

Рəсəй кубогының 2-се этабын Калуга өлкəһе ҡабул итте. Мəскəү, Санкт-Петербург, Ҡалмығстан, Саха республикаларынан, Силəбе, Ставропольдан уҡсылар ҡатнашты. Башҡортостандың ҙур командаһы составында Баймаҡ районы уҡсылары Өмөтбаев Тимур, Рахманғолов Ғəфүр, Мырҙағəлин Илфат һəм Иҙрисов Фəиз дə сығыш яһаны. 70 метрҙан "Төрөк путаһы" сəбендə Мырҙағəлин Илфат еңеүсе тип танылһа, Рахманғолов Ғəфүр 2 урын яуларға өлгəште. 40 метрҙан "Тəкə бута" сəбендə Мырҙағəлин Илфат 2 урынды элəктерҙе. Ошо еңеүҙəре менəн Рəсəйҙең йыйылма командаһына һайлап алыуҙың финал этабына юллама оттолар. 20 июнь Өфө районында урынлашҡан "Патриот" паркында Рəсəйҙең йыйылма командаһына һайлап алыуҙың финал этабы буласаҡ. Финал этабына элəгеү өсөн Рəсəй кубогының этаптарының береһендə призлы урын алыу мотлаҡ. 3 этаптың еңеүселəре һəм призерҙары араһында ярыш ойоштороп илебеҙҙең иң көслө 3 ҡатын-ҡыҙҙы һəм 3 ир-егетте һайлап аласаҡтар. Əле 2 этаптың һөҙөмтəлəре буйынса Башҡортостандан 10 уҡсы финал этабына үтеүгə өлгəште. Килəһе 3-сө этабы Иркутск ҡалаһында 11-15 июнь буласаҡ. Беҙҙең уҡсыларыбыҙға уңыштар телəйбеҙ.
Ятып ҡалғансы – атып ҡал!