Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
5 Октябрь 2021, 18:30

Ҡыҙ икән тип уйлап ... алдандым

Шулай бер төн телефонын ҡарап ятҡанда, бер интернет төркөмгә барып эләкте. Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, барыһы ла танышырға теләй, теләһә нәмә тураһында яҙыша. Ҡадир ҙа үҙенә берәй өйлө ҡатын табып, уға йәшәргә инергә уйланы. Тик танышыуҙары бер-ике смстан ары китмәне. Ҡыҙҙар өйө, фатиры, эш хаҡы тураһында һорашалар ҙа, Ҡадирҙың “ваҡытлыса ауырлыҡтар кисерәм” тигәнен уҡыу менән юҡҡа сығалар. “Быныһында ла бәхет юҡ!” тип уйланы ул йәне көйөп. Ә бер төн уның башына хәтәр бер уй килде...

Әҙәм балаһы яҙмышын үҙе яҙа, тип ҡабатларға яратабыҙ. Эйе, дөрөҫлөккә тап килә. Шул уҡ ваҡытта кешегә уратып алған тирә-яҡ мөхит, йәмғиәт, аралашҡан-ҡатнашҡандары ла йоғонто яһай бит. Башҡаларҙың ни әйтеүе һәм ни һөйләүенең ҡоло булғандар ҙа етерлек...

Күңел ҡылы өҙөлдө

Ҡадир кескәй сағының иң матур мәлдәрен хәтерләргә, шуларҙы ғына йөрәгендә тоторға тырыша. Юҡ, килеп сыҡмай. Бала сағының иң ҡыуаныслы һәм иң ҡайғылы көнө – бәләкәй генә көсөктө табып алыуы булғандыр. Кимләсәктә ҙур маһмай буласағы күренеп торған йән эйәһенең аяҡтарына килеп һырылғанына ҡыуанып бөтә алманы. Башы һәм тәпәйҙәре кәүҙәһенә хас булмағанса үтә ҙур булған көсөктө курткаһы эсенә тыҡты. Өйҙә бер кем дә юҡ. Малай көсөктө ишек алдындағы буш торған эт ояһына урынлаштырҙы. Йүгереп барып кәртәнән һалам алып килде, ҙур сеүәтәгә ҡойоп һөт ҡуйҙы. Кискә табан ағаһы ҡайтып инде. Ҡадир унан ҡурҡа ине. Хәйер, ул ғынамы икән? Урамдағы әбей-бабай ҙа яһил үҫмерҙең янынан тиҙерәк үтеп китергә тырышты. Ағаһы оянан йүгереп килеп сығып аяғы аҫтында урала башлаған көсөктө сыйылдата типте лә, “Эт кәрәкмәй беҙгә!”-тип инеп китте. Ҡадир ағаһы артынан эйәрҙе. Үҙе көсөктө йәлләп шым ғына илай. “Ағай, ҡалһын беҙҙә көсөк. Матур ғына бит!”-тип ялбарҙы. Уныһы ҡарап торҙо ла: “Ярай, ҡалһын, тик бөгөн кәртәләге бар эште һин эшләйһең”,-тине. Малай шатланып риза булды. Мал аҫтын таҙартып, һалап түшәп сығыуға, яндарында ғына аҡҡан йылға буйында көлөшкән-ҡысҡырышҡан тауыштарҙы ишетте. Эшен йәһәтләп бөтөп, унан көсөк менән уйнарға хыялланған Ҡадирҙың кескәй йөрәге ниңәлер семетеп-семетеп алды. Ниҙер һиҙенгәндәй ул шунда йүгерҙе. Ә унда!..

Ағаһы ике дуҫы менән көсөктөң муйынына ауыр сылбыр менән ниндәйҙер йөк бәйләгәндәр ҙә, уны йылғаға ырғыталар. Теге бахыр йөҙөп сығып маташып сығып етеп килһә, тағы бырғаталар. Ҡадир тәне ҡорошоп, ҡатып ҡалды. Ҡысҡырырға уйланы – тауышы сыҡманы. Тик күҙҙәренән генә бер туҡтауһыҙ йәштәр аҡты ла аҡты. Бына көсөк тағы берҙе өҫкә ҡалҡты ла һыу төбөнә китте. Ҡадирҙың күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Ул аяғы аҫтында ятҡан ҙур ташты алып, ҡапыл килеп сыҡҡан көскә буйһоноп, үҫмерҙәр янына йүгерҙе. Ҡадир ағаһының башына һуғам тип киҙәнде. Тик тегеһе күреп ялтанып ҡалды. Уның ҡарауы таш икенсе үҫмерҙең башын яра һуҡты. Субырлап аҡҡан ҡанды күреп барыһының да ҡото осто. Ә яралы үҫмер тәүҙә әсе итеп ҡысҡырҙы ла, унан аңын юғалтты.

Был хәл бар ауылды шаулатты. “Ағаһы бандит икән тиһәк, кеселәре бигерәк ҡурҡыныс икән! Шулай инде әпсәһе төрлө ирҙән бала табып, яңғыҙы йәшәп, кеше аҙҙырып ятҡас”,-тип ярһыны халыҡ. “Ауылдан ҡыуыр кәрәк уларҙы!”

Ҡадирҙы учетҡа ҡуйҙылар, уның менән һөйләшмәгән-әрләмәгән кеше ҡалмағандыр. Бәхеткә яралы үҫмер төҙәлде. Ағаһы ла, ҡарашы ла, холҡо ла ҡапыл үҙәргән ҡустыһынан ҡурҡыңҡырай башланы, шикелле. Башҡа уға бәйләнеп, эш ҡушып ыҙалатманы. Барыһын да белгән әсәһе Ҡадирға ҡайҙандыр көсөк алып ҡайтып бирҙе. Әммә малайҙың күңелендәге ниндәйҙер ҡыл өҙөлгән ине. Ул көсөктө класташ ҡыҙына бүләк итте.

Боҙолған һуҡмаҡ

Йылдар үтә бара Ҡадирҙың холҡо ауырайҙы, ул кешеләр менән уртаҡ тел таба алмаҫ булып китте. Туғыҙҙан һуң барып эләккән училищела ла уҡыу ҡайғыһы булманы унда. Ул үҙе кеүек уҡырға ла, эшләргә лә теләмәгән йәштәштәрен йыйып алып урам ҡыҙырҙы. Сираттағы мәртәбә кейәүгә сыҡҡан әсәһенән ниндәйҙер ярҙамға өмөт итеп булмай ине, аҡса яғы наҡыҫ, асыға башланы. Үҫмерҙәр машиналарҙың магнитола, тәгәрмәстәрен ысҡындырып, шуларҙы арзанға осороп, аҡса эшләй башланы. Беренсе курсҡа килгән малайҙарҙың аҡсаһын, ризығын тартып алыу ҙа Ҡадирҙың ғәҙәти тормошона әүерелде.

Бер көн шулай кухняла ят йәш егетте осратты. “Һин кем?” Үҫмер үҙенең икенсе училищенан бында уҡырға күсеүен белдерҙе. “Йәһәт ашарға бешереп бөт тә, минең бүлмәгә индер! Асыҡтым!”-тине Ҡадир. Теге егет: “Асыҡҡанһың икән, үҙеңдекен бешер ҙә аша”,-тип китеп барҙы. Асыуланған Ҡадир уның артынан ташланды. Тик тәрбиәсене күреп, кире боролорға тура килде. Шулай ҙа кискеһен теге егетте тотоп алып, ятаҡ артына һөйрәтеп сығарҙылар. “Бөгөндән башлап һин беҙгә көн һайын мең һум аҡса бирәсәкһең!”-тин Ҡадир. Егет: “Ҡайҙан алайым мин һеҙгә?! Булмаясаҡ аҡса!”-тине лә китергә уйланы. Тик уны күмәкләп туҡмай башланылар. Егет тәүҙә бирешмәне. Әммә алдан да, арттан да ташланған, ярһыған үҫмерҙәрҙе туҡтата алырлыҡ көс юҡ ине. Ярым үлем хәлгә ҡалған ҡорбандарын ташлап ҡаса улар. Бер нисә көн ятаҡҡа ҡайтмайҙар. Әммә полиция уларҙы барыбер тота. Сөнки туҡмалған егетте нәҡ улар һөйрәтеп алып сығып киткәндәрен күптәр күрә. Дауаханаға ауыр хәлдә килтерелгән егетте ҡотҡарып өлгөрәләр. Суд була. 18 йәше тулған Ҡадирға был енәйәт өсөн өлкәндәрсә яуап бирергә тура килә – ул биш йылға төрмәгә оҙатыла. Судта әсәһе лә, ағаһы ла күренмәй. Был егетте тағы ла асыуландыра, бер кемгә лә кәрәкһеҙ булыу тойғоһо уны кимерә башлай, тынғыһын ала.

Үс алыу

Төрмәнән сыҡҡас ул ағаһының өйләнеп, ҡалала йәшәгәнен белеп ҡала. Әшнәләре менән осрашып, байрам итеп алғас, Ҡадир ағаһына йүнәлә. Ҙур, матур өй. Тирә-яғын баҡса уратып алған. Ҡадирҙың ҡаршыһына сабыулап-уйнап матур ғына бәләкәй эт килеп сыға. Тиҙҙән ағаһы ла күренде. Тәүҙә ул ҡустыһын танымай торҙо. Унан алдында кем баҫып тороуын аңлағас: “Һин нимәгә бында? Ниңә килдең?”-тип һораны. Ҡадир: “Мин һинең ҡустың түгелме ни? Биш йыл төрмәлә ултырғанда бер сәләмең, бер передачаң килмәне”,-тине ауыр тауыш менән. Ағаһы тәүҙә өндәшмәй торҙо. Унан: “Енәйәт ҡылғанда минең йәки әсәй тураһында уйланыңмы? Юҡ бит! Шулай булғас, беҙ һинең алдыңда бер ниндәй ҙә яуап тоторға тейеш түгел! Бар, кит! Минең кәләш төрмәлә ултырған ҡустым барлығы тураһында белмәй ҙә. Йөрөмә кеше ҡурҡытып”-тип Ҡадирҙы эткеләй башланы.

Әммә төрмәлә ниндәй генә һынауҙар үтмәгән Ҡадир ағаһын тиҙ арала йығып һалды. Ауыртыуҙан һеңгәҙәп тора алмай ятҡан ағаһы янына баяғы бәләкәс эте йүгереп килде. Ҡадир кеҫәһенән бысаҡ килтереп сығарҙы. Ағаһы ҡустыһы үҙенә сәнсергә йөрөй тип уйлап күҙҙәрен сытырлатып йомдо. Шул арала Аҡбайҙың “сый” итеп ҡалғаны ишетелде. Күҙен асҡан ир, янында ҡанға батҡан этенең йән бирә алмай тыпырсынып ятҡанын күрҙе. Ҡустыһы: “Иҫләйһеңме, һин минең көсөктө һыуға батырып үлтергәйнең. Был минең яуабым һиңә!”-тине. Ағаһы: “Был бит минең ҡыҙымдың яратҡан эте. Нимә тип әйтермен уға! Кит бынан! Хәҙер полиция саҡыртам! Инде яҡынлашаһы булма беҙҙең өйгә”,-тип ҡысҡыра башлағайны, ҡайҙандыр йүгереп килеп сыҡҡан 3-4 йәштәрҙәге бәләкәй ҡыҙ этте ҡосаҡлап ярһып илай башланы.

Ҡадир үҫмер осорондағы бар аламалыҡтарын һәм яуызлыҡтарын онотоп, хәҙер һин дә мин йәшәп ятҡан ағаһынан үс алыуҙан ҡәнәғәтлек тойғолары кисереп, әсәһе янына ауылға китте. Биш йыл бер хәбәре булмаһа ла, әсәһен һағынған ине ул. Тик тыуған йортонда уға ҡыуанған кеше булманы. Әсәһе һалҡын ғына: “Ҡайттыңмы ни?”-тип һораны. Ҡадир баш һелкте. Әсәһе менән йәшәп ятҡан ир егеттең ауыр ҡарашынан шөрләп тышҡа сығып китергә ашыҡты. “Оҙаҡҡамы?”-тип һораны әсәһе. Ҡадир өндәшмәне. Унан: “Сәй эсермәйһеңме ни?”-тигән булды. Әсәһе анан-мынан сәй ултыртты. Икеһе лә өндәшмәй тын ҡалды. Унан әсәһе: “Мин һеҙҙе үҫтерҙем, кеше иттем. Хәҙер инде үҙ тормошом менән йәшәгем килә. Миңә ҡамасаулап йөрөмәгеҙ. Сәйеңде эсеп бөт тә, кит! Былай ҙа һинең енәйәтеңде ишеткәндән һуң ауылдаштар минең менән аралашырға ла теләмәне. Боҙма минең тормошто! Күрмәһендәр һине, кит!”-тип улын ҡыуҙы.

Ҡадир тыуған йортонан ауыр тойғолар менән сығып, кире ҡалаға йүнәлде. Төрмәнән үҙенән алдараҡ сыҡҡан танышына китте. Уныһы бер-ике көн йоҡларға рөхсәт итте, тик ашарға һәм араҡы алып килергә ҡушты. Ҡадир урамға сығып китте. Шәхси йорттоң алдында торған машинаның ишеген ипләп кенә тартып ҡараны. Уныһы асыҡ булып сыҡты. Машинаның артҡы яғында сумка ята ине. Ҡадир уны ипләп кенә сәлдереп, ситкә ҡасты. Сумка эсенән йөҙ мең һумдан ашыу аҡса килеп сыҡҡас, табышына ҡыуанып бөтә алманы. Әшнәһе менән бер яртыны ла эсеп бөтөп өлгөрмәне ул, тағы ҡулға алынды. Иреккә һыуһаған егет төрмәгә эләгергә теләмәне, ул хоҡуҡ һаҡсылары менән һуғыша башланы. Судта полицияға күрһәткән ҡаршылығы өсөн дә уға бер нисә йыл өҫтәлде. Был юлы Ҡадир төрмәлә дүрт йыл ултырҙы. Һаулығы ҡаҡшауын тойған егет өлгөлө тәртибе менән алдан сығырға тырышты һәм быға иреште лә.

Енәйәт ... ҡыҙыҡ та була икән

Инде төрмәгә бер ҡасан ултырмаясаҡмын! Етте!”-тип анттар бирҙе ул үҙенә. Тағы әсәһенә барҙы, тағы ҡыуылды. Тик был юлы Ҡадир тыуған йортонан үҙенә лә өлөш булырға тейешлеген әйтеп даулашты. Әсәһе: “Судҡа бирмәгәнгә рәхмәт әйт әле! Ағайыңды үлтерә яҙғанһың, ейәнсәремде тотлоғоу сиренә һабыштырҙың! Кит бынан, хәҙер үк полиция саҡыртам”,-тине ул.

Ҡадир ҡалаға килеп ятаҡҡа урынлашты. Емерелеп барған бинала уның кеүек яҙмыштан яҙған әҙәм балалары ғына йәшәгәне һиҙелде. Ҡадир йөк тейәү-бушатыу эштәренә йөрөй башланы. Ауыр эште өнәп бөтмәй ине ул, әммә йәшәргә кәрәк. Шулай бер төн телефонын ҡарап ятҡанда, бер интернет төркөмгә барып эләкте. Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, барыһы ла танышырға теләй, теләһә нәмә тураһында яҙыша. Ҡадир ҙа үҙенә берәй өйлө ҡатын табып, уға йәшәргә инергә уйланы. Тик танышыуҙары бер-ике смстан ары китмәне. Ҡыҙҙар өйө, фатиры, эш хаҡы тураһында һорашалар ҙа, Ҡадирҙың “ваҡытлыса ауырлыҡтар кисерәм” тигәнен уҡыу менән юҡҡа сығалар. “Быныһында ла бәхет юҡ!” тип уйланы ул йәне көйөп. Ә бер төн уның башына хәтәр бер уй килде. Ҡадир интернеттағы иң һылыу бер ҡыҙҙың фотоһүрәтен табып алып, үҙен “Наҙлыҡай” тип атап, яңы битләүек асты һәм ... ир - егеттәр менән таныша башланы. “Миңә 25 йәш. Бар хыялым – ысын мөхәббәтемде табыу. Наҙлымын, миңә ғашиҡ булған кешене бөтә йәһәттән дә бәхетле итәсәкмен”,-тип таныштырҙы ул үҙе менән.

Вахта ваҡытында кистәрен интернеттан сығышмаған Иршат Наҙлыҡайҙы күреп шунда уҡ уға хат яҙҙы. Бындай һылыуҡайҙан яуап көтмәгәйне лә, әммә уныһы тиҙ арала яуап бирҙе. Һәм башланды мөхәббәт – һағыш тулы смстар! Үҙенә күптән һөйәркә эҙләгән ир Наҙлыҡайҙан тамам башын юғалтты. Бер мәртәбә лә осрашмаған булаһалар ҙа, ҡыҙҙың тыуған көнөнә ун мең һум аҡса ебәрҙе. Унан Наҙлыҡай ярым шәрә тәненә кейеп торған тунға аҡса һораны. Иршатҡа һөйгәне өсөн аҡса йәл түгел ине – 50 мең һум ебәрҙе. Унан Наҙлыҡайы уға нәзәкәтле эске кейемдәр менән төшкән фотоларын ебәреп тағы аҡса һораны. Ул тағы ебәрҙе. Ҡатыны: “Иршат, ниңә аҡсаны әҙ ебәрә башланың ул?”-тип һорауына, “Пандемия арҡаһында эш хаҡы әҙерәк кәмене, был ваҡытлыса ғына”,-тине. Ир Наҙлыҡай менән видео аша һөйләшергә хыяллана ине. Тик ауырыу әсәһен ҡараған һөйгәне бер нисек тә бушай алмай. “Әммә өс көндән һөйләшәсәкбеҙ, йәнем. Һин ебәргән аҡсаға әсәйемде дауаханаға һалам”,-тип яҙҙы Наҙлыҡай. Иршат уның әсәһен Өфө дауаханаһына алып барыу өсөн ҡыҙға 30 мең һум аҡса ебәргәйне.

Ҡайҙалыр вахтала эшләп йөрөгән ирҙе алйотландырып, уның аҡсаһына йәшәүенән Ҡадир көлөүенән туҡтай алманы. “Бынан бит йөк бушатып йөрөргә лә кәрәкмәй, аҡса үҙе килә карточкаға”,-тип ҡыуанды ул. Ир-егеттәр һиҙмәһен өсөн ҡатын-ҡыҙ исеменә симка ла эшләтеп алғайны. Шуға Иршат аҡса күсергәндә ҡыҙ исеме килеп сыға ине. Видео аша һөйләшеүҙе бер туҡтауһыҙ теләнселәгән Иршаттан ҡасып, ул тағы бер нисә ир менән яҙыша башланы. Улары ла һораған аҡсаны ебәрә башланы. Берәүһе бер мәртәбә генә ун мең һум ебәреп “осрашмайынса башҡа аҡса бирмәйем” тигәс: “Миңә яҙған смскаларыңды, интим фотоһүрәттәреңде ҡатыныңа ташлайым йәки 50 мең һум аҡса ебәр”,-тип янап яуап бирҙе. Шунда уҡ аҡса ла килеп төштө.

Никахта булып та, һаман кемделер йәки ниҙелер эҙләгән ирҙәр булған саҡта Ҡадир артабан да эшләмәйенсә, яланғас фотолар менән алдаштырып, шундайҙарҙың аҡсаһын һурып тик ятыр ине лә бит. Тик алданыусылар араһында ныҡ асыуланғандар ҙа булып сыҡты. Улар ғариза яҙып, полиция хеҙмәткәрҙәре был ҡыҙғаныс та, ҡыҙыҡ та эштең осона сығып, суд булды. Ҡадир был юлы шартлы хөкөм менән ҡотолоп ҡала алды. Уның, ысынлап та, һаулығы ла ҡаҡшаған ине, унан билдәле ваҡыт эсендә зыян күргән ирҙәргә аҡсаны ҡайтарып бирергә һүҙ бирҙе. Ысынында алданыусылар күберәк булғандыр инде. Тик күптәрҙең ошондай сетерекле мәсьәләлә ир кешенән алданып ҡалыуҙарын танырға ғәрлеге килгәндер.

Ҡадирҙан зыян күреүсе менән һөйләшәм. “Һеҙ бит өйләнгән кеше. Нисек улай килеп сыҡты һуң?”-тип һорайым. Ир көрһөнөп ҡуйҙы ла: “Эх, ҡыҙ икән тип алдандым шул”,-тине.

Һүҙ юҡ...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: