Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
5 Апрель 2023, 21:00

Хистәр һүрелмәй ҡалһа...

Ғәлимдең аптырап ҡалыуын күреп: “Ә ниңә аптырайһың? Һин бит беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе юҡҡа сығарҙың. Ул ике ҡатлы йортта һинең ҡурҡыныс ҡатының түгел, ә мин йәшәргә тейеш инем. Мин һиңә үс итеп ҡустыңа сыҡтым. Минән улай еңел генә ҡотола алмаясаҡһың әле”,-тип шарҡылдап көлдө...

Хистәр һүрелмәй ҡалһа...
Хистәр һүрелмәй ҡалһа...

Суд залынан

Хистәр һүрелмәй ҡалһа...

Ҡайһы саҡта үҙ һүҙеңде ҡаты итеп әйтә алмау, мөһим ваҡытта юғалып ҡалыу, үҙеңдең генә түгел, ә башҡаларҙың да яҙмышын кире бора, яҙлыҡтыра. Донъя тотҡаһы булған ирҙәргә ныҡлыҡ, ғәҙел көс бигерәк тә кәрәктер...

Әсәһенең борсоулы тауышын ишеткән Ғәлим ырғып килеп торҙо. Тышта ҡараңғы әле. Ни өсөн ҡаланың икенсе осонда йәшәгән әсәһе уларға был ваҡытта килеп еткән? Ул арала ҡатынының тәүҙә бышылдап ҡына һөйләргә тырышҡан һүҙҙәре зәһәр яңғырап китте. “Ниңә берәй нәмә булһа, тотаһығыҙ ҙа Ғәлимгә йүгерәһегеҙ?! Ниңә яҡшы саҡта бер саҡырмайһығыҙ? Сит кешенән тыуған баламы ни!”

Әсәһенең: ”Һин беҙҙең араға ҡыҫылма! Үҙем беләм кемгә йүгерергә!”-тип тауыш күтәрә башлағанын ишәткәс, Ғәлим улар янына сыҡты.

“Тағы нимә булып китте?”-тип һораны ул ризаһыҙ тауыш менән. “Нимә булһын. Ана, Моратты тағы алып киттеләр! Бер ғәйебе юҡ икәнен беләһең, килен шаша. Барып һөйләш килен менән, сығарһын. Һине тыңлаясаҡ ул!”-тип теҙеп алып китте әсәһе.

Ғәлимгә ҡыйын булып китте. Тағы шулар! Ҡасан ғына тыныс йәшәргә бирерҙәр? “Эскән булғандыр, үҙе ғәйепле”,-тип әйтеп тә өлгөрмәне, әсәһе сеңләп иларға тотондо. Ғәлимгә ҡатынының: “Һине бер эшкинмәгән сепрәк баш итеп алғандар”,-тигән әр-битәре аҫтында машинаһын йылытып, полицияға ыңғайларға тура килде. Урынында килененең йәғни Ленаның ҡустыһы өҫтөнән яҙған ғаризаһы менән танышты. Эх, Лена-Лена, ниндәй көндәргә төшөрҙөң бит һин...

Студент йылдарында яңғыҙы булған Ғәлим институтты тамамлағас та, бер кем менән осраша алманы. Бигерәк йомшаҡ һәм баҫалҡы ине ул. Күрше ҡалаға эшкә урынлашып, баш баҫып хеҙмәтенә тотондо. Эше оҡшай ине уға. Шуға күрә көндәр һиҙелмәй генә алға тәгәрәне. Бер көн дуҫы уны инәлеп-ялбарып ҡыҙҙар менән осрашыуға алып китте. “Минеке “бер үҙем ҡурҡам, иптәшкә әхирәтемде алам” ти. Әйҙә инде”,-тип ялбарҙы ул.

Ғәлим риза булды. Шулай танышты улар Лена менән. Һатыусы булып эшләгән ҡыҙ сибәр генә түгел, үтә сая булып сыҡты. Ғәлимде киләһе осрашыуға үҙе саҡырҙы. Ҡыҙҙы оҡшатҡан егет һөйөнөп бөтә алманы. Үҙе бындай һылыуҙы осрашыуға саҡырырға баҙнат итә алмаҫ ине. Ҡыҙ үҙенән алты йәшкә кесе булһа ла, үтә лә ҡыйыу ине. Егеттең бер бүлмәле фатирҙа яңғыҙы йәшәп ятҡанын ишеткәс, тиҙҙән уның эргәһенә күсенеп тә килде. “Ятаҡта йәшәү ялҡытҡас, бер өйгә ингәйнек. Хужалары хаҡты арттырҙы, түләй алмайым”,-тине ул. Ғәлим сумаҙаны менән килеп еткән ҡыҙҙы кире борорға уйламаны ла.

Лена менән барыһы ла бик еңел ине. Ул көн һайын Ғәлимде унда-бында тартҡысланы, кәйеф-сафа ойошторҙо. Ә егеттең һөйгәне менән яңғыҙы ғына ҡалғыһы килә ине. Тик Лена: “Кешенән ҡасып ултырырға беҙ әбей менән бабай түгел. Ошо мәлдә гөрләтеп йәшәп ҡалырға кәрәк!”-тип кенә ебәрҙе. Бер көн ул тағы кискә ҡунаҡ саҡырыуын белдерҙе. Ғәлим күнергә мәжбүр булды. Лена: “Беләһеңме, аҙыҡ-түлек алырға кәрәк. Аҡсам юҡ”,-тине. Егет уға аҡса күсерергә тәҡдим иткәйне, әммә Лена: “Банк карточкаңды бир ҙә ҡуй, етмәй торһа”,-тине. Ғәлим үҙенә ялыныу менән ҡарап торған ҡыҙға “юҡ” тип әйтә алманы. Әммә карточканан аҡса күпләп оса башлағас, аптырап ҡалды. Сөнки карточкала Ғәлимдең йыйып барған аҡсаһы ла бар ине. Ул әсәһенә һәм уҡыуын тамамлап һаман эш таба алмаған ҡустыһына аҡсалата ярҙам итә. Үҙенә тип алған еңел машинаһын да Моратҡа биреп ҡуйҙы. Сөнки әсәһен дауаханаға йөрөтөргә кәрәк, ә Ғәлимгә эше лә, башҡаһы ла яҡын, йәйәүләп барып етә.

Егет фатирына ҡайтып инеүгә, унда йәштәр тулған ине. Музыка аҡыра, тәмәке еҫе. Был Ғәлимгә бөтөнләй оҡшаманы. Сөнки ул үҙе бөтөнләй тартмай, ә фатирҙа тартыу уның өсөн башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Ул Ленаны табып алып, был мәхшәрҙе туҡтатырға ҡушты. Тик шул ваҡытта фатирға Морат та килеп инде. Ҡасан өлгөргәндәрҙер танышып! Ғәлим туғаны алдында тауыш сығарғыһы килмәне. Таң ата башлағас, йәштәрҙең кемеһелер юҡҡа сыҡты, бәғзеләре иҙәнгә үк ауҙы. Ғәлим дә арып йоҡлап китте. Ярай әле бөгөн ял тип уянып киткәнендә, төш еткән ине. Лена ла, Морат та юҡ. Аптырап уларға шылтырата башланы. Береһе лә алманы. Әммә бер сәғәттән Ғәлимдең банк карточкаһынан тағы аҡсалар оса башланы. Ленаға шылтыратыу бер ни ҙә бирмәне. Ул төн уртаһында ғына ҡайтып инде. Ғәлим уны ярты йыл йыйған аҡсаһын бер кис эсендә юҡҡа сығарыуын әйткәс, ҡыҙ ярһып китте. “Һин мәүеш кенә түгел, һаран да икәнһең! Минең кеүек ҡыҙ менән йәшәргә теләйһең икән, түләргә лә кәрәк!”-тип ҡысҡыра башланы. Әммә Ғәлим дә һүҙендә ныҡ торҙо: ҡыҙҙан карточканы ҡайтарыуҙы ғына түгел, ә фатирға теләһә кемде йыймауҙы талап итте. Быны ҡыҙ күтәрә алманы. Әйберҙәрен дә алмай сығып китте, әммә уның ҡыланышынан юғалып ҡалған Ғәлим банк карточкаһын алырға тағы онотто. Унан хәтһеҙ генә аҡса киткәс кенә Ғәлим карточкаға блок ҡуйҙы. Был Ленаны тағы нығыраҡ ярһытты. Ул Ғәлим эштә булған саҡта уның фатирын аҫтын-өҫкә килтереп, һауыт-һаба, гөлдәрҙе иҙәнгә быраҡтырып, онтап китте.

Егет ошо хәлдән һуң оҙаҡ яңғыҙы булды. Ленаға ул ысынлап та ғашиҡ булған ине. Шуға күрә айырылыуҙарын да ауыр кисерҙе. Ҡыҙ өсөн аҡсаһы йәл түгел ине уға, әммә уның Ғәлим менән түгел, ә көн һайын кемдәрҙелер йыйыуын аңлай алманы. “Яратам тип әйтә ине бит. Мине һөйгәс, ниңә беҙ бер ҡасан да яңғыҙ ҡалмайбыҙ, көн дә ниндәйҙер ҡунаҡ, мәжлес, кафеларға сығып китеү”,-тип аптыранды ул.

Ғәлимдең балтаһы һыуға төшкәндәй йөрөүен эшендә лә һиҙҙеләр. Һәр саҡ бар эште йәһәт кенә башҡарып ҡуйған белгес яңылыша башланы йә эшен ваҡытында тапшырманы. Баҫалҡы егет йәл ине барыһына ла. Шуға күрә уны күрше бүлектә эшләп йөрөгән Әнисә менән таныштырҙылар. Ғәлимдән өс йәшкә өлкән ҡарт ҡыҙ үткенлеге һәм эшһөйәрлеге менән айырыла ине. Йәштәр аралаша башланы. Әнисә егетте алдан уҡ оҡшатып йөрөй ине. Ғәлим эс серҙәрен уртаҡлашыр кеше булғанға һөйөнөп бөтә алманы. Ул Ленаны һаман яратыуын, әммә ҡыҙҙың һәр саҡ ҡайҙалыр ашығыуын, янында булмауы хаҡында һөйләп бирҙе. Ауырыу әсәһе, ярҙамға мохтаж ҡустыһы тураһында ла телгә алды. Әнисә егеттең үтә йомшаҡ күңелле булыуын, шуға күрә барыһы ла уны төп башына ултыртып китеүен яҡшы аңланы. Бер нисә ай үткәс, улар бергә йәшәй башланы. Әнисәнең ата-әсәһенә эшһөйәр, тырыш Ғәлим бик тә оҡшаны. Ғәлимдең әсәһе уларға килеп, ҡунаҡ булып ҡайтты. Әммә Әнисә менән улар уртаҡ тел таба алманы. Ҡәйнә кеше барыһы ла уныңса булыуын талап итә ине. Ғәлимдән дарыуҙарға аҡса һорай башлағас, Әнисә: “Ниндәй дарыуҙар кәрәк, әйтегеҙ йә рецебын бирегеҙ, үҙем һатып алып бирәм”,тине. Был ҡәйнәгә оҡшаманы. Ул Әнисәне улының аҡсаһына хужа булыуҙа ғәйепләне. Әммә Әнисә һүҙендә ныҡ торҙо. “Беҙ өй һалырға уйлайбыҙ, бәпәйҙәр үҫтерергә, аҡсаны әрәм-шәрәм итә алмайбыҙ”,-тине ҡыҙ.

Әсәһе үпкәләп ҡайтаып китте. Шылтыратҡанда ла телефонды алманы. Әммә бер айҙан Ғәлимдең эш урынына килде. “Ҡустың өйләнә. Ярҙам кәрәк”,-тине. Ғәлим был хаҡта Әнисәгә әйткәс, йәш ҡатын туҙып китте: “Ни өсөн беҙ никах уҡыттыҡ та, барып яҙылыштыҡ. Туйһыҙ! Ә ҡустыңа туй ҙа, лимузин да, ресторан да кәрәк! Үҙе бер ҡайҙа йүнләп эшләгәне юҡ!”

Әммә аталары үлгәндән һуң ҡустыһы өсөн яуаплылыҡ тойған Ғәлим туғанына ярҙам итте. Ул аҡсаны әсәһенә ебәрҙе. Әнисә: “Һуңғы тапҡыр булһын!”-тип кенә ризалашты.

Туй алдынан әсәһе уларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ғәлим эштән һуң сыҡҡас, мәжлес ҡыҙғас ҡына барып инделәр. Морат янында ултырған Ленаны күргәс, Ғәлимдең йөрәге туҡтағандай булды. Һөйгән йәре хәҙер уға килен булды. Ә йәш кәләш бер кемдән һәм бер ниҙән дә тартынманы. Ҡыҙып алған ҡунаҡтар бейей башлағас Ғәлимгә үҙе барып һырылды. “Һин мине ҡыуып сығарҙым да ҡотолдом тип уйланыңмы? Хәҙер туған булып бергә-бергә оҙаҡ йәшәйәсәкбеҙ”,-тип шарҡылдап көлдө.

Эш нимәлә икәнен төшөнгән Әнисә Ғәлимде ҡайтырға ҡабаландыра башланы. Улар тауышһыҙ ғына үҙҙәренә йүнәлде. Икенсе көнөнә генә: “Әгәр Ленаға хистәрең һүрелмәгән икән, мин һине тотмайым. Әммә хыянатты бер ҡасан ғәфү итмәйәсәкмен. Бөгөн хәл ит быны. Яратмағаныңды беләм, әммә үҙемә ихтирам талап итәм. Әгәр Ленаһыҙ йәшәй алмайһың икән, аңлашығыҙ һәм бергә булығыҙ”,-тине Әнисә.

Ҡатынының был һүҙҙәре Ғәлимгә боҙло һыу һипкәндәй булды. Юҡ, тыныс һәм аҡыллы Әнисәне Ленаға алмаштырып, тағы мәхшәргә сумғыһы килмәй уның. Аҡылы менән хәҙерге ҡатынының уны бәхетле итәсәген аңлай. Әммә күҙен йомһа, Лена күҙ алдына килеп баҫа. Шулай ҙа Ғәлим Әнисәгә тик уның менән генә йәшәргә теләүен белдерҙе.

Мораттың һәм Ленаның туйы гөрләп үтеп китте. Тик һуңынан йәш парҙың үҙ-ара талашып, бер-береһенә ҡул күтәреүгә барып етеүе эште боҙа яҙҙы. Әмәлгә, күп ҡунаҡтар таралышҡан ине. Йәштәр өләсәйҙәренән ҡалған ныҡ йортта йәшәй башланы. Тиҙҙән Ғәлимгә әсәһе һәм ҡустыһы йәшәгән ҡалаға күсенергә тура килде. Сөнки уйламағанда бик үк ҡиммәт булмаған хаҡҡа ике ҡатлы йорт алыу мөмкинселеге килеп тыуҙы. Ғәлимдең күңеле тартмаһа ла, Әнисәнең өгөтөнә бирелде. “Беҙҙең бит кәмендә өс балабыҙ буласаҡ! Ҙур йорт, бар уңайлыҡтары бар. Хужалары ҡабаланғас, шундай хаҡҡа һата. Йыйған аҡсабыҙ етә, кредитҡа инәһе лә юҡ”,-тине ҡатыны ялбарып. Ғәлим ыңһарлап ҡына риза булды. Шулай ҙа һатып алынасаҡ яңы йорт үҙенә лә оҡшай ине. Тик бына Моратты, дөрөҫөрәге Ленаны йышыраҡ күрәсәге борсой ине уны.

Ғәлимдең шик-шөбһәһе бушҡа булмаған. Күңеле һиҙгән, күрәһең. Дөрөҫөрәге, Ленаны яҡшы белеүе уны иҫкәрткәндер. Өй туйларға ике яҡтан да туғандарҙы саҡырып алдылар. Морат менән Лена ла килде. Тик йәш ҡатын оҙаҡ тыныс ултыра алманы. Иң нығы ҡысҡырып йырлағаны ла, иң ныҡ ҡыланғаны ла ул булды. Һөҙөмтәлә, Морат менән, унан ҡәйнәһе менән талаш сығарҙы. Уларҙы көскә сығарып ебәрә алдылар. Әммә мәжлестең йәме киткән ине. Ҡунаҡтарҙы оҙатып, һауыт-һаба йыйыштырып бөтөүгә әсәһе шылтыратты. “Ярҙам ит, Морат полицияла!”-тип.

Ғәлим ҡунаҡтан ҡайтҡас та Морат менән Ленаның талашыуы дауам итеүе, һуңынан ҡустыһының ҡатынына һуғып ебәреүе, ә уныһының күршеләренә “үлтерәләр!” тип йүгереп инеүен асыҡланы. Туғанын күңелһеҙ хәлдәрҙән Лена ғына ҡотҡара алыуын аңлап, уларға йүнәлде. Йәш ҡатын уны йылмайып ҡаршы алды. “Килдеңме? Килереңде белдем дә мин. Шуға күрә ғауға ҡуптарҙым”,-тине ул. Ғәлимдең аптырап ҡалыуын күреп: “Ә ниңә аптырайһың? Һин бит беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе юҡҡа сығарҙың. Ул ике ҡатлы йортта һинең ҡурҡыныс ҡатының түгел, ә мин йәшәргә тейеш инем. Мин һиңә үс итеп ҡустыңа сыҡтым. Минән улай еңел генә ҡотола алмаясаҡһың әле”,-тип шарҡылдап көлдө.

Ғәлим Ленаға аҡса күсерергә риза булғас ҡына, Морат менән барыһы ла яйланды. Әммә ошонан һуң бындай янъялдар әленән-әле сығып ҡына торҙо. Һәм әсәһе һәр саҡ Ғәлимгә йүгереп килде. Был Әнисәгә оҡшамай башланы, ул хәҙер үҙе лә бында күсенергә риза булыуына үкенә ине. “Һин беҙҙең ғаиләне генә түгел, ә уларҙы ла һөйрәйһең. Күпме түҙергә була?!”-тип иланы Әнисә. Ғәлим уны яҡшы аңлай ине, әммә әсәһенең һүҙен дә кире ҡаға алманы, ҡустыһын да йәлләй ине.

Барыһы ла көтмәгәндә һәм фажиғәле хәл ителде. Төн уртаһында йүгереп килгән әсәһен тынысландырыу өсөн Ғәлим Ленаға китте. Полициянан ғаризаһын алыуҙы үтенде. Әммә ҡатын көлә башланы һәм был юлы Ғәлимдең аҡса менән генә ҡотола алмаясағын белдерҙе. Ғәлим үҙенә һырылып барған Ленаға ҡарап: “Йә, Хоҙай, мин ысынлап та ошо ҡатынды яраттыммы икән ни?!”-тип уйлап та өлгөрмәне, ниндәйҙер көс уны ситкә алып ташланы. Ул башы менән ныҡ итеп бәрелеп, аңын юғалтты. Хоҡуҡ һаҡсылары протокол төҙөп, Моратты ҡайтарып ебәргәндәр икән. Ул ҡатынының ағаһына һырылып барыуын үҙенсә аңлап, Ғәлимде осрата һуҡҡан. Лена: “Эшкинмәгән! Мин һиңә ағайыңа үс итеп кенә сыҡтым бит кейәүгә! Ағайыңды үлтерҙең, шәп булды! Шул кәрәк уға, мине эшкә һанамай ине! Унан үсемде алдым!”-тип ҡысҡырып ҡына өлгөрҙө. Йәне көйөүҙән үҙен тота алмаған Морат өҫтәлдә ятҡан бысаҡ менән Ленаға сәнсте.

Әмәлгә ҡатын тере ҡала. Әммә был Моратты енәйәт яуаплылығынан ҡотҡара алманы, ул биш йылға төрмәгә хөкөм ителде. Был тиклем фажиғәне күтәрә алмаған Ғәлим һәм Әнисә кемдеңдер ҡабаланып һатҡан яңы йортон, үҙҙәре лә арзанға ғына осороп, себер тарафтарына күсеп китте. Морат янына тик әсәһе генә барып йөрөй...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртелде.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: