Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
23 Ғинуар 2022, 19:10

ҠАН ИЛАТҠАН ЯҘМЫШТАР

Бер үк шприц ҡулланыу һөҙөмтәһендә мин ВИЧ йоҡторғанмын. Был хаҡта белмәнем. Наркотиктар ҡулланмаған ҡыҙ менән йөрөй башлағайныҡ. Ул миңә ышана ине.

Наркотик тәьҫирендәге кеше нимәләргә барыуы ихтимал? Наркомандың тулыһынса һауығыуы ихтималмы? Ни өсөн ошо ҡанлы кәсеп менән шөғөлләнеүселәрҙе тулыһынса юҡҡа сығарыр көс юҡ? Был һорауҙар күптәрҙе борсой, әммә ошоға тиклем уға яуап табылмай.

Ҡытайҙа

Наркомания, наркотиктар менән кәсеп итеү енәйәттәр бик һирәк йәки бөтөнләй булмаған илдәрҙе алып ҡараһаң, улар быға аяуһыҙ закондар аша килгән. Мәҫәлән, Ҡытайҙа наркотик менән кәсеп иткән кешеләр үлем язаһына тарттырыла. Хөкөм төрмәлә түгел, ә майҙанда, бар халыҡ алдында башҡарыла. Бының менән генә бөтмәй әле. Үлем язаһын видеоға төшөрөп алалар һәм интернет селтәренә һалалар. Был бар халыҡты тәрбиәләү һәм иҫкәртеү маҡсатында эшләнә. 50 г наркотик тапһалар ҙа, кеше мәңгелек донъяға оҙатыла. Хатта икенсе илдең гражданы булһа ла. Донъя йәмәғәтселеге Ҡытайҙы үтә ҡаты законда ғәйепләп, наркотик менән тотолған граждандарына ҡарата хөкөм ҡарарын үҙгәртеүҙе талап итһә лә, бер ни ҙә үҙгәрмәне. Америка кешеһеме ул, Англиямы йә башҡа илдәнме - барыһы ла үлем язаһына тарттырылды һәм тарттырыла. 14 йәшкә тиклемге балаларға ғына үлем язаһын үҙгәртеүҙәре бар. Уныһы ла наркотик бик әҙ миҡдарҙа табылһа.

Рәсәйҙә

Ҡытайҙа наркотиктар өсөн ниндәй язаға тарттырыуҙарын осраҡлы миҫал итеп килтермәйем. Әйҙәгеҙ, беҙҙең илдә бының өсөн ниндәй хөкөм ҡаралыуына туҡталайыҡ. Тикшеренеүҙәр шуны күрһәткән, был енәйәт буйынса хөкөм ителеүселәрҙең бар өлөшөн тиерлек 18 йәштән 29 йәшкә тиклемге граждандар тәшкил итә. РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһы буйынса 3 -10, 15-20 йылға тиклем иректән сикләү ҡаралһа ла, күпселек осраҡта 3 – 5 йыл ултырып сығалар. Ҡабаттан ошо уҡ статья буйынса тағы төрмәгә эләккәндәр ҙә күп. Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, ошондай енәйәт менән тотолоп шартлы рәүештә хөкөм ителгән йәғни иректә тороп ҡалғандар ҙа була.

Күрәһең, ошо йомшаҡлыҡ илдә наркомандарҙың һаны артыуға булышлыҡ итәлер. Сөнки төрмәгә лә наркотиктар менән кәсеп итеүҙе ойоштороп, сереп байығандар түгел, ә “вағыраҡ”тар йәғни был эште үтәүселәр генә эләгеүе бер кемгә лә сер түгел. Иң ҡурҡынысы – бер кем дә тулы ышаныс менән был бәлә мине (балаларымды, яҡындарымды) урап үтәсәк тип әйтә алмай. Сөнки ошо ағыу менән кәсеп итеүселәр, аҡса уларға йылға булып аҡһын өсөн, үҙ ҡорбандарын күбәйтеүгә бар этлеген һәм хәйләкәрлеген һала.

Хәлем бөтөнләй мөшкөл”

Судта наркотиктар өсөн хөкөм ителгән кешеләрҙе күрергә, уларҙың ҡыланышын күҙәтергә тура килә. Дөрөҫөн әйткәндә, һирәгенең йөҙөнә үкенес тойғолары сыға. Бәлки, улар таратҡан ағыуҙарының кешене нисек юҡҡа сығарыуҙарын бер ҡасан да күрмәгәнгә үҙҙәрен шулай тоталыр? Белмәйем. Әммә әҙәм балаһын ниндәй хәлгә еткереүҙәрен күрһә, уларҙың күбеһе бындай енәйәткә бармаҫ ине, тип уйлайым.

Мин тар ғына диванда ятам. Ҡыбырлай ҙа, күҙемде лә аса алмайым. Бар бүлмәгә осһоҙ тәмәке һәм саң-бысраҡ еҫе һеңгән. Бер туҡтауһыҙ сөскөрәм, танауҙан һаҫыҡ шыйыҡса аға. Уны еңем менән генә һөртәм дә, артабан ятам. Сөнки тора алмайым, аяғымды ла, ҡулдарымды ла тоймайым. Наркомандың “ломка”һы шулай була.

Кемдер телевизорҙы яндырып киткән. Унда бер туҡтауһыҙ тешен таҙартҡан ниндәйҙер йәнлекте күрһәтәләр. Мин уны күрә лә, ишетә лә алмайым. Әммә телевизорҙы һүндерергә хәл юҡ. Һыуҙы күрә алмайым! Тештәремде нисә йыл элек таҙартҡанымды ла иҫләмәйем. Йыуынмайым да. Ҡулдарым һыуға ҡағылып ҡуймаһын өсөн бирсәткәләр кейеп йөрөйөм. Сөнки һыу минең өсөн үлем төҫлө...

Миңә доза алып килергә вәғәҙә биргән егет һаман юҡ. Телефон шылтырай. Тота алмайым уны! Тоттом. Мин көткән егет тип уйланым. Юҡ – әсәй! Нимә кәрәк һеҙҙең барығыҙға ла?! Миңә һеҙ кәрәкмәй, онотоғоҙ мине! Барыбер бер нисек тә ярҙам итә алмайһығыҙ, мейене серетеп, аҡыл өйрәтеүҙән башҡа.

Әсәйгә “мин йоҡлайым” тип телефонды һалам. Уныһы иҙәнгә шыуып төшөп китте. Хәҙер теге егет шылтыратасаҡ бит – минең ҡотҡарыусым! Телефонды алам тип ҡулымды аҫҡа төшөрөүем булды, үҙем дә иҙәнгә йығылып төшәм. Йөҙтүбән ятам, әйләнә алмайым. Бәҙрәфкә барып етә алмай инем, барыһы ла салбарға китте...

Егет килеп ингәндә, үҙ еүешем өҫтөндә иҙәндә ятам. Хәлем бөтөнләй мөшкөл. Теге минән шарҡылдап көлә. Иҫемә төштө: апайымдарҙа ҡунаҡта булғанда ошо егет миңә тәүге мәртәбә энә менән наркотик ебәргәйне. Быға тиклем мин наркотиктарҙы тартып ҡына ҡарағаным бар ине. “Ул нимә ул! Һин быныһын тәмләп ҡара”,-тигәнен әле лә иҫләйем. Инерле-сығырлы аңыма был егеттең үҙенең бер ҡасан да наркотик ҡулланғанын күргәнем булмағаны барып етә.. Тик оҙаҡҡа түгел. Мин онотолам...

Хәҙер инде тороп йөрөй, хатта ашай алам. Бер туҡтауһыҙ шәкәр, шоколад йотам. Организм глюкоза һорайҙыр инде. Иртәгә лә ошондай үлем хәленә ҡалмаҫ өсөн егеттән миңә бурысҡа доза ҡалдырыуын ялбарам.. Икеләтә хаҡ менән генә ризалаша. Алам. Тик иртәнгелекте көтөп булмай. Төнөн үк уға йәбешәм...”

Аһ-зарҙарын аудиоға яҙҙырып ҡалдырған был егет тере түгел. Донъянан ваз кискән, бар кешелек сифаттарын юғалтҡан бала наркотикты артыҡ күп ебәреп, һәләк булды. Зыяратта, өлкәндәр янына, 19 йәшлек егеттең дә ҡәберлеге өҫтәлде.

Сабыйҙың ғүмере өҙөлдө

Йәш кешенең яҙмышы кеүек наркотиктар менән бәйле аяныслы хәлдәр бик күп.

Наркотиктарҙың нимә икәнен 14 йәштә үк белә инем. Тик улар “еңел” булып һанала ине. Хәҙер генә аңланым: еңел наркотиктар булмай. Ниндәй наркотиктан башлаһаң да, аҙағы ҡурҡыныс бөтә.

Ҙур ҡаланың техникумында уҡығас ата-әсәй менән һөйләшеү күберәк телефон аша ғына булды. Кесе туғандарым да булғас, уларҙың мине контролдә тоторға ваҡыты ла булманы, шикелле. Техникумда дүрт егет дуҫлашып алдыҡ. Барыбыҙ ҙа наркотик ҡуллана инек. Бөгөн мин генә теремен, уларҙың береһе лә юҡ. Урамда йәшәүҙе лә, һаҫыҡ притондарҙы ла – барыһын да үттем. Шундай урындарҙың береһендә бысраҡ шприцтан дуҫтарымдың береһенең ҡулы боҙолоп китеп, перитонит башланып, саҡ ҡотҡарып ҡалдылар. Ошонан һуң өс ай түҙеп йөрөнө лә, тағы башланы. Хәҙер ул юҡ инде.

Бер үк шприц ҡулланыу һөҙөмтәһендә мин ВИЧ йоҡторғанмын. Был хаҡта белмәнем. Наркотиктар ҡулланмаған ҡыҙ менән йөрөй башлағайныҡ. Ул миңә ышана ине. Мин дә уның өсөн наркотиктарҙан баш тартырға булдым. Бик ауыр булды, әммә һөйгәнемдең янымдан китмәй мине ҡарауыллауы үҙенекен эшләне. Барыһы ла яйға һалына башланы, эш эҙләнем. Шул ваҡыт һөйгәнемдең ауырлы икәнен белдек. Һөйөнөслө хәбәр булһа ла, балам наркомандан ауырыу булып тыуыр, тип ҡурҡтым. Ысынбарлыҡ тағы ла ҡурҡынысыраҡ булып сыҡты. Ауырлы ҡатындар төрлө анализдар тапшыра бит. Һөйгәнемде тағы бер тапҡыр ВИЧ анализын тапшырырға саҡырғастар, йөрәк ниҙер һиҙенеп, семеткеләп ҡуйҙы. Ул аптырап тағы анализ тапшырырға китте. Һәм ысынлап та һөйгәнемдә ВИЧ икәнлеге асыҡланды. Был минең өсөн иң ҡурҡыныс көн булды. Мине лә анализ тапшырырға саҡырҙылар. Һөҙөмтәлә, ВИЧ-тың минән йоҡканын асыҡланыҡ. Һөйгәнемдең мине ҡәһәрләгән һүҙҙәре әле лә ҡолағымда яңғырап китә. Сабыйыбыҙ булманы, һөйгәнем аборт эштәтте. Минең өсөн тормош мәғәнәһе юғалды, мин тағы ла наркотиктарға ҡайттым...”

Был егет тә беҙҙең арабыҙҙа юҡ инде. Уның менән тормошон бәйләп, ВИЧ инфекцияһына юлыҡҡан ҡыҙҙың яҙмышы билдәһеҙ.

Яҡты тормош минең өсөн түгел”

Табиптарға яҙмышын бәйән итеп ҡалдырған был ҡыҙҙың тормошо хаҡында иламайынса уҡып булмай.

17 йәшем. Мәктәпте тамамлаған йыл. Киләсәккә ҙур хыялдар ҡороп, врач буласағыма ышанып йәшәй инем. Яҡшы уҡыным, медицина университеты студенты булып китеү ауыр икәнен белә инем, шуға күрә ныҡ тырыштым. Бер көн әхирәтем менән дискотекаға киттек. Әсәйемдең мине ебәргеһе килмәй ине. Атайым да, әсәйем дә бик уҫал итеп тәрбиәләнеләр мине. Дискотекаға ҡасып киттем. Ҡайтып килешләй яныбыҙға бер машина килеп туҡтаны. Ике әзмәүерҙәй егет мине тотоп, һөйрәкләп машинаға ултыртты. Әхирәтем ҡасып өлгөрҙө, әммә полиция саҡыртмаған, машинаның номерын да ҡарамаған. Ҡалғаны нимә менән бөткәне билдәле инде. Мәсхәрәләнгән, туҡмалған тәнемде урман эргәһенә ташлап киткәндәр. Аңыма килеп, көскә өйөбөҙгә барып етеп, икенсе ҡатҡа күтәрелдем. Хәҙер әсәйем мине ҡосаҡлап йыуатыр ҙа, барыһы ла ҡурҡыныс төш булып ҡалыр тип уйлауым көс бирҙе. Әммә әсәй миңә ишекте асманы. “Таңға тиклем ҡайҙа йөрөйһөң, шунда кит!”-тип ҡысҡырҙы. Иртәнсәк ҡустымды балалар баҡсаһына алып сыҡҡанда, ул минең хәлһеҙ, туҡмалған, мәсхәрәләнгән, иҫһеҙ, подъездағы тәнемде ашатлап сығып китте. Ошо мәлдә ул минең өсөн үлде. Атайыма ла минең тормошом барыбер ине.

Урамға сығып киттем. Аңымды юя башлағас, бомждар үҙенә, бер баҙға алып ҡайтҡан. Шунда йәшәй башланым. Тәүге наркотиктарым да ошонда башланды. Төрлө хәлдәр булды минең менән, әммә мин бер нәмәне белә инем – башҡа минең өсөн яҡшы тормош юҡ һәм мин бер ҡасан да врач була алмаясаҡмын. Бер көн урамда әсәйҙе осраттым. Ул: “Ҡайһылай бөтөп киткәнһең. Ҡайт өйгә, ҡыҙым. Мин һине ғәфү иттем”,-тине.

Ул мине ғәфү иткән?! Нимә өсөн?! Туҡмалған балаңды ашатлап сығып китеп, уны урамда ҡалдырып, бар тормошон юҡҡа сығарғаның өсөнмө?! Бер һүҙ өндәшмәнем, артабан киттем.

Ғөмүмән, донъяла иң күрә алмаған йән эйәләре ул – кешеләр. Барыһы ла ғәйепле минең яҙмышым ошолай тамамланыуға барыуында...”

Дауаханала бер ай ятып сыҡҡан ҡыҙ күп тә үтмәй һәләк була. Ул үҙенә-үҙе ҡул һала.

Ил буйлап, наркотик ... таратып

Былтыр Баймаҡ район суды наркотиктар менән кәсеп иткән йәш ирҙе хөкөм итте. Ул интернет аша бер кеше менән таныша. Теге уға ил буйынса наркотиктар таратырға һәм бының менән яҡшы аҡса эшләргә тәҡдим итә. Кешелекте бөтөрөүгә йүнәлтелгән ағыу менән кәсеп итеүселәр ниндәй генә хәйләкәрлеккә бармай! Был ир ҙә үҙенең кем менән эшләгәнен белмәй. Уға “задание” биреүселәр интернетҡа ялған исем аҫтында инә, йыш ҡына телефон һандарын үҙгәртә. Ир уларҙың ҡушыуы буйынса Рәсәйҙең беҙҙән алыҫ ятҡан ҙур ҡалаларына йүнәлә. Барып еткәс, уға ҡайһы ергә барырға икәнен әйтәләр. Ир барып етә һәм төрлө урында ергә күмелгән наркотиктарҙы ҡаҙып ала (бының өсөн ул махсус сапер көрәген һатып ала). Артабан ул “эш биреүсеһенә” фотоға төшөрөп ебәрә. Уға наркотиктарҙы ҡайһы ҡалаға алып барырға икәнлеген әйтәләр. Ир ағыуҙы машинаһына һалып алып, улар әйткән ергә юллана. Барып еткәс, ҡайҙа йәшерергә икәнлеген өйрәтәләр. Ул ҡушҡанды үтәй һәм тағы фотоға төшөрөп, тегеләргә ебәрә.

Бер төбәктән икенсе төбәккә, бер ҡаланан икенсе ҡалаға наркотик ташыған ир хаҡында хоҡуҡ һаҡсылары ла белеп ҡала. Уны тотоу буйынса махсус операция иғлан ителә. Машинаһында наркотиктарҙы күрше өлкәгә алып китеп барған был кеше тотола. Ул шунда уҡ тикшереүселәргә ярҙам итәсәген һәм барыһын да һөйләп бирәсәген белдерә. Судта ир был енәйәткә барыуын “наркотиктар менән кәсеп иткән төп кешегә барып етеп, уны полицияға тапшырыу теләге һәм матди хәленең насар булыуы” менән аңлатты.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә наркотикты бер урындан икенсе урынға күсереп, илдең ҙур-ҙур ҡалаларын үткән ирҙе бер нисә йылға ҡаты режимлы колонияға хөкөм иттеләр.

Хәҙер инде икенсе быуат дауамында йәмғиәт сиренә әүерелеп, бар кешелектең тамырын өҙгән наркотиктар бармаҡ менән һанарлыҡ кешеләргә ағыулы байлыҡ килтерһә, ҡалғандарҙы ҡанлы йәштәр менән илата, юҡҡа сығара. Әгәр был йүнәлештә ҡаты-ҡаты закондар ҡабул ителмәһә, зыяраттарҙа йәшләй һәләк булған егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың ҡәберлектәре арта ғына барасаҡ...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: