Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
26 Февраль 2022, 19:00

Хаталы яҙмышымдан йәшенгәйнем...

Шул саҡта матур итеп айырылышырға кәрәк булғандыр. Морат әкренләп һыуынғас, мин дә өндәшмәнем. Ике йылға яҡын күршеләр һымаҡ, тауыш-тынһыҙ йәшәнек. Ә бер аҙна элек эштән алданыраҡ ҡайтһам, ауырлы йәш ҡатынға беҙҙең йортто күрһәтеп йөрөй. Аптырап киттем. Бер һүҙһеҙ сығып кителәр. Кискеһен икенсе ҡатынға өйләнеүен, бәпестәре буласағын һәм миңә өйҙән сығып китергә бер аҙна бирелеүен белдерҙе...

Хаталы яҙмышымдан йәшенгәйнем...
Хаталы яҙмышымдан йәшенгәйнем...

Суд залынан

Хаталы яҙмышымдан йәшенгәйнем...”

Оҙайлы йылдар ошо рубриканы алып барыу тормошобоҙҙоң ҡапма-ҡаршы яғын күреүҙән тыш, аптыранып ҡалғандар өсөн кәңәшсе, консультант, хатта, ниндәйҙер кимәлдә, психологҡа ла әүерелдерҙе. Социаль селтәрҙәр аша ла, редакцияға ла килеп, ярҙам һорағандар бихисап. Әлбиттә, уларҙың һәр береһенә хәлемдән килгән тиклем ярҙам итеп ебәрергә тырышам. Ә инде яҙмыштары күңелдә эҙ ҡалдырған, эше судҡа барып еткән, хәҙер инде яҡшы таныштарға әүерелгән кешеләрҙең ваҡиғаларын (уларҙың рөхсәте менән генә!) һабаҡ булһын өсөн уҡыусыларыма ла еткереп барам.

Урамда тороп ҡалдым”

Нәжиә миңә социаль селтәрҙәр аша ярты йылдан ашыу элек мөрәжәғәт иткәйне. Уның смс-хәбәре шунда уҡ иғтибарымды йәлеп иткәнен һәм уға ашығып яуап яҙғанымды хәтерләйем. Сөнки көн дауамында, хатта төндәрен дә, һәр диуарыма төрлө хәбәрҙәр күп килә, уларҙың ҡайһы берҙәренә, уҡыған хәлдә лә, шунда уҡ яуаплап өлгөрмәйем. .

Бәлки, һеҙгә яҙыу дөрөҫ тә түгелдер. Әммә мин үҙемде бер кемгә лә кәрәкһеҙ әйбер кеүек тоям хәҙер. Ундай нәмәләрҙе, исмаһам, сүплеккә алып барып ырғыталар, ә мин урамда тороп ҡалдым. Бомждар – эскесе кешеләр генә тип яңылышалар. Бер ниндәй алама ғәҙәтең булмайынса ла, урамда ҡалыуың бар икән...”-тип яҙған ине ул.

Утыҙ йәште үткән йәш ҡатын үтә моңһоу ҡарашлы, тыныс тауышлы, баҫалҡы ғына ханым булып сыҡты. Туҡтауһыҙ аҡҡан йәштәренән күҙҙәре шешенгән, ҡыҙарған. Бәләһен аңлатып һөйләй алмай, илай ҙа илай. Әмәлгә уның менән танышыр алдынан бер апай себергә барып эшләп килергә йыйыныуын, йортона бер-ике ай күҙ-ҡолаҡ булып торорға кеше тапмауын бөтөрөнөп һөйләгәйне: “Күршеләге ғаилә эсә, теләһәм кемдәр күп килә. Минең өйҙә булмағанды белһәләр, ватып булһа ла инерҙәр тип ҡурҡам. Тауыҡтарымды ҡарарға, гөлдәремә һыу һибергә кәрәк. Һеңлемдең балаларына әйтеп ҡарағайным йәшәп тороғоҙ тип, ҡайҙан – уларға фатир кәрәк! Шәхси йортта йәшәгеләре килмәй!”

Шунда уҡ был апайға шылтыратып, йортона кеше табыу-тапмауы хаҡында белештем. Һаман аптыранып йөрөгәнен белгәс, Нәжиәне тәҡдим иттем. Хәлен ҡыҫҡаса аңлаттым. Апай аптыранып торҙо ла: “Ярай һуң, мин себергә киткәнсе бер аҙна бар. Янымда йәшәтеп, холҡон ҡарап-күҙәтеп китәйем”,-тине.

Йәшәү проблемаһын хәл иткәс, Нәжиә лә еңел һулап ҡуйҙы. “Бөгөн урамда йоҡлармын тип уйлағайным”,-тине ул күҙ йәштәре аша. Шулай ҙа башына төшкән бәләләрҙе әкренләп һүтә алды.

Тормошҡа сытырман йәбешеп

Нәжиә – беҙҙең яҡтарға республиканың икенсе осонан килеп юлыҡҡан. Дөрөҫөрәге, кейәүгә сыҡҡан. Йәшлек хәтирәләренән, ауылдаштарынан ҡасып килгән ул. Нәжиәнең башынан үткәндәрен тетрәнеп тыңланым:

Беҙ ғаиләлә өс ҡыҙ үҫтек. Әней бик ҡаты тотто беҙҙе. Сөнки әтей йәш сағында ҡапыл үлеп ҡалғас, башҡа кейәүгә бармаған. Көн-төн эштән бушаманыҡ. Ауыл ерендә кеше мал көсө, баҡса үҫтереп йәшәй бит. Артығын район үҙәгенә алып барып һата торғайныҡ. Минең апайым һәм һеңлем араһында икешәр йәш кенә айырма булды. Шуға күрә йән әхирәттәрҙәй үҫтек. Әней ҙә: “Бер-берегеҙ өсөн терәк булһағыҙ, был донъяла бирешмәҫһегеҙ!”-тип тылҡып барҙы.

Тик әнейҙең донъяға сытырман йәбешеп, алһыҙ-ялһыҙ эшләүе, ныҡ булам, һыр бирмәйем тип, бер күҙ йәшен сығармауы, уның һаулығын ныҡ ҡаҡшатты. Һыҙланыуҙарын беҙгә белгертмәҫкә тырышһа ла, төндәрен ыңғырашҡанын ишетә инек. “Әней, ҡыйынмы әллә?”-тип һораһаҡ, үҙебеҙҙе бөтөрөп әрләй торғайны. Күрәһең, шулайтып бирешмәҫкә, үҙенә ҡыйын булыуын күрһәтмәҫкә тырышҡандыр. Түшәктә ике көн генә ятты ул. Өсөнсө төнгә, беҙҙе ҡайғынан алйыр сиккә еткереп, үлеп тә китте. Әнейҙең рак булыуын белдек. Уға өс йыл элек әйткән булғандар. Шул саҡта яман ауырыуҙың һуңғы стадияһы булған. Әнейгә иң күбендә бер йыл йәшәйәсәкһең тигәндәр. Ә ул бер кемгә бер нимә әйтмәй өс йыл йәшәне. Хәҙер уйлайым да, аптырайым, әней бит һеңлебеҙҙең 18 йәше тулыуын көткән кеүек килеп сыға. Күрәһең, барыһы ла балиғ булып бөтһөн тип үҙен тотҡан, түҙгәндер инде. Әнейҙе уйлаһаң да, ни рәхәтлек күрҙе был донъяла? Ирҙән иртә ҡалып, беҙҙе кеше итәм тип бер ял күрмәне, бер рәхәтләнеп ҡунаҡҡа барманы, шифаханаларға йөрөмәне. Ә беҙ әнейҙе ҡыуандырырлыҡ балалар булып сыҡманыҡ шул...”

Әсәйҙәре мәрхүмә булғанда Нәжиәгә – 20, апаһына – 22, кеселәренә яңы 18 йәш тулған була. Ауылда уңған, шул уҡ ваҡытта бик уҫал ҡатынды ныҡ ихтирам итәләр, шуға күрә уны ерләргә лә бар ауылдаштары сыға. Аптыранып торған ҡыҙҙарға ҡарап: “Әнейҙәре уларҙы эшкә лә, донъя көтөргә лә өйрәтте, барыһы ла әҙәпле, теләһә нисек йөрөмәнеләр – бирешмәҫтәр”,-тип ҡуялар.

Нәжиә лә, апаһы ла бухгалтерҙар курсын тамамлап, ауылда эшләйҙәр. Һеңлеләре лә ҡайҙалыр китергә ашыҡмай. Сөнки әсәләре: “Биш йыл буйы уҡып, эш таба алмаусылар менән донъя тулған. Ауылдан айырылмағыҙ. Ошонда донъя көтөгөҙ. Әллә ниндәй белеме лә кәрәкмәй”,-тип йыш ҡабатлай.

Тормош дауам итә. Бер йылдан өлкән апалары бер егет эйәртеп ҡайта. “Интернетта танышҡайныҡ. Осраштыҡ, бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ, бергә йәшәргә булдыҡ”,-ти. Ике һеңле апаларына бер һүҙ өндәшмәй. Беренсенән, ул иң өлкәне – әсәләре урынына ҡалған. Икенсенән, өй ҙур, әйҙә йәшәһендәр. Һәр саҡ бергә йәшәп өйрәнгәс, ҡапыл ғына нисек айырылаһың. Өҫтәүенә, буласаҡ еҙнәләренең үҙ торлағы ла юҡ шикелле.

Тәүге ғауға

Йәштәр яҙылыша торған көндө ҡаланан шау-гөр килеп ҡунаҡтар килеп төшә. Нәжиәгә уларҙың ҡыланышы ла, үҙҙәре лә сәйер күренә. Туҡтауһыҙ эсәләр, һүгенәләр, хатта өлкәндәре лә телдәрен тота белмәй, оятһыҙ көләмәс һөйләйҙәр. Ҡоҙа тейешле кешеләре һеңлеһенә ҡул һуҙа башлағас, Нәжиә тегене этеп ебәрә. Иҫерек йәш ир ҡыҙҙы һуғып осора. Был хәлдән һуң апайҙары ете-ят кешеләрҙе ҡыуып ҡайтарыр тип уйлайҙар. Тик ул тегеләрҙе яҡлай, бар ғәйепте һеңлеләренә ауҙара ла ҡуя. Ҡыҙҙар араһындағы тәүге ыҙғыш, тәүге аңлашылмаусанлыҡ ошо туй көнөндә сыға ла.

Мәжлес үтә, ҡунаҡтар тарала. Йәш ғаилә һәм ике һеңле бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәй башлай. Бер ҡасан да өйҙәрендә ир күрмәгән ҡыҙҙарға, әлбиттә, ауырға тура килә. Сөнки еҙнәләре тәрбиә сифаттары менән айырылмай. Һүгенеп һөйләшә, әйберҙәрен арҡыс-торҡос ташлай, телевизорҙы аҡыртып ҡарай, йәш ҡыҙҙар алдында эске кейемдә генә йөрөүҙән дә тартынмай. Йәш ир эшкә урынлашырға ла ашыҡмай. Ҡыҙҙар кис ҡайтыуға (һеңлеләре лә иҙән йыуыусы булып урынлаша) кухня тулы бысраҡ һауыт-һаба, бар өй буйлап туҙған һыра шешәләре, чипсы һ.б. ҡағыҙҙар һәм ярым иҫерек еҙнәләре ята. Йәй көндәрендә ҡаланан дуҫтары килеп тула башлағас, уларға йәшәүе тағы ауырлаша. Сөнки ҡунаҡтар менән еҙнәләре төнө буйы байрам итеп сыға, ә ҡыҙҙарға таң менән тороп малды ҡарарға, унан эшкә йүгерергә кәрәк. Бар көс ике һеңлегә төшә. Апалары ире янынан китә алмай: туҡтауһыҙ ашарға бешерә, ҡунаҡтарын һыйлай. Береһе лә был иргә бер һүҙ өндәшә алмай. Уныһы ҡыҙҙарҙың баҫалҡылығын, күндәмлеген тойоп алғас, хаттин аша, ҡысҡырырға, үҙенекен талап итергә генә тора.

Тиҙҙән апаларының ауырлы икәнлеге асыҡлана. Баштан уҡ бик ауыр йөрөй ул. Туҡтауһыҙ дауаханаға һалалар. Ә инде бөйөрҙәренең насар эшләгәнен белгәс, баш ҡалаға алып китәләр. Апаларына бәпесен тапҡансы палатала тормай ятырға тура килә. Һеңлеләр донъя, мал-тыуар, баҡсаны ғына түгел, ә туҡтауһыҙ ашарға таптырған еҙнәләрен дә ҡарарға, уның артынан туҡтауһыҙ йыйыштырырға ла мәжбүр була.

Бер көн Нәжиәгә һеңлеһен район үҙәгендәге дауаханаға алып китеүҙәрен әйтәләр. Уның аппендицит булып сыға. Нәжиәгә хәҙер өсләтә ауырға төшә. Әммә ҡыҙ теш ҡыҫып түҙеп, барыһын да эшләп өлгөрөргә тырыша. Апаһы ла шылтыратҡанда барыһын да унан талап итә. Эшләмәй ятҡан иренә Нәжиәгә ярҙам кәрәклеген, һис юғында эшкә сығырға тейешлеге хаҡында бер һүҙ әйтмәй.

Яратыу икән тип уйланым...”

Хәҙерге аҡылым булһа, шул саҡта ул әҙәм менән яңғыҙ ҡалғансы, районға сығып киткән булыр инем. Әммә апай донъяны теүәл көтөргә ҡушҡас, тырышҡан булдым. Бер кис еҙнәй мине эштән аш әҙерләп ҡаршы алды. Аптырап киттем. Ғүмере булмаған хәл. Мин һыйырҙарҙы һауғансы, янымда ярҙам итеп йөрөнө. Унан ингәс, сәй эсергә ултырҙыҡ. Был ҡайҙандыр шарап килтереп сығарҙы. Күп кәрәкме инде бер ҡасан эсмәгән ҡыҙға – иҫергәнмен. Ошонан һуң башым әйләнеп, нимә ҡыланғанымды белмәй инем инде...

Еҙнәйем менән ирле-ҡатынлы кеүек йәшәп алып киттек. Яратыу шул була икән тип уйланым. Апайҙан ҡурҡһам да, унан еҙнәйемде ҡыҙғанып бер булдым. Улар айырылышыр ҙа, еҙнә миңә өйләнер тип уйланым. Апай бәпес менән ҡайтҡанда, мин дә ауырлы инем. Ошо уҡ төндө апайға еҙнәй менән тотолоп, янъял сыҡты. Апайым мине ныҡ итеп туҡманы ла, ҡыуып сығарҙы. Шулай итеп, әней төҙөгән ныҡлы йортобоҙ ҙа, туғанлыҡ хистәребеҙ ҙә юҡҡа сыҡты. Мин район үҙәгенә сығып киттем. Аборт яһаттым. Уныһы уңышһыҙ булғандыр, башҡа балаға уҙа алманым. Еҙнәй менән булған хәлдән һуң, апайым ғына түгел, һеңлем дә минән баш тартты. Ә ауылда: “Нәжиә үҙ еҙнәһен аҙҙырып ятҡан”,-тигән хәбәр таралған ине. Ниңәлер минән өлкән ир түгел, ә бер ниндәй тормош тәжрибәһе булмаған, ҡыҙ кеше ғәйепле булып ҡалды шулай. Район үҙәгенә лә был хәбәрҙәр килеп етә башланы. Кеше ҡыҙыҡ бит инде ул: үҙенең тормошонда эше юҡ, әммә башҡаларҙыҡын тәмләп-тәфсирләп артабан тарата, арттыра, шаштыра. Яңы урынлашҡан эш урыныма ла теләһә ниндәй ғәйбәт килеп етә башланы, ҡырын-мырын ҡарағандар күп булды, түҙҙем. Йыйып барған аҡсама, кредит ҡушып алып, бәләкәй булһа ла, фатир алдым. Күңелем бер аҙ тынысланғандай булды. Шулай ҙа апайым менән һеңлемде ныҡ һағындым. Уларға шылтыратып ҡараным, әммә улар һөйләшергә теләмәне.

Дүрт йыл йыл самаһы үткәс, Морат менән таныштым. Ирҙәргә ышанысым бөтөнләй юҡ ине. Шулай ҙа бер ай самаһы аралашҡас, уға эҫенеп киттем. Ул беҙҙең район үҙәгендә ваҡытлыса эшләп йөрөй ине. Морат ҡайтып киткәс, үҙемә урын тапманым. Телефондан һөйләшеп торҙоҡ. Шулай бер көн ул мине үҙенә саҡырҙы, онота алмауын белдерҙе. Шулай итеп Баймаҡ яҡтарына килеп юлыҡтым. Яратҡан кешем менән, яңы тормош башлауы күңелгә онотолмаҫ тойғолар бирҙе. Морат менән алты йылға яҡын йәшәнек. Мин үҙебеҙҙең район үҙәгендәге фатирымды һатып, Морат ер участкаһындағы аласығын һатып, әҙер өй һатып алдыҡ. Эшкә урынлаштым. Бындағы кешеләр менән аралашыу ҙа бик еңел булды. Бәлки, улар минең үткәндәрҙе белмәгәс шулай булғандыр. Ни булһа ла, яңынан башланған тормошома ҡыуанып бөтә алманым. Мораттың ата-әсәһе юҡ, ир туғандары бар. Уларҙың ҡатындары йәғни килендәштәр менән дә уртаҡ тел таптыҡ. Тик бына балабыҙ юҡлығы Мораттың йәнен алып бара ине. Миңә тиклем өйләнгән булған ул. Ҡыҙы бар. Тик ҡатыны менән тиҙ айырылғандар һәм балаһы бөтөнләй икенсе кешегә атай тип үҫә. Морат алимент түләмәгәс, ҡатыны уны ҡыҙына яҡын да килтермәй. Хәйер, Мораттың да ул балаға бик иҫе китеп бармай.

Өс йыл самаһы йәшәгәс, “малай тап миңә” тип тылҡый башланы. “Булыр әле” тип килдем башта. Унан башҡа алдай алманым. Табиптарҙан тикшерелмәһәм дә, беренсе ауырыма аборт эшләтеүемде, бәлки, шуға күрә балаға уҙа алмауымды әйттем. Морат быны ишеткәс ҡотороп китте. Мине уға алдап кейәүгә сығыуҙа ғәйепләне. Башта уҡ һөйләп бирергә кәрәк булғандыр ҙа, әммә мин яңылыш яҙмышымдан, мине белгән кешеләрҙән ҡасыу өсөн барыһына ла әҙер инем. Шуға күрә Морат үҙе саҡырғас, ошо тарафтарға киттем дә барҙым. Ул саҡта балаға уҙа алмаҫмын тип башыма ла килмәгәйне шул.

Морат менән арабыҙ һыуына башланы. Мин балалар йортонан бәпес алырға тәҡдим иткәйнем, бөтөнләй ярһып китте. “Теләһә кемдең балаһын үҫтергәнсе, һине айырып, икенсе ҡатын алам мин!”-тине.

Шул саҡта матур итеп айырылышырға кәрәк булғандыр. Морат әкренләп һыуынғас, мин дә өндәшмәнем. Ике йылға яҡын күршеләр һымаҡ, тауыш-тынһыҙ йәшәнек. Ә бер аҙна элек эштән алданыраҡ ҡайтһам, ауырлы йәш ҡатынға беҙҙең йортто күрһәтеп йөрөй. Аптырап киттем. Бер һүҙһеҙ сығып кителәр. Кискеһен икенсе ҡатынға өйләнеүен, бәпестәре буласағын һәм миңә өйҙән сығып китергә бер аҙна бирелеүен белдерҙе. Шулай итеп, мин тағы ла урамда тороп ҡалдым...”

 

Нәжиәнең эше мировой судта ҡаралды. Морат күпме генә тырышып ҡараһа ла, ул алты йыл бергә йәшәгән ҡатынын бер нәмәһеҙ урамға сығарып ташлай алманы. Уларҙың йорто, бар мөлкәте никахта булғанда һатып алынғанға, барыһы ла уртаға бүленде. Морат был өлөштө Нәжиәгә аҡсалата ҡайтарып бирҙе. Ярты йылдан ашыу себергә киткән апайҙың йортонда йәшәгән ҡатын үҙенә бер бүлмәле фатир һатып алды. Ул беҙҙең яҡтарҙа төпләнергә булды.

Нәжиәнең судтан һуң яңғыратҡан һүҙҙәрендә өмөт тә, өмөтһөҙлөк тә, ышаныс та, төңөлөү ҙә сағылды: “Минең Моратҡа бер үпкәм дә юҡ хәҙер. Бар бәлә минең бер мәртәбә яңылыш аҙым яһауымдан башланды. Шуның арҡаһында үҙемдең иң яҡын кешеләремде – апайымды һәм һеңлемде юғалттым. Улар ҡасан да булһа мине ғәфү итер тип өмөтләнеп-ялбарып йәшәйем. Яҙмыш башҡа миңә ундай ҡаты һынауҙарын ебәрмәһен ине...”

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: