Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
3 Ноябрь 2022, 10:45

Ҡара көҙҙәге... ҡара ҡайғы

Юлдарығыҙ хәйерле булһын. Имен-һау, бәлә-ҡазаһыҙ йөрөп ҡайтығыҙ. Хызыр Ильяс юлдаш булһын... Был һүҙҙәрҙе беҙ көн һайын ишетәбеҙ. Үҙебеҙ ҙә юлға сыҡҡан кешеләргә ҡалыпҡа һалынып киткән теләктәрҙе йүнәлтәбеҙ. Ә уларға ниндәй тәрән мәғәнә һалынғанын аңлап та еткермәйбеҙ. Ни булһа ла шулай булһын. Сөнки был беҙҙең юл ҡазаһы менән осрашмауыбыҙ дәлиле.  

Ҡара көҙҙәге... ҡара ҡайғы
Ҡара көҙҙәге... ҡара ҡайғы

Юлдарығыҙ хәйерле булһын. Имен-һау, бәлә-ҡазаһыҙ йөрөп ҡайтығыҙ. Хызыр Ильяс юлдаш булһын...

Был һүҙҙәрҙе беҙ көн һайын ишетәбеҙ. Үҙебеҙ ҙә юлға сыҡҡан кешеләргә ҡалыпҡа һалынып киткән теләктәрҙе йүнәлтәбеҙ. Ә уларға ниндәй тәрән мәғәнә һалынғанын аңлап та еткермәйбеҙ. Ни булһа ла шулай булһын. Сөнки был беҙҙең юл ҡазаһы менән осрашмауыбыҙ дәлиле.

 

Баш ҡалаға балалары янына ашыҡҡан ир, хәле бөтөп барғанын тойоп, машинаһын туҡтатты. Йәш үҙенекен итә, күрәһең. Элек был юлды “эһ” тә тимәй, бер туҡтамай буйһондорор ине. Мәшәҡәт йомоштарын тамамлай ҙа, шунда уҡ Урал тауҙарына һоҡлана-һоҡлана кире юллана. Юлдағы кафеларҙы ла хушһынмай, кәләшкәйенең хушлы сәйенә ашыға. Ә хәҙер туҡтамайынса булмай, арыта. Етмәһә, берсә ямғыр, берсә ҡар яуыуы, тауҙарҙы томан ҡаплап алыуы ла хәлде ала. Илебеҙҙең төрлө-төрлө төбәктәренән килгән ҙур йөк машиналары ла көсөргәнешлекте арттыра. Уларҙың тәгәрмәсе боҙло юлға барырлыҡ түгелдер инде, әҙ генә тайғаҡ булһа, “ҡорос аттар” тайып, юлыңа арҡыры килеп ултыра. Ялтанып йә туҡтап өлгөрөргә кәрәк. Етмәһә, артыңдан да бер туҡтауһыҙ машиналар ағыла бит. Эйе, юл аҙабы – гүр ғазабы, тип, юҡҡа әйтмәгәндәр шул.
 

Ниһайәт, Урал тауҙары артта ҡалды. Көн асылып, яҡтырып киткәндәй тойолдо. Тик бер туҡтауһыҙ быҫҡаҡлаған ямғыр көсәйҙе. Артыҡ көсөргәнешлектән арыған ир юл ситенә тағы ла туҡтаны. Шуны ғына көтөп торғандай эргәһенә ике ҡатын килеп баҫты. “Беҙҙе лә ултыртып алығыҙ әле. Автобус бик оҙаҡланы, бәлки, килмәҫ тә. Өшөттөрҙө”, – тип ялбарҙы йәшерәге. Ир бер ҡасан да юлсылар алмай. Уның ғәҙәте шул. Машинаһын йәлләгәндән дә түгел, күңеле тартмай ниңәлер. “Булмай, ханымдар, ғәфү итегеҙ, кеше алмайым”, – тине ул. Йәш ҡатын ялбара башланы: “Аҡсаһын түләрбеҙ. Беҙгә оҙаҡ ҡалманы бит. Әсәйемә ауыр, бик ныҡ өшөнө, яңыраҡ дауахананан сыҡҡайны, тағы ауырып китер инде. Хәлебеҙгә инегеҙ, зинһар”. Иргә ризалашмай сара ҡалманы. Шул уҡ ваҡытта эске тауышы: “Машинаңа ултыр ҙа, ишегеңде шарт ябып, кит тә бар. Һин уларҙы барыбер бер ҡасан да күрмәйәсәкһең бит!” – тип даулап маташты. Шулай ҙа үҙен ҡаты бәғерлелектә ғәйепләү тойғоһо еңде. Ир: “Ултырығыҙ һуң, аҡсағыҙ кәрәкмәй”, – тиеүҙән башҡаны әйтә алманы.
 

Оҙон юлда музыка тыңлап, үҙ уйҙарына сумып өйрәнгән кешенең фекере тарҡалды. Ҡатындар ныҡ өшөгәндер, күрәһең, тәүҙә өндәшмәй генә барҙы. Унан сутырлап һүҙгә керешеп киттеләр. Бара торғас ир ҙә улар хаҡында онотто, иғтибарын юлға йүнәлтте. Ә көн боҙолғандан-боҙола барҙы. Быҫҡаҡ ямғыр, рашҡыға әүерелеп, машинаның тәҙрәһен йәлләмәй бәргесләй-туҡмай башланы. Ир тағы ла хәле бөтөүен тойҙо. Юҡ, ауырымай ул, тик бына шулай көсөргәнешле барыу, юлдың тайғаҡлығы, өҫтәүенә, уйламағанда машинаһына ултыртырға мәжбүр булған юлсыларының бер туҡтауһыҙ хәбәр һатыуы мейеһен ҡайнатты. Ул юл ситенә барып туҡтаны ла, тышҡа сығып битен ҡарлы ямғыр аҫтына ҡуйҙы. Улары семеткеләп-семеткәләп хәл индергәндәй тойолдо. Машинаһына инеп ултырғас, кәләше термосҡа ҡойоп биргән тәмле сәйҙе ҡойоп алып, рәхәтләнеп һөрпөлдәтеп эсә башланы. Тик оҙаҡ ләззәтләнергә тура килмәне. Йәш ҡатын: “Йә, оҙаҡ ултырабыҙмы инде шулай?! Беҙ һуңлап барабыҙ бит”, – тине көйһөҙ тауыш менән. Ир көтөлмәгән һөжүмдән сәйе менән сәсәй яҙҙы. Хәйер, эсемлектең тәме китте инде. “Әйтерһең, мин быларҙы машинама өгөтләп ултыртҡанмын, бына әрһеҙбикәләр. Оҡшамай икән, ана бара юлығыҙ”, – тип уйланы ул, тик ҡысҡырып әйтә алманы. Юлсыһы уның һайын ҡуймай: “Көн рәтһеҙләнә, буран сығыуы ихтимал, йәһәтләгеҙ әле!” – тип һөйләнде. Ир был юлы түҙмәй: “Төшөп ҡалығыҙ ҙа, икенсе машинаға ултырығыҙ йә автобусығыҙ килеп етер”, – тине. Ҡатын бөтөнләй сәсрәп китте: “Һеҙ бигерәк яй бараһығыҙ, автобусыбыҙ үтеп киткәндер инде! Хәҙер ниндәй машина туҡтаһын беҙгә!” – тип сәрелдәй башланы. Ир бындай кешеләрҙе бер ҡасан да һүҙ менән еңел булмаясағын аңлап, ҡуҙғалып китеүҙән башҡа сара тапманы. Эске тауышы ғына: “Әйттем бит мин һиңә ултыртма шуларҙы тип, ә һин тыңламаның, ит изгелек – көт яуызлыҡ” тип һөйләнә биреп ҡуйҙы. 

Ир ҡатындарҙың ялҡытҡан тауышын ишетмәҫ өсөн радиоһын көслөрәк тауышҡа ҡуйҙы. Улары ла бирешмәне – тағы ла ҡысҡырыбыраҡ хәбәр һата башланы. Ә көн ысынлап та боҙола башланы. Ҡапыл һыуытып, юл боҙға әүерелде. Ир эстән генә: “Ҡайҙан ултырттым бынауҙарҙы, улар булмаһа, ошонда уҡ туҡтар ҙа ҡуйыр инем. Юл рәтләнгәс, артабан китер инем. Рәтләнмәһә, ошонда уҡ йоҡларға була. Яғыулыҡ етерлек. Ярай, улар төшөп ҡала торған ергә ун саҡрым тирәһе ҡалды, шунан туҡтармын”, – тип уйланды.

Бер аҙ ваҡыт үткәс ир машинаһының тыңламауын тойҙо. Ҡорос аты боҙҙа сығынсыҡлай башланы. Барыһы ла күҙ асып йомған арала булды. Ир үҙенең рәхәт ҡараңғылыҡҡа сумғанын тойҙо. Дауаханала аңына килде ул. Тәүге һорауы юлсылары тураһында булды. Йәш ҡатынға бер ни ҙә булмаған, әммә әсәһенең хәле ауыр. Ир күҙҙәрен сытырҙатып йомдо. Күпме үҙенә һүҙ бирҙе һәр саҡ эске тауышын, һиҙемләүен тыңларға тип. 
 

Юҡ бит, аҡыл ултырмаһа – ултырмай. Тиҙҙән ҡатыны килеп етте. Бер нисә ҡабырғаһы, һул аяғы һынған, мейеһе һелкенгән ирен күреп илап ебәрҙе. Машинаһы ла йүнәтерлек булмай сыҡты. Ҡатыны: “Ҡуйсы, тимер тип иҫең китмәһен! Үҙең тере ҡалғанһың – ошо иң ҙур бәхет! Һиңә бер-бер хәл булһа, беҙ нисек йәшәр инек тә, нисек сыҙар инек?!” – тип иланы.

Бер айға яҡын дауаханала ятҡас, ир йортона әйләнеп ҡайтты. Оло йәштәге юлсының вафат булыуын ишетеү уның тормошон тулыһынса үҙгәртте. Үҙен ғәйепле итеп тойған ир тынғылыҡ тапмай. Тиҙҙән уға судҡа саҡырыу килеп төшә. Закон буйынса фажиғә ҡайҙа булған, хөкөм ҡылыу ҙа шул районда була. Иргә һәләк булған юлсының ҡыҙының бар нәфрәтен алырға тура килде. Йәш ҡатын: “Аҡса эшләйем тип әсәйемде һәләк итте. Үҙем дә ошо авариянан һуң йыш ауырыйым. Автобусҡа ғына ултырһаҡ бер ни ҙә булмаҫ ине. Әллә ниңә ошо шикле кешегә ышандым шул...”

Ир күрәләтә япһарылған нахаҡҡа ни әйтергә лә белмәне. Хатта төшөгөҙ тип әйтеп тә ҡараны бит, тик юлсылары әрһеҙләшеп, талашып тигәндәй ултырып килде. Ул ошо хаҡта һөйләп биреү өсөн ауыҙын асыу менән йәш ҡатын сәрелдәп ҡысҡыра башланы. Судья үҙен тыйғас, юлсы аңын юғалтып ҡоланы. Тик ир хәҙер был ҡатынға бөтөнләй ышанмай ине. Уның бик яҡшы актриса булыуын аңлаған ине. Ҡатынды яҡлаған адвокат та өтөп алып бара. Бәхәсле суд әллә нисәмә ай дауам итте. Йәш ҡатын әхлаҡи зыянды ҡаплатыу өсөн ике миллиондан һум ашыу аҡса талап итте. “Әсәйҙе юғалтыу ниндәй ҡайғы икәнлеген һәр кем аңлайҙыр. Был фажиғәнән һуң бер төн тыныс йоҡлағаным юҡ. Хөкөм ителеүсе кеүек осраҡлы кешеләр руль артына ултырмаһын өсөн уларҙы ныҡлы язаға тарттырырға кәрәк. Минең ҡайғылы кисерештәремде ҡаплар өсөн был аҡса ла әҙ әле”, – тине.
 

Һуңғы һүҙ бирелгәс, ир ғәйебен тулыһынса таныуын белдерҙе, сираттағы мәртәбә йәш ҡатындан ғәфү үтенде. Унан: ”Мин иҫерек түгел инем. Водитель стажым да етерлек. Бер кемде лә көсләп машинама ултыртманым. Хатта аҡса алмаясағымды ла шунда уҡ әйттем. Көн аламаланып киткәс, юлсыларыма машинамдан төшөп, юлды үҙ аллы дауам итеүҙәрен һораным. Әммә улар тыңламаны. Тик түҙеүсе яҡ был хаҡта һөйләргә лә теләмәй. Һеҙ әсәйегеҙҙең үлеме менән һатыу итәһегеҙ түгелме?” – тине. Быны ишетеп ҡалған йәш ҡатын тағы сәрелдәй-илай башланы. Суд иргә әхлаҡи зыянды ҡапларға ҡушты. Тик юлсы ҡатын: “Ул мине әллә ниндәй гонаһтарҙа ғәйепләп бөттө! Мин хөкөм ҡарары менән риза түгел”, – тип белдерҙе.

Бынан һуң тағы ла оҙайлы судтар башланды. Ирҙең хәле лә, түҙемлеге лә бөттө. Нисәмә айҙар буйы яҙмышыңды хәл итһендәр әле. Шулай ҙа һуңғы суд уны миллион һумдан ашыу әхлаҡи зыянды ҡаплатыуға һәм колония-поселениеға хөкөм иткәс, шаңҡып ҡалды. Ҡатыны күпме генә өгөтләһә лә, адвокат ялларға теләмәгәйне шул. Йәнәһе, ғәйебен таный, иҫерек булмаған, һауа торошо насарлығы һөҙөмтәһендә булған фажиғә, шунда уҡ булмаһа ла, йәш ҡатынға өлөшләп аҡсаһын да түләргә риза ине бит. Колонияға киткәндә: “Ул төрмә түгел, иректән мәхрүм итеү язаһын иректә, ләкин билдәле режим шарттарында күҙәтеү аҫтында үтә торған урын”, – тип тынысландырырға маташҡайны өлкән улы. Тик ысынында был үҙ тәртибе менән йәшәгән ысын төрмә булып сыҡты.

Ярты йыл ирекһеҙлектә йонсоған, фажиғәне көн һайын күҙ алдынан үткәргән ир йөрәгенең ҡыҫып-ҡыҫып алғанын тойҙо. Шул ғына етмәгәйне! Хәйер, бындай шарттарҙа йәшәгәнсе, бәлки, үлеүең мең артыҡтыр. Тик ҡатынын йәлләй ул. “Барыһы ла һәйбәт”тән һалдырһа ла, оҙаҡ йылдар ҡатышып йәшәгән дуҫтары ғына түгел, ә туғандары ла унан йөҙ бороуын яҡшы белә. Әйтерһең дә, руль артында ҡатыны булған. Икенсе яҡтан ҡарағанда, бер кеше лә, бындай ҡаза минең менән булмаясаҡ, тип әйтә алмай бит. Шулай булғас, ниңә ире ирекһеҙлектә булғанға аҡылдан шашыр сиккә еткән ҡатын менән булышырға?! Ир һирәк осрашыуҙар ваҡытында ҡатынының янып торған күҙҙәренең һүнеүен күреп үҙен тағы ла ғәйеплерәк тоя, һөйөклөһө янында булып уны ғәйбәт сәскән, ҡара уйлы кешеләрҙән яҡлағыһы, ышыҡлағыһы килә, тик булмай шул!..
 

...Рашҡылы ҡара көҙ ҡайғыны был ғаиләгә генә алып килмәй. Сибай юлында 3 ирҙең машина менән юлдан осоуы, берәүһенең шунда уҡ йән биреүе йәшен тиҙлеге (дөрөҫөрәге, интернет киңлеге) менән шунда уҡ бар тарафҡа тарала. “Ҡорос атты” йүгәнләгән 40 йәштәге ирҙең эскән булыуы тиҙ арала асыҡлана. Береһенең дә хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәүе өс ирҙең берәүһенең үлеменә, икәүһенең ауыр тән йәрәхәттәре алыуына килтерә. Тикшереү аварияға водителдең артыҡ ҙур тиҙлек менән барыуы һәм руль артына иҫерек килеш ултырыуы булышлыҡ итеүен асыҡлай. Фажиғә сәбәпсеһе һаулығын нығытып, аяҡҡа баҫыу менән суд көнө тәғәйенләнә. Ғәйепләнеүсе үҙен яҡларға адвокат яллай. Хөкөм башланыу менән ғәйебен тулыһынса таныуын белдерә. Адвокаттың кәңәше менән һәләк булған ирҙең ҡыҙына барып уға аҡса бирә. “Атайығыҙҙы ерләгәндә сығым күп киткәндер. Исмаһам, өлөшләтә ҡаплау өсөн булһа ла ошо аҡсаны алығыҙ. Бындай осраҡта ғәфү үтенеү генә әҙ, шулай ҙа, зинһар, кисерегеҙ инде”, – ти ул.

Атаһын юғалтыуҙан ҡайғынан бөгөлөп төшкән ҡыҙы иламһырап торған ирҙе йәлләй. Аҡсаны ала. Үлгәндәрҙе ҡайтарып булмай, ә уларға йәшәргә кәрәк. Суд барышында ла тәүҙә миллион һумдан ашыу аҡса һораған ҡыҙ 500 мең һумға риза була.

Колония-поселениеға өс йылға хөкөм ителгән ир еңел тын алып ҡуя. Ул аҙаҡҡа тиклем оҙайлы йылдарға төрмәгә эләгеүҙән ҡурҡа. Шулай ҙа адвокат менән кәңәшләшеп эш итеүе, ғәйебен тулыһынса таныуы, ҡыҙ менән алдан һөйләшеүе – барыһы ла ыңғай тәьҫир итә. “Мин бит беренсе тапҡыр руль артына эскән килеш ултырмайым. Хатта хәмер арҡаһында ҡурҡыныс аварияға эләгеүем тураһында төш тә күргәйнем. Тик фәрештәләремдең мине иҫкәртеүен аңламағанмын. Әгәр миңә ҡасан да булһа тағы ла машинаны йүгәнләргә тура килһә, бар ҡағиҙәләрҙе үтәп кенә йөрөйәсәкмен”, – ти ул адвокатына.

Был ирҙең ҡатыны тулыһынса уның дуҫтарының һәм туғандарының ҡурсыуы аҫтына алына. Уға кешеләрҙән ҡырын һүҙ әйттереү түгел, яман ҡараш ташлатырға ла бирмәйҙәр. 
 

Ике фажиғә... Ике өҙөлгән ғүмер... Хөкөм ителгән ике ир... Ни өсөн улар төрлөсә ҡабул ителә һуң? Йөрәк һыҙланыуҙарын баҫа алмай, үҙен ғәйепле тойоп, ситкә тибелгән ҡатынын йәлләп төн йоҡоларын онотҡан ир – беҙҙең милләттәш. Кәрәкмәгән саҡта артыҡ ышаныусанлыҡ, һис шикһеҙ тантана итәсәк дөрөҫлөктө алға ҡуйып, законлы яҡлаусыны ялламау уны ошо хәлгә төшөрҙөмө? Ышыҡһыҙ ҡалған уңған, матур ханыма бысраҡ өйөү, уның һаулыҡ һорашыуын да ҡабул итмәү беҙҙең аҫыл, рухлы заттарыбыҙҙың туҡтауһыҙ яуҙарҙа һәләк булып, тик һатлыҡ йән, әпкәләйҙәрҙең заты ғына милләт тамырын дауам итеүенең дәлилеме? Шулай булмаһа икенсе милләттән булған хөкөм ителеүсе дуҫтары, туғандары тарафынан үҙе генә түгел, ә ҡатыны ла яҡлау-һаҡлау аҫтына алыныуын нисек аңларға?

Судта булған һайын бер күренешкә иғтибар бирәм: әгәр беҙҙең кешеләр хөкөм эскәмйәһенә эләкһә, уның янында бер кем дә юҡ йәки ата-әсәһе баҫып тора. Икенсе милләт кешеләренең бер туған түгел, ә сыбыҡ осо булғандары ла барыһы килә. Был минең шәхсән фекерем, кемделер рәнйетеү өсөн түгел, ә йылдар дауамындағы күҙәтеүемдең күңелһеҙ баһаһы. 
 

Эйе, кеше бар яҡтан уңышлы булып, балҡып йәшәгәнендә уның нурҙарына һәр кем ҡойона. Ә һин ауыр хәлгә ҡалған, бар йәмғиәт унан йөҙ борған әҙәм балаһына терәк булып ҡара...
Гүзәл Иҫәнгилдина. 
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: