Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
23 Октябрь 2022, 09:51

Ялтырауыҡ уйынсыҡҡа ымһынһаң

Әҙәм балаһының тормошо бер минутта селпәрәмә килә аламы? Хәйер, башыңа уйламаған бәлә төшһә, быға бер секунд та етәлер. Бындай саҡта кемдер юғалып ҡала, бәғзеләр бар донъяға асыуын төшөрә, ә ҡайһы берәүҙәр ҡурҡыныс енәйәткә бара.

Ялтырауыҡ уйынсыҡҡа ымһынһаң
Ялтырауыҡ уйынсыҡҡа ымһынһаң

Ира тормошона бер ҙә зарланмай йәшәне. Нисек шулай булмаһын? Мәктәпте тамамлағас, үҙе һайлаған юғары уҡыу йортона инә алды. Ҡайтып яҡшы урынға эшкә урынлашты. Ошо мәлдә үҙенең һөйгән йәрен – Викторҙы осратты.

Эй, бәхетле мәлдәр ине! Сөнки егет ҡыҙҙың артынан бер тотам ҡалмай эйәреп йөрөп, барыбер өйләнешергә күндерҙе. Ираның институт йылдарында осрашҡан егете онотолдо. Ә бит диплом алып, әрмегә киткән егет менән улар бергә булырға һүҙ ҡуйышҡайны. Шулай ҙа Виктор башын нығыраҡ әйләндерә алды – ҡыҙ кейәүгә сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Йәштәр матур итеп йәшәп китте. Виктор ата-әсәһе менән йәшәгәнгә күрә, улар донъяһын Ираның фатирында ҡорҙо. Үкенескә ҡаршы, ҡыҙҙың ата-әсәһе иртә мәрхүм булды. Фатир уға һәм һеңлеһе Клаваға бүленде. Тик үҙенән ике йәшкә кесе туғаны “был ауылда” йәшәргә теләмәгәнен белдерҙе. Елбәҙәк ҡыҙҙың бар уйы – Мәскәү, Питер кеүек ҙур ҡалалар. Тиҙҙән ул Иранан фатирҙың үҙ өлөшөн һатып алыуҙы талап итә башланы. “Әгәр аҡса бирмәһәң, мин уны икенсе кешеләргә һатам. Әйҙә, йәшә теләһә кем менән Бәлки, ситтән килгән икенсе милләт кешеләренә арзанға осорормон”, – тип янаны ул.

Ира һеңлеһенең бала саҡтан үҙ һүҙен һүҙ итеп өйрәнгәнен яҡшы белә ине. Бала саҡтағы бер хәтирә әле лә башынан сыҡмай. Ираның тыуған көнөнә атаһы күптән хыял иткән ҡурсаҡты бүләк
итте. Ҡыҙсыҡ ҡыуанысынан ни эшләргә белмәне. Шулай булмай ни, уларҙың класында был ҡурсаҡ тураһында бар ҡыҙҙар хыяллана. Ира ул саҡта икенсе класта уҡый ине. Бер көн ҡыҙсыҡ үҙенең ҡурсағын тапманы. Өйҙә өләсәһе менән, ауырып балалар баҡсаһына бара алмаған, Клава ҡалған ине. Улар ҙа бер нәмә белмәүен белдерҙе. Бер көн Ира ҡурсағына кейҙерелгән күлдәктең бер өлөшөн күреп ҡалды. Ул бүлмәлә эҙләнә башланы һәм нимә менәндер аяуһыҙ тураҡланған ҡурсағының өлөштәрен генә табып алды. Быны тик Клава эшләй алыуын яҡшы белә ине ул. Ҡыҙсыҡ илап һеңлеһенә барып йәбеште. Әсәһе йүгереп килеп етте. Илауынан бер һүҙ әйтә алмаған Ира ауыҙын асҡансы, Клава: "Мин уның ҡурсағын уйнарға
алып торғайным, Ира шуға асыуланып уны ҡырҡҡыслап ташланы!” – тип ошаҡлап та өлгөрҙө. Ира бер ниндәй ғәйебе булмауында атаһын да, әсәһен дә ышандыра алманы.

Бала саҡта төрлө хәлдәр була, әммә ошо ваҡиға ниңәлер йөрәгенә һеңеп ҡалған. Тормошҡа ашҡан хыялын һеңлеһенең яһиллыҡ менән юҡ итеүен ҡабул итә алманы. Хәйер, үҫә бара Клава ата-әсәһен дә әҙ илатманы. Хаттин ашып барған үҫмер баланы нисек туҡтатырға белмәйҙәр ине. Өйҙән ҡасып китеүе, унан күмәкләп уны эҙләү, төн уртаһында ҡайтып инеүе... Артабан үҙе кеүек йәштәр менән һыра һемереү, тәмәке тартыу башланды. Бәлки, бәләкәс ҡыҙҙары өсөн көйөү ҙә ата-әсәһен аяҡтан ваҡытһыҙ йыҡҡандыр. Шуға күрә фатирының өлөшөн таптырған Клава менән талашып торманы ул. Әҙ генә ваҡыт биреүен һораны. Ира һәр саҡ һаҡсыл булды. Йыйып бар-
ған аҡсаһы ла бар ине. Уға ҡушып кредит алып һеңлеһенә тотторҙо. Аҡса алыуы тураһында ҡағыҙ яҙҙырып алды, фатирҙы тулыһынса үҙенә күсертте.

Виктор менән Ира шәхси йорт һалып сығыу тураһында хыялланды. Хатта уның ниндәй буласағын ҡағыҙға ла төшөрөп ҡуйҙылар. Мотлаҡ ике ҡатлы, янында йәшеллеккә һәм гөл-сәскәгә төрөнгән баҡса... Йәш пар хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн аҡса йыя башланы. Шуға күрә бар нәмәне үтә һаҡсыл тотондолар. Ира күптән бәпәй табырға хыяллана ине. Әммә Виктор тәүҙә яңы өй һалып сығырға, унан бәпес алып ҡайтырға кә-
рәклеген белдерҙе.

Тик уларҙың яйға һалынған, уй-хыялдар менән төрөнгән тормошо бер көндө тулыһынса үҙгәрҙе. Барыһы ла Клаваның ҡайтып төшөүенән башланды. Эштән ҡайтып, ашарға йыйынғанда, ишек ҡыңғырауы зыңғырланы. Ишекте асҡан Ира ҡолап китә яҙҙы – алдында һеңлеһе баҫып тора ине.

Бер ҡасан да йылы туғанлыҡ хистәрен белдермәгән Клава уның муйынына ташланды. “Ирочка, һағындым бит мин һине!” Ира ниҙер әйтергә лә өлгөрмәне, һеңлеһе сумаҙанын оҫта ғына этеп индереп тә ултыртты.

“Мин тыуған ҡаламда әҙерәк ял итеп алырға булдым әле. Бына, ҡайттым”, – тине ул. Ира был фатир күптән уның торлағы булмауын әйтергә теләне лә, ярар, берәр аҙна ятып китеүенән бер нәмә булмаҫ, ни тиһәм дә туғаным бит, тип уйлап ҡуйҙы. Шау-шыуға килеп сыҡҡан Виктор Клаваны
күреп аптырап китте. Һәр саҡ эре ҡыланған, бер кемде кешегә һанамаған балдыҙын яратмай ине ул. Клава төпкө бүлмәгә инеп киткәс, ир: “Ул бында нимә эшләй? Был фатир – беҙҙеке бит. Ни өсөн һин
уны индерҙең?” – тип әрләй башланы. Ира: “Ҡыуып сығара алмайым бит. Ҡайҙа барһын ул миңә
килмәй? Иң күбендә бер аҙна булыр, түҙ инде”, – тине ялбарып.

Ирле-ҡатынлы аш бүлмәһенә сыҡты. Ә унда Клава хужабикәләрсә ҡыланып һәр кәстрүлде ҡарап йөрөй ине. “Дәә, Ирочка, бер нәмә лә үҙгәрмәгән, хатта һауыт-һаба иҫкелек ҡалдығы – өләсәйҙеке. Һин иреңде төнгөлөккә ҡыҙҙырылған картуф менән һыйлайһыңмы? Үҙеңдең фигураңды уйламаһаң, Викторҙың һаулығын уйлаһаңсы”.

Өйөнә индергән Клаванан бындай һүҙҙәрҙе көтмәгән Ира телһеҙ ҡалды. Һеңлеһе уның һимереп барыуына төрттөрөп тә, ирен һәйбәтләп тәрбиәләмәүҙә ғәйепләп тә өлгөрҙө. Нимәлер әйтәм тип ауыҙын асҡайны ғына, Клаваның: “Борсолмағыҙ, хәҙер мин һеҙҙе ашатам!” – тигән яңғырауыҡ тауышы ишетелде. Ул ҡайһы арала индереп ултыртҡан пакетынан әллә нимәләр сығарып ташланы. “Тәк, Ира, бар әсәйҙең матур сервизын сығар. Туғандар көн дә осрашмай! Беҙ һинең менән нисәмә йыл осрашманыҡ! Ә һин, Витюшенька, миңә йәшелсә, емеште йыуырға ярҙам ит!” Үҙен хужабикәләрсә тотоп, бер туҡтауһыҙ бойороҡ биреп, нимәлер тураған-әҙерләгән Клаваға ир менән ҡатын бер һүҙһеҙ буйһондо. Сөнки шарылдаған ҡыҙҙың тауышы бар фатирға таралып, уларға бер һүҙ ҙә әйтергә бирмәй ине. Ниһайәт, табынға ултырҙылар. Клава ҡиммәтле шарап та килтереп сығарҙы. Ул туҡтауһыҙ ниндәйҙер ҡыҙыҡтар һөйләне, ҡыҫҡа халатының итәктәрен елберҙәтеп өҫтәлгә үҙе әҙерләгән ҡабымлыҡтарҙы өҫтәне. Ира менән Виктор йоҡларға ятҡанда ярты төн ауышҡайны. Ә иртәгә байрам түгел – эшкә. Ира ире алдында һеңлеһе өсөн уңайһыҙланып: “Һин ғәфү ит. Иртәгә мин Клава менән һөйләшермен. Артыҡ ҡыланып ташланы”, – тине. Викторҙың: “Ниңә? Бик матур ултырҙыҡ та инде. Клава үҙгәргән. Уның менән хәҙер аралашыуы ла күңелле”, – тигән һүҙҙәре бөтөнләй аптыратты.

Иртәнсәк көскә уянған Ира кухняла көлөшкән тауыштарҙы ишетеп аптырап ҡалды. Виктор янында юҡ. Аш бүлмәһенә сыҡты. Унда тағы ла ҡыҫҡараҡ һәм сағыуыраҡ халатын кейгән Клава Виктор янында юрғалап йөрөй. “Витюшка, бына ошо ҡоймаҡ рецебын бик һирәктәр генә белә. Уны ашаһаң, көнө буйы көсөң ташып торор...”

Апаһын күреп ҡалған Клава шып туҡтаны, унан: “Ирочка, ҡайһылай оҙаҡ йоҡлайһың. Ә иреңә эшкә нимә ашатып ебәрәһең?” – тине. Ира йәне көйөп, һеңлеһен әрләргә уйлағайны, Викторҙың: “Беҙ ғәҙәттә бер сынаяҡ сәй йә кофе эсәбеҙ ҙә йүгерәбеҙ”, – тигәне ишетелеп ҡалды. “Ай-һай, улай булмай, эшләп йөрөгән кешеләргә көс кәрәк бит. Бигерәк тә ирҙәргә. Унан ашҡаҙан боҙола башлай. Мин аңланым һеҙ көнө буйы ас йөрөйһөгөҙ ҙә, төнгөлөккә ҡыҙҙырылған картуф ашайһығыҙ. Шунан башлана инде һаулыҡ менән проблемалар...”

Ираның һеңлеһен тыңлап бөтөргә нервыһы етмәне, эшкә лә һуңлап бара ине. Йәһәт кенә кейенеп, Клава һуҙып торған сынаяҡты күрмәмешкә һалышып, сығып китте. Ошо таңдан башлап Ира өсөн мәхшәр башланды. Тәүҙә балдыҙын ҡыуып сығарыуҙы талап иткән ире ҡырҡа үҙгәрҙе. Уға Клаваның уларҙы хәстәрләп ашарға әҙерләүе, өйҙө йыйыштырыуы, мәҙәктәр һөйләүе бик оҡшай ине.

Ира бер аҙна түҙергә булды. Әммә Клава тағы “бер аҙға ғына” ҡаласағын белдерҙе. Тиҙҙән ванна бүлмәһендә уның таҫтамалдары, косметикаһы урын алды, кухняны сағыу-сағыу алъяпҡыстары баҫып алды. Кистәрен диванға Викторға һырылып тигәндәй барып ултыра ла, тотона әкиәттәрен һөйләргә! Ә ире ауыҙын асып тыңлай. Ул ғына ҡалмағайны, Клава йыһазды урынан шылдырып, икенсе төрлө ҡуя башланы. Үҙҙәре эштә булғанда, хатта уларҙың бүлмәһенә тотонған.

Ира түҙмәй һеңлеһен әрләргә уйлағайны, Виктор: “Ысынлап та, былай киңерәк тә, уңайлыраҡ та”, – тип әйтеп өлгөрҙө. Ира төнөн Викторға һеңлеһен ҡыуып сығарасағын белдерҙе. Ире өндәшмәй ятты ла, унан: “Күпме туған-таныштар бар. Улар ни әйтер. Бер туған һеңлеһен һыйҙырмаған тип һүҙ сығарырҙар. Тиҙҙән китә бит ул, түҙәйек”, – тип ҡырт киҫте.

Әммә икенсе көн барыһы ла үҙенән-үҙе хәл ителде. Ира эштән алдараҡ ҡайтты. Бөгөн ул һеңлеһе менән барыһын да асыҡтан-асыҡ һөйләшәсәк. Тик килеп инеү менән кухняла көлөшкән тауыштарҙы ишетте. “Витюшенька, һин мотлаҡ ошо балыҡты ашап ҡарарға тейешһең. Һинең өсөн генә бешерҙем”. Сыңғырҙатып көлөп ебәргән Клава Ираны күреп туҡтап ҡалды. Унан: “Әйҙә, әйҙә, Ирочка, үт. Һин нәҡ киске ашҡа ҡайтып еттең. Ултыр беҙҙең янға”, – тип әйҙүкләй башланы.

Ира үҙен өйөндә түгел, ә ошо икәүгә ҡунаҡҡа килеп ингән кеүек тойҙо. Башҡа түҙерлек хәле ҡалмаған ине уның. “Һин хәҙер үк сығып китәһең! Сөнки был
һинең өйөң түгел! Минең иремә лә улай наҙлап өндәшергә хаҡың юҡ! Йыһазды ла кире урынына шылдырып ултырт, бар халат-алъяпҡыстарыңды ал да, һыпырт бынан! Һин ошо фатирҙың өлөшөн таптырып, мине кредит түләргә мәжбүр иттең, хәҙер хужабикәләрсә ҡыланаһың. Етте!” Виктор Ираға: “Туҡта, ниңә улай ҡыҙаһың? Клава ниндәй насарлыҡ эшләгән һиңә? Барыһын да әҙерләп, беҙҙең алда йүгереп кенә йөрөй. Ул булмаһа, һинең ҡыҙҙырылған картуфыңды ашар инек һаман”, – тип ҡысҡырҙы. Ира: “Ә һин оноттоңмо беҙ ни өсөн тик картуфта ултырғанды? Өй һалабыҙ түгелме? Унан бәпәй табырбыҙ тип һөйләштек. Тик Клава бында булғандан алып һин быларҙың береһен дә иҫеңә
төшөрмәйһең!” – тине ярһып.

Клаваның “йондоҙло сәғәте” һуҡты. Нимә-нимә, ә үҙен йәлләтә белә ул. Ул ултырғысҡа ултырып һыңҡылдап илап ебәрҙе: “Мин бит һеҙҙең өсөн тырышам. Минең һеҙҙән башҡа бер кемем дә юҡ. Исмаһам, бер туғанымды күрәйем, уға әҙерәк булһа ла файҙа килтерәйем тип атлығып ҡайтҡайным...”

Клава әллә нимәләр һөйләй-һөйләй иланы ла иланы. Әммә Ираның түҙемлеге шартлаған ине. Ул һеңлеһенең әйберҙәрен ашыҡ-бошоҡ тултырҙы ла, ишек төбөнә ҡуйҙы. Унан үҙен дә эткесләп-төрткөсләп сығарып ебәрҙе. Фатирҙа тын булып ҡалды. Көндәр үтте. Тик Клаваның китеүе тормоштарын көйләмәне – Виктор менән Ираның араһы һыуына барҙы. Дөрөҫөрәге, ире уны яҡын да
ебәрмәне, айырым йоҡланы. Асыуланып йөрөр ҙә, онотор тип өмөтләнде Ира.

Тик уға тағы бер ауыр яҙмыш һынауын кисерергә
тура килде. Бер кис ире эштә ныҡ оҙаҡлап китте. Телефонын да алманы. Төн уртаһы еткәс, иренән смс килде. Унда ире менән Клаваның түшәктәге ярым яланғас фотоһы һәм “Минең тыуған көнөм бөгөн, Ирочка. Һинән бер бүләк кәрәкмәй, Витюшканы бүләк ит”, – тип яҙылған ине. Икенсе көнө Виктор әйберҙәрен алып китте. Ира күпме генә ялбарып ҡараһа ла, ире тыңламаны. “Мин Клаваны яратам. Мине һин түгел, ә әсәйем дә уның кеүек хәстәрләгәне юҡ ине”, – тип кенә ебәрҙе. Ира ҡайны-ҡәйнәһенә барып, Виктор менән һөйләшеүҙәрен ялбарҙы. Килендәрен хөрмәт иткән ололар улдары менән һөйләшеп ҡараны, әммә тегеһе тыңларға теләмәне. Күҙе-башы әйләнгән, аңы томаланған ине ирҙең. Бер көн Ира Клава менән һөйләшеп ҡарарға булды. “Нимәгә ул Виктор? Һин бит ҙур ҡалала йәшәргә хыяллана инең? Ҡайтар уны!” – тип иланы ул. Клава мыҫҡыллы йылмайып: “Мин тиҙҙән Мәскәүгә китәм. Һинең ирең миңә кәрәкмәй ҙә ул. Ә бына ҙур
ҡалала аҡса кәрәк буласаҡ. Һинең фатирың бар бит, нимәгә һиңә өй?” – тине.

Ираның тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Викторға шылтыратып, өйгә тип йыйған аҡсаны үҙенә күсереүҙе талап итте. Тик Виктор: “Һиңә фатир ҡалды бит. Ә өйҙөң аҡсаһы миңә”, – тине. Фатир ту-
лыһынса Ираныҡы булыуын, ә өй һалырға аҡсаны икеһенең дә эш хаҡынан һалып барыуҙарын ул
тыңларға ла теләмәне.

Айҙар үтә бара Ира тапалған хис-тойғоларынан арынып, ниһайәт, тыныслана алды. Үтә бушаҡлығы, кәрәкмәгән саҡта миһырбанлыҡ күрһәтеүе арҡаһында ғаиләһе юҡҡа сығыуын аңлай ине ул. Ире лә ышанысһыҙ булып сыҡты. Әммә бер көн алған хәбәренән ул шаңҡып ҡалды.

Виктор Клаваны үлтергән! Һеңлеһе өйгә тип йыйып барған аҡсаны алып ҡасҡан, әммә ире уны эҙләп табып, бысаҡ менән сәнскән. Был ҡайғынан Ира һығылып төштө. Их, әҙерәк кенә ҡатыраҡ ҡыланһа, бәлки, был хәл булмаҫ ине!

Виктор оҙайлы йылға ҡаты режимлы колонияға хөкөм ителде. Ялтырауыҡ уйынсыҡҡа алданып, ысын бәхетен юғалтыуын аңлаған ине ул. Шуға күрә уңайы сыҡҡанда Ираға шылтыратып ҡараны, тик йәш ҡатын уның тауышын ишетеү менән телефонын һүндерҙе. Унан Виктор хаттар яуҙыра башланы. Тик улар яуапһыҙ ҡалды...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

Һүрәт интернет селтәренән алынды. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: