Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
1 Июнь , 17:20

Мөхәббәттән нәфрәткә тиклем ... бер хыянат (СУД ЗАЛЫНАН)

Ҡан баҫымы ҡапыл күтәрелеп, аңын юғалтҡан. Эргәһендә илап бөткән инәһе ултыра. “Сәкинә лә ҡустыһы һәм килене кеүек был донъяларҙан иртә китеп барырмы икән?”-тигән ауыр уйҙар өлкән кешенең хәлен тамам алған ине. Тик Сәкинә балалары хаҡына тормошҡа сытырман йәбеште. Ныҡлап дауаланды ул. Ире һәм уның һөйәркәһе тураһында бөтөнләй уйламаҫҡа тырышты. Табиптар ҡушҡанды тулыһынса үтәне, үҙен ныҡ һаҡларға тырышты. Быға тиклем ауырырға ваҡыт тапмаған ҡатын, ныҡлап дауаланды, унан шифаханаға китте...

Мөхәббәттән нәфрәткә тиклем ... бер хыянат (СУД ЗАЛЫНАН)
Мөхәббәттән нәфрәткә тиклем ... бер хыянат (СУД ЗАЛЫНАН)

Никахҡа ингән бәхетле парҙарҙың мәңгелек һөйөү, тоғролоҡ, ғүмерҙең һуңғы секундына тиклем тик бергә булыу тураһында бер-береһенә анттар бирмәгәне һирәктер. Ике яҡтың туғандары шау-гөр килеп туйҙар үткәрә, иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡотлауҙарға күмелгән, шат йылмайған ҡурсаҡтай кәләш һәм ҡыуанысынан бар ерҙе ҡосорға әҙер булған кейәү... Әйтерһең, был тантана ғүмер буйына дауам итәсәк, һөйөүҙәре лә көндән – көн тик дөрләп янасаҡ. Тик ысынбарлыҡ матур мәжлес һәм шатлыҡлы тойғоларға ғына ҡоролоп ҡалмай шул...

Сәкинә менән Әмир икеһе лә институтты тамамлап, эшләй башлағас та өйләнеште. Һәр саҡ уҡыу менән мәшғүл аҡыллы ҡыҙ шаулы студент йылдарында егеттәр менән дуҫлашырға ваҡыт тапманы. Тәбиғәт матурлыҡты ла, һомғоллоҡто ла йәлләмәгән ине унан. Тик ата-әсәһе иртә мәрхүм булып, бер туған инәһенең ҡулында ун биш йәштән тәрбиә алған ҡыҙ үтә лә баҫалҡы ине. Үҙ балалары булмағас Зәйтүнә апай ҙа был балаға бар йөрәген һалды. Уны үҙе һау саҡта кеше итеп, яҡшы урынға кейәүгә бирергә хыялланды. Үкенескә ҡаршы, ҡустыһы ла, килене лә һаулыҡҡа туйына алманы шул. Ниңә улай килеп сыҡҡандыр инде, әммә бер-бер артлы, хатта ҡайһы саҡта икеһе бер ыңғай дауаханаға инеп китер булды. Зәйтүнә ҡыҙыҡайҙы үҙенә алып ҡайтып та, өйҙәренә барып та ҡараны. Ҡустыһы оҙаҡҡа бармаясаҡтарын һиҙгәндер инде: “Апай, Сәкинәне ҡалдырма, зинһар. Етемлек төҫөн күрһәтмә инде”,-тине хәлһеҙ тауыш менән.

Ошо хушлашыу кеүек әйтелгән һүҙҙәрҙән һуң бер бөртөк туғаны, унан килене лә тын ғына донъя менән хушлашты. Үҫмер Сәкинә юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙе. Атаһы менән әсәһе йыш ауырыһа ла, уны ташлап китерҙәр тип уйламағайны. Ятһындар ине дауаханала, тик тере генә булһындар ине! Сәкинә кескәй саҡтан бар эште үҙе алып барып өйрәнгән. Тик иң ҡәҙерле кешеләре генә янында булһын ине!

Зәйтүнә инәһе ҡыҙға бошонорға, иларға ирек бирмәне. Эш ҡушты, ҡулына китап тоттороп: “Уҡы әле миңә, күҙем күрмәй”,-тиер ине. Шулай итеп улар бер-береһенән йыуаныс табып, матур итеп бергә йәшәп китте. Ҡустыһының өйө иҫке булғас, уны һатырға ҡарар иттеләр. Сөнки шәхси хужалыҡҡа ир ҡулы кәрәк, ә ғүмере буйы фатирҙа йәшәгән Зәйтүнәгә йорт-ҡура, баҡса эштәрен алып барыуы ҡыйын ине. Хәйер, ҡустыһы һаулыҡҡа мандымағас, аталарынан ҡалған иҫке нигеҙҙе яңырта ла, ҡотайта ла алманы. Уны ер бүлеме өсөн генә берәү арзан хаҡҡа һатып алды. Зәйтүнә аҡсаны Сәкинәгә иҫәп асып, шунда һалып ҡуйҙы. Ҡыҙҙы үҙенең бер бүлмәле фатирына алып ҡайтты. “Борсолма, ҡыҙым, матур итеп уҡыһаң, фатирын да, башҡаһын да үҙең һатып алырһың”,-тине ул.

Сәкинә тырышып уҡыуҙы тамамлап, юғары уҡыу йортона инеп китте. Янында ғына күңелле студент тормошо гөрләне, ҡыҙҙар ғашиҡ булды, осрашты, илашты, кейәүгә сыҡты... Әммә донъяла үҙ урынын табып, инәһен ҡыуандырырға хыялланған Сәкинә генә баш баҫып уҡыны ла уҡыны. Ҡулына диплом алған көнө лә – иң бәхетле ғүмер мәле булып хәтерендә ҡалды. Артабан эшкә урынлашыу, унда ла үҙеңде күрһәтергә тырышып, алһыҙ-ялһыҙ эшләү. Шулай ҙа ҡыҙға ла хыялдарында йөрөткән, төнөн төштәренә ингән мөхәббәте килде. Тыныс, һүҙгә һаран, мыҡты кәүҙәле Әмиргә эшләй башлағас та иғтибар иткәйне ул. Башҡа егеттәрҙән нимәһе менәндәр айырыла ине был егет. Бәлки, ғашиҡ ҡыҙға шулай тойолғандыр, әммә Әмир уның уйҙарын тулыһынса ялмап алды. Һылыу, әммә шул уҡ ваҡытта иҫ киткес тыйнаҡ ҡыҙ ҙа егеттең иғтибарынан ситтә ҡалманы. Тиҙҙән улар осраша башланы. Әмирҙең ата-әсәһе ауылда йәшәй. Зәйтүнә инәһе менән танышҡас, уларға ла барып ҡайттылар. Инәһенә лә сабыр, төптән уйлап һөйләшкән егет оҡшаны. Гөрләтеп туй үткәрҙеләр. Зәйтүнә ҡыҙға иң матур туй күлдәген алып бирҙе. “Был тиклем дә әкиәт һылыуындай кәләште эләктергәнһең, Әмир!”-тиеште дуҫтары кейәүгә.

Йәштәр тырышып донъя көтөп алып китте. Фатир алғансы тип бәпәй менән генә ҡабаланманылар. Сөнки кеше тупһаһына бәпес алып ҡайтҡылары килмәне. Зәйтүнә тәүҙә: “Үлмәҫ борон ейәндәр һөйөп ҡалайым”,-тип ҡабаландырып маташты ла, унан был йәш парҙың һәр нәмәне үлсәп, кәңәшләшеп эшләгәнен күреп, уларҙы тынғылыҡта ҡалдырҙы. Шуға күрә Сәкинә тәүге балаһын ҡулына утыҙ йәшкә яҡынлап килгәндә алды. Был ваҡытта уларҙың өс бүлмәле фатиры бар ине. Биш йылдан ҡыҙы янына уға ҡусты ла алып ҡайттылар. Сәкинә ирен йәлләп, декрет ялында ултырғанда ла, өйҙән эшләне. Һәр тиндең ҡәҙерен белеп, уны күбәйтергә тырышты ул. Хәҙер инде уларҙың хыялы – ике ҡатлы йорт һалыу ине. “Фатирҙы һатмаҫбыҙ, балаларға кәрәк булыр. Бында йәшәмәй, ситкә китһәләр, һуңынан үҙҙәре һатыр”,-тип кәңәшләште ирле-ҡатынлы. Хәҙер улар өй һалыу өсөн аҡса йыя башланы. Балаларҙы күберәк Зәйтүнә инәһе ҡараны. Ул кескәйҙәргә китаптар уҡып, күберәк саф һауала йөрөтөп, уларҙы ла аҡыллы итеп үҫтерҙе. Бар балалар интернет уйындары менән мауыҡҡан заманда, ул Сәкинәнең ҡыҙы һәм улында китапҡа һөйөү уята алды. Мәктәпкә уҡырға барғас, балаларҙы төрлө түңәрәктәргә лә йөрөттө. Шуға күрә ирле-ҡатынлы, ҡыҙы һәм улы өсөн борсолмай, баш-көллө аҡса эшләүгә сумды.

Сәкинә һуңынан да күп тапҡыр уйланды. Был уйҙар уның төн йоҡоларын алды, һаулығын ҡаҡшатты. Ҡасан башланды барыһы ла? Ни өсөн улай килеп сыҡты? Йөрәгендә тик ире һәм балалары булған ҡатын, шулай ғаиләһе менән ғүмере буйы тик бәхеттә йәшәрҙәр тип уйлай ине бит. Ысынбарлыҡ, әсе хәҡиҡәт иҫ киткес сибәр Лена йөҙөндә килде. Ирендә бер ниндәй үҙгәреш һиҙелмәй ине бит һуң! Әллә эш, аҡса йыйыу, балалар менән мәшғүл булып тойманымы ул?

Шәмбе көнө Сәкинә ял итте. Өйҙәге эштәрҙе теүәлләргә кәрәк. Зәйтүнә инәһе ул иркенләп эшләй алһын өсөн, ҡыҙы һәм улын алып сығып китте. Балалар шатланып йыйынды. Сөнки инәләре менән күңелле уларға, ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй ҡала, төрлө урынға баралар, унан тәмлекәстәр менән һыйланалар. Сәкинә бүлмәләрҙе таҙартыуға тотондо. Ире ял булһа ла, эш йыйылып китеүен белдереп, ҡабаланып сығып китте. Шул саҡ өйҙә телефон тауышы яңғырай башланы. Ире йә балалары онотҡан тейер ине, ундай мелодиялыһы юҡ уларҙа. Тауыш та нисектер тоноҡ ҡына сыға. Сәкинә уның шкаф эсенән яңғырауын аңланы. Эҙләнә торғас, иң аҫҡы кәштәлә, ире төрлө ҡағыҙҙары һаҡлаған урында, таҫтамалға төрөлгән телефон килеп сыҡты. Ул тағы шылтырай башланы. “Моя красавица” тип яҙылған йәш ҡатын фотоһүрәте менән килеп сыҡҡас, Сәкинә терт итеп ҡалды. Тәүҙә ул ире кемдеңдер телефонын табып алған да, һалып торғандыр тип уйланы. Тауыш туҡтаны. Сәкинә телефонды асып ҡарай башланы. Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Сөнки был иренең йәшерен телефоны икәнлеген аңланы. Бына ул баяғы “Моя красавица” менән Өфөлә, бына уларҙың машинаһында, ә бында йәш ҡатындың ымһындырғыс тәнен күрһәткән фотолар... Сәкинә смстарын уҡый башланы. Ундағы ҡайнар һөйөү һүҙҙәре! Йәш ҡатындың Сәкинә тураһында алама һүҙҙәр яҙыуы, ә иренең уны яҡламауы бигерәк тә әрнетте ҡатынды. “Ул әбейең һине бер ҡасан да ебәрмәйәсәк!” “Тағы ла шул әбейең янына ятып йоҡланыңмы?!” “Әбейең һине балалар менән бәйләгән”...

Ире һөйәркәһен әҙерәк кенә түҙергә өндәй, мотлаҡ бергә буласаҡтарын белдерә. “Әбейенең” үҙенең йәштәше булыуы тураһында ләм-мим. Сәкинә мейеһенә ҡайнар ҡан йүгергәнен тойҙо. Ул көскә ире онотоп ҡалдырған йәшерен телефонды урынына һалды һәи инәһенә шылтыратты. “Инәй, миңә бик ҡыйын...”-тип кенә әйтеп өлгөрҙө ул. Сәкинә дауаханала аңына килде. Ҡан баҫымы ҡапыл күтәрелеп, аңын юғалтҡан. Эргәһендә илап бөткән инәһе ултыра. “Сәкинә лә ҡустыһы һәм килене кеүек был донъяларҙан иртә китеп барырмы икән?”-тигән ауыр уйҙар өлкән кешенең хәлен тамам алған ине. Тик Сәкинә балалары хаҡына тормошҡа сытырман йәбеште. Ныҡлап дауаланды ул. Ире һәм уның һөйәркәһе тураһында бөтөнләй уйламаҫҡа тырышты. Табиптар ҡушҡанды тулыһынса үтәне, үҙен ныҡ һаҡларға тырышты. Быға тиклем ауырырға ваҡыт тапмаған ҡатын, ныҡлап дауаланды, унан шифаханаға китте. Сөнки уға уйҙарын тәртипкә килтерергә, унан бигерәк һаулығын ныҡлап нығытырға кәрәк ине. Аңлай ул: Зәйтүнә инәһе өлкән, ә ире, уға бер-бер хәл булһа, балаларҙы ҡарамаясаҡ. Сөнки ул ныҡ үҙгәргән: бар уртаҡ хыялдарға хыянат итеп, ситтә мөхәббәт тапҡан иренең уйында – тик һөйәркәһе генә.

Шифахананан ҡайтҡас та, Сәкинә иренә бер һүҙ өндәшмәне. Ә инде бер төн ипләп кенә тороп, теге йәшерен телефондағы смстарҙы тағы уҡыны. Унда!.. Сериалың ары торһон! “Моя красавица”һы иренә: “Һинең әбейең дауаханаға юрамал ятҡан, беҙ осраша алмаһын өсөн. Күпме түҙергә була!” тигән кеүек смстар яуҙырған ғына. Сәкинә дауаханала булғанда Зәйтүнә инәһе уның янынан китмәне. Шуға күрә балаларҙы иренә ҡарараға тура килгән, һөйәркәһе янына йыш барып йөрөй алмаған, күрәһең. Ире уныһына: “Һиңә бүләк оҡшанымы?” тип яҙған. Сәкинә иренең был ҡатынды бүләктәргә күмгәнен дә аңланы. Әгәр хәҙер үк барыһын да әйтеп айырылһа, бар донъяны бүлешергә тура киләсәк. Ял итмәй, балаларын инәһенә ҡалдырып, уларҙың үҫкәнен дә күрмәй йыйған донъяһын ни өсөн ул сит ҡатынға бирергә тейеш?! Һөйәркәһенән алйыр сиккә еткән ире балалар хаҡында уйламаясаҡ. Сәкинә бер нәмә лә һиҙҙермәй, эшкә тотондо. Иң тәүҙә өй һалыу өсөн йыйып барған аҡсаны, Зәйтүнә инәһенә иҫәп асып, шунда күсерҙе. Үҙенең эш хаҡын да шунда һалып барҙы. Иренең эш хаҡын донъя кәрәк-яраҡтарына тотондо. Хәҙер инде фатир мәсьәләһе. Уны ла бүлешкеһе килмәй ине Сәкинәнең. Төрлө юристар менән кәңәшләште, хатта онлайн рәүештә Мәскәү белгестәренә лә барып етте. Йәне теләгән – йылан ите ашаған, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Фатирҙы ла алып ҡалыу әмәле табылды – Зәйтүнә инәһенә яҙҙыра алды ул.

Әмир Лена һуңғы моделдәге айфон таптыра башлағас, өй һалырға тип йыйып барған уртаҡ иҫәптән аҡса алырға булды. Быға тиклем дә унан ипләп кенә аҡса ала ине ир. Сөнки үҙенән егерме йәшкә кесе һөйәркәһе үҙенә иғтибарҙы ғына түгел, ә аҡсаны, бүләктәрҙе лә күп талап итә. Әммә иҫәптә аҡса булмай сыҡты. Ул ярһып ҡайтып инде лә, Сәкинәнән иҫәптәге аҡсаны таптыра башланы. Тик ҡатыны тыныс тауыш менән аҡсаны килемле эшкә һалыуын әйтте. Аҡса йыйыу, уны күбәйтеү буйынса Сәкинәнең башы зыр әйләнеп эшләп тороуын белгән ир тынысланып, риза булды. Ә ҡатын иһә тиҙҙән бер нәмәне лә йәшерә алмаясағын аңланы. Иренә хәҙер инде нәфрәт менән янған ҡатын, машиналарын да нисек булһа ла, тартып алыу уйы менән яна ине. Тик был уйынан кире ҡайтты. Сөнки уҡып, “права” алһа ла, руль артына ултырырға йөрьәт итә алманы.

Барыһы ла үҙенән-үҙе асылды. Сәкинәгә иренә барыһын да белеүен әйтергә лә кәрәкмәне. Ирҙе ғаиләһенән тиҙерәк тартып алырға теләгән Лена уларҙың фатирына килеп янъял ҡуптарҙы. Сәкинәне үҙен яратмаған ирҙе көсләп тотоуҙа ғәйепләне, ҡысҡырҙы, һүгенде. Ире күңел һыҙланыуҙарынан ағарынып киткән ҡатынын да, әсе тауыштан ҡурҡҡан балаларын да яҡламаны, өндәшмәй ҡатып тик торҙо. Улы һәм ҡыҙының илаған тауышына һиҫкәнеп, үҙенә көс килгәнен тойған ҡатын, Әмирҙе лә, Ленаны ла эткесләп-төрткөсләп ҡыуып сығарҙы. Икенсе көнөнә иренең бар әйберҙәрен сумаҙандарға тултырып, такси саҡыртып, эшенә оҙатты, фатирҙың йоҙаҡтарын алмаштырҙы. Әмир торлаҡһыҙ тороп ҡалды. Ул суд аша фатирҙы, иҫәптәге аҡсаны бүлдерергә маташып ҡараны. Әммә ысынбарлыҡта барыһы ла сит кеше йәғни Зәйтүнәнеке булып сыҡты. Барыһы ла законға ярашлы булғас, ир бер нәмә лә эшләй алманы.

Тиҙҙән Сәкинәнең телефонына теләһә ниндәй шылтыратыуҙар килә башланды. Баҡһаң, уның һандарын ҡуйып, интернетҡа теләһә ниндәй иғландар урынлаштыралар икән. Сәкинәгә тынғылыҡ бөттө. Телефон көн-төн шылтырай. Ә эш буйынса ул телефонын үҙгәртә алмай. Кемдәрҙең хаслығы икәнен яҡшы белгән ҡатын баш ҡалала йәшәгән программистҡа мөрәжәғәт итеп, кемдең бындай иғландар ҡуйыуын асыҡлап, прокуратураға мөрәжәғәт итте. Әмир менән Ленаға, суд ҡарары буйынса, Сәкинәгә матди зыянды ҡаплау өсөн аҡса түләргә тура килде. Сәкинә был икәүҙең сығып барғанда талашҡанын ишетеп көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы. Элекке ире Ленаны: “Әйттем бит мин һиңә яҙма, булышма тип! Хәҙерге заманда бар нәмәне асыҡлап була, алдыҡ битләүектәрҙән яҙһаң да! Ә һин минең аккаунтты ла ҡулланғанһың!”-тип әрләй ине.

Сәкинә: “Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа шул. Был икәүҙең дә “һөйөүе” оҙаҡҡа бармаҫ”,-тип уйлап ҡуйҙы ла, үҙен түҙемһеҙлек менән көткән Зәйтүнә инәһе һәм ҡыҙы менән улы янына ашыҡты. Тормош мәғәнәһе ирҙә түгел, ә йөрәген ярып сыҡҡан балаларында икәнен яҡшы аңлаған һәм улар өсөн тормошон да өр-яңы биттән башлаған ине ул...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в