Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
17 Август 2022, 14:35

Мейессе кәрәк булған икән...

“Эй, һеңлем, ҡыҙыма “өйлән” тип әйтеүе генә анһат. Ҡапыл килеп кем менән тормошоңдо бәйләйһең? Беренсенән, ғүмер буйы бергә йәшәгән ҡатыныңды уйлайһың. Икенсенән, күңелеңә ятҡан кешене табыуы бик ауыр. Минең йәшемә тура килгән аҡыллы, дәртләнеп тормош көткән яңғыҙ ҡатындар кейәүгә сығырға теләмәй. Ҡатын кеше бит ире вафат булһа, тормош йөгөн артабан тартып йәшәй ҙә китә, ә беҙгә – ирҙәргә был бик ауыр. Сөнки ҡатын-ҡыҙ хәстәренә бик мохтажбыҙ. Аҙып-туҙып йөрөгән ҡатындарҙы алғы килмәй, ундайҙар күп ул. Шуға күрә гәзит аша иғлан биреп ҡарайыммы икән, тип уйлағайным...”

Мейессе кәрәк булған икән...
Мейессе кәрәк булған икән...

Әхлаҡ һәм яҙмыш

Ир түгел, мейессе кәрәк булған...”

Гәзитебеҙҙе иғтибар менән уҡып барған уҡыусыларыбыҙ реклама биттәрендә танышыу тураһында иғландар сығыуына ла иғтибар итәлер. Элек улар йыш була торғайны. Хәҙер кешеләр күберәк интернеттағы төрлө танышыу сайттары аша үҙ яртыһын, мөхәббәтен, яҙмышын эҙләй.

Алтмыш йәшенә яҡынлаған ағай тәүҙә иғланды беҙҙең гәзиткә бирергә уйлағайны. Төшкө тәнәфес мәлендә килеп ингән был кеше уйламағанда бар яҙмышын һөйләп сығып китте. Ҡатыны менән бик иртә өйләнешкәндәр. Икеһе лә бер ауылдан булғас, ата-әсәләре ғаиләләрен яҡшы белгәс, ҡаршы булмағандар. “Хәҙер уйлайым да, һеңлем, ул саҡта “яратам”, “һинһеҙ йәшәй алмайым” тигән һүҙҙәрҙе лә яңғыратманыҡ. Клубтан ҡайтып барҙыҡ та: “Әйҙә, миңә кейәүгә сыҡ”,- тинем. Ул риза булды. Мин өйләндем дә, ике ай йәшәп ҡалдыҡ, әрмегә киттем. Мин ҡайтҡансы әсәйемдәр менән йәшәне. Төрлө хәлдәр булды инде: әсәй килененә зарланды, кәләш “ҡәйнәм мине һыйҙырмай” тип илаулап ала торғайны. Әммә мин дә, атай ҙа уларҙың ыҙғышына ҡыҫылманыҡ. Биш йыл самаһы үткәс, бер ҙур мәжлес ваҡытында әсәйем: “Минең килендән шәп килен юҡ”,-тине. Кәләшемдең йылмайып: “Ҡәйнәм әсәйем кеүек яҡын”,-тип әйтеүен ишеткән ҡунаҡтар сәпәкәй һуғып ҡуйғайны. Матур йәшәнек, бик матур. Ике ул, бер ҡыҙ табып бирҙе миңә ҡатыным. Уларҙы аяҡҡа баҫтырып, өйләндерә башлағайныҡ ҡына уйламағанда мәрхүмә булып ҡуйҙы”,-тип көрһөндө ауыр хәтирәләргә бирелгән ағай.

Эйе, ҡатыны ҡапыл был донъянан китеп бара уның. Һыйырҙарын һауып инә лә: “Ятып торайым әле, ярты сәғәттән сәй эсербеҙ, йәме”,-тип карауатҡа барып ята. Тыныс ҡына йоҡлап киткән ҡатынын уятырға теләмәгән ир, уны ҡояш нурҙары борсомаһын өсөн ҡорғандарҙы ҡаплай ҙа, гәзит-журналдар ҡараштырырға ултыра. “Ҡапыл ойоп киттем дә, ҡатынымдың яурыныма ҡағылғанын тойҙом. Сәй эсәбеҙҙер тип күҙемде асһам, ул – юҡ! Янына барһам, тын алмай ине. Табиптар ҡапыл ғына йөрәге туҡтаған тине. Ғаиләбеҙҙе уйламағанда шундай мәңге уңалмаҫ ҡайғы ҡапланы”,-тип уфтанды әңгәмәсем.

Ауыр тойғоларға күмелгән ир балаларының ҡайтып төшөүен, мәрхүмәне ерләү ваҡытын да иҫләмәй. Барыһы ла томан эсендәге кеүек була. “Ҡурҡыныс төштөр, хәҙер уянам да, барыһы ла элеккесә шатлыҡлы ла һәм бәхетле буласаҡ”,-тип тә йөрәген тынысландырып ҡарай үҙен.

Ваҡыт үтә. Ҡатыны был донъяны ташлап киткәндә бер улдары өйләнеп, икенсеһенә никах уҡытып өлгөргән булалар. Хәҙер инде атай кеше бар көсөн һалып туй мәжлесен дә ойоштора. Ике улы ла ғаиләһе менән себер яғына күсеп китә. Тиҙҙән ҡыҙы ла кейәүгә сығасағын белдергәс, атай кешенең йөрәге һыҙлап-семетеп ҡуя. Бөтөнләй яңғыҙы ҡала бит! Ҡыҙ ағаһының дуҫына кейәүгә сыға һәм ул да себер тарафтарына күсеп китә. Ир яңғыҙы ҡала. Ҡыҙы юлға сығыр алдынан атаһын ҡосаҡлап: “Атай, әсәй булмағғанға өс йыл булып килә. Һиңә өйләнергә кәрәк. Йәшһең бит әле, яңғыҙыңа ауырға тура килер. Ҡәйнәм дә: “Ҡоҙаның йортона ҡатын ҡулы етмәүе һиҙелеп тора”,-тине. Беҙ ағайҙар менән күптән ҡаршы түгелбеҙ бит”,-тип уйҙарға һалып китә.

Эй, һеңлем, ҡыҙыма “өйлән” тип әйтеүе генә анһат. Ҡапыл килеп кем менән тормошоңдо бәйләйһең? Беренсенән, ғүмер буйы бергә йәшәгән ҡатыныңды уйлайһың. Икенсенән, күңелеңә ятҡан кешене табыуы бик ауыр. Минең йәшемә тура килгән аҡыллы, дәртләнеп тормош көткән яңғыҙ ҡатындар кейәүгә сығырға теләмәй. Ҡатын кеше бит ире вафат булһа, тормош йөгөн артабан тартып йәшәй ҙә китә, ә беҙгә – ирҙәргә был бик ауыр. Сөнки ҡатын-ҡыҙ хәстәренә бик мохтажбыҙ. Аҙып-туҙып йөрөгән ҡатындарҙы алғы килмәй, ундайҙар күп ул. Шуға күрә гәзит аша иғлан биреп ҡарайыммы икән, тип уйлағайным...”

Ағай беҙгә иғлан биреп өлгөрмәне. Унан алда ҡыҙы уны ниндәйҙер танышыу сайтына теркәгән ине. Шунан бер 55 йәштәге ҡатын уға яуап биргән. “Тол ҡатынмын, фатирым, машинам, ауылда йортом бар. Балаларым ҙурайған, айырым йәшәй. Яңғыҙлыҡ ялҡытты. Пенсияла булһам да эшләйем”,-тигән яҙыуҙы күргәс, ағай уға яуап яҙған. Ҡатын уны үҙенең тормошон күреп китергә саҡырған. Ағайыбыҙ Өфө ҡалаһына яҡын райондарҙың береһенә юл алған. Осрашҡандар. Ҡатын үҙенең фатирында эҫе һыу булмауын шуға күрә хәҙер ҡыҙына инеп сығасаҡтарын белдергән. Буш фатирҙа туҡтап, йыуынып алған ағайҙы ул ауылдағы йортона алып китә. “Өйҙө күргәс тә, ҡатынды йәлләп киттем. Ҡапҡаһы ҡыйшайған, эргәһендә ҡоймалары аунап ята. Ҡатын яныма ултырҙы ла, һыңҡылдап илап ебәрҙе. Үҙенең яңғыҙ, бәхетһеҙ булыуына, улының һәм кейәүенең ялҡаулығына зарланды. Мин уны йәлләп: “Ҡайғырма, сүкеш-балта тота беләм, донъяңды йүнәтеп бирермен”,-тинем. Ҡатын илауҙан шып туҡтап: “Ысынмы? Шунан һуң ошонда бергә-бергә йәшәрбеҙ йәки һинең яҡтарға китербеҙ”-тип ҡыуанып китте”.

Хужабикә эш ҡоралдарын ир алдына теҙә лә, үҙе ашығыс йомошҡа һылтанып, кире район үҙәгенә китә. Кейәүләргә килгән ағай эшкә тотона. Иртәнсәктән – кискә тиклем ҡоймаларҙы йүнәтеп бөтә ул. Тик бик ныҡ асыға. Ахырыһы, түҙмәй, ҡоро-һарыны табып ҡапҡылап ала. Кискә ҡатын килеп етә. Ирҙең “хәҙер, исмаһам, ҡайнар аш булыр” тигән өмөтө өҙөлә. Ҡатын өҫтәлгә ҡыяр, колбаса, икмәкте генә ҡырҡып ултырта. Икенсе көнөнә ул ҡапҡаны йүнәтә башлай. Ҡатын тағы ҡайҙалыр китеп олаға. Йорт-ҡураны ҡәҙимге тәртипкә килтергән ир һыу йылытып алып мунсала йыуынып алырға була. Уныһың да мейесе емерелеп ултырыуын күрә. Кис килгән ҡатын рәтләнеп киткән донъяһын күреп ҡыуанып китә. Унан ирҙән мейес сығара беләме икәнлеген һорай. “Юҡ” тигәнде ишеткәс, кәйефе төшә. Тиҙҙән ир ҡатындың тышҡа сығып: “Ҡыҙым, мейессе тап, быныһы мейес сығарырға эшкинмәгән булып сыҡты. Ярай, ҡапҡа-ҡойманы йүнәтте, өйҙө ҡиммәтерәккә һатып ебәреүгә йәтеш булды”,-тип һөйләшкәнен ишетеп, барыһын да аңлай.

Шул уҡ кис ҡайтып киттем. Ә ул ҡатын минең белгәнемде аңлаһа ла, оялманы ла. “Ярай, ашатып-эсереү хаҡы ошо ҡапҡа-рәшәткәне йүнәтеүгә инде бит”,-тине күҙен дә йоммай. Ғәрләнеп сығып киттем! Йыш ҡына ҡатындарҙың хәҙерге ваҡытта ысын ирҙәрҙең булмауына зарланыуын ишетергә, уҡырға тура килә. Ә, бәлки, иң тәүҙә үҙегеҙҙең холоҡ-ҡыланыштарығыҙға иғтибар итергә кәрәктер...”

Бына шулай, үҙ парын табып, ике яңғыҙлыҡты бергә ҡушып, тормошон тулыландырғыһы килгән ағай уйламағанда алданып ҡалды. Ышанырмы ошонан һуң ул ҡатындарға, әйтеүе ауыр. Ә әлегә был ағай үҙ яҙмышын табыу тураһында уйларға ла теләмәй.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: