Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
12 Ғинуар 2022, 22:00

ЙӨРӘКТӘР КЕРЛӘНМӘҺЕН

Балаға һөйләргә өйрәнеү өсөн ике йыл етә, ә телде бәйҙә тоторға өйрәнеүгә алтмыш йыл кәрәк була...Белә инеме ошо хаҡта йәш ҡатын үҙе менән бергә йәшәгән иргә күршеләрен яманлап зарланғанда? Ғөмүмән, ҡатын кешеләргә ирҙәрҙең ярһыу йөрәкле булыуын, һөйгәнен яҡлау өсөн әллә ниндәй аҙымға барырға әҙер булыуҙарын оноторға ярамайҙыр.

Тормош кешене бер бәхеткә сумдыра, бер уттарҙан алып һыуға һала, күктәргә олғаштыра, бәғзе берәүҙәрҙе хатта ҡайғынан муйындарына элмәк һалырға мәжбүр итә. Кемдер: «Яҙмыш...»-тиеп уфтанһа, бәғзеләр: «Үҙем ғәйепле»,-тип әйтергә лә көс таба. Шуныһы аяныслы, кеше бәхеткә лә, ҡайғыға ла күнгән кеүек, кире күренештәрҙе лә ҡабул итә башланы. Элек донъяны шаулатыр ҡот осҡос енәйәттәр хәҙер ғәҙәти күренешкә әйләнде, буғай.

Ҡайһы бер балаларҙың аслыҡтан интегеп. өҫтәренә кейер кейеме булмағанлыҡтан өшөп, бер ҡасан да мәктәп тупһаһына аяҡ баҫмауҙары ла беҙҙе битараф ҡалдыра. Ә күпме кеше ғәйбәт, ялған ҡорбаны була! Ғөмүмән, илдә иҡтисади хәл насарайған һайын, кешеләрҙең дә күңеле ҡата, йөрәктәре ташҡа әүерелә бара. Ауыр хәлгә ҡалғандарҙы тапап үтеү, уларҙы күпме генә ҡалған көнөндә баштарын бер ҡасан да күтәрә алмаҫлыҡ итеп тағы ла нығыраҡ бөтөрөү ғәҙәти күренеш. Артабан да тормош ошо юҫыҡта тәгәрәһә «ярҙам ҡулы һуҙыу» тигән төшөнсә беҙҙең телдән бөтөнләй юҡҡа сығасаҡ. Көслөнөкө-замана, тигәне ошо булалыр, күрәһең.

Бер күренекле кеше: “Балаға һөйләргә өйрәнеү өсөн ике йыл етә, ә телде бәйҙә тоторға өйрәнеүгә алтмыш йыл кәрәк була”,-тигән.

Алда һөйләнәсәк ваҡиғаны күҙ алдына килтерһәң, был һүҙҙәрҙең ни тиклем дөрөҫ булыуына инанаһың. Телдең ҡылыстан да үткерерәк булыуы, уйламай йә иһә яуыз ниәт менән әйтелгән һүҙҙең ҡайһы саҡта оло фажиғәғә килтереүен оноторға ярамай.

Белә инеме ошо хаҡта йәш ҡатын үҙе менән бергә йәшәгән иргә күршеләрен яманлап зарланғанда? Ғөмүмән, ҡатын кешеләргә ирҙәрҙең ярһыу йөрәкле булыуын, һөйгәнен яҡлау өсөн әллә ниндәй аҙымға барырға әҙер булыуҙарын оноторға ярамайҙыр. Ул яман телдән сыҡҡан ыҙғышты үҙе лә хәл итә алыр ине бит. Бының өсөн ҡаршы яҡ менән һөйләшергә, аңлашырға, туйғансы әрләшергә лә, һуңынан ярашырға кәрәк булғандыр.

Яратҡан кешеһенең ошо уҡ ятаҡта йәшәгән пар тарафынан рәнйетелеүен ишетеп ҡалған ир ярһый башлай. Унан кинәт кенә бер ҡарарға килеп, уларҙың ишеген аҡтарып инә. Бындай боролошто көтмәгән ир һәм ҡатын аптырап ҡала. Нимәлер тип аҡланып та маташалар. Тик ҡыҙған кешене еңел генә туҡтатып буламы инде? Асыуынан көс алған ир икеһен дә туҡмай башлай. Ир кешегә, әлбиттә, нығыраҡ эләгә. Ул ҡанға батып, иҙәндә ятып ҡала. Тик енәйәтсе бының менән генә тыныслана алмай. Ул ҡатынды һөйгәне янына һөйрәп алып бара һәм тубыҡландырып ҡуйып ғәфү үтендерә. Тормош иптәшен ниндәй енәйәткә этәреүен һаман да аңламаған был ҡатын, һауалы ғына башын ҡағып, ғәфү итеүен белдерә.

Ҡанға батып, һынған ҡулын тотоп ыңғырашҡан ирҙе күреп, енәйәтсе ҡапыл айнып киткәндәй була. Ул ғәфү үтенә башлай, милицияға хәбәр итмәүҙәрен ялбара. Уның үҙен тота белмәүе, тупаҫлығы, ҡатынының телен тыя белмәүе, ике кешене тән һәм йән йәрәхәттәренә дусар итте, үҙе бер нисә йылға ситлек артына ябылды.

 

Эйе, әҙәм балаһына ҡояш нурҙарына ҡыуанып, һәр көндән йәм-тәм алып ҡына йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит. Юҡ шул, кешелек барлыҡҡа килгәндән алып үҙен һәләкәткә этәргән береһенән-береһе ҡурҡыныс булған ысулдарҙы уйлап таба. Шуларҙың береһе—ул наркотиктар. Бер нисә секундлыҡ ләззәткә алданып, ғүмереңде юҡҡа сығарыу, яҡындарыңа мәңге уңалмаҫ яра һалыу...

Кеше ғүмеренең күп ваҡыты ғаиләлә үтә. Татыу йәшәү, балаларҙы матур итеп тәрбиәләү айырыуса мөһим. Ә тормошта нисек һуң? Тап бәғзе ғаиләлә кеше йыш ҡына йөрәк өшөткөс, күңел рәнйеткес һүҙҙәр ишетә. Шуға күрә балалар өйҙәренә ҡарағанда урамды яҡшыраҡ күрә. Ә унда эскелек, фәхишәлек, уғрылыҡ, наркомания үҫмерҙәрҙе үҙ ҡосағына ала. Рәсәйҙәге наркомандарҙың һаны арта барыуы ла ошо хаҡта һөйләй. Ата-әсәләргә, уҡытыусыларға үҫмерҙәр менән һөйләшкәндә был теманы урап үтмәҫкә, наркотиктарҙың үлемесле көсө тураһында йышыраҡ һөйләргә кәрәктер. Ҡайһы саҡта һәләкәттең «шаярыуҙан» ғына башланыуы хаҡында оноторға ярамай.

Бер аҙна эсендә әллә нисәнсе тапҡыр ата-әсәһе менән һүҙгә килешкән ун ете йәшлек егет йорт эргәһендә үҫеп ултырған киндерҙе күреп ҡала. Ул ҙур ҡаланан килеп йөрөгән дуҫының был үҫемлекте күрһәтеп, уның наркотик икәнлеген әйтеүен иҫенә төшөрә. Йыйып, шырпы ҡабына киптерергә һалып ала. «Буштан-бушҡа бәйләнһәгеҙ, күрмәгәнегеҙҙе күрһәтәйем әле»,-тип ата-әсәһенә үсәй. Бәхеткә күрә, осраҡлы рәүештә хоҡуҡ һаҡсылары ҡулына эләккән үҫмер был ағыуҙы «тәмләп» ҡарап өлгөрмәй. Ата-әсә балаларының ниндәй бәләнән тороп ҡалыуын аңлап, хәҙер уға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға тырыша. Хәйер, төрмәнән ҡотолоп ҡалыуын шатланып бөтә алмаған егет тә тынысланып, ололар талап иткәнде «ҡайһы саҡта булһа ла» үтәргә кәрәк икәнлеген мейеһенә һалған.

Эйе, һирәк наркоман үҙенең ҡолға әүерелеүен танырға көс таба. Был ир ҙә ҡасандыр аҙнаһына, айына бер мәртәбә генә яратҡан ағыуын әҙерләп алһа, хоҡуҡ һаҡсылары ҡулына эләгер алдынан аҙнаһына бер нисә мәртәбә ҡуллана башлай. Кешеләргә наркотик әҙерләп биргән өсөн үҙенә лә бынан өлөш сығара. Уның тамам наркотик ҡолона әүерелеп барғанда ғына хөкөм алдына баҫыуы, әйтерһең дә, фәрештәһенең уға сираттағы тапҡыр ярҙам ҡулы һуҙыуы.

Наркоман улы өсөн илай-илай наркотиктар эҙләгән әсә фажиғәһе лә онотолмай. Аҡыллы, тәрбиәле бала бер йыл эсендә мыжыҡ та, яһил да, ҡурҡыныс та ҡарасҡыға әүерелә. Атай кеше быны күтәрә алмай-ғаиләһен ташлап китә. Бар ауырлыҡты әсәй күтәрә. Балаһын дауалайым тип аҡсаһын бөтөрә, ҙур фатирҙан бәләкәйгә күсә...

Ҡайҙа тәгәрәйбеҙ һуң беҙ? Донъяның алиһәһе булған ҡатын-ҡыҙ береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ енәйәткә бара, үҫмерҙәр йөҙөн ҡара битлек менән ҡаплап, фатир талай, көслө зат ата-әсәһен имгәткән өсөн хөкөм ителә. Мәктәптәрҙә балаларҙың бер-береһенә ҡарата агрессив ҡыланыштары, аңлашылмаусанлыҡты тик ҡара көс йәки гаджеттарға мыҫҡыл итеү өсөн төшөрөп алған видеояҙма ярҙамында хәл итеүе ҡурҡыныс бит. Нисек кенә булһа ла наркотиктар менән кәсеп иткән кешене бер нисек тә аңлап-аҡлап булмайҙыр. Сөнки ул был ағыу менән бергә ҡайғы-хәсрәт, фажиғәләр таратыуын белә. Тик ҡомһоҙлоҡ, байлыҡ көҫәү, уларҙың мәйеттәр өҫтөнән барыуын туҡтата алмай.

Күп яуызлыҡтарҙы күрмәмешкә һалышыуыбыҙ, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙәге тупаҫлыҡ һәм мин-минлек, яман тел, бер-беребеҙгә, балаларыбыҙға булған иғтибарһыҙлыҡ енәйәттең башланғысы ул. Уйлап ҡараһаң, әҙәм балаһының ғүмере үтә ҡыҫҡа, йәшәп туйырлыҡ та түгел бит. Шуға күрә һәр көндән йәм-тәм табып, тормоштоң сағыу нурҙары күберәк булыуына инанып йәшәргә кәрәктер...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: