Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
16 Сентябрь , 15:20

Юҡҡа сыҡты ... һөйгәнем

Виртуаль мөхәббәт кешене ниндәй генә аҙымға этәрмәй! Интернет аша үҙенең “ғүмерлек” мөхәббәтен табып һемәйеп ҡалғандар аҙмы ни? Компьютеры аша “буласаҡ” тормош юлдашының фотоһүрәтен ҡарап, осрашыуға өмөт итеп хыялланғандар ҙа бихисап. Мөхәббәт ауына эләккән хыялый бәндә ҡорбанға әүерелә. “Яныңа килеп етер инем, аҡсам юҡ”, “Поезға билет алғайным да, әсәйем (атайым) ауырып китте, ашығыс рәүештә аҡса талап ителә” тигән смс-хәбәрҙәр ҙә аптыратмай уларҙы...

Юҡҡа сыҡты ... һөйгәнем

Интернет... Әле бер нисә йыл элек кенә был һүҙ күптәр өсөн ят, хатта кәрәкмәгән төшөнсә ине. Хәҙер инде интернет ауына йәштәр генә түгел, ә ололар ҙа, хатта балалар ҙа ныҡлап эләгә. Бер яҡтан кәрәкле мәғлүмәт, электрон китаптар, яратҡан фильмдар, иң “эҫе” яңылыҡтар иле ул. Икенсе яҡтан күҙҙәрен асыу менән виртуаль донъяға инеп, кис еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған әҙәм балаларының күбәйеүе кешелектең яңылыш юлдан киткәненә ишара түгелме?

Виртуаль донъяны яман уйлы кешеләр ҙә оҫта файҙалана. Хәҙер танышыу сайттары бик күп. Виртуаль мөхәббәт кешене ниндәй генә аҙымға этәрмәй! Интернет аша үҙенең “ғүмерлек” мөхәббәтен табып һемәйеп ҡалғандар аҙмы ни? Компьютеры аша “буласаҡ” тормош юлдашының фотоһүрәтен ҡарап, осрашыуға өмөт итеп хыялланғандар ҙа бихисап. Мөхәббәт ауына эләккән хыялый бәндә ҡорбанға әүерелә. “Яныңа килеп етер инем, аҡсам юҡ”, “Поезға билет алғайным да, әсәйем (атайым) ауырып китте, ашығыс рәүештә аҡса талап ителә” тигән смс-хәбәрҙәр ҙә аптыратмай уларҙы. Киреһенсә, йәһәтләп, кәрәкле суммалағы аҡса йыйыла һәм ебәрелә. Шуның менән мөхәббәткә лә нөктә ҡуйыла. Көн һайын илерткес смс-тар яҙған “һөйгәне” лә юҡҡа сыға.

Банк карточкаларының уңайлылығын һәр кем аңлай. Шул уҡ ваҡытта уның менән ҡулланғанда бик һаҡ булырға кәрәк. “Бәйләнештә” селтәре аша алданған ҡыҙҙың миҫалында ҡарарға була быны. “Бәйләнештә”-беҙҙең һәр кемебеҙҙең тиерлек яратҡан сайты икәнлеге бәхәсһеҙҙер. Кемдер музыка тыңлай, бәғзеләр уйын уйнай, өсөнсөләр бар ил буйынса үҙенә “дуҫтар” туплай. Был һүҙҙе тырнаҡ эсенә алыуым осраҡлы түгел. Ысынлап та бер ҡасан да күрмәгән-белмәгән кешеләр һәр кемдең тиерлек “Бәйләнештә”ге дуҫтар исемлегендә бар. Бында шундай “дуҫ”тың береһе ике әхирәтте оҫта итеп алдай. Егет уларҙың береһенең исеменән икенсеһе менән смс-тар яҙыша. Һуңынан: “Миңә ашығыс рәүештә аҡса кәрәк ине”,-тип үҙенең банк карточкаһының һандарын яҙып ебәрә. Әхирәтенә ярҙам итергә ашыҡҡан изге йән шунда уҡ аҡса күсерә. Тик һуңынан барыһы ла алдыҡ икәнлеге асыҡлана. Ҡыҙҙар аптырауға ҡала, шулай ҙа юғалып ҡалмай хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт итә. Ентекле тикшереү башлана. Һөҙөмтәлә аҡсаның бөтөнләй сит кешегә, икенсе республикаға ебәрелеүе асыҡлана.

Хөкөм ителеүсе үҙенең ғәйебен тулыһынса танып, ҡыҙға аҡсаһын ҡайтарып бирҙе. Ул шартлы рәүештә иректән мәхрүм ителде.

Был виртуаль донъя аша килеп ингән беренсе һәм һуңғы енәйәт түгел, әлбиттә. Интернеттан бөтөнләй баш тартып та булмай (заманаһы шул), тик уның менән ҡулланырға өйрәнергә кәрәк. Дуҫтарығыҙҙың береһе тик смс-хәбәр менән генә ярҙам һорай икән, уға шылтыратып нимә булғанын белергә була бит. Ул яуап бирмәһә, яҡындарына мөрәжәғәт итергә. Шулай уҡ банк карточкағыҙҙың һандарын бер кемгә лә ебәрергә ярамай. Сөнки сит өлкәлә генә түгел, ә сит илдә ултырып та иҫәбегеҙҙәге аҡсағыҙҙы тулыһынса урлауҙары бар. Бына шулай: замана технологияларының алға китеүенә ҡыуаныу көйөнөстәр менән бергә үрелеп бара. Тимәк, үҙебеҙгә һаҡ булырға, интернет аша аралашыу мәҙәниәтенә эйә булырға һәм, әлбиттә, балаларҙы ла виртуаль донъяның нескәлектәренә өйрәтергә кәрәк.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

 

Автор:Гузель Салихова