Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
19 Сентябрь 2022, 22:00

МӨХӘББӘТТӘН КИЛГӘН БӘЛӘ (СУД ЗАЛЫНАН)

Әсә ҡыҙ менән һөйләшеп ҡарай. “Киләсәге өсөн кәрәк бит юғары белем! Һин әйт уға, һине тыңлар ул”,-тип ялбара. Тик ҡыҙ вайымһыҙ ғына: “Я тут при чем? Пусть катится”,-тип кенә ебәрә...

МӨХӘББӘТТӘН КИЛГӘН БӘЛӘ (СУД ЗАЛЫНАН)
МӨХӘББӘТТӘН КИЛГӘН БӘЛӘ (СУД ЗАЛЫНАН)

МӨХӘББӘТТӘН КИЛГӘН БӘЛӘ

Моңһоу ҡарашлы йәш егеткә ҡарап, һүҙҙе нимәнән башларға белмәй аҙапландым. Туп-тура ҡараған күҙҙәрҙә һағыш та, балаларға хас бер ҡатлылыҡ та бар. Тик, исмаһам, бер тамсы үкенеү билгеһе булһасы! Шулай ҙа нисек итеп уны ҡурҡыныс енәйәтселәр менән бер рәткә ҡуяһың?!

“Икенсе мәртәбә бер үк енәйәт өсөн эләгәһең бит. Ярай, тәү мәртәбә тотолғанда шартлы хөкөм иткәндәр. Судья һинең йәшлегеңде, яҡшы характеристикаңды, быға тиклем хоҡуҡ боҙмауыңды иҫәпкә алып, төҙәлеү өсөн ваҡыт биргән. Хәҙер бит ысынлап та төрмәгә ултырасаҡһың. Һин шуны аңлайһыңмы?”

Егет башын аҫҡа эйеп ултырҙы ла, унан: “Мин барыһын да аңлайым. Тик башҡа төрлө юл юҡ ине. Эш хаҡым һөйгәнем һораған балдаҡтың яртыһына ла етмәй ине”,-тип көрһөнөп ҡуйҙы.

Юҡ, суд барышында егет енәйәт ҡылыуын кемгәлер бәйләргә, икенселәрҙе ғәйепләргә уйламаны ла. Ул барыһына ла үҙенең ғәйепле икәнлеген белдерҙе. Тик һығылып төшөп илаған әсәһенә генә күтәрелеп ҡарай алманы. Улының бер нисә йылға иркенән мәхрүм ителеүен ишеткән әсә, ҡайғынан бөгөлөп төштө. “Ҡәһәр генә һуҡһын был ҡыҙҙы! Барыһына ла тик ул ғына ғәйепле!”-тип ҡысҡырҙы. Әсәһенең ҡарғышын ишеткән егет уға күтәрелеп ҡараны. Был ҡарашта ялбарыу ҙа, килешмәү ҙә, ғәфү үтенеү ҙә – тағы әллә күпме әйтеп бөтә алмаҫлыҡ, көслө хистәр ята ине.

Ул мәктәптә яҡшы уҡый. Әсәһе балаһын яңғыҙ үҫтереүенә ҡарамаҫтан, уға барыһын да бирә ала. Малай бәләкәй саҡтан музыка менән шөғөлләнә, төрлө түңәрәктәргә йөрөй. Мәктәпте тамамлағас, еңел генә үҙе теләгән университетҡа уҡырға инә. Әсә улы менән ғорурланып бөтә алмай. Шулай булмай ни – ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул уҡыу йортоноң иң яҡшы уҡыған студенты ғына түгел, ә иң әүҙем, бар сараларҙа ҡатнашыуы менән барыһының да ихтирамын яулаған егеткә әүерелә. Байрам, ял көндәрендә әсә улы янына ашыға. Уларҙың бәхетле, күләгәһеҙ тормошо һәр саҡ шулай дауам итер кеүек ине. Әсә улын дипломлы, унан инде ғаиләле итеп күҙ алдына килтереп ҡыуана. Тик әҙәм балаһын яҙмышының ҡайһы боролошонда һынауҙар көтөүен бер кем дә әйтә алмай шул..

Икенсе курсты уңышлы итеп, алдан тамамаған егет йәйге каникулға ҡайта. Әсәһе янында булып, унан студент дуҫтары менән республика буйлап сәйәхәткә сығырға уйлай. Бер кис синыфташтары менән осрашып, ҡала урамдарын ҡыҙыралар. Шул саҡ аллеяла ултырған ҡыҙҙарға тап булалар. Йәштәр танышып китә. “Мин уға тәү ҡараштан ғашиҡ булдым. Ундай ҡыҙҙарҙы бер ҙә күргәнем юҡ ине”,-тине хөкөм ителгән егет.

Эйе, егерме йәшен яңы тултырған йәш кешенең күңелен көслө мөхәббәт ялмап ала. 18 йәшлек һылыуҡай мәктәпте тамамлаған да, әлегә бер ҡайҙа ла урынлашмаған икән. “Эшләргә лә, уҡырға ла өлгөрөрмөн әле”,-ти ул иҫе лә китмәй.

Әсә улының таңға тиклем юғалыуҙарын тыныс ҡабул итергә тырыша, барыһын да йәшлеккә һылтай. Тик улының студент дуҫтары менән сәйәхәткә сығыуҙан баш тартыуын ишеткәс, хафаға һала. Сөнки егет ҡыш буйы йәйгеһен ҡайһы райондарға барасаҡтарын һөйләп, был көндәрҙе түҙемһеҙлек менән көткән була. Әсә улы менән һөйләшеп ҡарай, тик ул тыңларға ла теләмәй. “Кешеләрҙән был ҡыҙҙың кем икәнлеген һораша башланым. Бер йүнле һүҙ ишетмәнем. Унан улым менән уны урамда күрҙем. Үҙен тейешле кимәлдә тота белмәгән, тәрбиәһеҙ был ҡыҙҙа балам нимә тапты икән, тип аптырауымдың сиге булманы. Яндарына барҙым. Улымдың: “Был минең әсәйем”,-тиеүенә, ул: “Здрасте”,-тип кенә ҡуйҙы. Үҙе туҡтауһыҙ һағыҙ сәйнәй. Улым әллә һуҡырайҙымы икән әллә, тип йәнем көйөп ҡайтып киттем”,-тип һөйләне әсә был ҡыҙ тураһында.

Ошо хәлдән һуң әсә һәм ул араһында талаш ҡуба. Әсәһенең һөйгәнен ташлауҙы талап итеүен егет бик ауыр ҡабул итә, үсегә. Мәхшәрле йәй үтеп китә. Әсә улының уҡырға китеүен түҙемһеҙлек менән көтә. “Исмаһам, уҡыу менән онотолор. Уҡыған ерендә күпкә аҡыллы, матур ҡыҙҙар етерлек. Берәйһенә әүрәп китер, бәлки”,-тип үҙен йыуата.

Тик улы уҡырға киткәндән һуң өс көндән кире әйләнеп ҡайта. Ике аҙнаға ҡайтарыуҙарын белдергәс, әсә уҡыған еренә шылтырата һәм ысынында улының бер сәбәпһеҙ ҡайтып китеүен белә. Күпме генә өгөтләһә лә, улы уҡыу йортона яңынан барырға теләмәй. Әсәһе: “Әрмегә алып китәсәктәр бит”,-тигәс, “Юҡ, мине алмайҙар, һин бит яңғыҙһың, инвалидлығың бар, мине алырға тейеш түгелдәр. Мин барыһын да белештем”,-ти.

Әсә ҡыҙ менән һөйләшеп ҡарай. “Киләсәге өсөн кәрәк бит юғары белем! Һин әйт уға, һине тыңлар ул”,-тип ялбара. Тик ҡыҙ вайымһыҙ ғына: “Я тут при чем? Пусть катится”,-тип кенә ебәрә.

Әсә улына ҡыҙҙың был һүҙҙәрен еткерә. Тик егет уға ышанмай, ә һөйгәнен борсоп йөрөгән өсөн уға асыулана, һөйләшмәй башлай. Тиҙҙән әсә улының планшет, ноутбук һ.б. әйберҙәренең юғала башлауын күрә. Ун һигеҙ йәшенә бүләк иткән алтын сылбыр ҙа күренмәгәс, хафаға ҡала. Унан егеттең уларҙың барыһын да һатып ҡыҙға бүләктәр алыуын белә. Тик был да иң ҡурҡынысы булмаған икән. Һәр саҡ тәртипле, өлгөлө улын тиҙҙән полиция бүлегенән барып ала ул. Егеттең еңел машиналарҙан төрлө әйберҙәрҙе урлап йөрөүе асыҡлана. Әсәнең был фажиғә башына һыймай. Кескәйҙән иҫ киткес ғәҙел, бер ҡасан да кешенең төймәһенә лә теймәгән балаһы урлыҡҡа барһынсы әле! Тик улы барыһында ла уның үҙен ғәйепләй: “Мин бит һинән аҡса һораным, һин бирмәнең!”

Эйе, улы һуңғы осор һәр саҡ аҡса һорай ине шул. Тик 1-2 меңләп түгел, ә кәмендә бишәр меңләп. Сәскә магазинында ла улының бурысы барлығы асыҡланды. Әсә полиция, прокуратура тупһаһын тапауҙан бушаманы. Улы шартлы хөкөм менән ҡотолоп ҡалды. Был хәл улына аҡыл булғандыр, тип уйлағайны. Тик яңылышҡан икән. Ярты йыл да үтмәне, улы тағы кеше әйберен урлап тотолдо. Һөйгәненең тыуған көнө яҡынлаша ине, ә ул 30 мең һумдан ашыу торған балдаҡты һораған. Әсә өсөн бар донъя емерелде, тормошоноң мәғәнәһен юғалтты. “Мин бит тик улым өсөн йәшәнем. Ул аталы балаларҙан кәм булмаһын өсөн ике эштә эшләнем. Миңә өйләнешергә тәҡдим итеүселәр ҙә булды, баш тарттым. Сөнки бар хис-тойғоларым тик балама ғына бәйле ине. Уның ҡараңғы төрмәлә көн итеүен нисек күтәрермен?..”-тип иланы әсә.

Ә егетте мөхәббәт утына һалып яндырған, юҡҡа сығарыуға этәргес биргән ҡыҙ судҡа килмәне. Егет күҙҙәрен ишектән алмай уны көттө. Конвой машинаһына ултырғас та уның ҡарашы ҡайғынан һығылып төшкән әсәһендә түгел, ә ҡыҙ киләсәк юлда ине. Тик барыһы ла буш хыял булып ҡалды...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: