Сыңғыҙ мәктәбендә ошо ауылда тыуып үҫкән билдәле шәхес Тимерйән Рәжәпов иҫтәленә арналған ҙур сара үтте. Уны мәрхүмдең ҡатыны Эльвера Сәғит ҡыҙы, бер туған ҡустыһы Булат Рәжәп улы һәм уның ғаиләһе, ауылдың әүҙем ир-егеттәренең береһе Нияз Уразбаев ойошторҙо. Сараның тәүге өлөшө рәсми бүлекте үҙ эсенә алһа, икенсе өлөшө волейбол ярышынан торҙо.
Кисәлә район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фәнис Әминев, Таулыҡай ауылы биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаев, мәктәп директоры Рифат Имамбаев, ир-егеттәр ҡоро рәйесе Нур Усманов, махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Әхмәт» позывнойлы яугир, мәрхүмдең туғандары, дуҫтары ҡатнашты. Улар Тимерйән Рәжәповтың тормош юлына, халҡы, Тыуған иле өсөн эшләгән изге эштәренә байҡау яһаны, төрлө иҫтәлектәре менән менән бүлеште, мәрхүмдең тыуған иленең ысын патриоты булыуын билдәләне. Ҡатыны Эльвера Сәғит ҡыҙы мәктәптең спорт залына бүләктәр, музейына яугирҙең яу яланынан табып алып ҡайтҡан мылтығын тапшырҙы.
Эйе, Тимерйән Рәжәп улының исеме ауылдаштары, район халҡына ғына түгел, республикала, ситтә йәшәүселәргә лә яҡшы таныш. Күптәр уны йәмәғәт эшмәкәре, яугир-интернацианалист, махсус хәрби операция яугире, «Халыҡтар дуҫлығы» ордены кавалеры булараҡ белә.
Ул 1967 йылда Сыңғыҙ ауылында Ғәлиә һәм Рәжәп Рәжәповтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Улдарының тимер кеүек ныҡ булыуын теләп, ата-әсә балаға Тимерйән тип исем ҡуша.
Т.Р.Рәжәпов Сыңғыҙҙа һигеҙ йыллыҡ белем ала, артабан бер йыл Таулыҡайҙа уҡый. 10-сы класты Баймаҡ лицей-интернатында тамамлай һәм Ленин исемендәге колхозға эшкә төшә. Күпмелер ваҡыттан әрмегә алына. Алты ай Ростов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһында төрлө һөнәрҙәр алып, 1987 йылда хәрби бурыс үтәргә бер төркөм егеттәр менән Афғанстанға ебәрелә. Рухи һәм физик яҡтан көслө егет әрмелә лә бирешмәй, намыҫлы хеҙмәт итә. «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «СССР Ҡораллы көстәренә 70 йыл», «Рәхмәтле афған халҡынан яугир-интернацианалистҡа» миҙалдары менән наградлана. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, колхозда тракторсы-машинист булып эшләй, бер аҙҙан Баймаҡ Эске эштәр бүлегенә милиционер булып эшкә урынлаша. Өфөгә күскәс, баш ҡаланың төрлө райондарында полиция булып эшләп, 2011 йылда капитан дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға.
Тимерйән Рәжәпов Мораҡ ауылында һәм башҡа райондарҙа Афғанстанда һәләк булғандарға һәйкәл-мемориалдар ҡуйыуға өлгәшә. 2015 йылда «Юлдаш» каналы «Йыл кешеһе» итеп билдәләй, 2019 йылда Республика башлығы Р.Ф. Хәбиров ҡарары менән «Халыҡтар дуҫлығы» орденына лайыҡ була. Махсус хәрби операция башланғас та тәүгеләрҙән булып Башҡортостандан Донбасҡа гуманитар ярҙам туплау эшендә ҡатнаша, уны оҙатып бер-нисә тапҡыр яу яланына барып ҡайта. 2024 йылда Рәсәйҙең Оборона министры менән контракт төҙөп, яу биләмәһенә юллана. Алыштарҙың береһендә ул яралана. Тимерйән Рәжәпов дауаханала операция ваҡытында вафат була. Уға 57 йәш ине.
Үҙенең ҡыҫҡаҡ ғүмере эсендә бихисап эштәр башҡара яҡташыбыҙ. Быны Сыңғыҙ мәктәбе фойеһында ойошторолған күргәҙмә лә иҫбатлай ине. Унда Тимерйән Рәжәп улының бихисап миҙал-ордендары, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары урын алды. Сарала ҡатнашҡан ҡунаҡтар уның һәр береһе менән ҡыҙыҡһынды, һоҡланып, ғорурланып ҡараны.
Сараның рәсми өлөшөнән һуң, яугир иҫтәлегенә арналған волейбол ярышы башланды. Турнирҙа Сыңғыҙ, Таулыҡай, Буранбай, Ғәҙелбай, Беренсе Этҡол ауылы командалары ҡатнашты. Көн буйына һуҙылған ярыш бик сәмле һәм мауыҡтырғыс булды. Спорт залы уйынсыларҙың һәм көйәрмәндәрҙең тауышынан гөрләп торҙо. Ләкин ярыш булғас, еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була. Ҡыҙыу барған бәйгелә, Таулыҡай ауылының өлкәндәр командаһы үҙҙәрен иң яҡшы волейболсылар тип күрһәтте. Улар лайыҡлы беренсе урын яуланы. Икенсегә Беренсе Этҡол ауылының йыйылма командаһы сыҡты. Таулыҡай йәштәре өсөнсө урынға лайыҡ булды. Шулай уҡ яҡшы уйынсылар төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Данил Нәҙершин «Иң яҡшы уйынсы», Илһам Ибраһимов «Иң яҡшы бәйләүсе», Фәнзил Үҙәнбаев «Иң яҡшы һөжүмсе», Илшат Буранбаев «Иң яҡшы тотҡарлаусы» номинациялары еңеүселәре булды.
Сараны ойоштороусылар яугир иҫтәлегенә арналған кисәне үткәреүгә тос өлөш индереүсе мәктәп директоры Рифат Имамбаевҡа, Таулыҡай һәм Сыңғыҙ мәктәптәренең физкультура уҡытыусылары, волейбол ярышын үткәреүсе Рәшит Буранбаев һәм Ғәзиз Байегетовҡа Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Көн буйына дауам иткән сара ойоштороу йәһәтенән юғары кимәлдә ине. Ҡунаҡтарға мәктәп ашханаһында иртәнге, төшкө һәм киске аш ойошторолдо.
Йомғаҡлау өлөшөндә мәрхүмдең туғандары ярышта ҡатнашыусыларға Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр, еңеүсе командаға кубок тапшырҙы. Хатта иң ихлас, иң йәш көйәрмәндәр, аш-һыу әҙерләүсе ашнаҡсылар ҙа иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалмай матур бүләктәр алып ҡыуанды. Ярышты ойоштороусылар яугир иҫтәлегенә арналған волейбол турнирын киләһе йылдарҙа ла үткәрергә тигән фекергә килде. Сөнки, был батыр яҡташыбыҙға ҡарата ихтирам һәм хөрмәт булып тора. Эйе, Тимерйән Рәжәпов хаҡында иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәр.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.