Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Февраль , 15:01

Ысын дуҫ ине!

Ишмырҙа ауылы мәктәбенең спорт залында ир-егеттәр араһында волейбол ярышы үтте. Турнир махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Азат Йәнбәковҡа арналды.  Унда яугирҙең ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары ҡатнашты.  «Азат Әкрәм улы менән дүрт йыл бергә уҡыныҡ. Студент саҡта таныштыҡ.  Ҡоҙа булаһың, тип мине килеп табып алып, бер бүлмәгә урынлашып, өс йыл бергә йәшәнек. Алсаҡ, шәп егет ине. Олоно-оло, кесене-кесе итте, ихтирамлы, ярҙамсыл булды. Спортты шул тиклем ныҡ яратты. Бигерәк тә йүгереүгә өҫтөнлөк бирҙе. Көн һайын кискеһен оҙон араны йүгерә ине. Бер телем икмәкте уртаға бүлеп ашап, бер стакан һөттө бүлешеп эскән яҡын дуҫтар булдыҡ. Өйләнеүем тураһында иң беренсе әйткән егет тә ул булды.  Туйыбыҙға кейәүгәре булып килде. Ул ваҡытта тамадалар булмай торғайны. Туйҙағыларға төрлө уйындар уйнатып, йырлатып, бейетеп, бик күңелле итеп үткәргәйне. Уҡып бөткәс тә һәр саҡ бәйләнештә булдыҡ. Әрмелә саҡта ла, контракт буйынса хеҙмәт итеп, Хабаровск яғында төпләнһә лә, һәр саҡ аралашып торҙоҡ. Ялға ҡайтһа, балаларҙың һәр береһен теүәлләп, бүләк-күстәнәстәрен алып, хәл белергә килә ине. Төрлө сара, йыйылыш ойоштороуға шәп булды. Йылына бер ҡайтһа ла дуҫтарын йыйып, тыуған йортона ҡунаҡҡа саҡырып ала торғайны. Күңелле йәшәнек. Тағы ла шуныһы: башҡорт рухлы булды. Хабаровскиҙа йөрөгәнендә 9 май байрамы булһынмы, берәй ярышмы, һәр ваҡыт Башҡортостандың, Баймаҡ районының флагын тотоп йөрөнө. Түшенә «Башҡортостан»,  «Баймаҡ» тип яҙып, бүрек кейеп йөрөргә яратты инде. Һуңғы тапҡыр «Башҡорт аты»на ҡайтты. Үкенескә ҡаршы, ғүмере 40 йәштә генә өҙөлдө. Бик шәп егетте юғалттыҡ...» - тигән йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты мәрхүмдең дуҫы, төркөмдәше Фәиз Байегетов.

Ишмырҙа ауылы мәктәбенең спорт залында ир-егеттәр араһында волейбол ярышы үтте. Турнир махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Азат Йәнбәковҡа арналды.

Азат Әкрәм улы 1984 йылда Ишмырҙа ауылында тыуған. Бәләкәй сағынан шуҡ, ихлас, ярҙамсыл, тырыш, маҡсатлы булып үҫә. Спортты үҙ иткән егет районда ғына түгел, республика кимәлендә үткән ярыштарҙа ла еңеүсе була. Мәктәпте тамамлағас, Сибай педагогия колледжының хеҙмәт һәм физкультура бүлегендә белем ала. Уҡып бөтөп, бер йыл эшләгәс, әрмегә саҡырыла. Хәрби хеҙмәте тулғандан һуң, контракт төҙөп Хабаровск ҡалаһында хеҙмәт итә. 2025 йылда махсус хәрби операцияға юллана. Әммә, үкенескә ҡаршы, оҙаҡламай хәбәрһеҙ юғала. 20 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлаған Азат Әкрәм улы яуҙа батырҙарса һәләк булып, 2026 йылдың 24 ғинуарында тыуған ауылына мәңгелеккә ҡайтып ятты.

Изге күңелле, туған йәнле егеттең дуҫтары күп була. Волейбол ярышы ла тап класташтары һәм  Сибай педагогия колледжында бергә уҡыған төркөмдәштәре инициативаһы менән үткәрелде. Уларҙың тәҡдимен мәрхүмдең туғандары ла хуплай. Һөҙөмтәлә ярыш юғары кимәлдә ойошторолдо. Унда яугирҙең ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары ҡатнашты. Шулай уҡ махсус ҡунаҡтар - мәрхүмдең Сибай педагогия колледжындағы төркөм етәксеһе Радик Насыров һәм ауыл мәктәбендә оҙаҡ йылдар физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән Заһит Йәйләйев та бар ине. Тап улар Азат Әкрәм улына спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләй, уны үҫтереүҙә булышлыҡ итә.

Сараны асыу өсөн һүҙ Ишмырҙа ауыл хакимиәте башлығы Фидан Әйүповҡа һәм мәктәп директоры вазифаһын башҡарыусы Вәлимә Сыңғыҙоваға бирелде. Улар Азат тураһында йылы хәтирәләре менән бүлеште, мәрхүмдең ата-әсәһенә туғандарына түҙемлек теләне. Артабан Ишмырҙа ауылынан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр Артур Иҙелбаев, Илнур Үлйәбаев, Зөлфәт Теләүсин, Азат Йәнбәковты  иҫкә алып, бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде...  

Волейбол ярышы биш команданан: Ишмырҙа ветерандары, Таулыҡай, Ҡаратал ауылдары, Ишмырҙа йәштәре, мәрхүмдең бергә уҡыған төркөмдәштәренән торған уйынсыларҙан торҙо. Беренселек өсөн ярыш бик ҡыҙыу барҙы. Һәр команда яҡшы уйынсылары менән көслө ине. Көн дауамында барған спорт ярышы һөҙөмтәләренә килгәндә, беренсе урынға Ишмырҙа йәштәре сыҡты. Икенсе урын Ишмырҙа ветерандарына бирелде. Өсөнсө урынға төркөмдәштәре лайыҡ булды.

Спорт ярышында волейболдан тыш, шахмат һәм шашка уйындары ла булды. Унда ла ир-егеттәр теләп ҡатнашты. Еңеүсе командаларға, уйынсыларға Маҡтау грамоталары, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Кубок һәм миҙалда Азаттың фотоһүрәте һәм исем-фамилияһы сағылдырылды. Ярышта ҡатнашыусылар сараны ойоштороусыларға, бүләктәр алыуға финанс ярҙам күрһәткән дуҫтарына, бушлай ашхана ойошторған Рәшиҙә һәм Әкрәм Йәнбәковтарға, тәмле аш-һыуҙары өсөн ашнаҡсылар Зәлифә Исҡужина менән Гөлназ Сыңғыҙоваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, яугир иҫтәлегенә волейбол турнирын йыл һайын үткәрергә һүҙ ҡуйышты.

 «Азат Әкрәм улы менән дүрт йыл бергә уҡыныҡ. Студент саҡта таныштыҡ.  Ҡоҙа булаң, тип мине килеп табып алып, бер бүлмәгә урынлашып, өс йыл бергә йәшәнек. Алсаҡ, шәп егет ине. Олоно-оло, кесене-кесе итте, ихтирамлы, ярҙамсыл булды. Спортты шул тиклем ныҡ яратты. Бигерәк тә йүгереүгә өҫтөнлөк бирҙе. Көн һайын кискеһен оҙон араны йүгерә ине. Бер телем икмәкте уртаға бүлеп ашап, бер стакан һөттө бүлешеп эскән яҡын дуҫтар булдыҡ. Өйләнеүем тураһында иң беренсе әйткән егет тә ул булды.  Туйыбыҙға кейәүгәре булып килде. Ул ваҡытта тамадалар булмай торғайны. Туйҙағыларға төрлө уйындар уйнатып, йырлатып, бейетеп, бик күңелле итеп үткәргәйне. Уҡып бөткәс тә һәр саҡ бәйләнештә булдыҡ. Әрмелә саҡта ла, контракт буйынса хеҙмәт итеп, Хабаровск яғында төпләнһә лә, һәр саҡ аралашып торҙоҡ. Ялға ҡайтһа, балаларҙың һәр береһен теүәлләп, бүләк-күстәнәстәрен алып, хәл белергә килә ине. Төрлө сара, йыйылыш ойоштороуға шәп булды. Йылына бер ҡайтһа ла дуҫтарын йыйып, тыуған йортона ҡунаҡҡа саҡырып ала торғайны. Күңелле йәшәнек. Тағы ла шуныһы: башҡорт рухлы булды. Хабаровскиҙа йөрөгәнендә 9 май байрамы булһынмы, берәй ярышмы, һәр ваҡыт Башҡортостандың, Баймаҡ районының флагын тотоп йөрөнө. Түшенә «Башҡортостан»,  «Баймаҡ» тип яҙып, бүрек кейеп йөрөргә яратты инде. Һуңғы тапҡыр «Башҡорт аты»на ҡайтты. Үкенескә ҡаршы, ғүмере 40 йәштә генә өҙөлдө. Бик шәп егетте юғалттыҡ...» - тигән йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты мәрхүмдең дуҫы, төркөмдәше Фәиз Байегетов.

Эйе, Азат Әкрәм улы үҙе үлһә лә, артынан яҡты, матур эҙ ҡалдырған. Волейбол ярышында ла уның турала бик яҡшы һүҙҙәр, матур хәтирәләр яңғыраны. 20 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаған яугирҙең рухы шат, урыны ожмахта булһын.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас