Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
26 Сентябрь 2021, 20:15

Хистәрең көлгә ҡалһа...

Илаған ир-егетте күрмәгән ҡыҙ ҙа юғалып ҡалды. Унан: “Ҡуйсы, ир башың менән илап ултырма бында!”-тип машинаның ишеген шарт ябып сығып китте. Айрат күҙ йәштәрен тыя алманы. Һуңғы тапҡыр ул әсәһен юғалтҡанда шулай туҡтай алмай ярһып илағайны. Эшкә йөрөргә хәле лә юҡлығын һиҙгән егет барып отпуск алды. Етәксеһе һәр саҡ ялһыҙ эшләгән хеҙмәткәренә аптырап ҡарап, ғаризаһына ҡултамғаһын ҡуйҙы...

Иң көслө кешеләрҙе лә ҡолға әйләндергән, көндө – мәңгелек төнгә, ысыҡтай күҙ йәштәрен ташҡа әүерелдереп, йәшәү рәүешен тик үс алыуға алып барып еткергән хистәр була икән был донъяла... Абау, урап үтһен ул беҙҙе.

Айрат күҙҙәрен сытырлатып йомдо. Юҡ, барыбер күҙ алдынан китмәй Зиләһе. Кисә уның һүҙҙәренән һуң онотолорға теләп бер-бер артлы бушатҡан шешәләренә текләп ҡараны. Их, ни эшләнең һин, Зилә?! Барыһы ла ла һәйбәт, барыһы ла баш әйләндереп рәхәтлек донъяһында йөҙҙөрә ине бит...

Кисә ғәҙәттәгесә иң матур сәскәләр гөлләмәһен алып Зиләһен эштән алырға осто. Улар бер нисә ай осрашыуына ҡарамаҫтан, Айрат һөйөклөһө менән ҡартайғансы йәшәү хыял-уйҙарын теҙеп бөткән ине инде. Һәм уйламағанда шундай һүҙҙәр. Зиләнең өйө ҡаршыһына барып туҡтағас, мөхәббәте тура күҙҙәренә ҡарап: “Айрат, һин килмә миңә башҡаса, эштән дә алырға кәрәкмәй, шылтыратырға ла. Мин һине яратмауымды аңланым”,-тине.

Айрат был һүҙҙәрҙән шаңҡып ҡалды. Унан машинан сығып барған Зиләнең еңенә йәбеште: “Туҡта, туҡта, нимә тинең һин?!” Ул бер ҡасан да ошо тиклем ауыр һыҙланыу кисергәне юҡ ине. Зиләгә сат йәбеште, тегеһе ысҡынырға маташып сәбәләнде, унан асыуланып ҡысҡыра башланы: “Ебәр мине, әйттем бит, һин миңә кәрәкмәйһең! Оҡшамайһың да хатта!”

Айрат һеңгәҙәп ултырып ҡалды. Оҙаҡ торҙо ул Зиләнең йорто ҡаршыһында. Әле яңыраҡ ҡына ошо өйҙә Яңы йылды ҡаршы алғайны. Айрат яңғыҙы йәшәй. Ата-әсәһе күптән вафат булған. Был донъяла башҡа уның бер кеме лә юҡ. Эшкә бара ла, эштән ҡайта. Алыҫ ағаһының ҡатыны бер мәл уны берәй ҡыҙ менән таныштырып өйләндерәм тигән уй менән янып алып китте. Айрат күп кенә баш тартһа ла еңгәһе өҙмәне лә, ҡуйманы. “Бынау тиклем шәп ҡәйнешемде ниңә яңғыҙын ҡалдырайым мин? Табам, табам мин һиңә кәләш! Миңә рәхмәт әйтерһең әле. Төнө буйы компьютер ҡосаҡлап ултырғансы, исмаһам, кәләшеңде ҡосаҡлап ятырһың”,-тип уйынлы-ысынлы шаяртты ул.

Эйе, Айрат эшенә барып ҡайта ла, компьютерға ултыра. Ҡайһы саҡта шул ағаһы менән еңгәһенә бара. Өйөндә үҙенә кәрәкле бар әйбер бар. Еңгәһе әллә нисә мәртәбә өйҙәге йыһазды замансаға алмаштырырға өгөтләһә лә, ул риза булманы. “Һуң хәҙерге ваҡытта кемдә тимер башлы койка күргәнең бар? Ә бынау кухня шкафын ҡара – совет заманында уҡ уны кешеләр утын итеп яғып бөттө бит”,-тип өгөтләне еңгәһе. Тик Айрат донъяһындағы бер нәмәне лә үҙгәртергә теләмәне.

Бер көн еңгәһе уға кис шылтыратты: “Ҡәйнеш, һин беҙгә килеп кит әле бер сәғәттән. Ҡыҙҙар килгәйне эштән ҡунаҡҡа, өйҙәренә таратып сығырһың”. Айрат еңгәһенең ундай йомоштарына өйрәнеп бөткән. Ял көндәрендә лә, байрамда ла уны машинала алып йөрөй. Айрат барып ингәндә ҡатын-ҡыҙҙар рәхәтләнеп бейеп йөрөй ине. Еңгәһе шунда уҡ Айратҡа сат йәбеште. “Әһә, ҡәйнеш, бейемәйенсә сыҡмайһың!”

Айрат барыһын да оҙатып бөттөм икән тип, еңгәһенә сәй эсергә инде. Ҡараһа, уның янында бер мөләйем генә ҡыҙ ултыра. Еңгәһе: “Әйҙә, ҡәйнеш, оялма, сәй эс беҙҙең менән”,-тип йылмайҙы. Көлөшә-көлөшә ултырған был икәүгә ара-тирә генә күҙ һирпеп алһа ла, Зиләне шул арала оҡшатты ла ҡуйҙы Айрат. Йылайыуы, килешле генә күлдәге, буй-һыны... “Кейәүҙәме икән?” тигән уй башынан сыҡманы. Оҙаҡ ҡына ултырҙылар өсәүләп. Еңгәһе менән Зилә туҡтауһыҙ ниҙер хаҡында һөйләште-көлөштө, ә Айрат ҡыҙҙан күҙен ала алманы. Баҡһаң, еңгәһе менән бергә эшләйҙәр икән. Зилә ҡапыл ғына ҡайтырға йыйына башланы. Айрат: “Әйҙә, алып барып ҡуям, әгәр ирегеҙ ҡаршы булмаһа”,-тип әйтә һалды. Еңгәһе шунда уҡ шарҡылдап көлөп ебәрҙе. “Ҡурҡма, ҡәйнеш, Зилә кейәүҙә түгел”.

Машинаға сығып ултырғас Айрат ҡыҙҙың яҡынлығынан башы әйләнгәнен тойҙо. Юҡ-бар тураһында һөйләшеп йорттарына барып еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Айрат машинанан сығыр алдынан бар батырлығын йыйып: “Зилә, һин “Бәйләнештә” селтәрендә бармы ул?”-тип һораны. Тегеһе йылмайып баш ҡаҡты. Айрат йортона ашҡынып ҡайтып инде лә, компьютерын тоҡандыра һалып Зиләне эҙләп тапты. Яуап бирерме-юҡмы тип смс хәбәр ебәрҙе. Оҙаҡламай Зиләнең дә сәләме килеп төштө. Айрат уның сәхифәһендәге һәр фотоны, һәр мәғлүмәтте ҡарап сыҡты. Ғаилә хәле тигән урында “В активном поиске” тип яҙылғанын күреп ҡыуанысынан нимә эшләргә белмәне. “Минеке булаһың һин, Зилә, тик минеке!”-тип тантана итте ул. Тик ҡыҙ унан 16 йәшкә кесе. Булһа ни?! Бының менән хәҙер кемде аптыратырға мөмкин? Хәҙерге ваҡытта яратҡан кешеһенең йәшенә иғтибар иткән кешеләр ҡалманы, шикелле.

Ҡыҙ шулай ҙа уның менән артыҡ аралашып барманы. Смс-хәбәрҙәргә яуап яҙһа ла, былай осрашырға ризалыҡ бирә һалып барманы. Ә Айрат уның артынан ҡалманы: еңгәһенә эшкә барған булып Зиләне күҙләне. Бер нисә мәртәбә еңгәһе юҡ-бар йомош тапҡан булып икеһен дә өйөнә саҡырып алды. Шулай ҙа Зилә үҙен ҡырыҫыраҡ тотто. Уйлап ҡараһаң, уға ла ваҡыт еткән кейәүгә сығырға, тик ниңәлер Айратты яҡынлатырға ашыҡманы. Яңы йыл кисе яҡынлашҡан һайын Зиләне уйлап ҡайғырҙы ул. Ҡайҙалыр әхирәттәрем менән барам ти ине. Унда егеттәр ҙә булалыр инде. Был уйҙан Айрат ҡыҙғанып үлер сиккә етте. Шул саҡ еңгәһе шылтыратты: “Ҡәйнеш, нимә эшләп ултыраһың? Яңы йылға Зиләне саҡырҙыңмы? Әллә компьютерҙан айырыла алмай ултыраһыңмы”. “Әй, еңгәй, ҡайҙан инде? Зилә әхирәттәре менән ҡаршылай, мин өйҙә ултырам”. Еңгәһе пыр туҙып ҡәйнешен әрләп ташланы: “Шулайтып тик ултырһаң, ҡайҙан кәләш алаһың?! Зилә өйөндә, мин яңыраҡ ҡына барып әсәһенә йомош менән барып киттем. Тот та бар өйөнә, ата-әсәһе менән таныш. Ҡыҙҙар ҡыйыу ир-егетте ярата ул”.

Шулай итеп Айрат күстәнәстәрен тейәп Зиләгә китте. Ул барып еткәндә Яңы йыл тыуыуға 20 минут ҡалғайны. Тәүҙә оҙаҡ ҡына инергә баҙнат итмәй торҙо, унан ишекте ҡаҡты. Зилә әхирәте һәм ата-әсәһе менән генә өҫтәл артында ултыра ине. Айратты күреп аптырап китте, нимә әйтергә белмәне. Тик йорт хужаһы ғына ҡыуанып: “Ә, исмаһам, миңә иптәш килде”,-тип өҫтәлгә әйҙүкләне. Шулай итеп, уйламағанда Зиләнең йортонда ҡаршы алды ул Яңы йылды. Ике сәғәттән һуң Зилә әхирәте менән юҡҡа сыҡты. Айрат уларҙы машинаһы менән эргә-тирәләге урамдарҙа эҙләп тә ҡараны, тик ҡыҙҙар юҡ ине. Ул ҡыҙҙың ата-әсәһе менән хушлашырға тип яңынан өйгә инде. Тик ҡыҙмаса булып алған йорт хужаһы уны ебәрмәне. “Һин миңә кейәү булам тип йөрөйһөңмө әллә?” Әйҙә, үҙең тураһында һөйләп бир әле”,-тине ул. Яңынан аш йылытылды, сәй ҡайнатылды. Айрат үҙе тураһында барыһын да һөйләп бирҙе. Йорт хужаһы һорауҙар яуҙырҙы ғына! Унан ҡатынына ҡарап: “Бынамын тигән егет, кейәү итергә була”,-тине. Фатиха һүҙҙәренән ҡанатланған егет Зиләнең ризалығын алғандай булды. Эйе шул, ата-әсәһе риза булғас, ҡыҙ ҡайҙа барһын ул, тигән фекер йөрөттө.

Зилә иртәнге етелә шылтыратып уны һәм әхирәтен барып алыуҙы үтенде. Айрат осоп барып етте. Әхирәтен алып барып ҡалдырғас, Зиләгә уның йортон барып күрергә тәҡдим итте. Ҡыҙ нисектер еңел генә ризалашты. Өйгә ингәс тә: “Бындай боронғо өйҙәр ҙә һаҡланған икән”,-тип көлөп ебәрҙе. Айрат ҡыҙға сәй эсерҙе, унан кискеһен осрашырға һүҙ ҡуйышып, йортона алып барып ҡалдырҙы. Шулай итеп осраша башланы улар. Әлбиттә, Айратҡа ҡыҙҙың йыш ҡына юҡҡа сығыуы, уның шылтыратыуҙарына ла, смстарына ла яуап бирмәүе бик ҡыйын була торғайны. Шулай ҙа көндән-көн нығыраҡ ғашиҡ булған егет барыһына ла түҙҙе. Өйҙәренә лә барып йөрөгәс, Зилә тик уныҡы буласағына ышанды. Тик ҡыҙ йыш көйһөҙләнә башланы, “Сәскә тотаһың да киләһең, башҡа бүләк ала белмәйһеңме әллә?”-тип аптыратты. “Әйҙә һуң, бергә барып алайыҡ”,-тигән тәҡдимен кире ҡаҡты. Һәм бына кисә шундай үлтергес һүҙҙәр: “Һин миңә кәрәкмәйһең...” Нисек инде – кәрәкмәй? Ул бит сығарып ташлай торған әйбер түгел. Айрат башын тотоп ултырҙы ла, тағы ла Зилә менән һөйләшеп ҡарарға ниәтләне. Ҡыҙ йыш көйһөҙләнә, бәлки, былай ғына әйткәндер. Оҙаҡ һағалап йөрөп, көскә машинаһына ултыртып алды. Тағы йорто янына килеп туҡтанылар. “Зилә, мин бит һине яратам, өйләнешәйек. Йәнең нимә теләй – барыһы ла булыр”,-тип һүҙ генә башлағайны, ҡыҙ: “Уның ҡарауы мин һине яратмайым! Аптыратма мине, ыҙалатма, тормошомдан бөтөнләй юғалһаң мин һиңә рәхмәтле булыр инем”,-тине. Аяуһыҙ һүҙҙәрҙән Айрат күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡҡанын тойҙо. Ул йән һыҙлауына түҙмәй рулгә ятып һыңҡылдап илап ебәрҙе. “Миңә нимә эшләргә һуң, Зилә? Мин бит ине яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым”.

Илаған ир-егетте күрмәгән ҡыҙ ҙа юғалып ҡалды. Унан: “Ҡуйсы, ир башың менән илап ултырма бында!”-тип машинаның ишеген шарт ябып сығып китте. Айрат күҙ йәштәрен тыя алманы. Һуңғы тапҡыр ул әсәһен юғалтҡанда шулай туҡтай алмай ярһып илағайны. Эшкә йөрөргә хәле лә юҡлығын һиҙгән егет барып отпуск алды. Етәксеһе һәр саҡ ялһыҙ эшләгән хеҙмәткәренә аптырап ҡарап, ғаризаһына ҡултамғаһын ҡуйҙы. Айрат тағы ла барып араҡы алды ла, компьютер алдына барып ултырҙы. Бына Зиләһенең фотолары... Ниндәй бәхетле ине ул. Бер көн ҡыҙҙың “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә бер егет менән ҡосаҡлашып төшкән фотоһүрәте килеп сыҡты. Айрат йөрәк һыҙлауына түҙмәй компьютер өҫтәленә тибеп ебәрҙе. Компьютер нисектер урынында ҡалды, ә уның янында торған бар әйберҙәр иҙәнгә осто. “Бирмәйем мин уны! Минеке булмай икән – бер кемдеке лә булмаясаҡ!”-тип ярһыны ул. Ҡыҙмаса егет машинаһына ултырып Зиләнең эшләгән урынына осто. Хәҙер эш сәғәте бөтә, ул тағы ла һөйләшәсәк уның менән. Бына ишектән йылмая-көлә Зиләһе күренде. Айрат машинаһынан сығырға ынтылды. Тик ҡыҙҙың ҡаршыһына килгән бер егетте ҡосаҡлап алыуын күреп туҡтап ҡалды. Бәхетле йылмайған пар Айратты күрмәне лә, етәкләшеп урам буйлап китте. Ул нимә эшләргә лә белмәне. Ошо минутта Айрат Зиләне лә, уны етәкләгән егетте лә, үҙен дә үлтерергә әҙер ине. Тәҙрәнән ярһыған ҡәйнешен күреп ҡалған еңгәһе йүгереп килеп сыҡты. “Әйҙә, киттек беҙгә”,-тип Айратты алып ҡайтып китте.

Еңгәһе уны көскә тынысландырҙы. Унан инде тағы ла аяуһыҙыраҡ һүҙҙәрҙе яңғыратты: “Мин Зилә менән һөйләшеп ҡараным. Ул тыңларға ла теләмәй. “Күмәкләшеп өгөтләгәнгә генә осраштым Айрат менән. Ул миңә бөтөнләй оҡшамай. Ҡарт, кейенә белмәй, машинаһы иҫке, йорто ҡот осҡос. Күпме осраштыҡ – бер рәтле бүләк һатып алып бирергә эшкинмәне. Хыялый кеүек бер туҡтауһыҙ шылтырата йәки смс хәбәр ебәрә. Ауырыу һымаҡ. Һеҙҙең ул ҡәйнешегеҙ бер ҡасан да өйләнмәйәсәк, сөнки ҡатын-ҡыҙға оҡшар өсөн тыумаған. Әйтегеҙ минең арттан эйәреп йөрөмәһен. Мин мөхәббәтемде осраттым”,-тип әйтте. Ҡәйнеш, мин алйот инде, күрәләтә һине йәш ҡыҙ менән таныштырып йөрөйөм. Үҙ тиҫтерҙәрең араһынан табырбыҙ берәйһен. Ҡайғырма. Ял итеп ал да, эшкә сыҡ. Нимә шул бер эшкинмәгән ҡыҙ өсөн ул тиклем бөтөрөнәһең? Ярамай улай”.

Айрат ауыр уйҙарға сумып ҡайтып китте. Эшкинмәй, ауырыу, машинам да, йортом да иҫке, тимәк. Эх, Зилә, һинең өсөн мин күктәге айҙы алып бирергә әҙер инем... Ә һин аңламаның, баһаламаның быны. Айрат күпме генә тырышһа ла Зиләне онота алманы. Ҡала урамдары буйлап Зилә йөрөгән урындарҙан үтте. Бәлки, осрар, бәлки: “Яңылышҡанмын, Айрат һине генә яратам!”,-тип килеп һыйыныр төҫлө ине. Тик ҡыҙ күренмәне. Бер көндө осраҡлы ғына урам аша үтеп барғанында осратты. Айраттың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ул машинаһының газына баҫты: “Минеке булмағас, бер кемдеке лә булмаһын!”-тигән уй ярып үтте мейеһен. Ҡыҙҙы йылғырлығы ҡотҡарҙы – ул ситкә һикереп өлгөрҙө. Аңланымы кемдең руль артында булыуын – аңламанымы, егеткә барыбер ине. Айрат машинаһының тиҙлеген дә кәметмәй артабан китте. Әле кисә генә өҙөлөп яратҡан, төн йоҡоларын ҡалдырып уйлаған һөйөклөһөн тапай яҙыуына үкенмәне лә. Әйтерһең йөрәге янып көл-күмер генә ҡалған. Хәҙер инде ул Зиләнән үс алыу тойғоһо менән генә янды. Ҡыҙҙың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенә инеп теләһә ниндәй комментарийҙар ҡалдырып сыҡты. Тиҙҙән ҡыҙ уны “ҡара исемлеккә” индерҙе. Шулай итеп, ул элекке кеүек көнөнә йөҙ мәртәбә яратҡан кешеһенең фотоларын ҡарауҙан мәхрүм булды. Тик был Айратты тынысландырҙы ғына. Йөрәгендәге мөхәббәт тойғолары тулыһынса үс алыу усағына әүерелеп дөрләп янды. Ҡыҙҙы машина менән тапап китеү уйы ҡалдырманы уны. Тик Зилә хәҙер бер ҡайҙа ла яңғыҙ сыҡманы. Еңгәһе ҡәйнешендәге кире үҙгәрештәрҙе күреп-һиҙеп, уның менән һөйләшеп ҡараны. Тик Айрат үҙен Зилә менән таныштырған еңгәһенә лә бик асыулы ине: күпме генә саҡырһалар ҙа, башҡа ағаһы йортоноң тупһаһына ла баҫманы. Уның ҡарауы Зиләне эҙәрлекләүен ҡалдырманы.

Бер кис Зиләнең егете менән урам буйлап китеп барғанын күреп ҡалды. Айрат әкрен генә уларҙың артынан китте. Йорто янына барып еткәс, Зилә йүгереп өйөнә инеп китте. Күрәһең, нимәнелер алырға ғына ингәндер. Айрат машинанан сығып, егеттең янына килде. Үҙенә текләп, өндәшмәй торған кешене күргәс, тегеһе аптырап китте. “Һин кем?”-тип кенә һорап өлгөрҙө ул. Айрат күптән әҙерләп ҡуйған бысаҡты уның эсенә ҡаҙаны...

Судта Айрат үҙенең ғәйебен тулыһынса таныны һәм хөкөмдө айырым тәртиптә үткәреүҙе һораны. “Мин ғәйепле, шунан артыҡ бер ни ҙә әйтә алмайым”,-тине ул.

Уның һүнгән күҙҙәрендә бер ниндәй хис-тойғоноң сатҡыһы ла күренмәне. Бына конвой машинаһы ҡуҙғалды. Хөкөм ителеүсененең артынан илап-һыҡтап, ҡайғырып тороп ҡалған бер кем дә булманы. Айраттың оҙайлы йылдарға утһыҙ ҡалған йорто ғына һыҡрап, сайҡалып ҡуйғандай булды...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: