Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
16 Сентябрь 2022, 22:00

Бала күңелен гәлсәрҙәй ватып (Суд залынан)

Бер көн ун ике йәшлек малай мәктәптән балҡып ҡайтып инә. Ҡулындағы телефоны менән маҡтанып: “Бына, миңә атайым алып бирҙе!”-тип һөрән һала. Улының ябай булһа ла, телефоны бар ине. Шуға күрә Рәхилә Вәсилгә шылтыратып: “Беҙгә телефон түгел, ә аҡса кәрәк. Улыңды кейендерергә, ашатырға. Һәм ни өсөн һин бер ҡасан да күрергә теләмәгән балаң менән мине иҫкәртмәйенсә килеп таныштың?”-тип һорай. Вәсил телефондың ҡиммәт булыуын, чегын һаҡлап ҡуйыуын, шуға күрә бер нисә ай алимент түләмәйәсәген белдерә...

Бала күңелен гәлсәрҙәй ватып (Суд залынан)
Бала күңелен гәлсәрҙәй ватып (Суд залынан)

Суд залынан

Бала күңелен гәлсәрҙәй ватып...

Рәхилә миңә социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт итте. “Һеҙ суд темаһына мәҡәләләр яҙаһығыҙ. Миңә шул йүнәлештә ярҙам кәрәк ине. Һеҙҙең менән осрашып булмаҫмы икән?”-тип яҙған ине ул.

Баҙнатһыҙ ғына килеп ингән ҡатындың йөҙөндә хәсрәт тә, нәфрәт тә, иҫ киткес уйсанлыҡ та бар ине. “Һүҙҙе нисек башларға белмәйем. Уңайһыҙ. Туғандарым миңә: “Үҙең ғәйеплеһең”,-ти. Шуға күрә ошоға тиклем һуҙып йөрөгәнмендер. Әммә проблемаларым үҙ өйөрмәһенә улдарымды ла ала башлағас, ниҙер эшләргә кәрәк икәнлеген аңланым”...

Күңелдә – рәнйеү

Рәхилә ауыл ерендә, күп балалы ғаиләлә үҫә. Кесе туғандарын, мал ҡарау, аш-һыу яраштырыу – барыһы ла ҡыҙҙың елкәһенә һалына. Мал ҡараусы булып эшләгән атаһы йыш ҡына эсеп ҡайтып, өйҙәрендә бола сығара. Кескәйҙәр апаһына һырынып, яҡлау эҙләй. Иренең холҡона өйрәнгән ҡатын балаларына әллә ни иғтибар ҙа бирмәй, шикелле.

“Әле лә уйлап аптырайым, әсәйебеҙ атай беҙҙе өй буйлап баҫтырып туҡмай башлаһа ла, бер һүҙ өндәшмәҫ ине. Әллә үҙен дә туҡмар тип ҡурҡтымы икән? Ләкин атай уға бер ҡасан да ҡул күтәрмәне, һүгенеп әрләргә генә аптырамаҫ ине. Ҡайыш, ҡулына килеп эләккән бар әйберҙәр беҙгә осор ине. Туғандарымды бик йәлләй инем, уларҙы үҙем менән ҡапларға тырыштым. Атайым быны күреп, тағы нығыраҡ асыуланып, мине сәсемдән һөйрәтеп урамға быраҡтырыр ине. Буранмы – ямғырмы, уға барыбер ине. Ул тынысланғансы туңып үлә яҙған саҡтарым була торғайны. Кескәйерәк саҡта күршеләргә йүгереп инер инем, ҙурайғас оялдым. Сөнки минең өйҙән туҡмалып сығыуым шунда уҡ бар ауылға ла таралып, мәктәпкә барып етә ине. Ә класташтарым мине ныҡ мыҫҡыл итте. Минең алама кейенеүем, һәр саҡ кескәй туғандарымды эйәртеп йөрөүем, уларҙа көлкө тыуҙыра ине. Бәләкәй саҡтан тиҫтерҙәрем янына барып бергә уйнар булһам: ”Һинән силос еҫе сыға!”-тип этә төртөрҙәр ине. Әле ҡырҡ йәшкә етеп килгән шул “балаларға” ҡарайым да, күңелемдә һаман рәнйеү тойғоларым баҫылмағанын тоям. Мин уларҙы бер ҡасан да ғәфү итә һәм аңлай алмаясаҡмын. Уларҙың мыҫҡыллауҙары арҡаһында мәктәпкә барыу – минең өсөн язаға тиң булды. Шуға күрә күпме саҡырһалар ҙа, бер класташтар осрашыуына ла барманым һәм бармаясаҡмын”.

Рәхиләнең моңһоу хәтирәләрен тыңлап “Кешенең яҙмышы уның ниндәй ғаиләлә үҫеүенән генә түгел, ә уны кемдәр уратып алыуынан да һалына шул” тип уйлап ҡуйҙым.

Тәүҙә кейәүҙә, унан ялсылыҡта

Туғыҙынсы класты бөткән ҡыҙ училищеға атлыға. Бындағы ятаҡта бер нисә ҡыҙ йәшәү уның өсөн бәхет булып тойола. Күрә алмаған класташтар ҙа, атаһының туҡмауҙары ла юҡ бында. Бәләкәй стипендияны ла ҙур аҡса итеп ҡабул итә, бик һаҡсыл тотона. Ятаҡта үткәрелгән кисәләр ваҡытында Вәсил менән таныша һәм башын юғалта. Быға тиклем бер егеттең уға матур һүҙҙәр әйткәне булмай бит. Райондың икенсе сигендә ятҡан ауылдан булған Вәсил ҡыйыулығы, һәр саҡ шат күңелле булыуы менән дә арбай уны. Йәштәр осраша башлай. Вәсил быйыл училищены тамамларға тейеш булыуы ғына ҡыҙҙың күңелен болоҡһота. Артабан нимә булыр? Араларында барыһы ла булып бөтһә лә, егет кейәүгә сығырға тәҡдим итмәй. Кәйефһеҙ йөрөгән Рәхилә үҙен насар тоя башлауын да тоя. Тиҙҙән ҡыҙ ауырлы икәнлеген аңлай. Рәхилә был хаҡта егетенә әйтә. Тик кисә генә “яратам, үләм” тигән Вәсил унан баш тарта.

Ҡыҙ ял көндәрендә ҡайтып барыһын да илай-илай әсәһенә һөйләй. Күпме генә: “Атайға әйтмә инде!”-тип ялбарһа ла, ҡатын иренә Рәхиләнең ниндәй бәләгә тарыуын әйтә. Ярһыған атаһынан ҡыҙға ныҡ ҡына эләгә. Унан атаһы Вәсилдең ҡайҙа йәшәгәнен һорай. Икенсе көнөнә Рәхиләнең барлы-юҡлы әйберҙәрен машинаға тейәп, егеттең ауылына сығалар. Атаһы Вәсилдең йортон эҙләп табып, шунда инеп китә. Нимә һөйләшкәндәрҙер инде, әммә унан ҡыҙып килеп сығып, ҡыҙының бар әйберҙәрен урамға ташлап, әсәһе менән кире ҡуҙғалып китәләр. Оялышынан нимә эшләргә белмәй, ҡалтыранып баҫып торған ҡыҙҙы Вәсилдең өләсәһе өйгә индерә. Ҡайны-ҡәйнәһе ҡабул итмәй уны. Тик һүҙе – һүҙ булған өлкән ҡәйнәһенән ҡурҡып ҡына никах уҡытырға риза булалар. Училищены бөткән Вәсил армияға китә. Рәхилә ул таба. Тик был да уларҙың араһын яҡынайта алмай. Вәсил армияла саҡта уҡ ҡайтҡас та уны айырасағын белдерә. Ә инде өлкән ҡәйнәһе лә мәрхүмә булғас, Рәхилә район үҙәгенә килеп урынлаша.

Балалары булмаған алыҫ туғаны уны саҡырып ала. Әбей ҡартайған, яңғыҙы йәшәй алмай. Рәхилә яуыз инәһенең ялсыһына әйләнә. Әммә бер бүлмәле фатирын үҙенә ҡалдырасағын әйтеүе уға түҙергә көс бирә. Аҡылынан яҙып барған, үҙен тәрбиәләгән Рәхиләне күгәрткәнсе семтеп бөткән әбей менән алты йыл йәшәй ул. Был йылдарҙа үҙенә һәм улына ниҙәр кисерергә тура килеүен Рәхилә бөтөнләй хәтерләргә яратмай.

Йорт хайуанындай ҙа ҡәҙерем булманы

Йәш ҡатын һөнәре буйынса эшкә урынлашып, балаһын уҡырға биреп, ниһайәт, еңел тын алып йәшәй башлай. Ошо мәлдә уның атаһы ла мәрхүм булып ҡала. “Атайымды ерләргә ҡайттым. Быға тиклем ауылда училищеға киткәндән алып булғаным юҡ ине. Әсәйемдән ни өсөн бер ҡасан хәлемде белешмәүен, минең өсөн борсолмауын һорағас: “Үҙең барып остоң, унда минең ғәйебем бар инеме? Миңә туғандарыңды ҡарашыр урынға, йәшләй балалап яттың”,-тип ғәйепте үҙ өҫтөмә ауҙарҙы ла ҡуйҙы. Донъялағы бар бәлә-ҡаза минең арҡала сыға икән тигән фекергә килеп, башым тағы ла түбәнерәк эйелде. Атайыбыҙ мәрхүм булғас, әсәйебеҙ тынысланып йәшәп китер тип уйлағайным. Киреһенсә булып сыҡты. Әсәй ауылдағы яңғыҙ ҡатындар менән бергә эсә башланы. Төндәрен миңә шылтыратып илар ине. Күрәһең, атайҙы ныҡ яратҡандыр инде. Әмәлгә иң кесе туғаным да мәктәпте тамамларға йөрөй ине. Уларҙың һәр береһенә урынлашырға миңә ярҙам итергә тура килде. Кемгә барһындар инде тағы? Унан әсәйем мине әхирәтенең өйләнмәй йөрөгән улына димләй башланы...”

Бар проблемаларҙы бер үҙе хәл итеп, өҙөнөп-йолҡонған Рәхилә Кәбиргә кейәүгә сығырға риза була. Ҡәйнәһе: “Тик улымды үҙең менән ҡалаға алып кит! Бында ҡайтып йөрөмәгеҙ”,-ти. Рәхиләнең дә күңелһеҙ хәтирәләре менән кәйефен ҡырған ауылына ҡайтҡыһы килмәй. Улар бер бүлмәле фатирҙа йәшәй башлай.

Ҡыҙ туғандарының береһе: “Апай, һин ашыҡма, еҙнәйҙән бәпәй тапмай тор. Кем белә, уның ниндәй кеше икәнен”,-тиһә лә, Рәхилә тағы бер ул таба. Бер бүлмәле фатирҙа уларға бөтөнләй ҡыҫынҡы була башлай. Тиҙҙән улар фатирҙы шәхси йортҡа алмаштыра. Алама ғына өйҙө ире: “Күрерһең, ремонтлап, бынамын итеп алам мин уны”,-тип көн дә ҡабатлай. Әммә уның эштән һуңлап ҡайтыуҙары йышая, унан бөтөнләй ҡайтмай башлай. Кәбир икенсе ҡатынға сығып китә. “Һиңә өйләнергә уйламай ҙа инем мин. Ауылдан бер нисек сығып китеү теләге генә бар ине. Өҫтәүенә әсәй ҡуйманы”,-ти. Рәхиләнең йөрәк өҙгөс тауыш менән: “Улыбыҙ һуң?! Уны нимә тип уйлайһың?!”-тиеүенә, “Ә мин һинән бала һораманым. Бәпес табыу тураһында үҙең хәл иттең, үҙең ҡара, үҫтер”,-тигән ҡот осҡос һүҙҙәрҙе яңғырата.

Йәш ҡатын бер уңайлыҡтары булған үҙәктәге фатирынан яҙып, ике бәләкәй бала менән иҫке йортта тороп ҡала.

“Ул саҡтарҙы хәтерләһәм, барыбер шәп булғанмын, тип уйлайым. Алама өйҙө ҡайҙа аҡса, ҡайҙа көмөшкәгә йүнәттереп алдым. Иҫ киткес булмаһа ла, ҡот инеп, йылы булып ҡалды. Хәҙер инде эшкингән, үҙҙәре донъя көтә башлаған туғандарым бар проблемаларҙа үҙемде ғәйепләп, ярҙам итергә уйламаны ла. Беҙҙең ғаиләлә атай менән әсәй өсөн дә, һеңле-ҡустыларыма ла минең бер йорт хайуанындай ҙа ҡәҙерем булманы инде ул. Нимәгәлер йәндәре көйһә, барыһы ла ҡөһөрөн миңә төшөрҙөләр. Әле лә шулай. Ярҙам кәрәк булһа инде, төн тимәй, таң тимәй табып алалар. Ҡыҙғаныс, әлбиттә. Балалары өсөн өҙөлөп торған атай-әсәйҙәрҙе, бер туғандарҙы күрәм дә, аптырайым, шулай ҙа була икән тип. Ярай улары, әммә ыҙғыш үҙ балаларың араһында китһә...”

Үс алғыһы килгән

Рәхилә үҙе күрмәгән бар наҙҙы, һөйөүҙе улдарына биреп үҫтерә. Йәш айырмалары ун йәш булған малайҙар әсәләрен ҡыуандырып һау-сәләмәт булып үҫә. Рәхилә ике ирен дә алиментҡа бирә. Тик һәүетемсә йәшәп ятҡан ирҙәр, улдарына аҡса түләргә теләмәй. Эш суд приставтарына барып етә. Малайҙар өсөн унда-бында ғына аҡса килә башлай. Күрше ҡалала йәшәгән Вәсил онотҡанда бер ебәргән аҡсаһын тик үҙ улына тотоноуҙы һәм чектар ебәреүҙе талап итә.

Бер көн ун ике йәшлек малай мәктәптән балҡып ҡайтып инә. Ҡулындағы телефоны менән маҡтанып: “Бына, миңә атайым алып бирҙе!”-тип һөрән һала. Улының ябай булһа ла, телефоны бар ине. Шуға күрә Рәхилә Вәсилгә шылтыратып: “Беҙгә телефон түгел, ә аҡса кәрәк. Улыңды кейендерергә, ашатырға. Һәм ни өсөн һин бер ҡасан да күрергә теләмәгән балаң менән мине иҫкәртмәйенсә килеп таныштың?”-тип һорай. Вәсил телефондың ҡиммәт булыуын, чегын һаҡлап ҡуйыуын, шуға күрә бер нисә ай алимент түләмәйәсәген белдерә. Рәхиләнең телефондың ундай хаҡта булмауын әйтеп маташыуы ла бер нимәгә килтермәй. Уның ҡарауы Вәсил ул һәм әсәнең араһын боҙа башлай. Өлкән балаһының үҙе менән бөтөнләй һөйләшмәүен күреп, сәбәбен һорай. Үҫмер әсәһенә: “Һин атайҙы миңә телефон алып биргән өсөн әрләгәнһең! Уның миңә тип ебәргән аҡсаларҙы үҙеңә һәм балаңа тотонаһың! Әгәр һин яҡшы булһаң, атай һине айырмаҫ ине!”-тип ҡысҡыра.

Баланың аяуһыҙ һүҙҙәре Рәхиләне телһеҙ ҡалдыра. Бәпләп-яратып, ел-ямғыр тейгеҙмәй үҫтергән улы шундай һүҙҙәр әйтһенсе әле! Әсә өлкән балаһының көндән-көн нығыраҡ үҙгәреүен тоя. Кескәй туғанына ҡарата ла бик ҡаты булып китә. Хәҙер Рәхилә уларҙы йортта яңғыҙын ҡалдырырға ҡурҡа башлай. Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан ниндәйҙер ғиллә менән Вәсил биш мең һум аҡса ебәрә һәм барыһын да улына тотоноуҙы талап итә. Был хаҡта ир үҫмергә лә әйтеп ҡуйған була. Магазинға барып канцелярия тауарҙары һатып алып йөрөгәндә, Рәхилә кәрзингә ҡул кремын да ташлай. Быны кассала ғына күргән бала ярһып китә: “Һин атайҙың миңә тигән аҡсаһына үҙеңә әйбер алаһыңмы?!”

Рәхилә барыһын да ишетеп, аптырап ҡараған һатыусынан кремды һанамауын үтенә. “Ошо хәлдән һуң улыма: “Атайың ебәргән аҡсаны үҙеңә тотторасаҡмын. Үҙеңә аҙыҡ-түлек, кейем һатып ал, ашарға бешер, минән бер нимә лә һорама! Тик атайың аҡсаны онотҡанда бер ебәрә”-тинем. Улым бер мәлгә тымып ҡалғандай булды. Әммә кескәй балама ҡаты булыуы ҡурҡыта. Вәсилдең үҙенең тулы килемен күрһәтмәй, онотҡанда бер аҡса ташлауына сик ҡуйырға ярҙам итегеҙ! Ул баланы боҙоп бөтөргәс, мин дә ҡуймаясаҡмын. Тик эште ҡайҙан башларға белмәйем. Белештем, Вәсил эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Тимәк, аҡсаһы ла күп. Бала саҡтан мине бөтәһе лә мыҫҡыл итеүгә, Вәсилдең мине алйот итеп күреүенә, улымды беҙгә ҡаршы ҡуйыуынан ялҡтым, үс алғым килә унан. Шулай ғәҙел буласаҡ!”

Бындай әсе яҙмыш хаҡында белеү, Рәхиләнең төрлө хистәргә һалған хәтирәләрен тыңлауы еңелдән булманы. Ул адвокат ярҙамында тәүге иренә ҡаршы эш башланы. Уныһы тағы бер нисә айға һуҙылды. Һөҙөмтәлә суд Вәсилгә ай һайын билдәле бер сумманы билдәләп (ул сумма Рәхиләне тулыһынса ҡәнәғәтләндерҙе), түләп барыу тураһында хөкөм ҡарары сығарҙы. Хәҙер ул күпмелер ваҡыт өсөн телефон бүләк итеп йәки ярты йылға бер мәртәбә биш мең һум аҡса менән ҡотола алмаясаҡ. Тик әсә менән өлкән улының мөнәсәбәттәре генә элеккесә ҡалған шул. Бала әсәһенең атаһын судҡа биреүен ғәфү итә алмай икән. Күрәһең, хөкөм тураһында ата кеше, үҫмерҙең күңел кисерештәрен дә йәлләмәй, барыһын да һөйләп биргәндер.

Эйе, йыш ҡына ир һәм ҡатын талашһа, улар балаларын ҡорал итеп ҡуллана. Өлкән кешеләр бала күңеленең гәлсәрҙәй ватылырға ғына тороуын, саф йөрәккә һибелгән бысраҡ яңы ярала башлаған кескәй яҙмыштарға мәңге юйылмаҫ ҡара тап булып ятыуын да аңламай. Ә, бәлки, аңларға теләмәйҙәрҙер. Шулай уңайлыраҡ бит...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исем-шәрифтәр үҙгәртеп алынды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: