Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
25 Декабрь 2021, 15:35

Ҡайтыр урыным ... төрмә

Зилә ҡыуа башлаһа, мәктәп йылдарын хәтерләтеп, уны һыу эскһеҙ итеп туҡманы. Хәҙер унда бер ниндәй яратыу хистәре ҡалмаған ине. Хатта ул тормошоноң боҙолоуында тик Зиләне ғәйепләне...

Күрер яҙмыш маңлайға яҙыла, тиҙәр. Бәлки. Әммә тормошоңда булған бар бәләне тик тәҡдиргә япһарып, ҡул ҡаушырып ултырып йәки гел йылға ыңғайына ла ағып булмай бит. Шуға күрәлер инде кемдәрҙер тырышып-тырмашып иң көслө даръяға ҡаршы бара, бәғзеләр яңы атҡан һәр таңға һүнгән-һүрелгән ҡараш ташлай...

Оҡшатһаң – тартып ал!”

Кескәй сағында, мәктәп йылдарында нимә тураһында хыялланды икән ул? Хәтерләмәй. Уны насар уҡыусылар рәтенә лә индереп булмай ине. Шуға күрә башҡа балаларҙы туғыҙҙан һуң уҡытыусылар этеп-төртөп, ата-әсәләренә: “Балағыҙ барыбер ЕГЭ-ны бирә алмаясаҡ!”-тип ҡыуып тигәндәй ебәргәндә, Альфред унынсы класта тороп ҡалды. Ул саҡта ла артабан ниндәй һөнәр һайлаясағын уйламаған ине әле.

Өс туғыҙҙан берләштерелгән класта быға тиклем булмаған, ниндәйҙер ауыр тойғолар хөкөм һөрә ине. Малайҙар баштан уҡ бер-береһен өнәмәне йәғни ендәре килешмәне. Быға тиклем коридорҙа бер-береһен битараф ҡиәфәттә үткәреп ебәргән үҫмерҙәр, бер класс эсенә ултырғас һыйышмай башланы. Ниңәлер Альфредтың был йәһәттән проблемалары күп була торғайны. Дәрестән һуң мәктәп артына сығып һуғышыу, ҡайҙалыр “стрелка” тәғәйенләү – барыһы ла булды. Тик күпмелер ваҡыт үткәс, класташтары тынысланып, артабан һис ни булмағандай уҡып алып китте. Кисәге һуғыш суҡмарҙары киләсәк һөнәрен билдәләп, юғары уҡыу йорттарына әҙерлек эштәрен башланы. Ә Альфредты туҡтатыр көс юҡ ине! Дөрөҫөрәге бар ине, тик нәҡ шул “көс” малайға шулай тәьҫир итте лә.

Бер класта уҡый башлаған Зиләне электән оҡшата ине ул. Иркә, елбәҙәк ҡыҙға бар класташтары ла ғашиҡ ине, шикелле. Тик сәйер ҡыҙ янында тиҙҙән Альфред ҡына тороп ҡалды. Ата-әсәһе сит төбәктә эшләгән, ә үҙе өләсәһе тәрбиәһендә ҡалған ҡыҙ башына нимә килә, шуны эшләй ине. Бер көн ғәҙәттәгесә Альфред Зиләне мәктәптән һуң өйөнә оҙатырға китте. Көҙгө һалҡындар төшкән мәл. Уларҙы бер ҡыҙыҡай йүгереп үтеп китте. Шул саҡ Зилә: “Мин һиңә ныҡ оҡшайыммы?”-тип һораны. Альфред: “Әлбиттә, беләһең бит”,-тине. “Улай булғас анау йүгереп үтеп киткән ҡыҙыҡайҙың башлығын һалдырып алып, миңә алып килеп бир”,-тип бойорҙо.

Малай аптырап ҡалды. Зилә хәҙер шарҡылдап көлөр ҙә, “шаярттым бит” тип әйтер тигәнен көттө. Тик ҡыҙҙың матур йөҙө емерелә барҙы. Унан: “Ҡурҡаҡ һин, ҡурҡаҡ! Үҙең мине яратам тейһең, ә шуны ла эшләй алмайһың! Башҡаса минең яныма килеп йөрөмә!”-тип ҡысҡыра башланы.

Альфред ҡыҙҙың ысынлап әйткәнен аңлап, алдарынан үтеп киткән ҡыҙыҡайҙы баҫтырып етте. Уның ҡаршыһына баҫты. Тегеһе ҡурҡып малайға текләне. Альфред уның баш кейемен йолҡа тартып алды һәм Зиләгә боролоп китте. Ҡыҙыҡай ҡысҡырып илап ебәрҙе. Альфред башлыҡты Зиләгә һондо. Тик тегеһе көлдө лә: “Әйткәс тә алып килмәгәс, хәҙер кәрәкмәй инде!”-тип боролоп та китте.

Яҙмыш хәл ителгән кис

Альфредты бер ир йүгереп килеп тотоп алды. Теге ҡыҙыҡайҙың атаһы икән. Үҫмер ҡураныс ҡына кәүҙәле ирҙе осрата һуҡты ла, ҡасты. Тик ата кешегә икенселәр ярҙам итеп, үҫмер полицияға барып эләкте. Альфредтың атаһы күпме генә һорамаһын, уны учетҡа ҡуйҙылар. Сөнки ҡыҙыҡай ныҡ ҡурҡҡан ине. Уның атаһы ла: “Шунда уҡ башлыҡты биреп, ғәфү үтенһә, бер ниндәй полиция кәрәкмәҫ ине. Ә ул миңә ҡул күтәрҙе”,-тине.

Ошо кис малайға атаһының ҡайышын ныҡлап татырға тура килде. Унан атаһы: “Бөгөндән һинең яҙмышың хәл ителә. Сөнки һине енәйәтсе итеп теркәп ҡуйҙылар. Йә тулыһынса холҡоңдо төҙәтәһең, йә башың төрмәнән сыҡмаясаҡ. Әгәр һуңғыһы була ҡалһа, беҙҙең өйҙө онотһаң да була. Сөнки беҙгә ундай бала кәрәкмәй. Һинең йәшеңдә бар алйотлоҡтарын ҡуйып, киләсәген ҡора башлайҙар, ә һин нимәләр ҡыланаһың!”-тине.

Альфредтың язаһы бының бөтмәне әле. Атаһы малайға башҡа бер тин аҡса бирмәйәсәген белдерҙе һәм әсәһен дә тыйып ҡуйҙы. Был малай өсөн иң ауыры ине. Сөнки Зилә менән мотлаҡ магазин аша ҡайталар, ә ул төрлө шоколадтар, һуттар, ә кистәрен һыра таптыра. Малай бик күп уйламай атаһы һәм әсәһенең кеҫәһенә төшә башланы. Ә Зиләгә барыбер аҙ ине. Сөнки ата-әсәһе уға аҡсаны мул ебәрә, ҡыҙҙың кеҫәһе тулы ҡағыҙ аҡса, өҫтәүенә банк карточкаһы ла бар. Тиҙҙән ҡыҙ үҙҙәренән юғары класта уҡыған икенсе үҫмер менән осраша башланы. Был Альфред өсөн иң ауыр яза булды. Өҫтәүенә атаһы уның аҡса урлауын белгән ине. Малайға яза итеп уны өйгә бикләп ҡуйҙылар. Апаһы мәктәптән барып алып ҡайта һәм көнө буйы өйҙә булырға тейеш. Альфредты мәктәптән килеп алыуҙарын күреп иң тәүҙә уны Зилә көлкөгә ҡалдырҙы. Тәнәфес ваҡытында барыһының да йыйылғанын көткән кеүек: “Альфред, һин мәктәпкә имеҙлек менән памперс та алып йөрөйһөңмө? Тиҙҙән һине коляскала йөрөтә башларҙар ул”,-тине.

Зиләнең һүҙҙәренән коридорҙа йыйылған бар юғары класс уҡыусылары шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Альфред кейемен дә алмай мәктәптән сығып йүгерҙе. Өйөнә ҡайтып, ашыҡ-бошоҡ әйберҙәрен тултырҙы ла, атаһының йәшереп ҡуйған аҡсаһын алып, сығып ҡасты. Бер аҙна дауамында урам ҡыҙырҙы ул. Уйламаған ҡалаға барып сыҡты. Ас Альфредты бомждар үҙҙәренең баҙына алып ҡайтты. Бында күгәрсен өтөп ашап, тәүге тапҡыр ныҡ итеп эсеп, иҫереп йоҡлап китте. Уянғанда, уның өҫкө кейемдәре лә, ботинкаһы ла юҡ ине. Ярым үлек булған малайҙы урам һепереүсе табып алып, “Ашығыс ярҙам” саҡыртты. Тиҙҙән уның кем икәнен асыҡлап, ата-әсәһен саҡырттылар. Әммә аңына килгән малай, атаһының асыуынан ҡурҡып, тағы ҡасты. Был юлы ул дальнобойщикка ултырып, Өфө яғына юл алды. Шоферҙы: “Ситтә уҡыйым, бар аҡсамды урлаттым да, ҡайтып барам”,-тип алданы.

Табиптың курткаһын һәм аяҡ кейемен урлап ҡасҡан Альфредты бер аҙнанан көскә табалар. Ул үҙе кеүек берәҙәк үҫмерҙәр менән танышып, урам тормошона өйрәнеп тә киткән була. Әммә бер фатирҙа үҙҙәренә ашарға әҙерләп маташҡан малайҙарҙың береһе, Альфредтың аяғына ҡайнар һыу түгә. Шулай итеп ул дауаханаға барып эләгә. Унан инде атаһы һәм әсәһе килеп өлгөрә.

Осраҡлы осрашыу

Альфредты ҡала мәктәбенән алып ауылда уҡытыусы булып эшләгән өләсәй тәрбиәһенә ебәрәләр. Малай бар бәләләрҙән еңел ҡотолдом тип уйлап, тынысланып ҡала. Ауылда йәшәүе уға күңелле булып күренә. Уның тиҫтерҙәре күп, интернетың ары торһон, ваҡытты былай ҙа күңелле үткәреп була. Тынысланып, яҡшы итеп уҡый башлаған улдары өсөн атаһы һәм әсәһе лә шатланып бөтә алмай. Альфредҡа бәйле проблемалар ошоноң менән туҡтағанына ышана улар. Өлгөргәнлек аттестаты алған малай ата-әсәһе янына ҡайта. Сөнки өләсәһе: “Ике йыл көттөм-тәрбиәләнем, башҡаса хәлем юҡ. Был үтә ҙур яуаплылыҡ. Артабан уҡырға индерегеҙ йә тағы ла нығыраҡ аҡыл ултырһын өсөн армияға ебәрегеҙ. Был ата һәм әсәнең бурысы. Мин эшләй алған тиклемен эшләнем”,-тип белдерә.

Әлбиттә, өләсәй кеше ейәненә һүҙ биргәнсә, уның бер нисә мәртәбә иҫереп ҡайтыуы, мәктәптең тәҙрәһен ярыуы, күрше малайҙы туҡмауы, уларҙың ата-әсәһен йыйған аҡсаһын биреп көскә тынысландырыуын һөйләмәй. Альфред бер ҡайҙа ла уҡырға инмәй, тура армияға китәсәген белдерә.

Тик осраҡлы осрашыу барыһын да юҡҡа сығара. Ул магазинда Зиләне осрата. Ҡыҙ егетте күреүенә шатлана һәм кискеһен бергә күл буйына барырға саҡыра. Альфред Зиләнән артабан ни эшләргә йыйыныуын һорай. “Әллә атай медҡа тығам тине аҡса түләп. Минең барғым килмәй унда, уйлайым әле”,-ти. Бер нисә машина йәштәр күл буйына килеп туҡтай. Альфред бер юлы үҙенең тыуған көнөн дә билдәләйәсәген әйтә. Палаткалар ҡуйып, һыу инеп, шешлек ҡыҙҙырған ҡыҙҙар һәм егеттәр тәүҙә күңелле генә ултыра. Әммә төнөн мәхшәр башлана.

Зилә яндарында ял иткән икенсе егеттәр менән танышып, шулар менән китергә була. Альфред ҡыҙ уныҡы була икән тигән өмөт менән йөрөгәс, ыҙғыш сығара. Ике ял итеүсе төркөм араһында һуғыш китә. Ситтән башҡалар йүгереп килеп етеп, йәштәрҙе айырып ала. Барыһы ла тыныслана, бер-береһенән ғәфү үтенә. Әммә Альфред йәне көйөп, һаман икенсе егет янында ураланған Зиләне күҙәтә. Уларҙың палаткаға инеп киткәнен аңдып тора ла, арттарынан барып инә. Аңғармаҫтан ташланып, теге егетте туҡмай башлай. Был юлы уларҙы айырып өлгөрмәйҙәр. Туҡмалған егет дауаханаға эләгә, ә 18 йәшен тултырып, әрмегә йыйынып йөрөгән Альфред өс йылға төрмәгә китә. Был хәлдән һуң егеттән атаһы баш тарта. Әсәһенә лә уның менән хәбәрләшергә рөхсәт итмәй.

Беренсе мәртәбә төрмәгә ултырған мәлен Альфред ошолайтып тип хәтерләй: “Әлбиттә, тәүҙә башта төрлө уй ине. Нисек ҡабул итерҙәр, туҡмарҙармы әллә тағы ҡурҡынысыраҡ хәлдәр булырмы. Унан күп уйлана торғас, тиҙерәк барыһы ла булһын да, шунда уҡ дөмөктөрһөндәр ине, тигән фекергә киләһең. Әммә барыһы ла үҙеңдән торалыр инде. Нисек кенә сәйер яңғырамаһын – ситлек артында ла үҙ урынымды таба алдым”.

Төрмәнән сыҡҡас, ул эшкә урынлаша. Әлбиттә, әрме тураһында хыялын оноторға тура килә. Сөнки хөкөм ителгәндәрҙе Ватан һағына алмайҙар. Атаһы һәм әсәһе янына барып ғәфү үтенә. Тормошо үҙ яйына һалынғандай була. Тиҙҙән ул таныштарынан Зиләнең кейәүгә сығып айырылғанын, балаһын иренә ташлап киткәнен ишетә. Альфред уны эҙләп таба. Зилә өләсәһенең йортонда яңғыҙы йәшәй. Өләсәй кеше мәрхүмә булып ҡалған икән. Элек балҡып ултырған йорт ҡотһоҙ һәм һалҡын булыуы менән аптыратты Альфредты. Зилә лә элекке кеүек матур, иркә ҡыҙ түгел, таушалған, ябығып, бәләкәсәйеп ҡалған. Шампан шарабы тотоп килгән Альфредты күреп мыҫҡыллы йылмайып: “Мәктәп йылдарында ла шул уҡ алйот инең, хәҙер ҙә. Араҡыға аҡсаң юҡ инеме әллә?”-тине. Альфред Зиләнең ныҡлап эскелеккә һабышыуын, йорттағы ҡотһоҙлоҡ шунан килеүен аңланы.

Улар бергә йәшәй башланы. Дөрөҫөрәге, Альфред бер ҡайҙа китмәне. Зилә ҡыуа башлаһа, мәктәп йылдарын хәтерләтеп, уны һыу эскһеҙ итеп туҡманы. Хәҙер унда бер ниндәй яратыу хистәре ҡалмаған ине. Хатта ул тормошоноң боҙолоуында тик Зиләне ғәйепләне. Бер көн ишектәрен Альфредтың төрмәнән сыҡҡан әшнәләре шаҡыны. Бергә ултырып байрам иткәндән һуң Альфред үҙе уларға Зиләне тәҡдим итте. Ә унан үҙ-ара ҡанлы һуғыш китте. Һөҙөмтәлә, Альфред бер йыл да һигеҙ айға төрмәгә оҙатылды.

Ҡурҡыныс һүҙҙәр

Төрмәнән сыҡҡас та ул Зиләне эҙләп китте. Сөнки күпме генә хәбәр ебәреп ҡараһа ла, унан яуап булманы. Уны бөтөнләй үҙгәргән, матурайған йорт ҡаршы алды. Яңы хужаларҙан Зиләне һорашты. Тик ҡатындың ҡышҡыһын урамда туңып үлеүе, хәҙер бында уның әсәһенең туғандары йәшәүен асыҡланы. Бар бәхетһеҙлегендә Зиләне ғәйепләп, уны туҡмап ыҙалатһа ла, төрмәлә ошо ҡатындан яҡыныраҡ кешеһе булмауын аңлағайны ул. Шуға күрә был юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙе. Ниндәйҙер күңел тыныслығы эҙләп ата-әсәһенең йртона йүнәлде, тик атаһы уны кире бороп сығарҙы.

Альфред төрлө эштәрҙә йөрөп ҡараны. Әммә бер ерҙә лә оҙаҡ эшләй алманы. Әсәһенең сыбыҡ осо туғаны булған кешенең өйөндә йәшәне ул. Бабайҙы балалары алып ҡайтып киткән, ә газ, һыу үтмәгән, иҫке урамдағы өй бер кемгә лә кәрәкмәй ине. Был урын тиҙ арала полиция күҙәтеүенә алынды, сөнки ул юлдан яҙған, бәйеленән аҙған кешеләрҙең притонына әүерелгән ине.

Альфред Морат менән урамда танышты. Һыраға аҡсаһы етмәй ине, был ир уға ике шешәне һатып алып бирҙе. Морат ҡатыны менән талашып сығып киткән икән, бер бәләкәй балаһы бар. “Ҡаҡшатты бисә, “эсәһең” тип көн-төн мыжый ҙа мыжый, ишекте шарт ябып сығып киттем”,-тип һөйләнде иҫергән Морат. Был икәү уның бар аҡсаһын эсеп бөттө. Икенсе көндө притонға әүерелгән өйҙә түҙгеһеҙ баш ауыртыуынан уянып киттеләр. Альфред кәрәкмәгән саҡта шешәләрен ҡыҫтырып ошонда тулып киткән, ә хәҙер береһе күренмәгән әшнәләрен һүгенеп әрләп алды. Икәүләшеп ҡала буйлап сығып киттеләр. Магазинда иҫерек, араҡы һатып алып торған ирҙе осраттылар. Өсәүләшеп эсеп ултырғанда, был ирҙең себерҙән ҡайтыуы, аҡсаһы күп булыуын асыҡланылар. Тик ир быларҙы ике ярты менән һыйлағандан һуң, ҡайтырға булып китте. Аҡса һиҙгән Альфред уны былай ғына ебәргеһе килмәй ине. Ирҙе осрата һуғып, телефонын, карточкаларын тартып алды. Тик әйберҙәрен еңел генә бирергә теләмәгән ир тороп ҡаршы һуғыша башланы. Альфред кеҫәһендә йөрөткән бысағын алып уға бер нисә мәртәбә сәнсә, ә Морат арттан таяҡ менән һуға. Аңһыҙ йығылған ирҙе ҡалдырып, ҡасып китәләр. Ҡорбандарының аҡсаһы менән оҙаҡ файҙаланырға тура килмәй уларға – полиция тиҙ арала тота.

Тәүге мәртәбә енәйәт ҡылған, кескәй балаһы булған Морат судта: “Бер нәмә лә хәтерләмәйем бит”,-тип күҙ йәштәре менән иланы. Ул һигеҙ йылға хөкөм ителде. Быны ишеткән ҡатыны: “Ни эшләнең һин?!Балабыҙҙы уйланыңмы?!” -тип йән өҙгөс тауыш менән ҡысҡырҙы.

Туғыҙ йылға ҡаты режимлы колонияға ебәрелгән Альфредтың нимә уйлағанын аңлап булмай ине. Уның яғынан судҡа бер туғаны ла килмәне. Күрәһең, йәш ирҙең яҡындарына ниндәйҙер өмөтө булғандыр – ишек яғына ҡарап - ҡарап алды. Альфред һуңғы һүҙҙән баш тартты. Тик конвой алып сығып барғанда ғына билдәһеҙлеккә ҡот осмалы һүҙҙәрҙе яңғыратты:

- Ҡайтыр урыным – төрмә...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: