Һаҡмар
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
9 Февраль , 22:25

Үс алыуҙан кем еңде?

Өйөнә барып кәләшенең сәсен бөртөкләгәндән һуң уларҙы саҡырмаясағын аңлай ине, шулай ҙа көттө. Тик саҡырыу булманы. Эштән ҡайтап ингән иренә шунда уҡ йәбеште ул: “Ана, ҡустың, бар ауылды ҡунаҡҡа саҡырып ята. Һиңә генә әйтмәне! Ә һин барып уның өйөн йүнәтешеп йөрөнөң! Бисәһе: “Саҡырыр инем Олегты, миңә текләп ҡарап тик ултыра, кеше алдында уңайһыҙ”,-тип әйтә ти. Нимәгә мине әҙәм көлкөһөнә ҡалдырып тик йөрөйһөң ул?!”

Үс алыуҙан кем еңде?
Үс алыуҙан кем еңде?

Телеңде тыя белеү – мең бәләнән ҡотҡарыр, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Үкенескә күрә, күп кенә әҙәм балаһына күрмәгәнен – күреү, ишетмәгәнен – ишетеү хас. Йыш ҡына ғәйбәтселәрҙең теле кешеләрҙең яҙмыштарын да селпәрәмә килтерә, хатта енәйәткә этәрә. Тик “туғанының мәйетен ашағандарҙы” (ғәйбәт һөйләүселәр ислам динендә нәҡ шулай баһалана) туҡтатырлыҡ көс юҡ.

Ике туған ағалы-ҡустылы бер ауылда тыуып үҫә. Араларында йәш ярым ғына айырма булған малайҙар яҡын дуҫҡа әүерелә. Улар һәр саҡ бергә була, үҫә килә бер-береһе өсөн ҡаялай ҡалҡып сығырға әҙер тора. Егеттәр бер-бер артлы әрмегә китә. Икәүһе лә һөйләшеп тыуған ауылдарында төпләнә. Маҡсаттары – бергә-бергә донъя көтөү, тормош ауырлыҡтарын да, шатлыҡтарын да уртаҡлашып йәшәү.

Ҡустыһы Аня менән осраша башлағас, Олег уның өсөн ҡыуана ғына. Бар эшкә өлгөр, шаян, сая ҡыҙ үҙенә лә оҡшаһа ла, туғанының бәхетенә ҡаршы төшмәй. Йәштәр ике йыл самаһы осраша. Олегты ла Аняның әхирәттәре менән таныштырып ҡарайҙар, тик егет моңһоу ғына йылмая ла ҡуя. Аня туй күлдәге һатып ала, туғандар мәж килеп туйға әҙерләнә. Тик яҙмыш тупһалары бормалы-боролмалы шул.

Май байрамдары алдынан ауылға икенсе райондан ҡунаҡ ҡыҙ килеп төшә. Йәштәр клубта йыйыла, дискотека башлана. Олег ҡунаҡ ҡыҙҙы бейергә саҡыра. Тик һылыуҡайҙы уның ҡулынан тиерлек ҡустыһы тартып алып китә. Хәйер, ҡыҙ үҙе лә быға ҡаршы булмай. Клубҡа һуңлап килгән Аня буласаҡ ирен ҡыҙғанып ғауға ҡуптара. Дискотека туҡтай. Тик йәштәр шаулашҡан арала теге икәү юҡҡа сығып та өлгөрә. Бер туҡтауһыҙ илаған Аняны Олег йортона оҙатып ҡуя. Таңға ҡарай ҡустыһы уның ишеген шаҡый. “Ағай, беләһеңме мин тәү мәртәбә ғашиҡ булдым! Быға тиклем мөхәббәттең нимә икәнлеген белмәгәнмен бит!”-тип һөрәнләй ул. Олег: “Туҡта, ә Аня һуң?! Бар ауыл һеҙҙе кейәү менән кәләш тип йөрөтә. Ике яҡтан да туғандар туйға әҙерләнә. Аняның ата-әсәһе нимә тип әйтер? Өлкән кешеләр, туй алдынан ҡыҙҙарынан баш тартһаң, һине ғәфү итмәҫ”,-тип ҡустыһын өгөтләй башлай.

Юҡ, мин Аняға өйләнмәйем. Яратмайым мин уны, яратманым да. Әрменән ҡайтҡас та үҙе йәбешеп тигәндәй арттан йөрөнө. Бар яҡтан килгән ҡыҙ тип кенә йөрөй башлағайным. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ уның менән өйләнешербеҙ, тип уйламағайным да. Ике яҡтан да атай-әсәйҙәр ҡабаландыра башлағас ҡына ризалаштым”,-тип яуаплай уныһы.

Ә икенсе көнөнә ауылда: “Аняның кейәүе уны ташлап икенсе ҡыҙ менән сығып киткән”,-тигән хәбәр тарала. Олег үҙ-үҙен үлтерер сиккә еткән ҡыҙҙың янынан китмәй. Тәүҙә уныһы: ”Һин барыһын да белгәнһең, ул бит һинең ҡустың да, дуҫың да! Мине мәсхәрәгә ҡалдырыуҙы икәүләп уйлағанһығыҙ”,-тип ҡыуһа ла, тынысланғас егетте үҙе көтә башлай. Ҡыҙҙың ата-әсәһе туйға юҡҡа әҙерләнмәгән булып сыға: Олег менән Аня өйләнешә. Тик кейәү кеше: “Һин миңә кейәүгә ҡустыма үс итеп, йәки ауыл алдында оятҡа ҡалмаҫ өсөн генә сыҡмайһыңмы? Бәлки, һин уны һаман да яратаһыңдыр?”-тип борсола. Кәләше: “Юҡ, мин уны күрә алмайым. Беҙҙең туйға ла саҡыраһы булма!”-ти.

Шулай итеп, йән дуҫтарҙың оло тормошҡа ҡорған беренсе хыялы юҡҡа сыға. Улар бер-береһенең туйында түрҙә ултырасағы, ЗАГС-та шаһит буласағы тураһында һүҙ ҡуйышҡан була. Тик Аняға күптән ғашиҡ булып йөрөгән Олег кәләше менән тулыһынса килешә. Шаулап-гөрләп туй мәжлесе үтеп китә. Йәш ғаилә ауылда һәүетемсә донъя көтөп йәшәп китә. Тиҙҙән ҡустыһы ла тәү күреүҙән ғашиҡ булған ҡыҙға өйләнә. Ул Олегты ла, Аняны ла туйына саҡыра, тик улар яуап та бирмәй. Бәхетле кейәү ағаһына шылтыратып ҡарай, тик теге уның тауышын ишетеү менән телефонын һүндереп ҡуя. Аняны юғалтыуҙан ҡурҡҡан Олег ҡусты-дуҫынан баш тартыуҙы яҡшыраҡ күрә.

Биш йылдан һуң Олегтың ҡустыһы ла ҡатыны менән ауылға ҡайтып төшә. Себер яҡтарында йөрөгән пар икеһе лә уйламағанда эшенән ҡыҫҡартыла һәм аяҡҡа баҫыу өсөн ауылда төпләнергә була. Ата нигеҙен нығытҡан ир өмәгә Олегты ла саҡыра. Теге ҡустыһының һүҙен ҡыймай килә. Өмәнән һуң хужабикә әҙерләгән һый-хөрмәтте күреп, Олег: “Ҡустым яңылышмаған икән. Барыһын да ҡатыны үҙе әҙерләгән-бешергән. Ә беҙҙең өйҙә күптән иң яҡшы һый - магазин билмәне лә колбаса”,-тип уйлап ҡуя.

Күңелле генә барған һый-хөрмәт тиҙҙән боҙола. Йортҡа ярһыған Аня килеп инә лә, хужабикәнең сәсенә йәбешә. “Бер мәртәбә ирһеҙ ҡалдырҙың, икенсеһен дә һалдырырға булдыңмы?”

Ирҙәр ярһыған ҡатынды көскә айырып ала. Олег уны елтерәтеп алып ҡайтып китә.

Тәүге мөхәббәтен онота алмаған Аня өсөн тыныс көндәр юҡҡа сыға. Бер яҡтан, үҙен туй алдынан ташлап киткән һөйгәнен онота алмаһа, икенсе яҡтан, көндәшенән үс алыу тойғоһо менән яна. Ҡоро ғауға менән ирен үҙ яғына ауҙара алмаясағын аңлай ул. Шуға күрә хәйләкәрлек менән эш итергә уйлай. Йыш ҡына кәйефһеҙ була башлай, өндәшмәҫкә әүерелә. Һәр саҡ туҡтауһыҙ тәтелдәгән, буштан-бушҡа шарҡылдап көлгән ҡатынының үҙгәреүен Олег ауыр ҡабул итә. Нимә булғанын белергә маташа. Тик ҡатыны бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Ә бер көн Олег ҡайтҡанда ҡатынының мөйөштә илап ултырғанын күреп хафаға ҡала. Уның күҙ йәштәрен күреп өйрәнмәгәс, нимә әйтергә лә белмәй. “Әйт һуң нимә булды?”-тигәс, Аня: “Барыбер миңә ышанмайһың. Бар ауыл һөйләй, ә һин, йәнәһе, бер нәмә лә белмәйһең?”-тип һыҡтауын дауам итә. Аптыраған ир: “Нимәне белә бар ауыл?”-ти. “Ҡустыңдың бисәһе ауыл тултырып: “Олег минең арттан ҡалмай, ҡустыһы кеүек миңә ғашиҡ булды. Шулай инде үҙенең ҡатыны ямаҡай булғас, миңә тартыла инде, бүләктәр ташый. Нисек ҡотолорға белмәйем. Ярай, ирем барыһын да аңлап ҡабул итә, көлә лә ҡуя, ағаһын йәлләй”,-тип һөйләп йөрөй. Миңә урамға сығыр әмәл ҡалманы. Урамда ҡатындар осраһа баш сайҡай йә мыҫҡыллы йылмая, әсерәк теллеләре: “Был иреңдән дә яҙып ҡуйма”,-тип асыҡтан-асыҡ көлә. Миңә рәхәт тейһеңме?! Нисәмә ай көскә түҙеп йәшәйем! Ә һин күрмәйһең дә, ишетмәйһең дә...”

Башына нимә килә, шуны теҙгән ҡатын оҙаҡ туҡтай алмай. Бар маҡсаты – барыһынан да үс алыу, хатта үҙенә йәлләп өйләнгән иренән дә. Иң ҡыйыны - көн дә тиерлек урамда һөйгәнен күреү. Уның балаларына ҡарап: “Был беҙҙең балаларыбыҙ булыр ине бит”,-тип бошона. Хәҙер инде ҡәйнеш тейешле кешеһенең ғаиләһе бәхеттә һәм мөхәббәттә йәшәүенә асыулана. Үс алыу тойғоһо ла көндән-көн арта бара.

Ҡатынының һүҙҙәренә Олег ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй. Ауыл урамдары буйлап оҙаҡ ҡына йөрөй. “Эх, ҡустым, ниңә генә ҡайттығыҙ инде ауылға? Барыһы ла һәйбәт, күнегелгәнсә ине бит”. Олег ҡатынының үҙен яратмауын тойоп йәшәй. Хәйер, быға күптән күнегеп тә китте. Уның ҡарауы эштән һуң ирҙәр эсһә, йорттарына ҡайтырға ҡатындарынан ҡурҡа. Ә Аня ҡыуана-ҡыуана уны икенсе бүлмәгә айырым йоҡларға һала. Бер ҡасан да эсеп ҡайтҡаны өсөн әрләгәне булманы. “Эскән кеше менән ята алмайым”,-тип йоҡо бүлмәһенә инә лә, бикләнә. Быларҙың барыһы ла бары тик сәбәп кенә булыуын Олег яҡшы аңлай. Ҡатыны уға кейәүгә сығырға ризалашһа ла, бер ҡасан да уны яратманы. Бәлки, ауыл алдында оятҡа ҡалғыһы килмәгәндер. Ҡустыһына кейәүгә сыҡҡанда кейәсәк туй күлдәген дә алмаштырырға теләмәне бит. Ә күпме өгөтләне уны Олег. Хатта алмаштырырға ла түгел, ә яңыһын һатып алырға тәҡдим итте. Тик Аня үҙ һүҙендә ныҡ торҙо. Яйға һалынған тормошо пыран-заран килеүҙән аңҡы-тиңке килгән Олег шым ғына ҡайтып ҡатынынан айырым йоҡларға ятты.

Аня нимә буласағын өҙөлөп көттө. Сөнки тыныс иренең бер ҡыҙһа, үҙен ҡулда тота алмауын яҡшы белә. Тик бер нисә көн үтте, ә ире шымтайып йөрөүен дауам итте. Аняның йәне көйҙө. Бер көн ҡәйнешенең ярты ауылды тиерлек ҡунаҡҡа саҡырыуын ишетте. Өйөнә барып кәләшенең сәсен бөртөкләгәндән һуң уларҙы саҡырмаясағын аңлай ине, шулай ҙа көттө. Тик саҡырыу булманы. Эштән ҡайтап ингән иренә шунда уҡ йәбеште ул: “Ана, ҡустың, бар ауылды ҡунаҡҡа саҡырып ята. Һиңә генә әйтмәне! Ә һин барып уның өйөн йүнәтешеп йөрөнөң! Бисәһе: “Саҡырыр инем Олегты, миңә текләп ҡарап тик ултыра, кеше алдында уңайһыҙ”,-тип әйтә ти. Нимәгә мине әҙәм көлкөһөнә ҡалдырып тик йөрөйһөң ул?!”

Олег ҡатынының сәрелдәүен артабан тыңлай алмай. Өйҙөң ишеген аяғы менән тибеп асып сығып китте. Магазинға барып һыра һатып алды. Ҡустыһының йорто янынан үткәндә мәжлес тауышын ишетеп, үҙҙәренең йәш саҡтарын, бер-береһенә биргән анттарын иҫенә төшөрҙө. “Эх, ни эшләп былай булды һуң барыһы ла?!” Һыраны тиҙ арала һемереп бөткән ир яңынан магазинға барып араҡы һатып алды. Йылға буйына төшөп ултырып иҫерткес эсемлекте ҡабымлыҡһыҙ эсеп бөтөрҙө. Ҡустыһына, килененә булған асыуы тауҙай өйөлә башланы. Шул саҡ эш итеген ҡапшап унда бысаҡ ятыуын шәйләне. Балыҡҡа барғанда тыҡҡайны, онотҡан бит. Ҡайтырға сыҡты. Ҡустыһының йортонда бар уттар ҙа яна, тауыштар тымған. Олег уларға көтмәгәндә барып инде. Хужа менән хужабикә ҡунаҡтарын оҙатып аш бүлмәһендә икәүләшеп сәй эсеп ултыра. Уларҙың ошо ябай ғына бәхетенә көнләшкән ир түҙмәй ҡысҡырып ебәрҙе. Тәүҙә килененә: “Һин нимә минең ҡатын тураһында юҡ-бар хәбәр һөйләйһең?!”-тип бәйләнде. Аптырап ҡалған ҡатын нимә әйтергә белмәне. Ул арала Олег бысағын сығарып һыуытҡысҡа, унан ҡатынға сәнсте. Әмәлгә бысаҡ хужабикәнең арҡаһын һыҙырып ҡына үтте. Йорт хужаһы ағаһынан бысаҡты тартып алыу, тынысландырыу өсөн уны барып ҡыҫып ҡосаҡланы. Тик алйыр сиккә еткән Олег уның арҡаһына ике мәртәбә сәнсеп өлгөрҙө...

Судта хужабикә лә, тере ҡалған ҡустыһы ла Олегты ярлыҡауҙы үтенде. Тик хөкөм эскәмйәһендә ултырған ирҙең ҡарашынан уның үҙ-үҙен мәңге ғәфү итмәйәсәге көн кеүек асыҡ ине.

Олег төрмәгә уны күреү өсөн кәләше бешергән тәмле ризыҡты тотоп иң беренсе булып ҡустыһы киләсәген, ситлектәге йылдар ирҙәрҙең дуҫлығын йылы хаттар аша ҡайтарасағын әлегә белмәй әле...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в