейеп йөрөйһөң һин! Итәк кейеп, ғәйбәт сәскән бисә-сәсә янында урын алырға ваҡыт етте һиңә”,-тине һәм ҡапыл егетте матҡып тотоп алды. Был хәлде береһе лә көтмәгән ине. Егеттәр күмәк булһа ла, ярһыған ҡыҙ янына барырға батырсылыҡ итмәне. Хәлимә ул арала теге егеттең ыштанын һыпырып төшөрөп, кеҫәһенән сыбар күлдәк сығарып, башы аша кейҙереп тә өлгөрҙө. Егет тыпырсынып маташа, әммә көсө етмәй. Ниндәй аҫау айғырҙарҙы йүгәнһеҙ менеп киткән Хәлимәгә ҡаршы торорлоҡ көс бармы инде һуң! Ҡыҙ ғәйбәтсене тиҙ арала бөрөп һалып, күлдәген кейҙереп тә, башына яулығын да ябындырып ҡуйҙы. “Бына шулай йөрө инде! Минең юлыма ыштан кейеп осраһаң, һәр саҡ бисә күлдәге кейҙереп китәсәкмен!”-тип боролоп та китте.

Оятынан, ғәрлегенән аяғында ла баҫып тора алмаған егет ергә лып итеп килеп төштө. Янындағы дуҫтары ла бер һүҙ әйтә алманы. Хатта көлмәнеләр ҙә. Хәлимәнең ярһыулығы, көсө, ҡарашындағы нәфрәт уты уларҙы телһеҙ иткән ине. Шулай ҙа ҡыҙ тураһында имеш-мимеш таратҡан егеттең ниндәй оятҡа ҡалдырылыуы йәшен тиҙлегендәй ауылға таралды. Әммә ауылдаштары ҡырыҫ ҡыҙ хаҡында теләһә нәмә һөйләүен ҡуйманы. Тик быны улар тирә-яғына ҡаранып, яҡын-тирәлә Хәлимәнең күренмәүенә ышанғас ҡына, һөйләне. Хәлимәгә барыбер ине. Уны икенсе уй-хистәр борсоно. Ҡыҙ үҙен ауылдан алып китергә вәғәҙә биргән һөйгәнен өҙөлөп көтә ине.

Үҙенән ун йәштәр самаһына өлкән булған Вәлит менән улар бер ауырыу айғырҙың аяғын ҡарағанда танышты. Имгәнгән мал ҡаланан килгән ветеринарҙы янына яҡын ебәрмәй ине. Янында торған ирҙәр ҙә айғыр янына бара алманы. Шул саҡ кемдер Хәлимәне саҡырырға кәрәклеген белдерҙе. Иртә таңдан ыҙалаған ветеринар ҡул ғына һелтәне, йәнәһе “теләһә кемде саҡырығыҙ, тик тиҙерәк эште тамамлайыҡ”. Ҡаршыһына ҙур ҡара күҙле, ныҡ, әммә һомғол буйлы ҡыҙ килеп баҫҡас, Вәлит аптырап ҡалды. Унан ирен сите менән генә йылмайып ҡуйҙы. Ярты көн көс бирмәгән айғырҙы был ҡыҙ ҡайҙан тыңлата алһын инде. Ветеринар ниндәйҙер ҡыҙыҡ көтөп, йылмайып ҡатып ҡалды. Әммә Хәлимә тиҙ арала мал менән уртаҡ тел таба алды. Хәҙер инде ул аптырауынан ауыҙын асып торған Вәлиткә: “Йәгеҙ, йәһәтерәк, мин көнө буйы ошонда ултырырға тейешме?”-тип бойорҙо.

Ветеринар ҡыҙ ярҙамында барыһын да тиҙ арала башҡара алды. Айғырҙы урынына ҡуйып, ауыл яғына боролған ҡыҙҙы машинала баҫтырып етте ул. Ҡыҙ инәлтмәй генә ултырҙы, сөнки эше күп ине. Әммә Вәлиттең үҙенә ҡарата әйтелгән һоҡланыу һүҙҙәренән иреп төштө. Ветеринарҙың яғымлы тауышы, үҙенән алмаған матур ҡарашы Хәлимәне әсир ите. Быға тиклем бер егет тә уға шулай итеп ҡарағаны юҡ ине. Вәлит ысынлап та Хәлимәнән күҙен дә ала алмай ине. Сөнки бындай ҡыҙҙарҙы, бәлки, ниндәйҙер фильмдарҙа ғына күргәне булғандыр. Тәүге танышыу һәм осрашыу оҙайлы мөнәсәбәткә әүерелде. Хәлимә Вәлиттең: “Әҙ генә түҙ, мин һине ҡалаға алып китәм. Өйләнешербеҙ. Тиҙҙән яңы фатир алам. Шул саҡта күсереп алып китермен. Әлегә атай-әсәй менән йәшәйем. Улар менән бер ҡыйыҡ аҫтында көн күргәнсе, баштан уҡ яңы донъя ҡорайыҡ”,-тигән һүҙҙәренә ышанды.

Ауырға ҡалғанын да осраҡлы рәүештә белде. Ул көндө ул туҡтауһыҙ уҡшып-уҡшып хәле бөттө. Башҡа ваҡыт булһа, һәр саҡтағыса, “әй, үтер әле” тип ҡул һелтәр ине. Әммә йоғошло ауырыу булып ҡуймаһын тигән уй мейеһен ярып үтте. Сөнки улар Вәлит менән осрашырға тейеш ине. Ә ҡыҙҙың һөйгәнен бер ҙә ауырытҡыһы килмәй ине. Хәлимә йәш фельдшерҙарына йүнәлде. Уныһы ҡала дауаханаһына барырға йөрөй ине, ай-вайына ҡуймай, ҡуша алып китте. Фельдшерҙың: “Берәй етди ауырыу булһа, стационарға ҡалдырып китермен. Ҡурҡыныс бит, бәлки, һуҡыр эсәктер”,-тип шомланыуын ишетеп, Хәлимә риза булды. Дауаханала ҡыҙ үҙенең ауырлы булыуын ишетеп аптыраны ла, ҡыуанды ла. Ниңәлер йөклө булыу мөмкинлеге уның башына ла инеп сыҡмағайны. Фельдшер ҡыҙға был хаҡта бер кемгә лә әйтмәүен үтенде. Тик уныһы тишек ауыҙ булып сыҡты бит.

Бәпес көткәнен әйткәс, Вәлиттең йөҙө үҙгәреп китте. Ҡыҙ быны үҙенсә аңланы. Йәнәһе лә егет өсөн дә был көтөлмәгән яңылыҡ, бәпәй табыу хаҡында һөйләшмәгәйнеләр бит. Әммә ғаилә ҡорорға уйлағас, барыбер бәпестәре булыр ине бит, тип йыуатты үҙен ҡыҙ. Әммә ошо хәбәрҙән һуң уларҙың осрашыуҙары һирәгәйә барҙы. Вәлит быны эш урынына килеп төшкән тикшереү менән аңлатты. “Ҡайһы саҡта ярты төн үткәс кенә бушаталар шул”,-тине Вәлит аҡланып.

Эсе беленә башлағас, Хәлимә ҡалаға үҙе күсенергә булды. Ниңә эштән бушамаған һөйгәнен ыҙалатырға? Тәүҙә ул йортон һатырға уйланы. Әммә ата нигеҙен йәлләне. Күрше бабайҙың улы уның баҡсаһына күптән ҡыҙыға ине. Шуға күрә Хәлимә уға йортон ҡарап тороу шарты менән, баҡсаһының йәшелсә-емешен йыйып алырға рөхсәт итте. Ҡыҙ ҡалаға килеп бер бүлмәле фатир тапты. Уны йыуып-рәтләп алғас ҡына, һөйгәненә хәбәр итеп, уны һөйөндөрөрмөн тип уйланы ул.

Әммә барыһы ла уйламағанда хәл ителде. Яңы торлағына ваҡ-төйәк алырға сыҡҡан ҡыҙ Вәлитте осратты. Ул бер нисә айлыҡ сабый ятҡан колясканы этеп бара, уның ҡулына йәш ҡатын йәбешкән. Иғтибарлы ҡыҙ һөйгәненең ҡулында быға тиклем күренмәгән никах балдағын да күрҙе. Уны күреп ҡалған Вәлит ҡойолоп төштө. Ҡыҙҙың законлы ҡатыны янында янъял ҡуптарыуынан, хатта үҙен һуғып ебәреүҙән ҡурҡты бахыр ир. Әммә Хәлимә үтә ғорур ҙа ине. Ул Вәлит янынан уны белмәмеш һәм күрмәмеш булып үтте лә китте.

Бар уй-хистәрен сорнап алған һөйгәненең ялғанлығынан, мөхәббәтен тапмайынса ҡапыл юғалтыуҙан илап, күпме яҫтыҡты үтәнән-үтә сылатҡанын Хәлимә үҙе генә белде. Тик бирешмәне. Ваҡыты еткәс, баһадирҙай ул тапты. Бар иғтибарын, һөйөүен, наҙын бәләкәсенә бирҙе. Улы аҡыллы бала булып буй еткерҙе. Бер нисә мәртәбә һөйләшергә маташып ҡараған Вәлитте Хәлимә башҡаса яҡын да килтермәне. Улы мәктәпте яҡшы уҡып бөтөп, унан юғары уҡыу йортон тамамланы. Иртә өйләнде. Хәлимә быға тик шат ҡына ине. Сөнки игеҙәк ейән һәм ейәнсәре донъяға килде.

Тик бер көндө Хәлимәнең бар донъяһы емерелде һәм юҡҡа сыҡты. Һөйөклө улы аварияға тарып, һәләк булды. Ейән-ейәнсәре һәм килененә күңелен баҫып, үтә ауыр ҡайғыһын күтәреп килә ине ул. Әммә туҡтауһыҙ ҡайғы уртаҡлашҡан кешеләр Хәлимәнең йөрәген яраланы. Танышы ла, таныш булмағаны ла ниҙер әйтергә маташты, уға ҡағылды, телефон аша теләһә ниндәй аффоризмлы смстар ебәрҙе. Хәлимәнең ҡайһы саҡта: “Туҡтағыҙ, етте! Миңә һеҙҙең был хәбәрҙәрегеҙ ҙә, йәлләүле ҡарашығыҙ ҙа кәрәкмәй”,-тип ҡысҡырғыһы килде. Көслө ҡатын улын юғалтҡандан һуң бер аҙнанан эшкә сыҡты. Уға шулай кәрәк ине. Сөнки көслөләр ҡайғыһын иркәләтмәй, үҫтермәй, уны эш менән еңә.

Үҙҙәренең ҡайғы уртаҡлашыуҙарын һалҡын ҡабул иткән Хәлимәнең фажиғәһен барыһы ла онотоп бара ине. Әммә бер ҡатын уны осратып: “Мин һинең улыңдың тормошон үҙемдекеләргә ғибрәт итеп һөйләйем. Улың иҫерек булған тейҙәр түгелме? Уның аҙымын ҡабатламаһындар тип...”-тип һөйләй башлағайны, аҙаҡҡы һүҙҙәрен әйтеп бөтөрә алманы. Ярһыған Хәлимә уны баҫҡыстан алып ырғытты.

Имгәнеп, бер ай дауаханала ятҡан ҡатын өсөн Хәлимә суд алдына баҫты. Уның был хәлгә ни өсөн етеүен иҫәпкә алынып, шартлы яза һәм һаулыҡҡа килтергән зыянды ҡаплау ҡарары сығарылды.

Эйе, әҙәм балаһының йәне – хис-тойғолар тулы төпһөҙ даръя ул. Кемдеңдер күңел донъяһына ишек һәр саҡ ябыҡ була. Уны көсләп асырға йәки бысраҡ эҙҙәр һалырға маташыу күҙ алдына ла килтерә алмаған хәлдәргә килтереүе ихтимал икәнлеген онотмағыҙ...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: