Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
17 Май 2023, 21:30

Хыянаттан емерелгән яҙмыштар

Ҡыҙының ҡайтҡанын ишеткән өләсәһе лә килеп етте. Әсә кеше балаһының... сығып китеүен талап итте. “Бер мәртәбә уларҙың тормошон боҙҙоң, ҡара ҡайғыға һалдың, сығып кит!”-тип ярһыны ул. Ир кешенең: “Ул бер ҡайҙа китмәй!”-тип ҡысҡырып ебәргәне Әлисәне лә, өләсәһен дә хайран ҡалдырҙы. Ҡәйнә кеше: “Үҙеңә ҡарап үпкәлә, кейәү, кәкрене ҡәбер генә төҙәтә ул. Балаңды уйлар инең, исмаһам”,-тип сығып китте...

Хыянаттан емерелгән яҙмыштар
Хыянаттан емерелгән яҙмыштар

ХЫЯНАТТАН ЕМЕРЕЛГӘН ЯҘМЫШТАР

суд залынан

Көндәлек мәшәҡәттәргә мауығып, эш тип сабып, әҙәм балаһының кешелек сифаттары юғала барғандай тойола. Күрше күршенең хәлен белмәй, бер туғандар аҡса, фатир өсөн ҡан дошманға әйләнә, ә кемдер юғарыға үрләр өсөн мәйеттәр аша үтергә әҙер. Шуға күрәлер инде яныбыҙҙа ғына ниндәй фажиғәләр булыуын күрмәйбеҙ, күрһәк тә—күрмәмешкә һалышабыҙ. Шулай йәшәүе еңелерәк бит. Ыҙа сигеп йәшәгән балаларҙың күҙ йәштәре лә тетрәндермәй башланы түгелме?

Был ғаиләне лә йәмғиәт күҙ уңынан ысҡындырған бит. Хәйер, уларҙың ниндәй тормош алып барыуын күргән-белгән туғандары ла бар. Тик ни өсөндөр көндән-көн упҡынға яҡынлаған ир һәм ҡатынға ярҙам ҡулы һуҙыусы табылмаған.

...Белгең килһә минең хәлгенәмде--

Күҙҙәремә ҡара, күҙҙәремә...

Әлисә бала саҡтан йырларға ярата торғайны. Көҙгө алдына баҫып ала ла, Пугачева, Ротару булып йырлай. Микрофон урынына ҙур ҡалаҡ тотоп ала, сәстәрен ялбыратып ебәрә, әсәһенең буяҡтарын мул итеп һөртә, ҙур булһа ла, ылыҡтырғыс булып күренгән туфлиҙарын да кейеп ала. Атаһы менән әсәһе бер бөртөк ҡыҙҙарының ҡыланғанын яратып ҡарай. Һөйөп туя алмаған Әлисәгә барыһы ла рөхсәт ителә, теләгәне алдына килә. Бәхетле ҡыҙыҡай атаһы менән әсәһенең, ике яҡтан өләсәй-ҡартатаһының һөйөүенә төрөнөп йәшәй. Өйҙә ҡунаҡ йыйылған саҡта, Әлисәне ултырғысҡа баҫтыралар. Атаһының: “Ҡыҙым, йә әле йырлап күрһәт”,-тип әйтеүе була, ҡыҙсыҡ Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары булып ҡылана ла башлай. Бәләкәстең нәҙек тауышы, борғоланып бейеүе ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдыра, уның аяғы аҫтына аҡса ташлайҙар.

Ғүмеренең тик шул сағын ғына хәтерләргә ярата ул. Сөнки был мәл хәҙер ҙә Әлисәнең төштәренә инә. Бына әсәһе иртәнсәк ҡоймаҡ ҡоя, атаһы менән шыбырлап, көлөшөп һөйләшәләр. Унан атаһы уны уятырға килә. Әлисә күптән уяу ятһа ла, йоҡлаған булып ҡылана. Атаһы уны һөйә, берәй күңелле генә шиғырҙы һөйләгән була. Әлисә түҙеп ята-ята ла, атаһының муйынынан ҡосаҡлап ала. Унан улар өсәүләшеп тәмләп сәй эсәләр. Атаһы эшкә китә. Әсәһе Әлисәне ҡурсаҡ кеүек кейендереп балалар баҡсаһына алып бара. Урам буйлап китеп барғанда, юлда осраған кешеләр, айырыуса ир-егеттәр әсәһенә әйләнеп ҡарап ҡала. Эйе, бигерәк матур шул әсәһе! Бөҙрәләнеп төшкән оҙон сәстәр, ҙур ҡара күҙҙәр, һомғол буй-һын күптәргә тынғы бирмәй торғайны. Әлисә әсәһенең шундай матур булғанына һоҡланып, уға оҡшарға тырышты. Ә атаһы өҙөлөп яратҡан ҡатынына кешелә булмаған кейемде тапты, ҡиммәтле биҙәүестәр, хушбыйҙар бүләк итте. Их, һәр саҡ шулай булһа ине ул!

Тик тиҙҙән бәләкәй Әлисә һәр саҡ салт аяҙ булған күк йөҙөнә ҡара шәүлә ятҡанын тойҙо. Атаһы иртәнсәк уны күңелһеҙ генә уятты, тәмле ҡоймаҡ еҫе лә аңҡыманы. Әсәһе улар өйҙән сығып киткәнсе түшәктән тормай ятып ҡала башланы. Атаһы Әлисәгә ҡулына нимә эләгә, шуны кейҙереп баҡсаға алып китә. Ҡыҙыҡай илай, тартыша: “Әсәйем менән барам!”-тип ҡысҡыра. Шулай бер көн атаһы балаһының мыжыуына сыҙай алмай, уға һуғып ебәрҙе. Кескәй Әлисә ҡурҡышынан тымып ҡалды һәм уның бәләкәй йөрәге йорттарына имәнес, ҡот осмалы нимәлер килеп ингәнен аңланы. Ҡыҙының ярһып илағанын ишетеп тә, тормай ятҡан әсәһенә хәҙер ҙә аптырай ул. Бер кис бала атаһы менән әсәһенең талашҡанын ишетеп уянып китте. Атаһының: “Исмаһам, кешенән оялыр инең!”-тигән һүҙҙәрен аңламаны.

Ни өсөн әсәһе оялырға тейеш икән? Бер мәртәбә ул шкафтан кәнфиттәрҙе рөхсәтһеҙ алған саҡта атаһы менән әсәһе был оят булыуын, аҡыллы ҡыҙҙар урлашмауын аңлатҡайны. Эй, улай ғына булһа! Әлисә бышылдап ҡына: “Әсәй! “Ғәфү ит”,-тип кенә әйт тә ҡуй! Мин шулайтып әйткәс, барыһы ла яҡшы булғайны”,-тип теләй башланы. Тик әсәһе ғәфү үтенмәне. Икенсе көн баҡсанан ҡайтҡанда, ҡәҙерле әсәкәйе лә, уның хушбый аңҡытып торған әйберҙәре лә юҡ ине. Атаһы өндәшмәй генә ҡыҙы алдына бутҡа ҡуйҙы, бала уны ситкә этте, әсәһен таптырҙы. Шул саҡ өләсәһе килеп инде, ҡыҙыҡай йүгереп барып уға һыйынды. “Үҙ балам булһа ла күп иҫкәрттем, кейәү. Үҙең шаштырҙың! Баланы ни хәлгә төшөрҙөгөҙ!”-тип илап ебәрҙе.

Өләсәһе күпмелер ваҡытҡа ейәнсәрен алып ҡайтырға булды. Тәү мәртәбә ата-әсәһенән, йортонан айырылған бала юғалып ҡалды. Әлисә төнөн һаташып йоҡланы, бер туҡтауһыҙ әсәһен саҡырҙы. Беренсе класҡа барырға булғас, атаһы уны алып ҡайтты. Ҡыҙыҡай әсәһе һәр ваҡыттағыса ҡоймаҡ бешереп торалыр тип ашҡынып инде. Тик бүлмәләр буш һәм ҡотһоҙ ине. Мәктәпкә атаһын да, әсәһен дә етәкләп барған балаларға көнләшеп ҡараны ул. Шуға күрә: “Һинең әсәйең юҡмы әллә?”-тип һораған ҡыҙыҡайҙың танауын ҡаната һуҡты ла ҡуйҙы. Беренсе көндән мәктәптә класташтарынан ситкә тибелеп йөрөнө ул. Атаһы Әлисәнең хәлен аңламаны, хәйер, белергә лә маташманы. Мыҡты кәүҙәле, алсаҡ йөҙлө ир, ҡатыны ташлап киткәндән һуң, бөтөнләй икенсе кешегә әүерелде. Ул ҡыҙына башҡаса иғтибар ҙа бирмәне, шикелле. Әлисәне күберәк өләсәһе ҡараны. Ҡыҙыҡай уға һыйынып, иркәләнеп кенә йөрәген ял иттерә торғайны. Өлкәндәрҙең өҙөк-йыртыҡ һүҙҙәрен ишетеп йөрөгәндән һуң, ул әсәһенең ниндәйҙер ирҙең “ғаиләһен болғап, шуның артынан сығып киткән оятһыҙ” икәнлеген белде. Ҡыҙыҡай барыбер әсәһен өҙөлөп көттө. Бына ул ҡайтыр ҙа, барыһы ла элеккесә булыр, тип уйланы, атаһының йөҙөнә ятҡан ҡайғылы шәүләне алып ташлағыһы килде. Әлисә ҙурая килә атаһын нығыраҡ аңланы, уны йәлләне. Өйҙәге эштәрҙе үҙе башҡара башлағас, ял көндәрендә өләсәһенә барыуҙан баш тартты. Атаһының янында булырға, уның күңелен иретергә теләне. Ҡыҙыҡай яҡшы уҡый башланы, тиҫтерҙәре, уҡытыусылары менән уртаҡ тел тапты. Бер көн атаһы ата-әсәләр йыйылышында Әлисәне тик маҡтап телгә алғастар, ҡыҙын етәкләп магазинға алып китте. Улар күп итеп тәмлекәстәр алды. Өйгә ҡот йүгергәндәй булды. Өләсәһе килеп, һүнеп барған йорттоң ҡабаттан терелә башлауына һөйөндө. Атаһын өйләнергә димләүселәр ҙә булды. Тик ул: “Минең ҡыҙыма үгәй әсә кәрәкмәй!”-тип ҡырт киҫте...

Утыҙ йәшлек ҡатын сәсен услап тотоп: “Их, әсәй, барыһы ла яйға һалынғайны бит, ниңә генә кире әйләнеп ҡайттың?!”-тип ҡысҡырҙы. Эйе, бер-береһенә һыйынып, һәүетемсә генә донъя көткән атай менән ҡыҙҙың тормошо ҡабаттан емерелде. Ә бит өшөгән йөрәктәр йылынған, йорттоң ҡото ҡайтҡан ине. Бер көн атаһына яңы рецепт буйынса бәлеш бешереп өлгөрәм тип атлығып ҡайтҡан Әлисәне... әсәһе ҡаршы алды. Хәйер, ул уны тәүҙә таныманы. Таушалып бөткән, алама кейемдәге ҡатында элекке сибәрҙе таныуы бик ауыр ине. “Һаумы, ҡыҙым, бәләкәсем!”-тип ҡосаҡларға ынтылған ҡулдар ситкә этелде. Әлисә атаһының да өйҙә булыуын күреп аптыраны. Ҡыҙының һораулы ҡарашын күргән атаһы ғәйепле генә итеп: “Бына, ҡыҙым, әсәйең ҡайтты. Элекке кеүек бергә йәшәрбеҙ инде?”-тине. Әлисә үҙенең: “Юҡ!”-тип ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Әсәһе уға ҡарап мыҫҡыллы йылмайып: “Һинән һорарға ҡалған ине шул. Башың йәш әле, ир менән ҡатын араһына ҡыҫылырға!” Унан атаһына боролоп: “Ә һин нимә унан һорап тораһың?!”-тип екерҙе.

Ҡыҙының ҡайтҡанын ишеткән өләсәһе лә килеп етте. Әсә кеше балаһының... сығып китеүен талап итте. “Бер мәртәбә уларҙың тормошон боҙҙоң, ҡара ҡайғыға һалдың, сығып кит!”-тип ярһыны ул. Ир кешенең: “Ул бер ҡайҙа китмәй!”-тип ҡысҡырып ебәргәне Әлисәне лә, өләсәһен дә хайран ҡалдырҙы. Ҡәйнә кеше: “Үҙеңә ҡарап үпкәлә, кейәү, кәкрене ҡәбер генә төҙәтә ул. Балаңды уйлар инең, исмаһам”,-тип сығып китте.

Әлисә өсөн мәхшәрле көндәр башланды. Әсәһе мөхәббәт тигән бөйөк тойғо менән һылтанып, артынан эйәреп сығып киткән ир эскесе булып сыҡҡан икән. Тиҙҙән ҡатын да эскегә һабышҡан. Улар Әлисәнең атаһы бүләк иткән ҡиммәтле биҙәүестәрҙе лә, кейемдәрҙе лә хәмергә алмаштырып бөткәндәр. Ир бер ҡайҙа ла эшләмәгән. Быға тиклем өйҙә бала ҡарап ҡына ултырған ҡатынға бысраҡ подъездарҙы йыуырға тура килгән. Шешәгә етерлек аҡса эшләй алмаған һайын, иренән туҡмалған. Йорттарында йыш ҡына эскеселәр йыйылған. Ир шешәләштәренә хәмер өсөн ҡатынын тәҡдим итергә лә тартынмаған. Шундай мәжлестәрҙең береһендә уны үлтергәндәр. Әлисәнең әсәһен фатирҙан ҡыуып сығарғандар. “Шуға ғына ҡайттым, былай булһа ҡайтмаҫ инем”,-тине әсәһе.

Атаһы ҡатынының ниндәй бысраҡҡа болғанып ҡайтҡанын белһә лә, уға кешеләрҙән һүҙ тейҙертмәне. Тик ҡатынына ҡушылып үҙе лә эсә башланы. Әлисә лә хәмерҙе 14 йәшендә үк тәмләп ҡараны. Унда ла...әсәһе ҡойоп бирҙе. Шунан башланғандыр инде уның упҡынға тәгәрәүе.

...Утыҙ йәшлек ҡатын яратҡан көйөн һуҙып ултыра бирҙе. Эйе, ҡасандыр уның тауышы иҫ киткес моңло ине. “Моңло бала—бәхетһеҙ була”,-тигәндәре ысынмы икән әллә? Хәйер, ул тауыштан хәҙер бер нәмә лә ҡалманы тиерлек. Ата-әсәһенең эсеүенән ялҡҡан ҡыҙ урам тормошон алып барҙы. Өләсәһе үлгәс, уны хәстәрләүсе түгел, иҫкә алыусы ла булманы. Ҡыҙ үҙе кеүек тиҫтерҙәре менән урам ҡыҙырҙы, һыра һемерҙе, тәмәке тартты. Ун алты йәшендә ул инде әсәһенең һыраһын да тартып алып эсә ине. Ун ете йәшендә, кейәүгә сыҡмайынса, тәүге балаһын тапты. Аборт эшләтер ине лә, ауырға ҡалғанын бик һуң белеп ҡалды. Сабыйҙы ҡасандыр балҡып торған, хәҙер инде ергә сүгеп барған йортҡа алып ҡайттылар. Аҙғын тормош алып барған Әлисә өс йылдан икенсе балаһын тапты. Игеҙәктәрен нисек тапҡанын иҫләмәй ҙә, сөнки ләяҡыл иҫерек була.

Варис менән танышҡанда ул дүрт бала әсәһе ине. Улар Варистың йортонда йәшәй башланы. Ире менән икәүләшеп эсеп ятып, балаларын өшөтә яҙғандары ла булды. Ҡайһы саҡта һәүетемсә, матур итеп йәшәп алып киттеләр, тик был оҙаҡҡа барманы. Варис та, үҙе лә бер ҡайҙа ла эшләмәне. Шуға күрә балаларҙың пособиеһы күсеүен түҙемһеҙләнеп көттөләр.

Һыуыҡ сатлама ҡыш көнөндә Әлисәнең әсәһе урамда туңып үлде. Ире йоҡлағас, урамға сығып киткән ҡатын ҡайҙалыр барып ҡунаҡ булған һәм өйөнә ҡайтып етә алмаған. Ошо хәлдән һуң күп тә үтмәй, атаһы аҫылынып үлде. Ауыл халҡы көләс, уңған, өҙә баҫып йөрөгән ирҙең “ниндәйҙер бисә арҡаһында” үҙен әрәм итеүен аңламауы хаҡында оҙаҡ һөйләне. Әлисә атаһының ҡәберенә ятып иланы, әммә әсәһен ғәфү итә алманы. Хәҙер үҙе лә әсә булып, алмалай балаларын ыҙа сиктереп йәшәтеүен дә аңларға теләмәне.

Әлисә менән Варис Яңы йылды үҙҙәренсә “бик күңелле” итеп ҡаршы ала. Балаларының аслыҡтан тилмерешеп ултырыуҙары хаҡында ғына оноталар. Әлисәнең өлкән улы бәләкәй туғандарын хәстәрләмәһә, улар нисек ҡыш сығыр ине—билдәһеҙ. Үҫмер малай мәктәптә лә тырышып уҡый, ашханала бирелгән аҙыҡты кескәй туғандарына алып ҡайтып ашата. Сөнки әсәһе лә, үгәй атаһы ла улар хаҡында уйлап та бирмәй. Ошо үҫмер малай мәктәптән ҡайтҡансы ҡусты-һеңлеләренә бер-бер хәл булмаһын тип йүгереп ҡайта.

Яңы йылды ғинуар аҙағына тиклем байрам итә улар. Бер көн Әлисә менән Варисты шешәләш дуҫтары ҡунаҡҡа саҡыра. Балалары хаҡында ла онотҡан әсә был йортта ике көн эсеп ята. Бер төндә уянып китә һәм Варистың хужабикә менән бер түшәктә ятыуын күрә. Әлисә янъял ҡуптара. Варис уның артынан сығып йыуатырға уйлай. Әлисәнең бәхетле бала сағы, унан әсәһенең ғашиҡ булыуы, ошо хыянат арҡаһында үҙе ғүмерлеккә бәхетһеҙ булып ҡалыуы күҙ алдынан үтә. Ул аш бүлмәһенә инеп иң ҙур бысаҡты һайлап ала һәм уға бар нәфрәтен һалып, Варисҡа сәнсә. Ир шунда уҡ йән бирә.

Әлисә тикшереү барышында уҡ үҙенең ғәйебен тулыһынса таный. Хоҡуҡ һаҡсыларына эштең нисек булыуын һөйләп бирә. Суд залында Әлисә үҙенең ғәйебен тулыһынса танып, күрһәтмә биреүҙән баш тартты. Хөкөм ҡарарын ул ниндәйҙер битарафлыҡ менән тыңланы, ҡасандыр осҡондар сәскән ҡара күҙҙәр ҙә күптән һүнгән ине.

Ә был ваҡытта донъялағы иң ғәзиз кеше—әсәнең хыянатын кисергән дүрт бала үҙҙәренең артабанғы тормошо нисек хәл ителәсәген тилмереп көтә, Хоҙайҙан әсәйҙәренән айырмауҙы ялбара, үҙҙәренә кәрәкле ғәҙеллекте һорай ине...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, бар исемдәр үҙгәртеп алынды. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: