Һаҡмар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
26 Ноябрь 2020, 16:26

"Мине ғәйепләргә ашыҡма..."

Йөрәген баҫҡан һиҙемләү мейеһен яра яҙҙы. Ул иргә текләп: “Атай?””-тине сығыр-сыҡмаҫ тауыш менән. Тапанып торған ирҙең йөҙө шунда уҡ яҡтырып китте. “Әһә, таныныңмы? Да, я твой батя!”-тип Артурҙы ҡосаҡлап та алды...

Суд залынан

Мине ғәйепләргә ашыҡма...”

Бер үк ҡапҡанға

Егет барыһын да оноторға теләпме, әллә кисергәндәре төш булып ҡына ҡалһынмы тип, күҙҙәрен сытырлатып йомдо. Ҡулдар йоҙроҡтарға уҡмашты, унда бүлтәйеп ҡан тамырҙары килеп сыҡты. Егеттең ауыҙы асылды... Юҡ, ҡысҡыра ла алманы, өнһөҙ оран һала, өнһөҙ һыҡтай ине ул.

Ә бына әсәһе улынан сираттағы оҙайлы йылға айырылыуын күтәрә алманы. Суд залында уҡ һығылып төштө. Уның янына кешеләр йыйылып китте. Егет рәшәткә араһынан әсәһенә нимә булғанын күрергә теләп, тимер ситлеккә сат йәбеште. Тик шул арала конвой уны алып сығып китте. Егет: “Әсәй, бирешмә, мин тиҙҙән сығырмын да, барыһы ла яҡшы булыр!”-тип ҡысҡырырға уйланы. Унан тыйылып ҡалды. Өсөнсө мәртәбә бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлап, әсәһен буш вәғәҙәләр менән алдарға теләмәне. Етте!.. Ир булырға ваҡыт. Ә, бәлки, бер кемгә, хатта үҙенә кәрәк булмаған был тормоштан ваз кисергәлер? Әсәһе лә, илап-илар ҙа төңөлөр. Исмаһам, кеше алдында оятҡа ҡалып, суд тупһаһында илап та ултырмаҫ. Барыһын да аңлай ул, барыһын да, тик төҙәлергә бирелгән ваҡыттың ҡәҙерен белмәне. Ысҡынды. Алда – оҙайлы йылдарға һуҙылған ситлектәге тормош. Уныһынан да ҡурмай. Үҫмер осоронан барып эләккән күнеккән йәшәйеше. Тик һуңғы осор үҙенең барыһынан да ныҡ арығанын тоя ул. Барыһы ла, бар нәмә лә ялҡытты. Бер нимәгә ҡарамаҫтан үҙе өсөн йәнен бирергә әҙер әсәһе генә йәл. Һуңғы тапҡыр төрмәнән сыҡҡанда: “Бына хәҙер шәп итеп йәшәп алып китәм. Әсәйемә бер ауырлыҡ тейҙермәйәсәкмен. Уны берәй шифаханаға ебәреп алһам. Унан машина алһаҡ, үҙемә айырым фатир кәрәк”,-тигән уйҙар менән янғайны. Тик оҙаҡҡа барманы, тағы эләкте бер үк ҡапҡанға... Эх, терһәкте тешләп булмай шул хәҙер...

Йыуаш малай

Балалар баҡсаһында Артурҙы этеп-төртмәгән бер бәләкәс тә ҡалмағандыр. Хатта ҡыҙҙар ҙа уға һуғыуҙы бер ни күрмәй ине. Әсәһе һәм өләсәһенең тәрбиәһендә үҫкән малай иҫ киткес йыуаш булыуы менән айырыла ине. Бәләкәс һәр ялды түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Йома көнөн кескәй бармаҡтары менән һанай-һанай көскә килтереп ала ине. Ур-ра, әсәй эшкә бармай, ул да баҡсанан ял итә. Был төндө әсәһе лә әкиәттәрҙе оҙағыраҡ итеп һөйләй, ә иртәнсәк тәмле ҡоймаҡ еҫтәренә уяна. Бер кем дә уны ашыҡтырып баҡсаға алып китмәйәсәген белгән малай ырғып тороп шаяра башлай. Әсәһе менән өләсәһе уға ҡарап йылмая. Ғәмһеҙ баласаҡ. Тик бигерәк тиҙ үтте шул. Мәктәпкә барғас, Артурҙың кәйефе үтә ныҡ ҡырылды. Сөнки аталы малайҙар уны кәмһетә башланы. Быға тиклем әсәһе был һорауҙы нисектер урап үтеп килә алды. Әммә мәктәптә бөтөнләй икенсе донъя ине. Кластарында күпселек малайҙар булған класс күберәк атайҙары тураһында һөйләргә, улар менән маҡтанырға ярата ине. Артур бындай мәлдә йәһәтерәк сығып китеү яғын ҡарай ине. Ә балалар, улар ни уйлай – шуны яңғырата, малайҙы тотоп алып туҡмарға, ҡыйырһытырға аптыраманы. Тәбиғәттән йомшаҡ булған Артур уларға ҡаршы тора алманы. Тиҙерәк ҡайтып әсәһенең йомшаҡ ҡулдарын башында тойорға, өләсәһенең сабыр тауыш менән: “Барыһы ла үтер, балам”,-тигәнен ишетергә ашҡынды ул.

Атаһы – төрмәлә!”

Мәктәптә булған ваҡиға Артурҙың бар тормошон да, әсәһе менән өләсәһенә булған мөнәсәбәтен дә, холҡон да үҙгәртеп ебәрҙе. Кластарында иң матур булып һаналған ҡыҙ тәнәфес ваҡытында бар класты яңғыратып: “Ә беләһегеҙме, Артурҙың атаһы бар!”,-тип ҡысҡырҙы. Балалар шунда уҡ шаулаша башланы, кемдер ышанманы, икенселәр “йә башлағас, әйтеп бөтөр” тигән ҡиәфәттә ҡыҙға текәлде. Артур йәһәт кенә кластан сығып китергә уйланы. Тик малайҙар уны тотоп өлгөрҙө. Ҡыҙ барыһының да үҙенә төбәлгәненән кинәнес табып әҙерәк көттөрҙө лә, унан яңғырауыҡ тауыш менән дауам итте: “Эйе, уның атаһы бар! Тик ул төрмәлә ултыра!” Балалар тағы нығыраҡ шаулаша башланы. Артур теге ҡыҙға ташланды: “Алдайһың!” Тик малайҙы башҡалар эләктереп алды. “Бер ҙә генә алдамайым. Ышанмаһаң, ҡайт та әсәйеңдән һора! Һинең атайың кеше ... үлтергән!”

Ҡыҙыҡайҙың был һүҙҙәренән һуң класс тып-тын булып ҡалды. Барыһы ла Артурға текләне. Әйтерһең, ул кемделер үлтергән. Артур кластан йүгереп сығып ҡайтып китте. Әсе һыуыҡта курткаһыҙ, бейәләйһеҙ йүгереүен дә аңламаны ул. Өйҙә өләсәһе генә ине. Ҡып-ҡыҙыл булған малайҙы күреп уның ҡото осто. Артур: “Өләсәй, минең атайым кеше үлтергәнме?! Ул төрмәләме?!”-тип ҡысҡырып илап ебәрҙе. Малай өләсәһенең был буш һүҙ булыуын белдереп, үҙен тынысландырыуын көттө. Тик ул: “Әсәйең ҡайтҡас һөйләшербеҙ”,-тип аш бүлмәһенә инеп китте.

Әсәһе кискеһен ниҙер һөйләргә, аҡланырға, кемделер аҡларға маташты. Артур уның: “Һәр кемдең яңылышыуы бар. Хаталанған кешеләр күп донъяла”,-тигән һүҙҙәрен ишетеп, атаһының ысынлап та төрмәлә булыуын аңланы. Уның өсөн тормош туҡтағандай булды. Артур һәр саҡ атаһын космонавт йә разведчик итеп күҙ алдына килтерә ине. Йәнәһе, шуға уның ваҡыты юҡ улын күрергә. Кескәй саҡта әсәһе лә: “Атайыңдың эше бөткәс тә ҡайтыр”,-тип әйткәйне бит. Ул шул мәлдән алып атаһын әллә ниндәй геройҙарға тиңләп йәшәне һәм өҙөлөп көттө. Һәр тыуған көнөндә, Яңы йыл байрамдарында өмөтләнде ҡайтырына, ишеккә кемдер шаҡыһа ла “бәлки, атайымдыр” тигән уй килде башына. Тик атаһы һаман ҡайтманы. Ә барыһы ла үтә ябай ҙа, үтә ҡурҡыныс та булып сыҡты. Артурҙың атаһы – кеше үлтереүсе.

Малай оҙаҡ йоҡлай алмай ятты. Әсәһе менән өләсәһенең дә һаман ятмауҙарын һиҙеп, ипләп кенә улар яғына сыҡты. Өләсәһенең: “Күпме әйттем һиңә айырыл тип! Исмаһам, балаңды ошондай оятҡа ҡалдырмаҫ инең Эшкинмәгән иреңде көтөп, үҙеңдең дә ғүмерең зая уҙа. Артур бәләкәс саҡта уҡ икенсе кешегә кейәүгә сыға ала инең бит. Барыһы ла яҡшы булыр ине, Артур ҙа бындай тетрәнеүҙәр кисермәҫ ине”,-тигән ҡаты һүҙҙәрен ишетеп, малай төнө буйы илап сыҡты.

Йоҙроҡҡа ҡаршы көс юҡ!

Мәктәптә уны яңы һынауҙар көтә ине. Хәҙер балалар уны мыҫҡыл итте, көлдө. Буштан-бушҡа елкәһенә һуҡҡан малайға әйләнеп килеп тондорғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды ул. Тегеһе сыйылдап мөйөшкә барып төштө. Йыуаш малайҙан ундайҙы көтмәгән класташтары шымып ҡалды. Ә Артур ошо хәлдән һуң үҙ көсөнә ышанды. Үҙе йә атаһы тураһында берәй һүҙ сығыу менән йоҙроҡтарын эшкә ҡуша башланы. Хәҙер инде класташтары ла, башҡа балалар ҙа унан ҡурҡты. Сөнки Артур ныҡ ҡыҙып китһә, туҡтай алмай ине.Быға тиклем яҡшы уҡыған малайҙың уҡыуы насарайҙы. Тиҙҙән ул мәктәптә ауыр бала булараҡ иҫәпкә алынды. Ә класындағы бер малайҙы ныҡ итеп туҡмағандан һуң полиция иҫәбенә лә барып эләкте.

Әсәһе улының ҡулдан ысҡынып барғанын яҡшы аңлай ине, әммә бер ни ҙә эшләй алманы. Малай быға тиклем атаһы тураһында дөрөҫлөктө йәшергән әсәһен дә, өләсәһен дә дошман итеп күрә ине. Тыңлаусан баланан һәр саҡ ризаһыҙ үҫмергә әүерелгән Артур менән улар нисек һөйләшергә лә белмәне. 12 йәшкә еткәс малай өйҙән ҡаса башланы. Әсәһе уны эҙләп хәлдән тая ине.

Бер көн Артур өйҙә яңғыҙы саҡта ишекте шаҡынылар. Үҫмер барып асты. Уның алдында бер ир баҫып тора ине. “Һеҙ кемгә?”-тине малай ҡырыҫ итеп. Ир өнһөҙ уға төбәлде. Шул саҡ Артурҙың күңелен ниҙер ҡымырйытҡандай булды. Йөрәген баҫҡан һиҙемләү мейеһен яра яҙҙы. Ул иргә текләп: “Атай?””-тине сығыр-сыҡмаҫ тауыш менән. Тапанып торған ирҙең йөҙө шунда уҡ яҡтырып китте. “Әһә, таныныңмы? Да, я твой батя!”-тип Артурҙы ҡосаҡлап та алды.

Тағы ла ташланы...

Үҫмер ғүмер ҙә кисермәгән хистәрҙә йәшәне. Атай ҡосағында шул тиклем йылы ла, рәхәт тә ине. Үҙен ниңәлер бар яҡтан яҡлаулы итеп тойған Артур һыңҡылдап илап ебәрҙе. “Ну че ты, сынок, барыһы хорошо будет”. Атаһы русса-башҡортса ҡушып ниҙер һөйләнде, ә Артурҙың унан айырылғыһы ла килмәй ине. Кискеһен ҡайтҡан әсәһе менән өләсәһе кухняла ултырған ирҙе күреп һушһыҙ ҡолай яҙҙы, шикелле. Атаһы тороп: “Ну что, жена, обнимемся что ли?”-тигән булды. Өләсәһе бер һүҙ өндәшмәй икенсе бүлмәгә инеп китте. Ул кейәүенең ошолай уйламағанда ҡайтып төшөүенә ҡаршы икәнлеге күренеп тора ине.

Әсәһе йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләне. Ир моҡсайынан шоколад һәм араҡы сығарып ултыртты. Атаһының үҙенә лә рюмкаға хәмер ҡойоп биреүенә үҫмер аптырап ҡалды. Әсәһе ҡаршы ниҙер әйтергә уйлағайны, атаһы: “Минең менән була! Урамда түгел бит!”-тине.

Артур рюмканы күтәреп тә өлгөрмәне, өләсәһе йүгереп килеп инеп уның ҡулынан һауытты һуғып осорҙо. “Үҙеңдең эскелегең арҡаһында бар тормошоңдо юҡҡа сығарҙың! Ҡоҙа-ҡоҙағый шул ғазапты кисерә алмай, үлеп китте. Унан ҡыҙымдың тормошон тамуҡҡа әйләндерҙең! Хәҙер баланы әрәм итергә уйлайһыңмы?!” Өләсәһенең бер ҡасан да ҡысҡырғанын ишеткәне булмаған Артур юғалып ҡалды. Ә ул туҡтарға уйламай ине. “Эсеп йөрөп иң яҡын дуҫыңды әрәм иттең бит! Уның алмалай өс балаһы етем үҫте. Бына, улыңды ла тере етем иттең! Беҙ үҫтерҙек уны. Хәҙер килеп “атай” булып араҡы ҡойоп ултыраһыңмы?!”

Артур тышҡа сығып йүгерҙе. Әсәһе менән өләсәһе һиҙмәһә лә, хәмерҙе күптән татып ҡараған ине ул. Шуға күрә атаһының уға араҡы тәҡдим итеүен дә үҙенсә - “егеттәрсә” дөрөҫ ҡабул итте. Уйламағанда атайлы булыу үҫмерҙе бик ҡыуандырҙы. Улар бергәләшеп мунсаға йөрөнө, унда өлкән ирҙәр менән бергә һыра һемереү Артурҙы күккә күтәрә ине. Артурҙың бар бәхәсте йоҙроҡ менән хәл итеүен дә атаһы маҡтап ҡабул итте. Әсәһе тамам тыңламай башлаған улын ошаҡлаһа ла, атаһы уны яҡлашты. Шуға күрә туҡтауһыҙ эскелек ойошторған атаһын фатирҙан ҡыуа башлағастар, ул: “Әгәр атай сығып китһә, мин дә китәм!”-тине.

Тик атаһы барыбер китте. Әсәһе менән өләсәһе ҡыуған өсөн түгел, ә икенсе ҡатынға. Артур тәүҙә атаһын өләсәһе өйгә индермәгәндер тип уны эҙләп китте. Барғас, уның икенсе ҡатында йәшәүен белде. Быны ла аңлап ҡабул китте.үҫмер. Әсәһе менән ун йылдан ашыу бергә йәшәмәгәндәр бит, аралары һыуынғандыр тип. Тик Артур атаһына ныҡ эҫенгән ине. Бер көн әсәһе менән өләсәһе уны әрләй башлағас, әйберҙәрен йыйып атаһына сығып китте. Тәүҙә ишекте атаһының яңы ҡатыны асты. Үҫмергә шат булмауы һиҙелеп тора ине. Унан атаһы килеп сыҡты ла: “Артур, һин ҡайт. Аңла, минең хәҙер икенсе ғаилә. Һин бында артыҡ”,-тине.

Был һүҙҙәр үҫмерҙең йөрәгенә хәнйәр булып ҡаҙалды. Ул дуҫына юл алды. Уның менән тәүҙә һыра, унан араҡы эстеләр. Аҡса етмәгәс, магазинға киттеләр. Уныһы бикле булғас, тәҙрәһен ярып инделәр. Артурға был ғына әҙ ине. Туҡталышта торған бер егеткә барып бәйләнде. Уныһы ниҙер әйтеүе булды, осора һуғып, ҡорбанын һыу эскеһеҙ итеп туҡманы. Магазинға бергә төшкән дуҫы шартлы хөкөм менән ҡотолһа, Артур балиғ булмағандар өсөн колонияға эләкте. Холҡон төҙәтергә ебәргәйнеләр ҙә, унан киреһенсә тағы ла уҫалланып, бар донъяға асыулы булып сыҡты. Күп тә үтмәй, өләсәһе мәрхүмә булды. Үлер алдынан Артурҙың башынан һыйпап: “Балам, әсәйеңде лә, үҙеңде һиңә тапшырам”,-тине. Был һүҙҙәр әле лә егеттең йөрәгендә сыңлап тик тора.

Әсәһен йәлләһә лә, Артур үҙен ҡулға ала алманы. Төркөм менән енәйәт ҡылғандан һуң ул һигеҙ йылға хөкөм иттеләр. Әсәһе илай-илай оҙатып ҡалды. Төрмәлә лә улын иғтибарһыҙ ҡалдырман, кәрәк-яраҡтарын, аҡсаһын ебәреп торҙо. Артур ошонан һуң “етте, бөттө, төрмәгә башҡа әйләнеп ҡайтмайым” тип сыҡҡайны ла, үҙенә биргән һүҙендә лә тора алманы. Бер ирҙең биш мең һумлыҡтарын һанай-һанай машинаһына ултырғанын күреп, уның артынан баҫып инде. Йән көсөнә ҡорбанының башына һуҡты һәм аҡсаны алып китте. Әмәлгә, ир тере ҡалды. Артур тотолдо һәм бына тағы оҙайлы йылға хөкөм ителде.

Хәҙер инде утыҙ йәшкә яҡынлап барған Артур атаһы менән һөйләшеүен иҫкә төшөрҙө. Ул икенсе мәртәбә төрмәнән сыҡҡас уны барып тапҡайны. Ошо йылдар дауамында атаһы уның менән аралашманы ла, ярҙам да итмәне, яңы ҡатыны уға бала табып биргән ине. Бер ярты бушатҡас, Артур атаһына күптән әйтә алмай йөрөгән үпкәһен еткерҙе: “Һин төрмәнән сыҡҡас беҙгә килмәй, тура ошо бисәңә китһәң, минең яҙмышым күпкә бәхетле булыр ине. Атайым бар икәнен тойоп та өлгөрмәнем, һин мине яңынан ташланың. Бөтөнләй атайһыҙ булһам, мин күпкә бәхетле булыр инем...”

Артур йөрәгенә төйөлгән асыуға түҙә алмай, урамға ташланды. Атаһы уның артынан сыҡты: “Улым, һин мине ғәйепләргә ашыҡма...”

Артур уны тыңлап та тормай үҙ юлы менән китте. “Тыңлап бөтөргә кәрәк булған, нимә тип аҡланған булыр ине икән. Хат яҙһам, яуап бирерме икән? Юҡтыр, әсәйҙең хәлен дә белмәгән кеше...”

Шулай ҙа бер көн ул түҙмәне. Атаһынан барыһын да һорап һәм үҙенең хистәрен еткереп хат яҙырға булды. Тик аҡ ҡағыҙға: “Һаумы, атай!” тигән һүҙҙәрҙән башҡа бер ни ҙә яҙа алманы...

Гүзәл Иҫәнгилдина

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исем үҙгәртеп алынды.

Читайте нас в