Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
14 Октябрь 2021, 16:05

Ялғандың бото ҡыҫҡа шул...

Ир йәш кәләшен ишетмәҫ өсөн тышҡа сығып һыҙҙы. Һылыу ҡыҙҙарҙан яһил ҡатындар нисек барлыҡҡа килә икән, тип уйланып торҙо...

Тиҙҙән “правалы” булам! Уҡырға ла кәрәкмәне. Шунан эшкә сығып китермен. Ҡаҡшаттың бит шул аҡса теләнселәүең менән!”

Ир зәһәр ағыу сәскән йәш ҡатындың ауыҙын нисек яптырырға белмәй, бүлмә буйлап үрле-ҡырлы йөрөй. Уныһы ҡуймай бит, ҡуймай. “Права, имеш. Кем тоттороп ҡуя уны һиңә уҡымайынса?! Етмәһә, алыр булһаң уныһына ла аҡса түләргә кәрәк буласаҡ бит! Аҡса былай ҙа юҡ! Тәүҙә ябай эшсе булып ялланырға ярамаймы ни?! Юҡ, һиңә әбизәтилнә шофер булырға кәрәк. Улай машина йөрөткөң килгәс, өйләнмәҫ борон уҡыр кәрәк ине!”

Ир йәш кәләшен ишетмәҫ өсөн тышҡа сығып һыҙҙы. Һылыу ҡыҙҙарҙан яһил ҡатындар нисек барлыҡҡа килә икән, тип уйланып торҙо. Эш килеп сыҡмай ҙа ҡуя шул. Себер яҡтарына сығып китергә булды. Унда эшләгән дуҫ егете “праваң” булһа, тағы ла яҡшыраҡ, ундайҙарға өҫтөнлөк бирәләр, эш хаҡың да күберәк булыр, тип кәңәш иткәйне. Машина йөрөтә белә лә ул, тик бына тейешле уҡыуы ғына юҡ. Уҡыйым тиһәң-ҡиммәт бигерәк, былай ҙа унда-бында ялланып эшләгән аҡсаһы йәш кәләшенән артмай. Шуға күрә арзан хаҡҡа дәүләт өлгөһөндәге водитель таныҡлығы эшләтеп булыуын ишетеп, сат йәбеште. Унан-бынан аҡсаһын йыйып, “права” эшләүсегә бирә һалды. Бер нисә көндән ҡулына ялтылдап торған документын алғас, кәләшенә: “Бына хәҙер эшкә китәм, ә һин миңә ышанмай инең!”-тип үпкә белдерҙе. Ирен нисек оҙон аҡса артынан олаҡтырырға белмәгән ҡатын һаран йылмайыуын бүләк иткән булды.

Тик тиҙҙән йәш ғаиләнең тыныслығы боҙолдо. Водитель таныҡлығы ялған икәнлеге билдәле булып, ғаилә башлығына хоҡуҡ һаҡсыларының тупһаһын тапай башларға тура килде. Бындай боролошто көтмәгән йәш ир аптырап ҡалды. Кәләше асыуланып, ата-әсәһенә ҡайтып китте... Ирҙең күңел тыныслығы китте. “Эх, ниңә генә ябай эшсе булып китмәнем икән?! Һуңынан, бер аҙ аҡса төйнәлгәс, ДОСААФ-та уҡып алыр инем бит! Әгәр үҙемде лә ултыртып ҡуйһалар! Нимә генә эшләргә икән?!”-тигән уй көн-төн борсоно уны.

Ошо уҡ ваҡытта тағы бер ир вәғәҙә ителгән водитель таныҡлығын да күрмәй, аҡсаһын да юғалтып, полицияға мөрәжәғәт иткән ине. Уға ла дәүләт өлгөһөндәге “права” вәғәҙә ителә. “Машина йөрөтә беләһеңме-беләһең. Шулай булғас ниңә ваҡыт әрәм итеп уҡып йөрөргә? Һинең кеүек машина йөрөтә белгәндәргә барыһы ла законлы эшләнә. Уҡыу тураһындағы билдә лә, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең баһаһы ла—барыһы ла буласаҡ”,-тип өгөтләй уны “права” яһаусы.

Ирҙең күңеленә тәүҙә шом-шикләнеү төшһә лә, һуңынан ризалаша. “Мин беренсе, мин һуңғы түгел. Еңел генә “правалы” булғандар тураһында ишетеп-белеп йөрөйбөҙ. Шулай булғас ниңә миңә лә категориямды арттырып ебәрмәҫкә?”-ти ул.

Тик һөйләшелгән көнгә водитель таныҡлығы әҙер булмай. Ир бер аҙ көтөргә була. Тик аҙна, ай үткәс тә бер ни ҙә үҙгәрмәй. Етмәһә “права биреүсе” унан ҡасып-боҫоп йөрөй башлай. Телефоны һәр саҡ “недоступен”, өйөн белеп барғайны ла, юҡ тинеләр. Исмаһам, аҡсамды ҡайтарайым тип, хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт итте.

Суд еңел генә водитель таныҡлығын эшләп бирергә вәғәҙәләүсене шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итте. Бынан тыш хөкөм ителеүсе алданған ирҙәргә аҡсаһын ҡайтарып бирергә бурыслы.

Эйе, ялған дипломдар, водитель таныҡлыҡтары һ.б. документтар алып тормошон еңеләйтергә теләүселәр, уларҙың хыялдарына арҡаланып кеҫә ҡалынайтыусылар күп хәҙер. Шулай ҙа белемһеҙ табиптың үҙегеҙгә операция яһауын йәки таныҡлығы булмаған водителдең ғәзиз балаларығыҙҙы автобуста сәйәхәткә алып барыуын күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Уйлауы ла ҡурҡыныс, шулай бит? Шуға күрә ниндәйҙер алдыҡ ҡағыҙ эшләтеп алыр алдынан ныҡлап уйларға кәрәктер. Ялғандың бото ҡыҫҡа ул.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: