Һаҡмар
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
19 Апрель , 18:15

Мәңгелек тамуҡ утым... (Суд залынан)

Икенсе көнөнә никах уҡыттылар. Вәлимәнең әсәһе генә килде. Ҡоҙағыйының ризаһыҙлығын да аңлай алманы әсә. Яңғыҙҙары ҡалғас: “Нимә урлап кәләш алмаһа, улыңа ҡыҙҙар ҡарамаймы?!”-тине ул. Әсә аптырап: “Ниңә улай әйтәһегеҙ? Ҡыҙығыҙ үҙе ҡаршы түгел бит. Йортҡа үҙе килде”,-тине. Ҡоҙағыйы ниҙер әйтергә уйлап, ауыҙын ғына асҡайны, Йәҙгәр килеп инде. Кейәүенең үҙенә ташлаған ауыр ҡарашын күреп, ул бер ни ҙә өндәшмәне. Никах уҡытҡандан һуң, ҡоҙағыйы ашҡа ла ҡалмай ҡайтып китте. Уның артынан сыҡҡан Вәлимәне Йәҙгәр өйгә елтерәтеп индерҙе. Тегеһе илап икенсе бүлмәгә инеп китте...

Мәңгелек тамуҡ утым... (Суд залынан)
Мәңгелек тамуҡ утым... (Суд залынан)

Ваҡыттың үтә тиҙ генә тәгәрәүенә, көн менән төн түгел, ә йыл менән йыл йәһәт кенә алмашыуына иғтибар итәһегеҙме? Әле генә ихлас һөйләшеп, йылылығынан көс алып йәшәгән күп кенә ҡәҙерле кешеләребеҙ ҙә бер-бер артлы мәңгелек донъяға күсә... Ошо ҡыҫҡа ғына ғүмерҙе тик шатланып-көлөп, изгелектәр генә эшләп үткәрергә лә бит! Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, терәк-таяныс булып. Тик әҙәм балаһы был донъяға мәңгелеккә килгән кеүек ҡылана: алдаша, талай, урлай, үлтерә, кемдеңдер тормошон боҙғандан ҡәнәғәтлек алып йәшәй... Шул тиклем гонаһ шомлоғо үҙенә генә түгел, ә ете быуынына тиклем төшәсәген дә ҡасан ғына аңларҙар икән...

Йығылғанды... тапама!

Хөкөм залынан ҡулына бығауҙар һалынып алып сығып кителгән улына тартылып, әсә кеше бер генә аҙым яһай алды. Коридорҙан йәш ирҙең: “Ғәфү ит, әсәй!”-тигән тауышы ишетелеп ҡалды. Иҙәнгә һығылып төшкән оло ҡатын янына барыусы булманы. Киреһенсә, был енәйәтте улы түгел, ә әсәһе ҡылған кеүек кемдер уға нәфрәтле ҡарашын йүнәлтте. Ә күпселек ҡара ҡайғыға батҡан ҡатындың ҡалтыраныуын, йөрәк яраһынан бөгөлөп төшөүен күрмәгәндәй янынан вайымһыҙ ғына, уны ашатлап тигәндәй үтеп китте. Их, кешелек! Ҡасандан беҙ шул тиклем дә яуыз, ҡаты күңелле, миһырбанһыҙ, йығылғандарҙы күмәкләп, кинәнес менән тапай торған туплы әшәкеләргә әүерелдек һуң?!

Ҡатынды ултырғысҡа урынлаштырып : “Һеҙгә хәл йыйып алырға кәрәк”,-тинем. Ул ауыр көрһөнөп: “Хәҙер инде миңә бер ҡасан да хәл генә түгел, йән дә инмәҫ ул”,-тип илап ебәрҙе. Унан: “Әле уныһы, әле быныһы килеп, йомошон йомошлар, сәй эсеп сығыр ине. Хәҙер улым шундай хәлгә ҡалғас, ауылдаштарым түгел, хатта туғандарым да килмәй башланы. Шул тиклем күңел бушағансы һөйләшке килә! Исмаһам, берәүһе булһа ла йыуатыу һүҙҙәрен яңғыратһа ине! Юҡ, яңғыҙым тороп ҡалдым. Ә бит бер ҡасан да: “Беҙҙең менән ундай хәл булмаясаҡ! Минең балаларым шәп, аҡыллы. Ана, тегенең балаһы төрмәлә серей, ә бынауһының ирен ултырттылар”,-тип аша-төшә һөйләргә ярамай. Яҙмыш бит ул... Хәйер, әсә булараҡ минең дә ғәйебем бар инде, бар...”- тине күҙ йәштәре аша.

Атай урынына

Йәҙгәр ғаиләлә берҙән-бер бала булып үҫә. Тәүге улдары сабый сағында ҡапыл үлеп киткәс, ата-әсә уны бик һаҡлап, ҡәҙерләп үҫтерҙе. Әсә кеше башҡа сабыйға уҙа алманы. Атаһы Йәҙгәрҙе ысын ир итеп үҫтерергә ынтылды. Ул кескәй сағынан ҡулына сүкеш-балта тотто, эшкә өйрәнеп буй еткерҙе. Атаһының кеүек холҡо ла бик ҡыҙыу булып сыҡты. Ғаиләлә һәр саҡ ирҙәр һәм ҡатындар эше айырылып барҙы. Был да атаһынан килде. “Мин аҡса табам, мал-тыуар ҡарайым, донъя бөтәйтәм! Шуға күрә мин ҡайтыуға һәр саҡ ҡайнар аш, өй тәртиптә булырға тейеш!”-тип йыш ҡабатлар ине йорт хужаһы.

Ҡатынының да эштән арып ҡайтыуы, ҡайһы саҡта өлгөрә алмай китеүе уны ҡыҙыҡһындырмай ине. Әҙ генә тап төшкән таҫтамал өсөн дә янъял ҡуптарырға әҙер генә торҙо ул. Әммә Йәҙгәрҙең әсәһе бер ҡасан зарланманы. Малай ҡайһы саҡта атаһының әсәһен буштан-бущҡа әрләүен күреп, ниҙер әйтергә уҡталғанын күреү менән “Атайың дөрөҫ әйтә. Ир кеше – хужа. Уның һүҙе – һүҙ”,-тип бер ни ҙә әйттермәне.

Атаһы бөтә нәмәне емертеп эшләп, ярһып, ашығып йәшәне. Был донъяға оҙаҡҡа ебәрелмәгәнен күңеле һиҙгәндер, күрәһең. Уйламағанда фажиғәгә тарып, һәләк булып ҡуйҙы. 15 йәше тулған Йәҙгәр атаһы урынына йорт хужаһы булып ҡалды. Мал-тыуар ҡарау, бесән әҙерләү, кәртә-ҡураның, өйҙөң төҙөклөгөн ҡарап ҡына тороуҙан тыш, ул атаһының тракторына ла ултырҙы. Ауыл ерендә техника бик кәрәк. Шуға күрә Йәҙгәр мәктәптә белем алыуына ҡарамаҫтан, аҡса эшләргә лә өйрәнде.

Күрше ауылдан тол ҡалған бер ир әсәһен һоратып та ҡараны. Тик унан һуң башҡа бер кем уларҙың йортона яҡынламаны. Сөнки әсәһен һоратырға килгән ирҙе Йәҙгәр күрше урамға тиклем һөйрәкләп алып барып, туҙанлы ергә быраҡтырып, өҫтөнә төкөрөп китте. Ошо көндө әсәһенә тәүге тапҡыр ҡысҡырҙы ул: “Атайҙың үлгәненә күп ваҡыт та үтмәне, ә һин ир эҙләйһең!”

Аптырап ҡалған әсә нимә тип әйтергә лә белмәне. Унан үҙенең был хаҡта белмәй ҙә ҡалғанын, шул ауылда йәшәгән апаһының был ирҙе үҙен димләргә ебәреүен, тик был хаҡта белгертмәүен әйтергә маташты. Тик үтә ныҡ ҡыҙған улы уны тыңларға ла теләмәне. Әсә кеше ғәйепле итеп баш эйеүҙән башҡа сара тапманы. Иренең һәр һүҙенә күнеп кенә йәшәгән ҡатын, хәҙер инде улына бер ҡасан да ҡаршы әйтмәй йәшәргә өйрәнде.

Таңғы... кәләш

Әсәле-уллы донъяларын етемһерәтмәй, матур итеп йәшәүен дауам итте. Тик ҡатын улының атаһы кеүек әҙ генә нимәлер оҡшамаһа ла ҡаш емереүен, хатта тауыш күтәреүенә һиҫкәнеп китә ине. “Йәш әле, үҙе өйләнгәс, күп нәмәне аңлар әле”,-тип йыуатты үҙен әсә.

Йәҙгәрҙең әрмегә китер ваҡыты яҡынлашты. Ул ун беренсе класты тамамлаһа ла, бер ҡайҙа уҡырға инмәне. “Барыбер мине көҙгөһөн әрмегә аласаҡтар”,-тине. Йәҙгәр трактор менән бесән сабып, башҡа эштәрҙә йөрөп әсәһен аҡсаһыҙ ҡалдырманы.

Әсә таңға ниндәйҙер тауышҡа уянып китте. Ҡорғанды ипләп кенә асып, тышҡа күҙ һалды. Улының ниндәйҙер ҡыҙҙы ҡулынан тартҡылауын күрҙе. Тегеһе илай: “Ебәр инде, зинһар!”-тип ялбара. Йәҙгәр әйләнеп ҡасып барған ҡыҙҙың күлдәгенән тотҡайны, тегеһе йыртылып китте. Ҡыҙ ергә ултырып илай башланы. Ҡатын түҙмәй ишек алдына йүгереп сыҡты. “Йәҙгәр! Нимә эшләйһегеҙ ул?! Ниңә тауышланаһығыҙ?!”-тип ҡысҡырҙы ул. Егет уға ҡаршы асыулы ғына итеп әйтергә уйланы ла, был юлы әсәһенең ныҡ ҡына ярһығанын күргәс: “Бер нәмә лә”,-тип ҡуйҙы. Әсә быларҙың янына уҡ килде. Ҡыҙҙы таныманы. Уларҙың ауылыныҡы түгел. “Был ҡыҙ кем ул?”-тип һораны. “Ана, яныңда ғына бит! Үҙенән һора!”-тине Йәҙгәр ярһып. Ҡыҙҙың илай-илай ниҙер әйтеүенән, ҡатын уның Вәлимә булыуын, әхирәте менән уларҙың ауылына ҡунаҡҡа килеүен генә белә алды. Шул саҡ әсә ҡыҙҙан да, улынан да хәмер еҫе аңҡып тороуын һиҙеп ҡалды. “Һеҙ эскәнһегеҙ бит! Хәҙер үк өйгә инегеҙ! Малға уяна башлаған күршеләргә тамаша күрһәтергә генә ҡалманы”,-тип уларҙы өйгә индерҙе. Йәҙгәр үҙ бүлмәһенә инеп киткәс, Вәлимәгә урынды икенсе бүлмәгә һалып бирҙе лә, үҙе һыйыр һауырға сығып китте.

Төшкө аш әҙерләгәс, Вәлимә менән Йәҙгәрҙе ашарға саҡырырға булды. Ҡыҙ ятҡан бүлмәгә барып инһә, карауатта улы ла ята. Әсә уңайһыҙланып: “Ашарға сығығыҙ”,-тип саҡырып, сығып китеү яғын ҡараны.

Йылмайып-көлөп, күтәренке кәйефтә ашай башлаған улына ҡарап әсә нимә тип әйтергә лә белмәне. Тиҙҙән Вәлимә лә сыҡты. Уныһы аҙыҡты унан-бынан семтеп кенә ултырҙы. Шул саҡ Йәҙгәр: “Әсәй, таныш был һинең киленең була. Беҙ бөгөндән бергә йәшәй башлайбыҙ”,-тип белдерҙе. Әсә аптырап берсә улына, берсә ҡыҙға ҡараны. “Һуң, улым, һин бит әрмегә китәһең. Ҡайтҡас туй үткәреп, матур итеп алырбыҙ”,-тине. Тик Йәҙгәр: “Бына шул-шул! Мин әрмелә саҡта һиңә иптәш булыр. Туй үткәрергә өлгөрөрбөҙ. Хәҙер уны үткәрмәйҙәр ҙә. Муллаға әйтеп, никах уҡытабыҙ. Бөгөн үк! Шул етә”,-тип өҙә һуҡты.

Улының ҡабалан өйләнеүенә аптырап ҡалған ҡатын нимә тиергә лә белмәне. Аптырап ҡыҙға ҡараны. Уныһы башын да күтәрмәй, өндәшмәй ҙә.

Икенсе көнөнә никах уҡыттылар. Вәлимәнең әсәһе генә килде. Ҡоҙағыйының ризаһыҙлығын да аңлай алманы әсә. Яңғыҙҙары ҡалғас: “Нимә урлап кәләш алмаһа, улыңа ҡыҙҙар ҡарамаймы?!”-тине ул. Әсә аптырап: “Ниңә улай әйтәһегеҙ? Ҡыҙығыҙ үҙе ҡаршы түгел бит. Йортҡа үҙе килде”,-тине. Ҡоҙағыйы ниҙер әйтергә уйлап, ауыҙын ғына асҡайны, Йәҙгәр килеп инде. Кейәүенең үҙенә ташлаған ауыр ҡарашын күреп, ул бер ни ҙә өндәшмәне. Никах уҡытҡандан һуң, ҡоҙағыйы ашҡа ла ҡалмай ҡайтып китте. Уның артынан сыҡҡан Вәлимәне Йәҙгәр өйгә елтерәтеп индерҙе. Тегеһе илап икенсе бүлмәгә инеп китте.

Йөҙөнә бәхет ҡунды

Әсә өндәшмәҫ, эшлекле, тыныс Вәлимәне үҙ итте. Тик уның үтә йәшертен, һәр саҡ моңһоу йөрөүе генә борсоно. “Ата-әсәһен иҫкәртмәй, ҡапыл кейәүгә сығыуынан оялалыр”,-тип уйланы ул. Шуға күрә ҡыҙға иғтибарлы, яҡшы булырға тырышты. Вәлимәнең йөҙө асылып йылмая башлай ҙа, Йәҙгәр ҡайтһа кире үҙенә йомола ла ҡуя. “Бала ғына бит әле. Ир менән нисек йәшәргә икәнен белмәй аптырайҙыр”,-тип, уның был ҡылығына ла аҡлау тапты әсә.

Тиҙҙән Йәҙгәр әрмегә китте. Әсәһенә: “Вәлимәне ата-әсәһенә ебәрмә! Ул хәҙер минең ҡатыным, һинең киленең. Ата йортонан өҙөлгән. Күргеләре килһә – үҙҙәре килһен!”-тине.

Улы әрмегә киткәс, килененең көндән-көн асылыуын тойҙо әсә. Ул йылмая-көлә башланы, ҡайһы саҡта һөйләп хәбәре бөтмәй. Килене бик матур икән дә! Һаман йомолоп, баш баҫып йөрөгәс, хатта шуны һиҙмәгән. Ҡәйнә киленен үҙ ҡыҙындай яратты. Шулай булмай ни: эштән ҡайтыуға өй, ишек алды, кәртә-ҡура тап-таҙа, тәмле итеп ашарға бешерелгән. Унан икәүләшеп оҙаҡ итеп сөкөрләшеп сәй эсәләр. Һәр саҡ ҡыҙы булмауға эсе бошҡан ҡатын килененә ҡыуанып бөтә алманы.

Бер көн Вәлимә: “Ҡәйнәм, мин әсәйемдәргә барып киләйем әле”,-тип һораны. Ҡатын улының нимә тип бойороп киткәнен иҫләп: “Ә ниңә улар үҙҙәре килмәй һуң?”-тип һораны. “Атайым бик ҡыҙыу минең. Ҡапыл ғына кейәүгә сығыуыма риза булманы. Әле лә асыуланып йөрөй. Бәлки, үҙем барып ғәфү үтенһәм, аңлар”,-тине. Ҡатын киленен йәлләп: “Әллә бергә барайыҡмы? Мин уға аңлатыр инем”,-тип һораны. Вәлимә баш сайҡап: “Юҡ, ул һеҙҙе лә, Йәҙгәрҙе лә белгеһе лә килмәй. Барыһын да онотор өсөн уға ваҡыт кәрәк. Атайым бит ауылда: “Ҡыҙҙары кейәүгә йәбешеп сыҡҡан”,-тигән хәбәрҙе ғәфү итә алмай, һеҙҙе лә, мине лә ғәйепләй”,- тине.

Вәлимәнең ата-әсәһен һағынғанын аңлап, ул киленен ауылына ебәрҙе. Тик Йәҙгәргә был хаҡта әйтмәҫкә һүҙ ҡуйыштылар. Вәлимә ауылдан ике көндән ҡайтты. Йөҙө яҡтырған, бәхетле йылмайған килененә һөйөнөп бөтә алманы ул. “Нисек, килен, ҡоҙа аңланымы? Ғәфү иттеме?”-тип һораны ул түҙемһеҙлек менән. “Юҡ, атайым минең менән һөйләшеп бармай. Уның ҡарауы әсәй аңланы, шикелле. Әхирәттәремде күрҙем. Береһе ошо ялға тыуған көнөнә саҡырҙы. Ҡәйнәм, барайым инде?”

Килененең үтенесен ҡаға алманы ул. Вәлимә ауылында өс көн йөрөп килде. Тәүҙә ҡәйнәһенән ҡурҡып ҡына рөхсәт һорап киткән килен, артабан уға әйтмәй ҙә юғала башланы. Һирәк-һаяҡ шылтыратҡан Йәҙгәргә әсәһе барыһы ла һәйбәт булыуын, килененән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.

Мәңгелек тамуҡ утым...”

Бер кис эштән ҡайтҡанда йорт алдында ят машина тороуын күрҙе ул. Уның эсендә йәш ир ултыра. Өйҙә Вәлимә әйберҙәрен йыйып, сумаҙанына тултырып йөрөй. “Килен, ҡайҙа йынынаһың? Ниндәй машина тора ул йорт алдында?”-тип һораны. Вәлимә: “Ниһайәт, ҡотолам һеҙҙән!”-тигәс, ултыра төштө. Килене һүҙен дауам итеп: “Шул тиклем һуҡыр булмаҫһығыҙ! Мин Йәҙгәрҙе бер ҡасан яратманым! Шуны тойманығыҙмы ни?! Ни өсөн һыҡтап-һыҡтап илаған ҡыҙ бала тәү осраған егеткә кейәүгә сығып, уның йортонда ҡалды тип бер ҙә уйламанығыҙмы ни?! Әхирәтемә ҡунаҡҡа килдем. Клубҡа сыҡтыҡ. Унан бер аулаҡ йортҡа ҡунаҡҡа киттек. Мин Йәҙгәр янында ултырҙым. Ул баштан уҡ миңә бәйләнә ине. Ә бит уға яратҡан егетем барлығын әйттем! “Ярай улай булғас, үҙем һаҡлап ҡына йөрөтөрмөн. Шундай матур ҡыҙға күҙ атыусылар күп булыр”,-тине. Ышандым. Ә ул минең шараплы һауытыма көмөшкә ҡойоп эсергән дә эсергән. Ошо хәлем менән файҙаланып, мине үҙенеке иткән. Атайымдың бик ярһыу ҡанлы икәнлеген уға минең күршем һөйләгән булған. Йәҙгәр шуның менән файҙаланып: “Миңә кейәүгә сыҡмаһаң, атайыңа һинең ауылда нимә эшләп йөрөгәнеңдең видеоһын ебәрергә тура килә инде”,-тине. Бына шуға күрә тороп ҡалдым мин һеҙҙә! Тәүҙә үҙемә ҡул һалырға уйлағайным. Әммә ауылыма барғанда яратҡан кешем менән осрашып, аңлаштыҡ. Ул мине ғәфү итте. Беҙ ҡалаға йәшәргә китәбеҙ!”

Ишек шарт итеп ябылды. Ҡатын “был нимә булды әле ул” тигән аптыраған төҫ менән һеңгәҙәп ултыра бирҙе. Йәҙгәрҙең шундай хаслыҡҡа барып, Вәлимәне көслөк менән алыуы ысынмы икән? Һуң атаһы ни тиклем уҫал булһа ла, ундай йүнһеҙлеккә барыр кеше лә булманы, улын да ундай этлеккә өйрәтмәне. Йәҙгәр шылтыратмай башланы. Күрәһең, Вәлимә уға үҙе шылтыратып барыһын да әйткәндер.

Йәҙгәр әрменән әсәһен дә иҫкәртмәй, көтмәгәндә ҡайтып төштө. Бөтөнләй һөйләшмәнеләр ҙә, шикелле. “Арабыҙҙа ниндәйҙер кәртә барлыҡҡа килгәндәй ине. Йәҙгәр бер аҙна айныҡмай эсте лә, ҡапыл ҡайҙалыр өс көнгә юғалды. Мин тынысланғандыр, дуҫтары менән осрашалыр, тип уйланым, берәй ҡыҙға әүрәп китеүен теләп ултырҙым. Тик улымдың Вәлимәне табып, үлтергәнен ишеттем...”

Бар ҡайғыһын һөйләп, уны яңынан кисергән ҡатын ауыр һулап, урам буйлап китте. Вокзалға алып барып ҡалдырыу тәҡдимен дә ситкә этте.

Был минең йөгөм, гонаһым, мәңгелек тамуҡ утым. Шулай булғас уны яңғыҙым күтәрергә тейешмен. Мине ситләп-урап үткән кешеләр хаҡлылыр, күрәһең...”

Донъяның бар ҡайғы-хәсрәтен үҙенә йөкмәгән оло ҡатынға ҡарап билдәле бер риүәйәт хәтеремә килде. Пәйғәмбәргә бер ҡатынды алып килеп: “Ул гонаһлы. Уны таш менән бәргесләп үлтерергә рөхсәт бир!”-тип һорайҙар. “Мин риза. Тик ул ҡатынға беренсе булып бер гонаһы ла булмаған кеше таш ырғытһын”,-тигән яуаптан һуң халыҡ таралып бөтә. Аҡыллыға ишара был...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в