Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
23 Май 2023, 21:05

Яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән

Уныһын ҡарарбыҙ әле! Бәләкәс балаһын ташлап ҡараһын әле, төрмәгә ултыртам мин уны!”-тип ишекте шарт ябып сығып китте. Күпме генә талаш сығармаһын, ирен кире ҡайтара алманы. Бер нисә мәртәбә булған судтан һуң уларҙы айырҙылар. Ире алимент түләне. Улын күрергә теләп килгәндә Вәсилә уны индермәне. Балаһын һағынған ире тәүҙә инәлеп ҡараны ла, унан ҡул һелтәне, улынан һыуынды ла ҡуйҙы. Тиҙҙән уның өйләнгәне ишетелде. Ирен балаһын күрһәтмәй ыҙалатып, унан ҡайтарырға уйлаған Вәсилә аптырап ҡалды. Унан әсәһе менән иренең яңы йортона баҫып барып инделәр. Өйҙә талаш ҡупты...

Яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән
Яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән

Яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән...

Кешеләргә иң изге теләктәрҙе еткергәндә беҙ уларға йорт ҡото теләйбеҙ. Бәлки, күптәр был төшөнсә хаҡында уйлап та бирмәйҙер. Әммә ҡото булған өй – көс биргән һауаһы менән айырыла. Бындай йорттарҙа йәшәгән кешеләрҙе иң бәхетлеләр рәтенә индерергә мөмкин. Йорттоң ҡото уның ҙур йәки ҡиммәтле йыһаздар менән тултырылыуына түгел, ә бында йәшәгәндәрҙең бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәтенә, мөхәббәт-татыулыҡта йәшәүҙәренә бәйле...

Мин ҡол түгел!”

“Ҡартайып килгән көнөмдә суд тупһаһын тапап йөрөрмөн тип башыма ла килтермәй инем. Ояты ни тора! Улыма күпме әйттем өйләнмә шул албаҫтыға, нәҫел-нәсәбе менән ямандар тип. Тыңламаны”,-тип мировой судта илаған ҡатын үҙенә барыһының да иғтибарын йәлеп итте.

“Ҡартайып килгән” ханыма иң күбендә 40-45 йәште бирергә була ине. Эргәһендә баҙнатһыҙ ғына тапанып торған улы хатта унан өлкәнерәк тә күренде. “Ярай инде, әсәй...” Улының ниҙер әйтеүен ишетеү менән ҡатын тағы ярһып китте. “Һиңә шулай инде, бар нәмә лә “ярай”! Ҡатының мине үлтерә һуҡһа ла, уға минең мәйетте йәшерергә ярҙам итеп йөрөр инең!”

Вәсилә улын яңғыҙы үҫтерә. Иренең үҙен туҡтауһыҙ ауылға ата-әсәһе янына алып йөрөүен өнәп бөтмәй. Таң менән уяныу, һыйыр һауа белмәһә лә, ҡәйнәһе янында ҡомған һәм таҫтамал тотоп тороу, унан оҙаҡ итеп сепарат айыртыу... Күҙҙәре асылып та бөтмәгән йәш ҡатынды быларҙың барыһы ла сығырынан-сығара. Хатта күмәкләшеп ултырып ашауҙы ла яратмай. Ярай үҙҙәре генә булһа, таң менән ҡайны-ҡәйнәһенең ошо урамда йәшәгән туғандары, уларҙың балалары килеп тула. Килен булараҡ барыһын да ҡаршылау, уларҙың артынан һауыт-һаба йыйыу Вәсилә иңенә төшә. Ә эҫелә картуф утау-күмеү! Тәүҙә түҙеп йөрөгән йәш кәләш ауылға барып ҡайтҡан һайын иренә тауыш күтәрә башлай. “Мин башҡа бармайым ауылға! Үҙемде ҡоллоҡҡа алынған кеүек хис итә башланым. Мин һиңә кейәүгә сыҡтым, ә тотош ғаиләгеҙгә түгел!”-тип ярһыны ул.

