Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
25 Март 2022, 19:20

Яуызлыҡҡа ҡоролған яҙмыш

Ҡатын ултырған ерендә ҡатып ҡалды. Күҙ алдынан тәүге мөхәббәте – Әмирҙең атаһы, бәхетле туй мәжлесе, әсә булыуы үтте. Унан ире аварияға тарып һәләк булды һәм шунан һуңғы тормошо ҡара һөрөмгә ҡапланды. Морат килеп сыҡҡанда әҙерәк күк асылғандай булғайны ла бит... Ваҡытлы ғына булған икән. Ҡатындың алдына аҡ күлдәк кейгән тәүге ире килеп баҫты...

Яуызлыҡҡа ҡоролған яҙмыш
Яуызлыҡҡа ҡоролған яҙмыш

СУД ЗАЛЫНАН

Йығылырымды белһәм – һалам түшәп ҡуйыр инем... Шулай тип уйлап, үкенмәгән-һыҙланмаған, исмаһам, бер әҙәм балаһы бармы икән Ер шарында? Кемделер ҡайғы көтмәгәндә килтереп һуға, бәғзеләрҙе ҡытыршылыҡтар туҡтауһыҙ ныҡлыҡҡа һынай, ә ҡайһы берәүҙәр үҙенә тейешле һуҡмаҡтан ситкә тайпылыуын белһә лә, һуҡырҙарса шунан атлауын дауам итә...

Ул көндө ауыл өҫтөндә йөрәк өҙгөс тауыш яңғыраны. Унан: “Ҡуй, балам, туҡта! Үлтерәһең бит!” - тигән һыҡтау айырым-асыҡ ишетелеп ҡалды. Уяу күршеләр шунда уҡ полицияға хәбәр итте. Тауыш ҡупҡан йорт янына кешеләр йыйылды, тик береһе лә эскә инергә ҡыйманы. Билдәһеҙлектән ҡурҡыу үҙенекен итте. Өйҙән ҡулдары ҡанға батҡан Әмирҙе алып сыҡҡас, ауыл халҡы “аһ!” итеп итеп ҡалды. Кешеләрҙең: “Ул төрмәнән ҡайттымы ни?” “Ҡасан ҡайтты икән?!” “Оялмай, бында килгән бит әле!” “Әллә әсәһен үлтерҙеме икән?” тигән бышылдап һөйләшеү китте. Әле айнығып та етмәгән Әмир ауылдаштарына тәүҙә вайымһыҙ ғына ҡарап алды, унан иң яҡыны торған бабайға эйелеп ырылдаған тауыш сығарып, уны ҡурҡытты. Өлкән кешенең ҡобараһы осоуын күреп, һаһылдап көлөп ебәрҙе. Уның имәнес тауышы, ҡапыл урынлашҡан тынлыҡҡа ҡаҡлығып, Ирәндек тауҙарында ла яңырап китте.

Үсле малай

Малай алдындағы ашын этеп ебәрҙе. Эҫе һурпа янында ҡалаҡ тотоп ултырған өләсәһенә сәсрәне. 10 йәштәрҙәге Әмир: “Һуған һалғанһығыҙ! Күпме әйттем һуғанлы аш ашамайым тип! Аңламайһығыҙмы әллә?!”-тип аҡырып ебәрҙе. Уның тауышынан плитә янында торған әсәһе лә, өләсәһе лә кесерәйеп ҡалғандай булды. Малай сығып киткәс, 30 йәштәрҙәге ҡатын: “Әсәй, ниңә һалдың инде шул һуғанды?!”-тип екерҙе. Әбей тәүҙә өндәшмәне. Унан ҡыҙына ҡарап: “Улыңды шаштырып, башыңа бәлә алаһың. Атаһы үлгәнгә күпме ваҡыт үтте. Сыҡ кейәүгә! Юғиһә, тота алмаясаҡһың һин уны”,-тине.

Ишек төбөндә барыһын да тыңлап торған Әмир өләсәһенә шул көндән үс тотто. Юҡ, әсәһенә күрһәтмәй генә эшләне ул барыһын. Калуштарын ҡырҡты, ҡәҙерләп кейгән ситектәрен ҡыйлыҡҡа ташлап китте, сәйенә ипләп кенә тоҙ һалды, ҡомғанынан бысраҡ түкте. Әбей малайҙың этлеге икәнен аңлап барыһын да ҡыҙына еткерҙе. Тик әсә кеше улын яҡлашты, барыһын да ла өләстең үҙен ғәйепләне. Фермала эшләгән ҡатын иртә сығып китә лә, һуң ҡайта торғайны. Әмир шуның менән файҙаланып, ишек алдына сыҡҡан өләсәһе артынан ишекте бикләне. Уларҙың йорто ауылдан айырым бер урында тора. Иң яҡын күршеләренә лә бер саҡрымдай ара барҙыр. Намаҙ алдынан тәһәрәт алайым тип кенә сыҡҡан әбей еңел кейенгән ине. Ҡышҡы һыуыҡ уны шунда уҡ өиөп алды. Ишекте астырыуын һорап бер тәҙрәнән икенсеһенә йөрөнө, тайып йығылып бөттө. Унан малайҙың асмаҫын аңлап, урам буйлап иң яҡын өйгә китте. Барып еткәнсе әбекәй тәнен һиҙмәҫлек хәлгә еткәнсе туңған ине. Ауылдаштары ах та ух килеп уны тәрбиәләй башланы. Кискеһен ҡайтҡан әсәһен Әмир йылмайып ҡаршы алды. “Өләсең ҡайҙа?” - тигән һорауға, “белмәйем, мин йоҡлап киткәнмен”,-тине. Әсәһе ысынбарлыҡты һөйләп биргәс тә, ҡатын уға ышанманы. “Ни эшләп Әмир артыңдан ишек бикләп йөрөһөн?! Аҡылыңа еңеллек килә башлаған инде”-тип екерҙе. Ошо һыуыҡ тейҙереүҙән һуң өлкән кеше мандый алманы. Үпкәһенә зыян килеп, айҙар дауамында ауырый барып, донъя ҡуйҙы.

Мине кешегә һанамаһаң!..”

Класта Әмирҙән ҡурҡмаған бала булмағандыр. Хәйер, бар мәктәп уҡыусылары, хатта өлкәнерәктәре лә уны урап үтә ине. Сөнки көсө етмәҫен һиҙһә, тимер, сыбыртҡы, таш ҡуллана башлаған үҫмер тиҙ ҡыҙып барыуы менән айырылды. Уҡытыусылар ҙа уның менән артыҡ булышмаҫҡа тырышты. Яуап бирһә лә бирмәһә лә “өслө” ҡуйып, иң артҡы партала ғына тоттолар.

Уҡыу йылының уртаһында класҡа яңы ҡыҙ килде. Был хәбәр бар мәктәпте шунда уҡ урап сыҡты. Сөнки ауылға яңы уҡыусы килеүе бик һирәк күренеш. Һомғол буйлы, ҙур күҙле Әҙилә барыһының да иғтибар үҙәгендә булды. Уның әсәһе был ауылға үрге остағы Хәйригә кейәүгә сыҡҡан икән. Әҙилә беренсе көндө үк бар мәктәп менән дуҫбулғандыр. Ҡыҙҙар менән ҡайтырға сыҡҡас, уларҙы Әмир баҫтырып етте. Әҙиләнең ҡулынан ныҡ итеп тотоп: “Эй, һин, минең менән ҡайтаһың!”-тип һөйрәкләй башланы. Үҫмерҙең холҡон белгән ҡыҙҙар төрлөһө-төрлө яҡҡа ҡасты. Әҙилә илай башланы. Магазинға килгән ололар күреп, ҡоторған үҫмерҙән айырып алды. Илап ҡайтып ингән ҡыҙын күргән әсәнең ҡото осто. Әҙилә барыһын да һөйләп бирҙе. Хәйри: “Был бала берәй ҡаза сығармайынса ҡуймаҫ инде!”,-тип ярһып Әмирҙең йортона китте. Ҡулына сыбыртҡы тотоп килгән ирҙе тәҙрәнән күргән әсә, уның ҡаршыһына йүгереп сыҡты. “Ҡайҙа улың?!”-тип ҡысҡырыуға, “Ҡайтманы әле ул. Нимә булған?”-тине ҡатын. Хәйри: “Улыңа әйт, Әҙиләгә яҡын бараһы булмаһын! Тағы берҙе ҡағылһа, күрмәгәнен күрһәтермен”,-тип боролоп ҡайтып китте.

Әсәһе йәшенгән еренән сыҡҡан Әмиргә: “Улым, улай ярамай бит...”-тип әйтә генә башлағайны, улы ҡул һелтәп: “Ҡуйсы, башымды ҡатырма!”-тине лә, урамға сығып китте.

Шунан һуң Әҙилә уның менән һаулыҡ та һорашманы. Башҡалар менән мөләйем булған һылыуҡайҙың үҙенә шундай ҡарашта булғанын егет күтәрә алманы. “Килеп эләгерһең әле!”-тип үсәне.

Быҙауҙарын эҙләп йөрөгән ҡыҙҙы ауыл ситендә тотоп алды ул. Шунда уҡ Әҙиләне урман эсенә һөйрәп алып китте. Ҡыҙ иланы, ялбарҙы, ҡысҡырҙы, тик Әмир: “Шәп инең бит! Мине кешегә һанамай инең бит!”-тип ҡаршылашҡан ҡыҙҙы туҡмай, кейемен йыртҡыслай башланы. Әҙиләнең бәхетенә шул ваҡыт урмансы ағай килеп сыға. Ул үҫмерҙе ҡолата һуғып, ҡыҙҙы күтәреп ауылға алып ҡайта. Ауылда: “Әмир Әҙиләне мәсхәрәләргә маташҡан!”-тигән ҡот осҡос хәбәр шунда уҡ тарала. Үҙен был юлы яза көткәнен аңлаған үҫмер ҡараңғы төшкәнсе ауылға ҡайтманы. Ярты төн үткәс кенә йортона һаҡ ҡына үтеп инде. Әсәһе йоҡламай уны көтә ине. “Эй, балаҡайым, ниҙәр генә ҡыланып ташланың һин?! Хәҙер нимә була инде?! Хәйри өс мәртәбә килеп китте, “Полиция тотҡансы үҙем үлтерәм мин уны”,- тип. Төрмәгә ултырталар бит!”-тип сеңләне ул.

Берәҙәк тормош

Әмир әсәһен этеп ебәрҙе лә, юл сумкаһына әйберҙәрен тултырҙы. Унан аҡса таптыра башланы. Әсәһе биргән аҡса әҙ булып күрендә, шуға күрә уның алтын балдағы һәм алҡаларын һалдырып алды. Ҡаршылашырға маташҡан әсәһен этеп, йүгереп сығып китте. Был йәй ул үҙе кеүек үҫмерҙәргә барып юлығып, шулар менән көндәрен үткәрҙе. Йылы ваҡытта ҡайҙа йоҡларға тип аптыранманылар. Ә инде көҙ еткәс, баҡсасыларҙың йорттарына үтеп инделәр. Баҙға төшөп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән йәшелсә, емеш менән туҡландылар. Урамда ҡалған машиналарҙы тәгәрмәстәрен, магнитола һ.б. урлап һатып, хәмергә алыуға тотондолар. Шулай, бер еңел машинаға үтеп ингәндә, барыһы ла тотолдо. Тәү мәртәбә һәм урлыҡ өсөн хөкөм ителгән ике дуҫы шартлы яза алып иректә ҡалды. Әмиргә Әҙиләне көсләргә маташҡаны, унан хоҡуҡ һаҡсыларынан ҡасып йөрөгәне өсөн дә яуап тоторға тура килде. Егет балиғ булмағандарҙың колонияһына оҙатылды. Илап ҡалған әсәһенән туҡтауһыҙ аҡса, посылка һорап хаттар яуҙырҙы.

Тағы бер яуызлыҡ

Ситлек артындағы ваҡыт Әмирҙе тағы ла ҡанһыҙыраҡ әҙәм аҡтығына әүерелдерҙе. Колониянан сығыу менән ҙур ҡалаға төпләнеп, шунда ҡырын эштәрен дауам итә. Урлыҡ, талау кеүек ҡурҡыныс енәйәттәр, уның йәшәү рәүешенә әүерелә. Бер көн ул үҫмер сағында бергә хөкөм ителеп, иректә тороп ҡалған дуҫын осрата. Вадим белем алған, үҙ фатиры бар, өйләнергә йөрөй. Әмир: “Мин һеҙҙең өсөн дә ултырҙым, шуның өсөн мине ресторанға алып барып һыйла”,-тип бәйләнә башлай. Асыуланған Вадим Әмирҙе йыға һуғып китә. Үсле егет быны онотмай. Бер көн ул әшнәләре менән Вадимдың йортона үтеп инә. Өйләнергә йөрөгән егет кәләше менән бергә була. Баҫҡынсылар Вадимды туҡмай башлайҙар, ҡыҙҙы мыҫҡыл итергә маташалар. Бәхеткә ҡаршы, күршеһе бандиттарҙың күреп ҡалған була һәм полиция саҡырта. Хоҡуҡ һаҡсылары Вадимды һәм ҡыҙҙы ҡотҡарып ҡала. Был хәлдән һуң Әмир ҡаты режимлы колонияға хөкөм ителә. Тағы ла әсәһенән аҡса, посылка таптырыу башлана. Әсәһе хәленән килгән тиклем ярҙам итә. Был ваҡытта ҡатын кейәүгә сыҡҡан була, тик Әмиргә был хаҡта әйтмәй. Улы уның был аҙымын хупламаҫ, тип ҡурҡа.

Йәшәй алмаҫбыҙ инде...”

Ҡатындың шикләнеүҙәре дөрөҫкә сыға. Бер нисә йылдан һуң төрмәнән сыҡҡан Вадим был юлы тыуған ауылына йүнәлә. Алама йорттары урынына ҡалҡып сыҡҡан яңы өйҙө күреп аптырап китә. Әсәһе менән һаулыҡ та һорашмай: “Нимә, байып киттеңме әллә? Миңә йүнләп аҡса ебәрмәй инең, өй һалып ятаһың!”-тип ишекте тибеп асып килеп инде ул.

Өйҙә ят ирҙе, йәш ҡатынды, кескәй баланы күреп, бер мәлгә тымып ҡалды. Әсәһе ҡалтыранған тауыш менән: “Мин кейәүгә сыҡтым Морат ағайыңа. Был уның ҡыҙы һәм ейәне”,-тип улын ҡосаҡларға ынтылды. Тик Әмир уны этеп ебәрҙе. “Түҙмәнең инде ирһеҙ!”-тип екерҙе. Морат тороп ҡатынын яҡлаша башлағайны, уны ла этеп ебәрҙе. Әсә кеше уларҙы көскә тынысландырҙы. Әмир үҙенә оҡшаған бүлмәгә үтеп инде. Бында Фәридә балаһы менән йәшәй икән. “Был бүлмә элек минеке ине”,- тип йәш ҡатындың әйберҙәрен быраҡтыра башланы. Өйҙә көскә тыныслыҡ урынлашты. Кискеһен араҡы таптырған Әмиргә һорағанын магазиндан барып алып килеп бирҙеләр. Морат шашҡан Әмир менән ныҡлап һөйләшәм тиһә лә, ҡатыны тыйҙы.

Төнөн улар Фәридәнең ҡысҡырған тауышына уянып китте. Морат йүгереп инеп Әмирҙе осрата һуҡты. Тегеһе тәгәрләп барып төштө лә, ҡулына ҡайҙандыр килеп эләккән таяҡ менән Мораттың башын яра һуҡты. Ир аңын юғалтһа ла, ҡан күреп шашҡан енәйәтсе туҡтай алманы. Әсәһе: “Үлтерәһең бит?! Нимә эшләйһең?!”-тип килеп йәбешкәйне, уны ла стенаға һеңгәҙәтә һуҡты. Бүлмәнән сығып ҡасып өлгөргән Фәридә полиция саҡыртып өлгөрҙө.

Был юлы Әмирҙең судына әсәһе килмәне. Ҡан баҫымы күтәрелгән ҡатындың йөрәк өйәнәге тотоп, оҙаҡ ҡына дауаханала ятты. Күҙен асһа ла, йомһа ла, ҡанға батҡан бүлмәне күреп, йүнәлә алмай аҙапланды. Морат та дауахана түшәгендә оҙаҡ ятты. Яралары төҙәлгәс тә, ҡатыны янына килергә ашыҡманы. Фәридә балаһын алып, икенсе ҡалаға сығып китте. Морат үҙ ҡулдары менән һалған йорт тирәһендә оҙаҡ йөрөнө, нигеҙгә ултырып уйланды. Өйгә ингәс үҙенә өнһөҙ текләп ҡараған ҡатынға: “Мин һинең менән йәшәй алмайым. Улыңдың төрмәлә ултырғанын әйтмәгәнһең. Кешеләр уны яманлағанда ла, яҡлагып: “Буш һүҙ, ул ситтә эшләй. Үҫмер сағында дуҫтары ҡотортҡанға нимәлер урлап бер тотолғайны, шуны күрә алманылар”,-тип алдағанһың. Ә бит улың ҡанһыҙ, әшәке кеше булып сыҡты. Айырылышабыҙ, был йортҡа сығарған сығымдарҙы түләйһең инде”,-тип сығып китте.

Ҡатын ултырған ерендә ҡатып ҡалды. Күҙ алдынан тәүге мөхәббәте – Әмирҙең атаһы, бәхетле туй мәжлесе, әсә булыуы үтте. Унан ире аварияға тарып һәләк булды һәм шунан һуңғы тормошо ҡара һөрөмгә ҡапланды. Морат килеп сыҡҡанда әҙерәк күк асылғандай булғайны ла бит... Ваҡытлы ғына булған икән. Ҡатындың алдына аҡ күлдәк кейгән тәүге ире килеп баҫты...

Был ваҡытта оҙайлы йылдарға хөкөм ителгән Әмир юлдан уҡ әсәһенә аҡса таптырып хат яҙа башлаған ине. Әсәһенең йөрәге мәңгеләккә туҡтағанын ул бер айҙан ғына беләсәк...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

Яуызлыҡҡа ҡоролған яҙмыш
Яуызлыҡҡа ҡоролған яҙмыш
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: