Баймаҡ ҡалаһы һәм районында бокс – иң үҫешкән һәм күптәрҙең яратҡан спорт төрө.
Һуңғы иң ҙур ярыштарҙың береһе – Башҡортостан Республикаһы чемпионаты һәм беренселеге. Был ярыш күренекле яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Наил Төхвәт улы Аслаевтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Уның спорт үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Наил Аслаев талантлы боксерҙарҙың әллә нисәмә быуынын тәрбиәләгән, ысын патриот һәм спортты йәшәү рәүеше итеп алған танылған шәхес.
Эйе, йәштәр өсөн спорт – ул, тәү сиратта, ихтыяр көсөн тәрбиәләү. Баймаҡ районында был мөһим эшкә ҙур иғтибар бирелә. Беҙҙең районда талантлы остаздар һәм тренерҙар бар, ә йәштәр спорт менән яратып шөғөлләнә. Район етәкселеге йәш спортсыларға республика һәм хатта халыҡ-ара кимәлдәге турнирҙарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бирергә тырыша. Ошо маҡсаттан бокс буйынса Рәсәй спорт мастеры Ирек Миңлеғәле улы Мөхәмәтйәров етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы бокс федерацияһы беҙҙең районда үҙ филиалын булдырыу тураһында районыбыҙ менән килешеү төҙөнө. Филиалдың етәксеһе итеп район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов тәғәйенләнде. “Был яуаплы һәм бик мөһим бурыс. Берҙәм тырышлыҡ менән балаларыбыҙ спорт бейеклектәренә өлгәшһен өсөн күберәк мөмкинлектәр булдыра алырбыҙ, тип ышанам”, тине Азамат Сәфәрғәле улы.
Ошо уңайҙан был йүнәлеш өсөн яуаплы белгестәр төркөмө менән осрашыу үткәрелде, унда беренсе сираттағы эш пландары билдәләнде.