Әммә ире ата-әсәһен яҡланы: “Беҙ шулай йәшәп өйрәнгәнбеҙ. Ял көндәрендә ауылға ҡайтырға тейешбеҙ. Миңә атай менән әсәйгә ярҙам итер кәрәк. Һин минең ҡатыным булғас, был һиңә лә ҡағыла”,-тине ҡаты итеп.

Арыу аҡса эшләгән иренән айырылғыһы килмәй ине Вәсиләнең, шуға күрә был юлы өндәшмәй ҡалды. Әммә ауырға ҡалғас мең сәбәп табып ҡайны-ҡәйнәһенә йөрөүҙе туҡтатты. Ире лә буласаҡ сабыйы өсөн борсолоп, уны өндәмәне. Вәсиләнең әсәһе кейәүенең ял һайын ауылға китеүен яратманы. “Һин бала табырға йөрөйһөң уға, ә ул һине ҡалдырып китә. Былай булмай! Ҡурҡытып ал, айырылам тип әйт. Хәҙер иреңде еңеп алмаһаң, һуңынан кескәй бала менән яңғыҙың ултырасаҡһың бит”,-тип тылҡыны ул.

Яман ҡатындан дейеү пәрейе лә ҡасҡан

Вәсиләнең ире менән тартҡылашыуы айҙарға һуҙылды. Улдары тыуғас әҙерәк тымып-татыулашып алдылар. Ҡайны-ҡәйнәһе үҙҙәре килеп йөрөнө. Унан балаға исем ҡуштырыу тураһында һүҙ ҡуҙғаттылар. Килендәре үсегеп кенә: “Бар бит уның исеме! Роддомда уҡ ҡушып сыҡтым, ана, документы ята, ҡарағыҙ!”-тине.

Ҡәйнәһе сабыр ғына итеп ҡорбан салырға, туғандарҙы йыйырға кәрәклеген белдерҙе. Вәсилә тағы: ”Мин нисек ҡунаҡ йыйып ултырайым! Былай ҙа арыйым, йоҡлап булғаны юҡ!”-тип ҡаршы сыҡты. Ҡәйнәһе аятты ауылда уҡытасаҡтарын, тәғәйенләнгән көндө уларға ҡайтырға кәрәклеген генә әйтте. Был Вәсилә туҙып китте. “Һеҙгә сәбәп табып, ҡунаҡ булырға ғына! Ә минең хәлемде бер кем аңламай! Нимәгә кәрәк ул ундай йыйын?! Үҙегеҙ генә саҡырығыҙ, беҙ бармайбыҙ!”

Бәпескә бүләктәр, ит-картуфын тейәп килгән ҡайны-ҡәйнәһе өндәшмәй сығып китте. Ире лә Вәсилә менән оҙаҡ һөйләшмәй йөрөнө. Ял яҡынлашҡас ауылға ҡайтырға кәрәклеген белдерҙе. “Атай менән әсәй көтә. Ҡорбан салырға муллаға әйтелгән, кешеләр саҡырылған”,-тине ул.

Тик Вәсилә әсәһенең “еңеп алырға кәрәк” тигәнен ҡолағына киртеп алған ине. Шуға күрә йөҙ һүҙгә етеп, бармай ултырып ҡалды. Ошонан һуң уларҙың аралары ныҡлап һыуына башланы. Ире башҡаса уны ауылға әйҙүкләмәне, яңғыҙы китте. Вәсилә ярай, йөрөр-йөрөр ҙә, беҙ бармағас, ул да һирәкләр, тип уйланы. Әммә ярты йылдан һуң ире: “Вәсилә, мин башҡаса былай йәшәй алмайым. Айырылабыҙ. Улымды йәл булһа ла, ғаиләбеҙ килеп сыҡманы”,-тине. Йәш ҡатын бындай хәлде көтмәгәйне. Ул тәүҙә аптырап ҡалды, унан ҡаңғырҙы. Әммә ире әйберҙәрен йыйып алып сығып китте. Ял көндәрендә уның ауылда булғанын белеп, Вәсилә ҡайны йортона юл алды. Әммә ире бында юҡ ине. Вәсилә барыһында ла ҡайны-ҡәйнәһен ғәйепләп, талаш сығарҙы. Әммә ҡәйнәһе тыныс ҡына итеп: “Үҙең ғәйепле, килен. Бер ҙә беҙгә ылығырға теләмәнең. Беҙҙе ниңәлер дошман итеп күрҙең. Ейәнебеҙҙе йәл. Күрәләтә үҙең емерҙең ғаиләгеҙҙе. Улыбыҙҙы эҙләп йөрөмә, ҡайтмаясаҡ ул һиңә. Мин уның холҡон беләм”,-тине.

Вәсилә: “Уныһын ҡарарбыҙ әле! Бәләкәс балаһын ташлап ҡараһын әле, төрмәгә ултыртам мин уны!”-тип ишекте шарт ябып сығып китте. Күпме генә талаш сығармаһын, ирен кире ҡайтара алманы. Бер нисә мәртәбә булған судтан һуң уларҙы айырҙылар. Ире алимент түләне. Улын күрергә теләп килгәндә Вәсилә уны индермәне. Балаһын һағынған ире тәүҙә инәлеп ҡараны ла, унан ҡул һелтәне, улынан һыуынды ла ҡуйҙы. Тиҙҙән уның өйләнгәне ишетелде. Ирен балаһын күрһәтмәй ыҙалатып, унан ҡайтарырға уйлаған Вәсилә аптырап ҡалды. Унан әсәһе менән иренең яңы йортона баҫып барып инделәр. Өйҙә талаш ҡупты. Ире йәш кәләшен элекке ҡатыны һәм ҡәйнәһенән саҡ ҡотҡарып алды. Бушҡа ғына, яман ҡатындан дейеү пәрейе лә ҡасҡан тимәгәндәр бит. Вәсилә тыныслана алманы, көн дә тиерлек ирен һәм уның яңы кәләшен эҙәрлекләне. Һөҙөмтәлә, улар түҙмәй себер яҡтарына сыҡты ла китте. Вәсилә башҡа кейәүгә сыҡманы. Улын атаһына ҡарата нәфрәт менән үҫтерергә тырышты, уларҙы аралаштырманы ла.

Лайыҡһыҙ килен

Тыңлаусан булып үҫкән улы, бер мәртәбә генә тыңламаны уны – өйләнергә уйлағас. Вәсиләгә Айна тәрбиәһеҙ, ялҡау, бер һүҙ менән әйткәндә улына лайыҡһыҙ булып күренде. Туйҙан һуң йәштәр уның менән йәшәй башланы. Сөнки йәш килендең ата-әсәһе ауылда йәшәй, ә улар икеһе лә ҡалала эшләй. Вәсилә ни тиклем уларҙы айырырға тырышһа ла, Айна бирешмәне, күп нәмәне көлкөгә ауҙарҙы, бер-бер артлы ике бәпес тә табып алды. Был йәш ҡәйнәне үтә лә ярһытты. “Өйҙә тыныслыҡ бөттө, туҡтауһыҙ бала илау тауышы, миңә лә ял итергә кәрәк”,-тип иланы ул улына. Тик улының: “Фатир табып, айырым сығайыҡ һуң”,-тиеүенә ҡырҡа ҡаршы сыҡты.

Колледжды тамамлап эшләп йөрөгән Айна кейәүгә сығыу тураһында бөтөнләй уйламай. Ҡыҙҙың хыялы – артабан юғары белем алыу. Ата-әсәһенә һалышып өйрәнмәгән ҡыҙ тәүҙә эшләп аҡса туплап алырға, унан баш ҡала университеттарының береһенә инергә уйлай. Тик эш урынында Илсур менән танышҡас, ҡыҙҙың бар тормошо үҙгәрә. Йәштәр бер-береһен тәү күреүҙән оҡшата. Бер нисә ай осрашҡандан һуң Илсур өйләнешергә тәҡдим яһай. Айна: “Минең хыялым юғары белемле булыу ине. Шуға күрә ситтән тороп булһа ла уҡыясаҡмын. Әгәр шуға риза булһаң ғына өйләнешә алабыҙ. Сөнки сессияларға китергә тура киләсәк”,-ти.

Һөйгәне тураһында ғына хыял йөрөткән егет барыһына ла риза була. Тик әсәһенең ҡыҙҙы нисек ҡабул итәсәген уйлап хафаланып та ала. Шулай ҙа үҙен яратҡан әсәһе, буласаҡ ҡатынын да ситкә этмәҫ тип ышана. Тик әсәһе Айнаны тәү күреүҙән оҡшатмай. Ауылға Айнаның ата-әсәһенә барғанда ла Вәсилә үҙен үтә эре тота һәм ҡоҙа-ҡоҙағыйы күпме генә саҡырһа ла, уларға башҡаса бер ҡасан да бармай.

Айнаға әсәһе: “Ҡәйнәң – бик ауыр кеше. Улын һайлағас, түҙәһең инде. Уртаҡ тел табырға тырыш”,-ти.

Йәштәр Вәсилә менән йәшәй башлай. Ҡәйнәһе Айнаның һәр аҙымын күҙәтеп, йомортҡанан йөй эҙләп, ғауға сығаарырға әҙер генә тора. “Башым ауыртып, ятып ҡына торғайным, юрамал һауыт-һабаны шарт та шорт килеп йыуҙы”, “Кер машинаһын эшләтә белмәй, боҙа инде, өйрәт шуныңа!”, “Май еҫен яратмағанымды белә тороп, көнө буйы өйҙө һаҫытты!” Илсур әсәһенең үҙен ошондай әр-битәр менән ҡаршы алыуына күнегә башланы. Әммә уға Айнаны бик йәл ине. Фатир эҙләп тә ҡараны. Әммә кәләше: “Ипотекаға тәүге взнос индерергә аҡса йыяйыҡ тәүҙә, ауыр булыр”,-тип үҙе туҡтатты.

Айна ауырға ҡалғас, бигерәк тә ыҙаланы. Беренсе улы менән үтә ауыр йөрөнө ул. Килененең туҡтауһыҙ уҡшығанын күргәнен Вәсилә тағы ғауға күтәрҙе. “Мин дә ауырлы булдым. Тик һинең кеүек ҡыланманым. Ауылға барып таң менән һыйыр һауырға сыға инем, унан картуфын да утаным, бер өйөр ялҡауға ашарға йүнәтә, улар артынан йыуа-йыша торғайным. Бер ҙә үлмәнем! Һин фатирҙа ятып, әллә кем булып ҡыланаһың!”-тип ҡысҡырҙы ул.

Вәсилә ауырлы сағында ауылда ни тиклем ыҙалап йөрөгәне тураһындағы уйҙырмаға үҙе лә ышанып бөткән ине, шикелле.

Төрмәлә “серетә” алманы

Айнаның икенсе мәртәбә ауырлы икәнлеген белгәс, Вәсилә тағы тауыш сығарҙы: “Һеҙҙең башығыҙ эшләмәйме әллә?! Минең елкәлә йәшәп ятаһығыҙ, ә икенсе бала табырға уйлайһығыҙ! Мин ғүмер буйы һеҙҙе аҫырарға тейешме?! Аборт эшләтегеҙ!”-тип ҡысҡырҙы ул.

Был юлы ла ул улы һәм килененең фатир өсөн түләүҙәрен, аҙыҡ-түлек алыуҙарын, улының үҙен кейендереүен генә түгел, ә шифаханаларға ла ебәреүен онотҡан ине. Илсур менән Айна шуға күрә аҡса ла йыя алмай ине. Сөнки күп ваҡыт Вәсилә түләүле клиникаларға барып һаулығын тикшертте, унан ҡиммәтле дарыуҙар алды, унан “һеҙҙең сыр-сыу килгән балаларығыҙҙан ял итергә кәрәк” тип шифаханаға юлланды. Ә быларҙың барыһы өсөн дә Илсур түләргә тейеш ине. “Мин һин тип үҙемде бар нәмәнән өҙөп йәшәнем. Хәҙер һин мине ҡарарға тейешһең!”-тип туҡтауһыҙ тылҡыны улына.

Илсур ҙа, Айна ла быға ҡаршы түгел ине. Тик тауыш ҡына ҡуптармаһын, риза ғына булһын, тине ирле-ҡатынлы. Вәсилә шифаханала булғанда, үҙҙәре лә, балалары ла ял итеп ҡала ине. Тиҙҙән улар өсөн һөйөнөслө хәл булды. Уларға бик матур, бар уңайлыҡтары булған шәхси йорт һатып алыу мөмкинселеге килеп сыҡты. Ниһайәт, уларҙың үҙ мөйөшө булып, айырым йәшәйәсәктәр. Айна, бәлки, ял-байрамда ғына күрешһәк, ҡәйнәм менән мөнәсәбәт тә яйланыр, ейәндәренә лә иғтибар бүлә башлар, тип өмөтләнде. Тик Вәсилә улының йорт һатып алып, күсеп сығырға йөрөүҙәрен ишетеү менән ыҙғыш сығарҙы. “Минең һаулығымды бөтөрөп, иркен донъяға сығып бараһығыҙмы?!”-тип ярһыны ул.

Айна менән Илсур аҙна дауамында өндәшмәй генә әйберҙәрен йыйҙы. Бер көн йәш ҡатын яҡындағы дарыуханаға сыҡты. Өлкән улы ауырып, балалар баҡсаһына бара алмай өйҙә ҡалғайны. “Ҡәйнәм, мин тиҙ генә дарыу алып киләм”,-тине ул. Вәсилә өндәшмәне. Ул улы һәм килененә үсегеп улар менән һөйләшмәй йөрөй ине.

Айна подъезға инеү менән ҡәйнәһенең әсе итеп ҡысҡырған тауышын ишетте. Фатирға йүгереп барып ингән ҡатын ҡәйнәһенең мөйөштә илап-ҡурҡып ҡатып ҡалған улына аҡыра, уны алама һүҙҙәр менән һүгә ине. Балаһын йәлләгән әсә ҡәйнәһен этеп ебәреп, улын ҡосағына алды. Шул арала ҡәйнәһенең “сый” итеп ҡалғанын ишетте. Килененән этелгән ҡәйнә шкаф мөйөшөнә төкөгән ине. Маңлайынан субырлап ҡан аға. Вәсилә: “Ҡотҡарығыҙ, үлтерәләр!”-тип ҡысҡыра башланы. Уның тауышынан тағы нығыраҡ ҡурҡҡан бала ла ярһып иларға тотондо. Ошо мәлдә ҡайтып ингән Илсурға Айна хәлде көскә аңлата алды. Вәсилә маңлайын йыуҙыртмай-бәйләтмәй телефонына төшөрөп алды. Килене өҫтөнән ғариза яҙҙы. Судтан һуң улы мотлаҡ Айнаны айырыр һәм үҙе менән ҡалыр тип уйланы ул.

Әммә Вәсилә яңылышты. Еңел яза килтереүҙә ғәйепләнгән килененә штраф һалынды. Ул теләгәнсә төрмәгә ултыртманылар. Судьяның ҡарары менән риза булмаған Вәсилә өйгә ҡайтҡас ғауға ҡуптарҙы. “Һине төрмәлә серетергә кәрәк ине!”-тип аҡырып урамға сығып китте. Ә Вәсилә ҡайтҡанда, фатиры үҙе теләгәнсә тып-тыныс, “шылт” иткән тауыш та сыҡмай ине. Улы һәм килене, Вәсилә өйҙә булмағанда, балаларын алып яңы йорттарына күсеп сығып киткән ине...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: