Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
6 Апрель , 21:05

Тормош һуҡмаҡтарында аҙашып... (Суд залынан)

Сабирйән Гөлдәр менән йыш осраша башланы. Бер төн уныһы: “Өйөм бигерәк иҫке”,-тип һөйләнде. Мөхәббәттән иҫергән ир: “Ул да булдымы проблема – һалам мин һиңә өй!”-тине. Быларҙың йөрөгәне Хәнифәгә үтә һуң барып ишетелде. Ҡатыны: “Кеше көлдөрөп йөрөйһөң, инде хәҙер ҡартатай булыр йәшкә еткәнһең, башың эшләмәйме әллә?! Ул бисәгә һинән аҡса ғына кәрәк!”-тип ҡысҡыра башлағас, Сабирйән: “Әйтерһең, һиңә минән тик аҡса ғына кәрәкмәй!”-тип бөтөнләйгә сығып китте...

Тормош һуҡмаҡтарында аҙашып... (Суд залынан)
Тормош һуҡмаҡтарында аҙашып... (Суд залынан)

Суд залынан

Тормош һуҡмаҡтарында аҙашып

Әллә ямғыр яуа...

Тып-тып... Тып-тып... Сәйер, ҡышҡы үҙәк өҙөр һыуыҡта ҡайҙан килә ямғыр тауышы? Быймаһын кейәм тип ҡолап китеп, ишеге асылып китеп, уныһын да яба алмай ултыра бит. Тып-тып... Тып-тып... Ямғыр әллә тағы көсәйҙе? Сабирйән бабай алама клеенкаға тамған йәштәрен күреп, һиҫкәнеп китте. “Әллә аҡыл ташлап китергә уйлай? Күҙ йәштәремде һиҙмәй, яҙ килгән, ямғыр яуа тип алйып ултырам”.

Һикһәнгә етеп барған ҡарт көскә урынынан тороп, ишек яғына ыңғайланы. Бер нисек ябырға кәрәк, йә таңға тиклем туңып үлер. Ә йәшәге килә икән ул! Көсһөҙ, хәлһеҙ, ҡеүәтһеҙ бер йән эйәһенә әүерелһәң дә – тормош ғәзиз. Уянған һайын Хоҙай Тәғәләгә рәхмәттәр уҡый ул. Йоҡларға ятҡанда: “Йә, Раббым, Ттағы бер таңды күрергә насип ит!”-тип ялбара.

Йәш саҡта донъя ҡыуғанына, аҡса етмәй тип төрлө эштә йөрөүенә аптырай хәҙер. Биргәненә шөкөр итеп йәшәргә кәрәк булған да бит! Һаулығы ныҡ булыуы, кеше араһында Сабирйән генә түгел, ә Оҫта Сабирйән ҡушаматы менән йәшәүе генә лә үҙе бәхет булған. Эре, ап-аҡ тештәре менән табаҡ-табаҡ иттәрҙе мөнйөр ине. Бисәкәйе таҫтамалға урап ултыртҡан ҡоротло һурпаны һемереп алып, мунсаға барып йәне сыға яҙғансы сабыныр ине... Алама йортонда мәтрүшкәле миңдектең еҫе таралып киткәндәй булды. Бабай көрһөнөп ҡуйҙы. Бәхет, ана шул ябай, әммә йән һәм тән рәхәте биргән нәмәләрҙә ул бәхет! Бер ҙә аҡсала түгел! Хәҙер ҡарт өсөн ҡарайып бөткән баҡырсала сәй ҡайнатып, сынаяғына һалырға бер-ике ҡалаҡ шәкәре булһа – шул үҙе ҡыуаныс. Сәй тигәндәй, уныһы ла бөттө бит әле. Магазинға сығып килергә хәле етмәҫ, бигерәк һыуыҡ та тышта. Күршеһе ингәнен көтөргә генә ҡала инде. Тәҙрә сиртеп саҡырыр ине – эш кешеһен мәшәҡәтләүе уңайһыҙ.

Бабай өҫтәлдәге ҡағыҙ киҫәгенә күҙ һалды. Дөрөҫ эшләнеме икән? Ҡартайған көнөндә суд тупһаһын тапап йөрөүе әҙәм мәсхәрәһенә ҡалыуға тиң бит. Тик күршеһен тыңланы шул. Уныһы ҡайҙалыр яҡшы аҡса эшләү һөйөнөсөнән кис бабайға килеп инде. Яңғыҙы эскеһе килмәнеме, әллә күңел бушатырға кеше эҙләнеме, бәлки, кәрәкһеҙ ҡартты ла йәлләгәндер. Күршеһе өҫтәлгә төрлө һый-ниғмәтен теҙҙе, бер шешә араҡыһын да сығарҙы. “Һин, бабай, күп эсмәһәң дә уртлап ҡына ултыр – дарыу урынына”,-тип һаһылдап көлөп ҡуйҙы. Сабирйән бабай хәмерҙән бигерәк, хуш еҫле сәйгә бик ҡыуанды. Күршеһе әкренләп донъя хәлдәренән өйөндәге хәлдәренә килеп туҡтаны, ҡатынына зарланып алды. “Яратып өйләнгән кеүек инем. Хәҙер йәнде көйҙөрә башланы. Бисә кеше бит ул янып торорға тейеш. Ә был көндән -көн һимерә бара, атлап йөрөштәре көҙгө өйрәктекенә тарта башланы. Башы яҫтыҡҡа теймәй, хырылдап йоҡлай башлай. Тьфу!”

Үҙ һүҙҙәренән ярһып киткән ир араҡыһын төп күтәреп эсеп ҡуйҙы. “Әйт, бабай, бына ниңә ҡыҙҙар матур була, ә өйләнгәс улар ямаҡайға әйләнә. Өндәшмәйһең? Сөнки яуапты беләһең һин. Улар кейәүгә сыҡҡансы ипле лә, тыныс та, матур ҙа була ла, унан “хәҙер ирем бар” тип тынысланып ҡала, етмәһә һинән аҡса таптырырға, талашырға өйрәнеп ала. Шунан күҙ тирә-яҡтағы башҡа һылыуҙарҙы барлай башлай инде”. Иҫереп барған күршеһенең: “Сабирйән ағай, бир һин балаларыңды алиментҡа. Үҫтергәнһең бит, көсөң-һаулығыңды түккәнһең. Ташлап сығып киткәнһең икән – улар имсәк бала булып тороп ҡалмаған, буйтым эшкингән саҡтары булған. Ҡарт көнөңдә ошолайтып ултырыуың миңә – сит кешегә ҡыйын. Ә улар нимә уйлай икән?!”-тигән һүҙҙәре йөрәген ағыулы уҡ булып сәнселде. Хушлы сәйҙең дә тәме китте. Күршеһе сығып киткәс, оҙаҡ йоҡлай алманы ул. Таңға ҡарай ҡәтғи ҡарарға килде – судҡа барып, балаларын алиментҡа бирергә!

Оҫта ҡул Сабирйән

Сабирйән бала саҡтан эш яратып үҫте. Тиҫтерҙәрен ата-әсәһе урамдан өйөнә ҡыуып индереп эшкә ҡушһа, ул барыһын да үҙе эшләне. Хәйер, һуғыш йылдарында, унан һуң тыуған малайҙарға былай ҙа иркәләү эләкмәне. Улар иртә йәштән эшкә егелде. Ә бына Сабирйән барыһын да тәмләп, рәхәтләнеп эшләүе менән айырыла ине. Ауылдағы еңгәйҙәр уның бесән сапҡанын, кәбән ҡойғанын, балта тотоп “шарт та шорт” килеүен ҡарап: “Кем бәхетенә үҫәһеңдер инде, ҡәйнеш? Әллә ағайыңдан китеп үҙеңә генә барайым да ҡуяйыммы?”-тип шаяртырҙар ине. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтһа ла, яуҙа алған алған яраларынан мандый алманы, өс айҙан яҡты донъя менән хушлашып та ҡуйҙы. Өлкән ағаһы булыуына ҡарамаҫтан, Сабирйән бар ир эшен үҙ өҫтөнә алды. Үҫмер физик көсө менән дә өлгөргән егеттәрҙән айырыла ине. Ул әрмегә бармаҫ элек танылған балта оҫтаһына әүерелде. Ошо шөғөлө бигерәк күңеленә ятты уның. Бигерәк тә тәҙрә яңаҡтарын семәрләп-семәрләп эшләп, ауылдаштарын хайран ҡалдырыр ине. Хәйер, уның яҙмышы ҡырҡа боролорлоҡ ине бит. Тик баҙнатһыҙлығы, тәрбиәһе быға кәртә булды.

Настюша

Әрмелә Сабирйән тәү көндәрҙән тиҫтерҙәренең генә түгел, эреле-ваҡлы командирҙарының да ихтирамын яуланы. Күп һөйләмәгән егет эшкә әрһеҙлеге, физик яҡтан ныҡ, спорт менән дуҫ булыуы, шул уҡ ваҡытта бер ҡасан да үҙен кәмһетергә юл ҡуймауы менән айырылды. Сабирйән тиҫтерҙәрен дә тоҡтомалдан рәнйетергә, туҡмарға бирмәне. Йәйге өйөн рәтләп ятҡан командиры уны йыш ҡына йортона алып ҡайтты. Сабирйәндең ҡулы оҫта икәнлеген күргән сал сәсле ир уға сат йәбеште. Егет яратҡан эшенә рәхәтләнеп тотондо. Ваҡытты бер кем дә сикләмәүҙән, кәрәкле материалдар килеп кенә тороуҙан һәр ағасҡа семәрләп, әллә ниндәй мөғжизәле биҙәктәр һалып бөттө. Эргәһендә һәр саҡ командирҙың ҡыҙы Настя ураланып йөрөнө. Ерән сәстәре биленән аҫҡа төшөп торған, тыныс диңгеҙҙәй зәңгәр күҙле ҡыҙыҡай болоттан эшләнгән кеүек үтә күренмәле булып күренә ине егеткә. Һылыуҡайҙың ап-аҡ йөҙө Сабирйәнде күрһә алһыуланып китә, моңһоу йөҙөнә йылмайыу йүгерә. Башҡорт егете аяҡ-ҡулдары ептәй булған ҡыҙға ҡарап: “Был Настюшаны ауылға алып ҡайтып, ике аҙналай бишбармаҡ, ит ашатып, ҡымыҙ эсереп, Ирәндектең шифалы һауаһын һулатып алғанда, йөҙөнә нур йүгерер ине”,-тип уйлап ала.

Шулай бер-береһенә ситтән ҡарап йөрөгән йәштәр бер-береһенә эҫенә башланы. Ҡыҙҙар менән йөрөп өлгөрмәгән Сабирйән һәр саҡ ҡыҙҙы уйлай. Настя ла уны түҙемһеҙлек менән көтә. Тик ҡайҙан ул саҡта бер-береңә был хаҡта һүҙ ҡушыу?! Ситтән генә утлы ҡараштар ташлау, уфтаныуҙар... Настяның атаһы ла быны һиҙеп йөрөгән икән. Сабирйәндең ҡайтырға ваҡыты етә башлағас бер төн өйөндә ҡалдырҙы. Оҙаҡ ҡына баҡсала һөйләшеп ултырҙылар. “Ҡал һин, Сашка, ҡал беҙҙә. Настяны яратыуыңды күреп-һиҙеп йөрөйөм. Ул да һине бик оҡшата. Берәй икенсе егет булһа, уның тойғолары менән файҙаланып, әллә нимәгә алып барып еткерер ине, ә һинең хистәрең саф. Ситтән тороп уҡырһың, минең кеүек хәрби тормош менән йәшәрһең. Настюшка бала саҡтан һалдат тормошона өйрәнгән. Мин һеҙҙең өсөн барыһын эшләрмен. Тик бында йәшәйһегеҙ, мин ҡыҙымды янымдан ебәрмәйем. Уйла”,-тине командир.

Сабирйән өсөн тормошо икегә ярылдымы ни?! Настяны ярата ул, бик ярата. Тик ул ҡыҙҙы ауылға алып ҡайтырға уйлай ине. Әсәһе тәүҙә һөйләнеп алыр ҙа, мәрйә киленен ҡабул итер. Настя менән никах уҡытып уға берәй матур ғына башҡорт исемен ҡушырҙар ине. Уға тиклем дә күрше ауылдан бер ағай алып ҡайтты украин ҡыҙын. Һин дә мин йәшәп киттеләр. Ҡалырға? Юҡ. Нисек кеше тупһаһында, сит ерҙә йөрөһөн ул? Командиры ла төшөнкөлөккә бирелгән егеттең хәлен аңланы, башҡа был хаҡта һүҙ ҡуҙғатманы. Илауҙан шешенеп бөткән Настюшаны ҡалдырып ҡайтып китеүе иң ауыры булды. Унан алдағы кистә: “Сашка, үҙең ҡалмайһың икән, бала бүләк ит миңә! Һинең бер өлөшөң мәңгелеккә минең бергә булыр!”-тип ялбарҙы ул. Сабирйән бер ҡасан да ҡыҙҙың яҙмышын боҙоуға бармаҫ ине, хистәрен ауыҙлыҡлап, илап тигәндәй ҡайтып китте.

Донъя ҡыуып, тоҙаҡҡа эләгеп

Ауылға ҡайтыу менән Сабирйән колхозға эш һорап барҙы. “Әҙерәк ял итеп ал”,-тигәндәрен дә тыңламаны. Онотолорға, Настюшаның зәңгәр күҙҙәренән, үпкәле, йәшле ҡарашынан ҡасырға ғына теләне. Ҡыҙ тәүҙә уға хаттарҙы көн дә тиерлек яуҙырҙы. Сабирйән уларҙың һәр береһен еҫкәп-еҫкәп, үбеп уҡыны, ҡосаҡлап тигәндәй йоҡланы, тик яуап яҙманы. Улының хәлен аңлаған әсә тиҙ арала килен эҙләй башланы. Тыйнаҡ, аҡыллы, эшлекле Хәнифә оло йәштәге апайға күптән оҡшай ине. Сабирйән әсәһенең һүҙен йыҡманы. Йәштәр әсәһе менән бергә йәшәй башланы. Настянан хаттар ҙа туҡтаны. Бер нисә йылдан улар ҡалаға күсеп килеп төпләнде. Өс улдары ла бәләкәйҙән ата-әсәһе кеүек эшһөйөүсән булып үҫте. Сабирйән ҙур итеп өй һалды. Мунса, кәртә-ҡураһы ла күҙҙең яуын алырлыҡ ине. Ҡатыны менән алһыҙ-ялһыҙ эшләнеләр, ҡырмыҫҡа кеүек һаман йорттарына ниҙер ташынылар, мал үрсеттеләр, баҡса үҫтерҙеләр, балаларына тип аҡса йыйҙылар.

Шул “эш”, “донъя” тип кенә йәшәү араларҙы һыуындыралыр, тормош йәмен тартып алалыр инде. Кемдер быны шулай тейешле тип ҡабул итә, бәғзеләр уйламағанда яҙмышын икенсе яҡҡа бороп ебәрә, кемгәлер “боролорға” ярҙам итәләр. Оҫталығы тураһында даны таралған Сабирйәнде йыш ҡына өй һалырға яллайҙар ине. Бер көн уны Гөлдәр исемле ҡатын килеп тапты. Йылмайып, уйнаҡлап ҡына торған йәш ҡатын Сабирйәнде мунсаһын һипләп биреүен үтенде. Оҫта инәлдереп торманы, шул уҡ кисте Гөлдәрҙең мунсаһын барып ҡараны. Яңғыҙ йәшәгәне, ир ҡулы етмәгәне һиҙелеп тора. Сабирйән ниңәлер уны йәлләп китте һәм икенсе көндө үк эшкә тотондо. Тәүҙә мунса тирәһендә үҫкән артыҡ тал ағастарын ҡырҡып ташланы, өйөлөп ятҡан ҡыйҙы сығарып түкте, ишек алдын тәртипкә килтерҙе. Кискеһен эштән ҡайтҡан ҡатын быны күреп хайран ҡалды. “Әллә яңылыш икенсе кешенең ишек алдына инеп киткәнмен тип торам. Шул тиклем дә оҫта булырһығыҙ икән, Сабирйән ағай! Эй, ҡайһылай бәхетле һеҙҙең ҡатынығыҙ. Һеҙҙең ҡуйынығыҙҙа рәхәтләнеп кенә, бер хәсрәтһеҙ йәшәйҙер инде”,-тип бер туҡтауһыҙ бытылданы, сыңғырлатып көлдө. Сабирйән оло кинәнес менән эшләне. Хәҙер инде ул Гөлдәрҙән бер тин аҡса алмаясағын белә ине. Бер көн Гөлдәр уны киске ашҡа ҡалырға саҡырҙы. Өҫтәлдә бер шешә шарап та бар ине. Сабирйән был төндә ҡатын янында ҡалды. Хәнифә икенсе көнөнә ғәйепле төҫ менән ҡайтып ингән иренә иғтибар ҙа бирмәне, шикелле. Сабирйәндең төнгә тиклем эшләп, ҡайһы саҡта шунда уҡ ятып йоҡлағанын белә ине ул. Әммә ирҙең хәтере бик ныҡ ҡалды. “Аҡса алып ҡайтһам булды, үҙем кәрәкмәйем, тимәк”,-тип уйлап ҡуйҙы ул.

Сабирйән Гөлдәр менән йыш осраша башланы. Бер төн уныһы: “Өйөм бигерәк иҫке”,-тип һөйләнде. Мөхәббәттән иҫергән ир: “Ул да булдымы проблема – һалам мин һиңә өй!”-тине. Быларҙың йөрөгәне Хәнифәгә үтә һуң барып ишетелде. Ҡатыны: “Кеше көлдөрөп йөрөйһөң, инде хәҙер ҡартатай булыр йәшкә еткәнһең, башың эшләмәйме әллә. Ул бисәгә һинән аҡса ғына кәрәк!”-тип ҡысҡыра башлағас, Сабирйән: “Әйтерһең, һиңә минән тик аҡса ғына кәрәкмәй!”-тип бөтөнләйгә сығып китте. Өс йыл эсендә Гөлдәрҙең донъяһын балҡытты ул: яңы йорт, гараж, мунса, кәртә ҡалҡып сыҡты, баҡса гөрләп үҫеп китте. Ҡатыны ялбарып һорағас, кредитҡа уға сит ил машинаһын да алып бирҙе. Был ҡыуаныстан күп ваҡыт та үтмәне, кискеһен эштән ҡайтҡас Сабирйән йортҡа инә алманы. Бар йоҙаҡтар бикле, ә уның ҡулындағы асҡыстар уға тура килмәгән булып сыҡты. Аптырап Гөлдәргә шылтыратты. Уныһы: “Һин өйгә инә алмаясаҡһың! Маташма ла! Әйберҙәреңде күршеләргә индереп ултырттым. Һин миңә кәрәкмәйһең, яратмайым мин һине. Ишектәрҙе емереп инһәң – милицияға хәбәр итәм. Унда һинең бер әйберең дә юҡ!”-тине лә телефонын һүндерҙе.

Тәүҙә Сабирйән был ҡот осҡос һүҙҙәргә ышанмай – шаңҡып ҡалды. Уйлана торғас, барыһы ла башына барып етте. Бына ни өсөн Гөлдәр өйләнешеү тураһында тәҡдимен һәр саҡ кире ҡаҡҡан! Хәҙер ысынлап та ул был йортта күпме генә эш эшләһә лә, барыһы ла уның әсе тир хеҙмәте менән башҡарылһа ла, барыһы ла Гөлдәрҙең исемендә. Тик ярты миллионлыҡ кредит бурысы ғына Сабирйәндеке. Шулай алтмышты ваҡлаған ир урамда, бер нәмәһеҙ тороп ҡалды. Кредит түләү өсөн Себер яҡтарына эшкә сығып китте. Өс йылдан һаулығын тамам бөтөрөп, тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтты. Сыбыҡ осо туғаны өләсәһенән ҡалған өйө ҡараулы булһын тип уны индерергә ризалашты. Үҙе Себер яҡтарына китеп ҡайтмағас, кеше йорто Сабирйәндеке булып ҡалды.

Ҡарғышмы?

Үҙ ғүмеремдә күпме йорт һалдым! Уларҙың ныҡлығына, матурлығына хәҙер ҙә һоҡланалар. Ә үҙем кешенең алама тупһаһында йәшәүсә дусар ителдем. Кемдең ҡарғышы төштө башыма?! Тып-тып... Күҙ йәштәре шәбәйә төштө. Улдарын да бит ул матур итеп ҡараны, эшкә өйрәтте, башҡаларҙан кәм йәшәмәнеләр. Ә судта: “Беҙҙе ташлап киткән саҡта нимә уйланың?! Атайыбыҙ юҡ беҙҙең!”-тигән ауыр һүҙҙәр ташланылар. Эйе, ғәйепле Сабирйән, яңылышты. Ғүмер көҙө яҡынлашҡан мәлендә яңы мөхәббәтем, уйламаған бәхетем килеп осраны тип тормош һуҡмаҡтарында аҙашып ҡалды. Тик әҙәм башаһы хаталанмай тормаҫ. Ә улар бит – уның балалары, йән киҫәктәре. Сабирйән улдарын бер ҡасан да аҡсаһыҙ ҡалдырманы: алимент та түләне, былай ҙа аҡса ебәреп торҙо. Үҙем ғәйепле, үҙем... Күҙ алдынан улдарының уҫал ҡарашы китмәне. Ни өсөн йәшәгәнмен һуң был донъяла. Һалып йөрөгән өйҙәремдең берәй бүрәнәһе генә баҫып үлтергән булһасы! Исмаһам, ул саҡта улдарыма ҡәҙерле булыр инем, улар минең ҡәберемә килеп илар ине...

Тып-тып... Тып-тып... Әллә ысынлап та ямғыр яуа башланы инде. Юҡ, бәй, ишек шаҡыйҙар түгелме! Бабай көс-хәл менән күтәрелеп ҡараны. Ишек төбөндә улдары күренде. Ҡасандыр көс-ғәйрәте ташып торған аталарының, һыуыҡ өйҙә, алама өҫтәлгә терәлеп ултырыуын күргән ирҙәрҙең күҙҙәрендә йәштәр ялтыраны. Кесеһе: “Атай, әйҙә ҡайттыҡ!”-тип кенә әйтә алды.

Тып-тып... Тып-тып... Юҡ, күҙ йәштәре түгел, Сабирйән бабайҙың яҡты, матур бүлмәһенең тәҙрәһен бөгөн шуҡ турғайҙар суҡый. Бәхеткә булһын!..

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Һүрәт интернеттан алынды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в