Ҡайһы саҡта уйламай эшләгән бер аҙым әҙәм балаһының бар ғүмерен селпәрәмә килтерә. Ниндәйҙер ҡара көскә бирелеп бер хата эшлә – ғүмерең буйы үкенерлек бәләгә тарырһың. Бындай осраҡта өлкәндәр: “Шайтан ҡотортҡандыр инде”,-тип уфтаныусан була. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Әммә упҡынға ҡарай аҙым эшләгәндән һуң, артабан уға ҡарай атлауыңды дауам итәһеңме, әллә туҡтарға көс табаһыңмы – тик үҙеңдән генә тора...
Яратып баҡсаһын баҡҡан хужабикә сәйер тауыштарға шунда уҡ иғтибар бирә. Шулай ҙа унда - бында яңы баш ҡалҡытҡан, ҡайһылары инде күкрәп сәскә атҡан йәшелсә-емешенән өҙөлә алмай. Сәскән үҫемлектәренән бигерәк тиҙ үҫкән ҡый үләндәрен йолҡоп йөрөй бирә. Шул ваҡытта ҡапыл ҡурҡыныс итеп ҡысҡырып ебәргән тауышҡа һиҫкәнеп китә. Был ни хәл булды әле ул? Күп тә үтмәй тағы ла ҡурҡынысыраҡ тауыш яңғырай. Ҡатын күршеләренең ишек алдына күҙ һала. Әсмә ике йәш ирҙең тупһала ултырыуын күрә. Улар аңлайышһыҙ итеп ниҙер ҡысҡыралар, унан тупһаға йығылып китәләр. Шаярыуҙары шулмы? Тик был уйын-көлкөгә лә оҡшамаған. Ҡапыл ишек алдын имәнес тауыштар менән көлөү яңғыратып ебәрҙе. Әсмә телефонын таба алмай аптыранып, күршеһе Ғәлиәгә йүгерҙе. “Тиҙ генә полицияға шылтырат әле! Күрше йортта ирҙәр әллә нимә эшләй ул! Үҙҙәрен бик сәйер тота”,-ти ул.
Әсмә үҙенең йорто өсөн ҡурҡа башлай. Аҡылдан яҙған ирҙәр янғын сығарып ебәрер, тип ҡурҡа ул. Йүгереп ҡайтып тишектән баяғыларға тағы күҙ һала. Тупһаның буш булыуын күреп тәүҙә киткәндәр икән, тип уйлай. Тик ирҙәрҙең ерҙә ҡорт кеүек шыуышып йөрөгәндәрен күрә. Әсмә ҡото осоп өйөнә йүгереп инеп китә.
Саҡыртыу алған полиция хеҙмәткәрҙәре лә килеп етә. Улар хәҙер инде тупһаға күсеп ултырған йәш ирҙәрҙең янындағы буш “Fanta” һауытын күреп барыһын да аңлай. Ғәҙәттә, наркотик ҡулланыуға ҡулайлаштыралар уны. Оператив төркөм саҡыртыла. Тикшереү барышында ирҙәрҙең наркотик тәьҫире аҫтында булыуы асыҡлана. Ә бит улар – наркоман түгел. Барыһы ла уйламай эш итеүҙән, хатта осраҡлы рәүештә килеп сыға тип әйтергә була.
Сәғит менән Морат Магнитогорск ҡалаһына машина һатып алырға юл ала. Көнө буйы автосалондарҙы ҡыҙырып та, хаҡы буйынса уңайлыһын да, оҡшағанын да таба алмайҙар. Арманһыҙ булған ирҙәр такси саҡыртып ҡайтырға була. Морат һыу һатып алырға тип магазинға инеп китә. Сәғит бер йорттоң ишек алдында торған эскәмйәгә барып ултыра. Эш уңмағанға көйгән ирҙең башы түбән эйелә. Һәм шунда ул ҡәһәрле моҡсайҙы табып ала. Наркотик менән кәсеп итеүселәр закладка тигән нәмә уйлап табыуын һәр кем белә бит. Улар төрлө урынға телефон һандарын яҙып китә. Наркотикты йәне урынына күргән ауырыу кешеләр уларға шылтырата. Үлем менән кәсеп итеүселәр иҫәбенә аҡса күсергән осраҡта закладканың йәғни наркотиктың ҡайҙа ятҡанын әйтергә вәғәҙәләй. Халыҡты күрәләтә ҡырыусылар был ысулды хоҡуҡ һаҡсыларына тотолмаҫ өсөн уйлап тапҡандыр, күрәһең.
Сәғит тә был ниндәй ҡапсыҡ икәнен яҡшы аңлай. Ул табып алған наркотикты кеҫәһенә тыға. Шул арала Морат та килеп етә. Улар таксиға ултырып ҡайтырға юллана. Сәғит юл буйы өндәшмәй бара. Уйламағанда табып, кеҫәһенә һалып алған табышы тынғылыҡ бирмәй уға. “Дөрөҫ эшләнемме? Кәрәкме ул миңә? Әллә тәҙрәнән бырғатырға ла китергәме?”-тине бер тауыш. Икенсеһе, күрәһең, шайтан нәфсеһелер инде: “Ярай, бер мәртәбәнән нимә булыр тейһең? Ҡайтып ет әле. Унан күҙең күрер. Ҡайтып еткәс тә ташлауы һуң түгел”,-тип ҡотортто.
Шулай уйлана-уйлана, үҙе менән үҙе бәхәсләшеп килеп, ҡайтып еткәндәрен дә һиҙмәй ҡалды. Улар Сәғиттең йортонда төшөп ҡалды. Әҙерәк хәл йыйып, машинаны ҡайҙан һатып алыу тураһында һөйләшеп алдылар. Күптән уйланғанын әйтә алмаған Сәғит кеҫәһенән теге моҡсайҙы килтереп сығарҙы. “Магнитта, эскәмйә аҫтында табып алдым. Әйҙә, тартып ҡарайыҡ”. Морат та ҡыҙығып китте. Улар наркотикты тартыуға әҙерләп, тәмләп” тә ҡарай. Баштары әйләнеп, 15 минутҡа үҙҙәренең ҡайҙа, нимә эшләп йөрөгәндәрен оноталар. Ошо ваҡытта уларҙы Әсмә күрә лә инде. Аҡылһыҙ ҡыланышлы ирҙәрҙе күреп, хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт итә.
Наркотик тәьҫире әҙерәк үткәс, Морат: “Был миңә оҡшаны ул. Ҡана, миңә лә әҙерәк һалып бир”,-тей. Сәғит уға ла өлөш сығара. Тупһала һаман да урынынан тора алмай ултырған ирҙәрҙе саҡыртылған полиция хеҙмәткәрҙәре килеп тота.
Тәүҙә суд Сәғиткә булды. Әйтергә кәрәк, ул хөкөм ҡарарына тиклем иректә йөрөнө. Наркотикты һаҡлау, таратыу ауыр енәйәттәрҙең береһе булыуы иҫәпкә алынып, Сәғит ҡаты режимлы колонияға ебәрелде. Ул суд залында һаҡ аҫтына алынды. Сәғит хөкөмдөң үҙенә ҡарата шулай үтә аяуһыҙ булыуын көтмәгәйне. Нисек инде улай? Осраҡлы табылған наркотик, ҡыҙыҡһыныу ғына ине бит. Уйламай эшләнгән хәүефле аҙымдың яҙмышын ҡырҡа бороп ебәрәсәген ул башына ла килтермәй ине шул.
Моратҡа ҡарата ла енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уға ла хөкөм эскәмйәһенә ултырырға тура киләсәк.
Эйе, ҡайһы саҡта физик яҡтан да, психик яҡтан да өлгөрөп еткән, әзмәүерҙәй ир-егеттәр ҙә ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, ҡурҡыныс аҙымдан баш тарта алмай. Шуға күрә күҙ алдығыҙға бер мәлгә генә балаларҙы, үҫмерҙәрҙе килтереп ҡарағыҙ. Уларҙа ошондай хәүефле ҡыҙыҡһыныу уянмаһын өсөн ата-әсәләргә, өлкәндәргә уяу булырға кәрәк. Һуңғы осор “снюс”тан (кәнфит формаһында һатыла, составында тик никотин шыйыҡсаһы ғына) бер нисә баланың ағыуланыуы йәмғиәттең вайымһыҙлығы тураһында һөйләй бит. Ни өсөн күрәләтә ошондай ҡурҡыныс нәмә иркен һатыуға сығарыла? Был кәсепселәрҙең балалары юҡмы ни? Әллә улар “бар кешелек ҡырылып бөтһә бөтһөн, тик беҙең аҡсабыҙ ғына булһын”, тип уйлаймы? Ни өсөн өлкәндәр шул “снюс”тарҙы магазин кәштәһендә күргән саҡта, уларҙы алып ташлауҙы талап итмәй? Бер кеше әйтер, ике, өс... Кәсеп итеүселәр ҙә һипһенер ине бит.
Уйламаған аҙым – селпәрәмә килгән яҙмыш... Ошо хаҡта онотмайыҡ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.