Һаҡмар
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
24 Сентябрь 2021, 17:20

"Ул мине үкһеҙ етем итте..."

Ошо көндән Әмир әсәһе тураһында хәстәрлекте үҙ өҫтөнә алды. Апаһы биргән ризыҡтарҙы йәшереп кенә әсәһенә ташыны, уны ашатты, кер-иҙәнен дә йыуҙы. Кешеләр Әмирҙең бирелгән ризыҡты кеҫәһендә йөрөткән ҡапсыҡҡа ҡәҙерләп кенә һалып алыуын күреп уфтанды, әбейҙәр илаулап алды. “Ҡуйсы-ҡуйсы, был тиклем дә әсәһен яратыр икән! Ҡәҙерҙә үҫтерелгән балалар бындай хискә эйә түгел”,-тиеште улар...

"Ул мине үкһеҙ етем итте..."
"Ул мине үкһеҙ етем итте..."

Кескәй малай әсәһенең яғымлы ҡарашын тойорға теләп, уға баҡты. Их, исмаһам, бер йылы һүҙ әйтһен, яратып ҡараһын ине әсәһе! Тик уға көндәгесә аңһыҙ, иҫерек күҙҙәр бер аҙға төбәлде лә, ниҙер мығырҙап, артабан өҫтәл артында йоҡлауын дауам ите. Өҫтәлдә буш шешәләр теҙелгән, иҙәнгә ниҙер түгелгән, бысраҡ. Хәҙер атаһы ҡайтһа тағы асыуланыр бит, әсәһен әрләр. Малай тиҙ генә бәләкәс ҡулдары менән шешәләрҙе буш ҡапсыҡҡа тултыра башланы. Шул саҡ атаһы ҡайтып инде. Өндәшмәй генә улын етәкләп алып, күршелә йәшәгән апаһына алып инде. Ас малайҙы ашатып, йоҡларға һалғандан һуң ағалы-һеңлеле бик оҙаҡ һөйләште. “Мин былай йәшәй алмайым. Беләһең, яратҡан кешем бар. Тик ул ҡыҙ кеше булғас, Әмир тураһында ишетергә лә теләмәй. Оҙаҡ түҙҙем. Бәлки, эсеүен ташлаһа, мөхәббәтемдән дә баш тартыр инем. Һин Әмир тураһында хәстәрлек күр, йәме. Мин таң менән юлға сығам”.

Атаһының һүҙҙәрен ишеткән Әмир бер килке шаңҡып ятты, унан ҡәҙерле кешеһе уны ҡалдырып китергә йыйыныуын, аңлап, атлығып барып ҡосаҡлап алды. “Атай-атаҡайым! Ҡалдырма мине! Беҙ һинһеҙ нисек йәшәрбеҙ?! Мин һине һәр саҡ тыңлармын, тик ташлама беҙҙе!”-тип иланы ул.

Атаһы һәм апаһы Әмирҙе көскә тынысландырҙы. Атаһы улын ҡосаҡлап, эргәһендә генә ятты. “Ҡурҡма, улым, мин бер ҡайҙа ла китмәйем”,-тигәс, Әмир ҡәҙерле кешеһенең йылыһына иҙерәп йоҡлап китте. Иртәнсәк атаһы юҡ ине. Әмир йүгереп өйөнә ҡайтты. Әсәһе ҡурҡыныс тауыш менән: “Ә һин бында нимә ҡарап йөрөйһөң?! Бар атайыңдың артынан дөмөгөп кит!”-тип ҡысҡырҙы.

Әмир атаһы үҙен алдап ҡына тынысландырып, ул йоҡлағанда уларҙы ҡалдырып китеүен аңланы. Әмир шулай ҙа атаһының әйләнеп ҡайтасағына ышанып йәшәне. Шулай булмай ни—атаһы уны бик ныҡ ярата. Ана, ниндәй генә уйынсыҡтары юҡ уның. Малайҙар уға күптән көнләшә. Тик атаһы ҡайтманы. Апаһының башҡалар менән һөйләшкәндә атаһының бик бәхетле булыуын белде. Ул бер ҡыҙға өйләнгән, бәпес көтәләр икән. Әмир быны ишеткәс, йылға буйына барып тәгәрәп ятып иланы. Ниңәлер ошо саҡта әсәһе үтә лә йәл булып китте уға. “Ҡайғырма, әсәй, мин һине бер ҡасан да ташламаясаҡмын!”-тине ул эстән генә.

Ошо көндән Әмир әсәһе тураһында хәстәрлекте үҙ өҫтөнә алды. Апаһы биргән ризыҡтарҙы йәшереп кенә әсәһенә ташыны, уны ашатты, кер-иҙәнен дә йыуҙы. Кешеләр Әмирҙең бирелгән ризыҡты кеҫәһендә йөрөткән ҡапсыҡҡа ҡәҙерләп кенә һалып алыуын күреп уфтанды, әбейҙәр илаулап алды. “Ҡуйсы-ҡуйсы, был тиклем дә әсәһен яратыр икән! Ҡәҙерҙә үҫтерелгән балалар бындай хискә эйә түгел”,-тиеште улар.

Тик Әмирҙең әсәһе генә улының үҙе өсөн тырышыуын вайымһыҙ ҡабул итте. “Һин дә атайың кеүек мине ташлап китеү тураһында хыялланып ҡына йөрөгәнеңде белмәй тиһеңме?”-тип улын юҡтан битәрләне.

Малай мәктәптә лә тырышып уҡыны. Әсәһенең шешәләштәре төнө буйы йоҡо бирмәһә лә, Әмир бик отҡор булып сыҡты. Уҡытыусыларҙың һөйләгәндәрен, теманы аңлатҡандарын шунда уҡ отоп алыр ине. Шиғырҙарын да тырышып-тырышып тәнәфес мәлендә үк ятланы. Дәрестәрен Әмир мәктәптә әҙерләп ҡайтырға тырышты. Сөнки әсәһенең уның китаптар уҡып-ҡарап ултырыуын яратмауын яҡшы белә. “Нимә ғалим булырмын тейһеңме? Хәҙер, әҙерләп ҡуйғандар ти һиңә! Һинең юлың билдәле инде, йә-алкаш, йә-тюремщик”,-ти ҙә, әсәһе үҙенең әсе һүҙҙәренән шарҡылдап көлә.

Ошондай һүҙҙәрҙе ишетмәҫ өсөн Әмир китап-дәфтәрҙәрен әсәһенән йәшереп һаҡланы. Хәйер, быға тағы бер нәмә сәбәп булды. Әҙәбиәттән ҙур ғына шиғырҙы ятларға биргәндәр ине. Шуны онотолоп китеп ятлап ултырған Әмир әсәһенең янына килеп баҫыуын ишетмәй ҡалды. Бер нисә секундтан китап мейестә яна ине. Әмир мәктәпкә ҡурҡа-ҡурҡа барҙы. Беренсенән, дәресен әҙерләмәне, икенсенән, китабы утта янды. Әҙәбиәт уҡытыусыһы малайҙың үтә лә кәйефһеҙ булыуын тойҙо. Шуға күрә унан шиғырҙы һораманы. Әмир дәрестән һуң ҡалып, китабын юғалтыуын, шуға күрә нимә эшләргә икәнлеген һораны. Алдашыуынан оялып ҡып-ҡыҙыл малайға уҡытыусы үҙенең китабын тотторҙо. Борсолма, барыһы ла һәйбәт булыр”,-тине ул.

Уҡытыусы Әмирҙең йортонда комиссия менән булғаны бар. Әсә кешенең шундай түбәнселеккә тәгәрәүе, бала елкәһендә йәшәп ятыуы аптыратҡайны уны. Әмирҙең ауыр шарттарҙа йәшәп тә, яҡшы уҡыуы һоҡландырҙы. Китаптың юҡҡа сығыуына әсә ғәйепле булыуын эске тойомлау менән һиҙҙе ул. Әммә Әмир бер ҡасан да әсәһе тураһында насар һүҙ әйтмәйәсәк. Малайҙы йәлләп, балалар йортона ебәрергә уйлағайнылар, әммә ул ҡәтғи рәүештә бер ҡайҙа ла бармаясағын белдерҙе. “Әсәйемде ташламайым! Ебәрһәгеҙ, барыбер ҡасып ҡайтам! Әсәйемдең минән башҡа бер кеме лә юҡ”,-тине ул.

Шуныһы ҡыуаныслы, Әмир яҡшы кешеләр, тәүфиҡлы балалар араһында үҫте. Уҡытыусылары уны бер ҡасан да түбәнһетмәне, класташтары уның менән бергә уйнауҙан, аралашыуҙан кәмһенмәне. Ата-әсәләр ҙә поход, экскурсияларға Әмирҙең аҡсаһын булмауын белеп, уға ла өлөш сығарҙы. Бәлки, шуға ла ул яҡшы уҡый, тиҫтерҙәре менән рәхәтләнеп уйнай алғандыр.

Әмир атаһына хат яҙып ҡараны. Тик унан яуап булманы. Ата кәңәшенә мохтаж үҫмер апаһынан уның телефонын үтенеп-ялбарып һорап алды. Һөйләшергә әллә нисәмә көн әҙерләнеп, тулҡынланып көскә шылтыратты. Әмәлгә телефонды атаһы алды. Тик улын яратҡан, уны елкәһенә ултыртып алып йөрөгән атай түгел ине был. “Аҡса кәрәкме әллә? Мин әсәйеңә алимент ебәреп торам”,-тине ул. Ҡәҙерле кешеһен уҡыуҙағы, спорттағы ҡаҙаныштары менән һөйөндөрөргә уйлаған Әмир бер ни ҙә әйтә алманы. Сөнки атаһының уның менән һөйләшергә теләмәүе һиҙелә ине. “Әмир, һин башҡаса бында шылтыратма, йәме? Минең балаларым һинең барлығың тураһында белмәй”,-тигәнде ишетеп, телефонды тиҙерәк һалды. Апаһы Әмирҙең йөҙө ап-аҡ булыуын күреп, нимә булыуын һораны. “Әллә атайыңа бер-бер хәл булғанмы?”-тип тартҡысланы ул малайҙы. Әмир бер һүҙ өндәшә алмай сығып китте.

Ауыл осонда яңғыҙ йәшәгән бабайға нисек килеп ингәнен дә хәтерләмәне ул. Был оло йәштәге кешенең йәштәргә бал, көмөшкә ҡойоп биреүе тураһында белә ине. Кеҫәһенән байрамға торт һатып алырға тип һаҡлап ҡуйған ҡәҙерле аҡсаһын сығарып бабайға һондо: “Ҡой!”

Иртәнсәк башы ауыртыуға сыҙай алмай уянып китте. Әсәһе мыҫҡыл итеп: “Нимә баш ауыртамы? Шулай була ул, әллә эсеүе рәхәт тейһеңме? Бар, ут яҡ! Өй һыуып китте, етмәһә, икмәк тә алып ҡайтманың”,-тине лә бүлмәһенә сығып китте.

Ун ике йәшлек баланың эсеп ҡайтыуы уны борсоманы ла. Әмир һирәк-һаяҡ булһа ла шул бабайға барып көмөшкә йәки бал эсә башланы. Уның йөрәгендә атаһының ҡайтасағына йәки уның менән аралашып, күрешеп йәшәүгә булған хыялы юҡҡа сыҡты. Быны үҫмер күңеле күтәрә алманы. Кемгәлер был хаҡта һөйләү оят булып күренде. Әмир дәрестәрен дә элекке тырышлыҡ менән әҙерләмәне. Уҡытыусыларҙың шелтәләүен өндәшмәй генә тыңланы ул. Әмирҙең яҡшы тормошҡа булған өмөтөн, яҡты хыялдарын атаһының хыянаты селпәрәмә килтерҙе. Уның уҡыуға ла, спортҡа ла, яратып тартҡан ҡурайына ла күңеле ятманы.

Туғыҙынсы класты тамамлағас, Әмир училищеға юл алды. Бында яҡшы уҡығандарға стипендия биреләсәген ишетеп, бар отҡорлоғон эшкә ҡушты. Эйе, уҡыу буйынса алдынғылар рәтендә булды ул. Тик ятаҡта үҙе кеүек атайһыҙ малайҙар менән ҡушылып, ҡала гиҙҙе, һыра, көмөшкә һатып алып эсте. Әмиргә ятаҡтағы тормош та оҡшаны. Кескәйҙән үҙ аллы булып үҫкән егет барыһы ла еңел бирелде. Тик әсәһе өсөн борсолоу күңеленә тынғы бирмәне. Бер ҡайтҡанда уны ниндәйҙер ир ҡаршы алды. Әсәһе: “Таныш, был һинең атайың була”,-тине. Әмир: “Был минең атайым түгел икәнлеген һин дә, мин дә яҡшы беләбеҙ. Сығып китһен!”-тине. Әзмәүерҙәй егеттән ҡурҡҡан ир шунда уҡ шым ғына сығып китте. Иҫерек әсәһе: “Яңғыҙ йәшәүе анһат тип уйлайһыңмы? Улай булғас, мин үләм!”-тип тышҡа йүгерҙе. Әмир әсәһе оҙаҡлағас, артынан сыҡты, эҙләй башланы. Йылға буйында әсәһенең кофтаһы ятыуын күреп, Әмир һыуға ташланды. Һалҡын көҙгө һыу уның тәнен өтөп алды. Егетте осраҡлы рәүештә күреп, тартып сығаралар. “Ашығыс ярҙам” аңһыҙ ятҡан Әмирҙе дауаханаға алып китә. Күҙен асҡас та ул әсәһе тураһында һорай. Әсәһе йылғаға ташланырға уйламаған да икән, осраҡлы рәүештә кофтаһын төшөрөп ҡалдырған. Ныҡ һалҡын тейҙергән Әмир айҙан ашыу дауаханала ята. Хәҙер инде икенсе яҡты хыялы—әрмегә барыу теләге менән хушлашырға тура килә уға. Боҙло йылға аямай уны, төҙәлә алмаҫлыҡ ауырыуға һабыштыра. Шуға күрә хәрби комиссариатта Әмирҙең әрмегә яраҡһыҙ булыуын әйткәстәр, ул айыҡмайынса аҙна буйы эсә. Күптәр һалдат тормошонан ҡасып маташҡан саҡта, ул нисек булһа ла Ватан һағына китергә маташа. Тик уның теләге тормошҡа ашмай.

Әсәһе Марат исемле ирҙе йортҡа индереп алғас, Әмир бөтөнләй ҡайтмай башлай. Сөнки мәңге иҫерек ир һәм ҡатын берсә һуғыша, берсә яраша, әшәке итеп һүгенә. Өйҙә бер тәғәм ашарға ризыҡ юҡ. Әмир әсәһен йәлләп өйөнә аҙыҡ-түлек алып ҡайта. Уның янына шундай уҡ көмөшкәһен тотҡан эскеселәр йыйыла. Китә шайтан туйы! Өйҙә тыныслыҡ та, тәртип тә юҡ. Шуға күрә Әмир ятаҡта ҡалыуҙы хуп күрә. Бер ваҡыт ул әсәһен туҡмаған Маратты осора һуға. Туҡмалған әсәһе “ирен” яҡлаша башлай. Шуға ҡарамаҫтан, Әмир Маратты ныҡлап иҫкәртә. “Әгәр әсәйемде рәнйетһәң, һиңә бик ҡыйын буласаҡ. Бәлки, һөйәктәреңде лә таба алмаҫтар әле”,-ти ул. Ошонан һуң Марат баҫылып ҡалғандай була.

Бер көн Әмиргә әсәһенең һәләк булыуы тураһында хәбәр итәләр. Ҡайғынан шаңҡып ҡалған Марат нимә эшләргә белмәй. Ашығып ауылына ҡайта. Уға әсәһен ерләшергә бар ауыл ярҙам итә. Мәрхүмәне ҡәҙерләп, тейешле аят-доғаларын бағышлап оҙаталар. Әмир әсәһенең тышта туңып үлеүен асыҡлай. Был үлемгә Марат ғәйепле булып сыға. Сөнки улар икәүләшеп иҫереп ҡайҙандыр ҡайтып килгән була. Өй янына килеп еткәс, ныҡ иҫерек ҡатын ҡарға йығыла. Марат уны ҡалҡытырға ла маташмай, өйгә инеп китә. Ҡатындың эҙҙәренә ҡарағанда, ул йортоноң тупһаһына тиклем шыуышып бара. Бәлки, ишекте лә этеп маташҡандыр, әммә Марат уны эстән бикләгән була. Быны белгән Әмир иргә барып йәбешә. Уларҙы көскә айырып алалар. Марат тиҙ генә барлы-юҡлы әйберҙәрен йыйып, йорттан сығып һыҙа. Әмир ата йортонда бер нисә аҙна эсеп ята. Унан үҙен ҡулға алып, уҡыуына йүнәлә. Әсәһе үҙенә иғтибар бирмәһә лә, егет уны өҙөлөп һағына, йыш ҡына уның хаҡында уйлай. Беренсе ҡатынының фажиғәле һәләк булыуы тураһында хәбәр алып та, уны ерләшергә ҡайтмаған атаһына асыулана. “Эх, атай, һин беҙҙе ташлап китмәгән булһаң, беҙ был хәлгә төшмәҫ инек”,-тип илай ул эсеп алған һайын.

Ваҡыт үтеү менән Әмирҙең күңел һыҙлауы баҫылғандай була. Ауылға ҡайтҡан һайын әсәһенең ҡәберлегенә бара. Ул булмағанда йорттарын апаһы ҡарап, тәрбиәләп тота. Егет атаһы менән аралашыу, осрашыу теләген йөрәгенән һыҙып ташлай. Күрәһең, уны әсәһе өсөн ғәфү итә алмай. Ғашиҡ булған егет өйләнеү тураһында хыяллана башлай. Һөйгәненең ата-әсәһе уларҙың бергә булыуына ҡырҡа ҡаршы төшөүе генә күңелен болоҡһота. Ошондай көндәрҙең береһендә ҡалала ул Маратты осрата. Теләр-теләмәҫ кенә һаулыҡ һорашып, әйләнеп китергә уйлаған Әмирҙе ир үҙе туҡтата. “Әйҙә, миңә, беҙ ят кешеләр түгел дә инде. Бер яртым бар”,-ти ул. Әмир тәүҙә икеләнеп ҡала, әммә һөйгәненең бөгөн дә уның менән осраша алмауын хәтеренә төшөрөп иргә эйәрә.

Марат сираттағы ҡатынға өйгә ингән икән. Ярлы ғына, ҡотһоҙ йорт. Марат өҫтәлгә булған ризығын теҙә: икмәк, ҡырҡылған һуған. Бер яртының бушағаны һиҙелмәй ҙә ҡала. Был ир һәм егеткә аҙ булып тойола. Әмир аҡсаһын сығарып биргәс, Марат барып тағы ике шешә көмөшкә алып килә. Тәүҙә улар һәүетемсә һөйләшеп ултыра. Әммә Марат: “Һинең әсәң эшкинмәгән ине. Ә бына был ҡатыным шәп!”-тип әйтеп ысҡындырыуы була, ыҙғыш сыға. Әмир ирҙе әсәһен ҡышҡы һыуыҡта ҡалдырыуҙа ғәйепләй. Уныһы: “Ҡалдырһасы, мин уны күпме һөйрәп алып килдем. Ул рәхмәт әйтәһе урынға мине һүгенеп әрләп килде. Шул кәрәк уға! Дөмөкһөн тип ишекте элеп ҡуйҙым, ә миңә барыбер бер нәмә лә булманы”,-тип ысҡындыра. Әмирҙең зиһене ҡараңғылана. Ул шул ваҡытта өҫтәлдә ятҡан ауыр әйбер менән Мараттың башына бер нисә мәртәбә һуға. Ир иҙәнгә йығылғас та, уны типкеләүен дауам итә. Унан Мараттың тын алмауын һиҙеп, туҡтап ҡала. Ниндәй енәйәт ҡылғанын аңлаған егет тышҡа сығып йүгерә. Шул уҡ көндө ауылына ҡайта. Апаһының хәлен белешә, әсәһенең ҡәберлегенә барып, уның менән хушлаша. Тыуған йортоноң тупһаһында оҙаҡ ҡына ултыра ул. Әмирҙең хәл-кәйефенә аптырап, янына килеп ултырған апаһына: “Ғәфү ит мине, апай, мин кеше үлтерҙем”,-ти.

Әмир шул уҡ көндө эске эштәр бүлегенә барып, Маратты үлтереүе тураһында һөйләп бирә. Судта күрһәтмә биргәндә Әмир ни бары бер һөйләм әйтә: “Ул мине үкһеҙ етем ҡалдырҙы”.

Егет һигеҙ йылға иректән мәхрүм ителде. Туғандары ҡат-ҡат хәбәр итеүгә ҡарамаҫтан, Әмирҙең атаһы судҡа килмәне...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в