Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
29 Апрель 2023, 21:00

Әсә йөрәге (булған хәл)

Иренең шундай саҡта ла өндәшмәй ҡалыуы, ҡатынды оторо шаштырҙы. Дауахананан ҡайтҡан Хәтирә инәйгә бөтөнләй көн бөттө. Килене ҡулына нимә килеп эләгә, шуның менән ҡәйнәһенә тондора башланы. Ул әбейҙең бер кемгә лә зарланмаясағын яҡшы үҙләштергән ине, ә язаһыҙлыҡ яуыздарҙы тағы ла яһилыраҡ итә, хаттин аштыра...

Әсә йөрәге (булған хәл)
Әсә йөрәге (булған хәл)

Әсә йөрәге

(булған хәл)

Юлыңды яҡтыртырмын!..”

Ҡасандыр бер егет тормош юлында иҫ киткес һылыу ҡыҙҙы осрата һәм уға ныҡ ғашиҡ була. Һөйгәне өсөн тауҙарҙы урынынан күсерер, йылғаларҙы кире яҡҡа борорлоҡ көс тоя ул үҙендә. Ҡыҙ егеттең дөрләп янған мөхәббәтен тойһа ла, уны яҡынлатырға ашыҡмай, әммә ҡыуып та ебәрмәй. Ғашиҡты берсә иркә һүҙҙәре менән наҙлай, берсә ҡыуып ҡайтара. Хистәренән аҡылынан шашыр сиккә еткән егет ҡыҙҙың алдына килеп тубыҡлана. “Мөхәббәтемде ҡабул итеүең өсөн тағы ниҙәр эшләйем? Мин һиңә был донъяның бар аҫыл таштарын алдыңа һалырға әҙермен! Бойор ғына!”-тип ялбара ул яуаплы мөхәббәт һорап. Һылыуҡай уйланып тора ла: “Миңә байлыҡ кәрәкмәй! Әсәйеңдең йөрәген алып кил миңә! Шул саҡта мөхәббәтеңә ышанырмын һәм бергә булырбыҙ”,-ти тамам яһиллығына барып.

Егет аптырап ҡала. Улар әсәһе менән икәүләп кенә йәшәй. Аталары һунарҙа һәләк булғандан һуң, ҡәҙерле кешеһе уға ел-ямғыр тейҙермәй, һуңғы икмәк һынығын тик уға ашатып буй еткерҙе бит. Егет уйланып ҡайтып китә. Унан: “Һөйгәнем мине һынап ҡарау өсөн генә шаяртҡандыр”,-тип уйлап кире ҡыҙға йүнәлә. Тик уныһы: “Ҡайҙа әсәйеңдең йөрәге?! Тимәк, һинең мөхәббәт тураһында әйткән һүҙҙәренң – алдыҡ! Килеп йөрөмә миңә! Әсәйеңдең йөрәген алып килмәйенсә, миңә яҡынлама!”

Егет бошоноп ҡайтып китә. Тик ҡыҙға ҡарата шашынған һөйөү хистәре еңә. Ҡояш байығас, ул әсәһен үлтереп, уның йөрәген алып һөйгәненә йүгерә. Тик күҙ эленә башлағас, ташҡа эләгеп ҡолай. Шул саҡ әсә йөрәге телгә килә: “Улам, бер ереңде лә ауырттырманыңмы? Ипләп кенә бар. Мин һинең юлыңды яҡтыртырмын”. Шул саҡ әсә йөрәге бар ҡараңғылыҡты яҡтылыҡҡа сорнап, улына ҡыҙҙың өйөнә тиклем нурлы һуҡмаҡ һала...

Әсә бөйөклөгө тураһында быуындан-быуынға тапшырылып килгән ошо риүәйәткә һәр кем инаналыр. Сөнки балаларын фәрештәләй һаҡлаған әсәйҙәрҙең үҙҙәрен ҡыҙҙары һәм улдары өсөн ҡорбан итергә әҙер булыуы беҙҙең көндәрҙә лә күҙәтелә. Тик саф күңелле әсәне хәҙерге заманда ла рәнйетеүсе, юҡҡа сығарыусы килендәрҙең беҙҙең заманда ла булыуы, ә ир исемен йөрөтөүселәрҙең, туғыҙ ай буйы йөрәге түрендә һаҡлап, унан ике донъя араһында булып тапҡан әсәһен яҡлай ҙа алмауы бик аяныслы күренеш.

Әсәй – берәү генә!

Хәтирә әбей аяҡтарын көскә һөйрәп йорто яғына ыңғайланы. Һуңғы йылдарҙа бигерәк биреште шул. Дауаханаға барып ятам тип ҡарағайны ла, табип күп итеп ҡиммәтле дарыуҙар яҙҙы ла, ҡайтарып ебәрҙе. Әбейҙең: “Ятып уколдар алырға ине”,-тигән һүҙенә: “Ҡартлыҡ дауаланмай!”-тип ҡырт киҫте. Хәтирә инәйгә бошонҡо төҫ менән ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалманы. Яҙылған дарыуҙарын да һатып ала алмай. Пенсияһы күскән банк карточкаһы улының ҡулында ине, уныһы килененә биреп ҡуйған. Дарыу алырға кәрәк булғас бер мәртәбә аҡса һорағайны, килене китте туҙынып: “Һиңә нимәгә ул дарыу?! Беҙгә балаларға кейем һатып алыр кәрәк! Ана, йүнле әсәләр балаларына банкта иҫәп ҡалдыра, үҙҙәре ҡарттар йортона китә”,-тип әллә ниндәй алама һүҙҙәр әйтеп бөттө. Ә улы уны яҡлашманы ла. Әбейгә яһиллығынан күҙҙәре бәзрәйеп киткән килененән ҡасыуҙан башҡа сара ҡалманы. Сөнки йәш ҡатын көйһә үҙен-үҙе тота алмай, шикелле. Хәҙер ҡарт ҡәйнәһенә ҡул күтәрә лә башланы.

Хәтирә йәш саҡтарын хәтерләп, шул саҡтар менән йыуанып йәшәй. Көслө, баһадир кәүҙәле ире менән бик бәхетле булды улар. Тәүҙә ике ҡәйнә менән йәшәргә тура килде йәш киленгә. Ҡайныһы фронтта һәләк булған, Хәкиме – төпсөк бала, әсәһе һәм ҡартәсәһе уның ҡулына ҡалған ине. Дөрөҫөрәген әйткәндә, ике ҡатын улын да, киленен дә тотто. Тик Хәтирәнең уларға бер үпкәһе булманы. Ҡәйнәләрҙән алда тороп ашарға әҙерләү, әбейҙәрҙең ҡомғанына йылы һыу ҡойоу, иҙән-тупһаларҙы ялтыратып ҡуйыу – уның тарафынан теүәл һәм вҡытында үтәлде. Аҙна һайын ҡәйнәләрен мунса төшөрҙө, һыҙлап йөҙәткән тәндәрен майланы-һыланы, күпереп торған ҡоймаҡтарын ҡойоп өлгөрҙө. Ҡайҙан ҡәйнәгә ҡаршы һүҙ әйтеү, ҡырын ҡараш та ташламаны, өҫтәл артына ултырғас, улар ҡулына ҡалаҡ тотмайынса, ризыҡҡа ла үрелмәне. Хәкиме үҙен бик яратһа ла, әсәһен яҡыныраҡ күрҙе, шикелле. Бер мәртәбә Хәтирәнең ауыҙынан: “Арыным, ҡәйнәмадәр көн-төн мыжый, нимә эшләһәм дә, уларға ярап булмай”,-тигән һүҙҙәрҙе ишетеп ҡорт саҡҡандай ятҡан урынынан ырғып торҙо ла: “Оҡшамаһа – һине бер кем тотмай. Ҡайтып кит! Бисәләр күп булыр ул, ә әсәй берәү генә”,-тине.

Ошонан һуң бер аҙна буйы Хәтирә менән һөйләшмәй йөрөнө. Йәш ҡатын быны бик ауыр кисерҙе. Ҡайҙан ҡайтып китеү?! Әсәһе лә: “Ҡоҙағыйҙарҙы яҡшылап ҡара, был һинең бурысың”-тип тылҡыны. Эйе, ҡоҙағыйҙары үҙ-ара татыу булды. Ҡәйнәләре әсәһенә килендәрен гел маҡтап телгә алды. Шуның өсөн Хәтирә бик рәхмәтле булды.

Түрҙә ултырыр кеше...

Ҡәйнәләре лә, әсәһе лә бер-бер артлы мәрхүмә булғас, Хәтирәгә донъяның йәме бөттө. Өлкәндәр мәңгелеккә күҙен йомор алдынан риза булыуҙарын белдерҙе. Хәтирә еңел һулап ҡуйҙы. Сөнки ул нәҡ ошо мәлдән ҡурҡа ине. Ҡәйнәләрен тырышып, матур итеп ҡараны ул, ә ризалығын бирмәй китһәләр, нисек йәшәр ине?

Хәкиме менән ике ул үҫтерҙеләр. Ата кеше малайҙарын бар эшкә өйрәтте. Икеһенә лә өй һалып бирҙе. Төпсөк улына: “Миңә бер-бер хәл булһа, әсәйеңде һин көтәһең! Ҡара уны, әсәйең ҡәҙерле булып түрҙә генә ултырырға тейеш!”-тип йыш ҡабатлар ине. Хәтирәгә был һүҙҙәрҙе ишетеүе ауыр ине. Сөнки ул һөйөклө ире менән генә ҡартайғансы йәшәп, икәүләшеп был донъянан бер көндө китерҙәр тип хыялланды. Беҙ теләгәнсә булмай шул был тормош! Хәкиме улдарын өйләндереп өлгөрҙө. Килендәре лә баҫалҡы, аҡыллы булып күренде. Ҡайнылары алдында йүгергеләп, һәр эште башҡарып ҡын:а йөрөнөләр. Тик бер көн Хәкиме йоҡоһонан уянманы. Алтмыш биш йәшен үткәрергә йыйынып йөрөгән бабайы, шулай уйламағанда был донъя менән хушлашып та ҡуйҙы. Хәтирә оҙаҡ аңына килә алманы. Унан тормош дауам итеүен аңлап, баш баҫып йәшәп китте. Тик йөрәгендә мәңгелек ҡайғы һәм һағыш ныҡлы урын алған ине. Килене ҡәйнәһен хәҙер яҡлашыр кеше булмауын тиҙ аңланы. Ул ҡәйнәһенә тауыш күтәреберәк ниҙер әйтә лә, тәүҙә ипләп кенә иренә ҡарап ала ине. Әммә уныһының әсәһен яҡлап бер һүҙ әйтмәүен күреп, шашҡандан-шаша барҙы. Тиҙҙән Хәтирә ғүмере буйы ире менән йәшәгән бүлмәһенән ишек төбөндәге бәләкәй бүлмәгә күсерелде. Ире менән һәр сөйөн ҡәҙерләп ҡағып, иркен итеп һалған йортта уға урын бөттө. Яратҡан кешеһе менән ятҡан карауатын ҡыҙғанып бер булды Хәтирә. Улына иренең еҫе һеңеп ҡалған шул йыһазды үҙ бүлмәһенә ҡуйыуҙы ялбарҙы. Тик уныһы: “Һыймай ул унда!”-тип екерҙе.

Хәтирә йәшле күҙҙәрен йәшереп тышҡа сыҡты. Шулай тәрбиәләнеме ни ул балаларын? Өлкән улы ла әсәһен рәнйетеүҙәрен күреп бер һүҙ өндәшмәй. Ике килен осрашһа, шарҡылдап ултырып, өҫтәл эргәһенән китмәй ашана, эсә, төп йорт хужабикәһен табынға саҡырған кеше лә юҡ. Ике улының араһы ла улар арҡаһында боҙолоп ҡуйҙы. Ҡәйнәләренең пенсия күскән банк карточкаһы йәш килен ҡулында булғанын белгәс, өлкән килен үҙҙәренә лә өлөш сығарыуҙы талап итә башланы. Кире яуап алғас, талашып сығып кителәр. Өлкән улы ла ҡатынын яҡланы: “Ни өсөн әсәйҙең аҡсаһын һеҙ генә тотонорға тейеш? Унда беҙҙең дә өлөш бар!”

Ишек шарт ябылған кеүек, бер туғандар араһында ла туғанлыҡ ептәре шарт өҙөлдө. Хәтирә инәй: “Аҡсаны уйлап тапҡас, иң ҡыуанғаны шайтан булған. “Хәҙер кешеләрҙе нимә менән боҙорға, юҡҡа сығарырға икәнлеген белдем” тип ағыуын сәскән ти”. Ике ҡәйнәһе ошо һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлар ине. Йәшлеге менән иғтибар итмәгән, хәҙер бына аңланы. Хәтирә инәй намаҙ уҡыған һайын улдары, килендәре өсөн доға ҡылды, Хоҙай Тәғәләнән уларға тәүфиҡ биреүен ялбарҙы. Тик улар аҡылына килмәне. Йорттарына йышлаған ҡоҙағыйҙары ла бышылдап ҡына ҡыҙын этлеккә өйрәтте. Тиҙҙән килен кеше иренә: “Ниңә беҙ һинең генә әсәйеңде ҡарайбыҙ? Минең әсәйем дә беҙҙең менән йәшәһен”-тип белдерҙе.

Ҡоҙағыйы күсеп килеп, хужаларса эшкә тотондо. Быға тиклем ергә һеңгән алама йортта йәшәгәнен онотҡан ине ул. Һәм ул йыш ҡына: “Әбейҙе ҡарттар йортона оҙатыр кәрәк”,-тип ҡабатлай башланы. Етмешен дә тултырмаған Хәтирә инәй ысынлап та ныҡ ҡартайҙы, бөгөлөп төштө. Һаулығынан бигерәк, улдары өсөн йөрәге өҙөлөүҙән, уларҙың ниңә шулай насар яҡҡа үҙгәреүен аңламауынан бөтөрөндө ул. Сабый сағынан иркәләп, һөйөп, ҡарап үҫтергән ейәне лә яратмай башланы уны. Бәләкәстең: “Уйди, я тебя не люблю!”-тигәнен ҡоҙағыйы менән килене ихлас көлөп, хатта сәпәкәйләп ҡабул итте.

Теге!”

Бер көн Хәтирә инәй килене өҫтәлгә түшәп ҡуйған аҡ ашъяулыҡҡа һурпа түкте. Ул күптән айырым, йәһәт-йәһәт кенә ҡапҡылап ала ине. Һуңғы осор ҡулдары ҡалтырай башлаған ине шул. Килене яман ҡысҡырып, эргәһенә осоп килеп етте һәм башына ваза менән тондорҙо. Ҡыҙының ҡыланышынан ҡоҙағыйы ла ҡурҡып китте хатта. Телһеҙ ҡалып, субырлап аҡҡан ҡанға ҡарап ҡатты. Ә Хәтирә инәй: “Ошо яранан ғына ятып үлһәм ине”,-тип теләне. Сөнки улдарының ҡыланышы өсөн оялып йәшәп арыған ине ул. Килендәр, ярай, кеше балалары. Улар өсөн Хоҙай Тәғәлә алдында үҙ ата-әсәләре яуап бирһен. Ә бына улдары... Уларҙың ҡыланышынан бабайы теге донъяла урын тапмайҙыр, күрәһе., төшөнә йыш керә башланы. “Мин үлһәм, улар элекке кеүек яҡшы, мәрхәмәтле малайҙар булып китер”,-тип йыуанды әбей.

Ҡан юғатыуҙан аңын юғалтҡан инәйҙе дауаханаға һалдылар. Йәрәхәттәрен дауалаған табип та, шәфҡәт туташтары ла: “Инәй, һин бит ҡоламағанһың, һиңә һуҡҡандар. Полиция саҡыртабыҙ”,-тиһәләр ҙә Хәтирә инәй ныҡ торҙо: “Юҡ, балаҡайҙар, ҡоланым”.

Улы әсәһенә ҡатыны һуҡҡанын аңланы. Тик килен был юлы ла язаһыҙ ҡалды. Иренең шундай саҡта ла өндәшмәй ҡалыуы, ҡатынды оторо шаштырҙы. Дауахананан ҡайтҡан Хәтирә инәйгә бөтөнләй көн бөттө. Килене ҡулына нимә килеп эләгә, шуның менән ҡәйнәһенә тондора башланы. Ул әбейҙең бер кемгә лә зарланмаясағын яҡшы үҙләштергән ине, ә язаһыҙлыҡ яуыздарҙы тағы ла яһилыраҡ итә, хаттин аштыра. Хәтирә инәй: “Күрәһең, ниндәйҙер гонаһым барҙыр. Хоҙай Тәғәлә мине шуның өсөн һынайҙыр”,-тип йәшәүен дауам итте. Төндәрен ҡотһоҙ бүлмәһендә йоҡлай алмай, бабайы менән йәшәлгән матур көндәрен хәтерләп иланы ла иланы, унан тороп доғаларын уҡыны. Улдарының, исмаһам, бер мәртәбә арҡаларынан һөйҙөрөп, “әсәй” тип әйтеүҙәрен ишеткеһе килде. Тик ул күптән “теге” булып ҡалған. Улының бер мәртәбә эштән ҡайтып килененән: “Теге ҡайҙа ул?”-тигәнен ишетеп, йөрәге өҙөлөп төшкәйне. Ә ҡоҙағыйына улы нисек наҙлап ҡына, һөйләм һайын: “Ҡәйнәм” тип өндәшә.

Ҡалҡандай ире һаҡлауынан яҙған инәй бабайынан һуң теүәл ун биш йыл йәшәне. Кем өсөндөр был ваҡыт күҙ асып йомған арала үтә, ә изге күңелле инәйгә һәр көн йылдай һуҙылды. Һәр төн был көндөң дә ниһайәт үтеүенә шөкөр итте һәм Хоҙайҙың үҙен тиҙерәк Хәкиме янына алыуын ялбарҙы. Ҡарттар йортона ла китә алманы ул. Сөнки килене был учреждение өсөн аҡса түләргә кәрәк буласағын, ә тейешле белгестәр пенсия карточкаһының ошо ҡатындың ҡулында булыуынан ниҙер һиҙемләп, әбейгә төрлө һорауар бирә башлауын ишеткәс тә, ҡәйнәһен алып ҡайтып китте. “Ҡайным үлгәндән һуң үҙенә урын таба алмай. Беҙ уны ҡәҙерләп көтһәк тә, ҡарттар йортона барам тип аптыратты. Ҡәйнәм, ҡайтайыҡ инде”,-тине ул юха тауыш менән. Тик уның бер һүҙенә ышанырлыҡ түгел, ә үҙе ытырғаныс, әшәке ине.

Хәтирә инәй ҙә, бабайы кеүек үк, төшөндә үтеп ҡалған ине. Бынан өс көн алда, уға хәйер бирергә ингәндә: “Ап-аҡ күлдәк кейгән бабайым мине йылмайып үҙенә саҡырҙы”,-тигәйне ул. Инәйҙең йөҙөнән нурҙар сағылған төҫлө ине...

Ҡәйнәһенән донъяны тарһынып, ағыу сәскән килен хәҙер нисек йәшәйҙер, белмәйем, ә бына кесе улына үкенеү тойғолары барып етте. Әсәһенең ҡәберенә ятып, үкһеп-үкһеп илауын күреп, был ирҙең йөрәген яманлыҡ тулыһынса ялмап алмаған икән тип уйлап ҡуйҙым. Эйе, ҡатыны өсөн ул тик аҡса эшләү сығанағы ғына. Әсәһе кеүек ҡатыны иртәнсәк ирен сәй ҡайнатып, йылмайып ҡаршы алмай.

Улы эштән ҡайтыуға төшкө һәм киске аштарын йәһәтләп, бар урамға май еҫтәре сығарып, төрлө бәлештәр бешергән әсәһе донъяның бар ҡотон алып китте шул...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: