Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Август 2025, 16:52

Спорт - йәшәү рәүешем

Баймаҡ спортсылары республика, ил кимәлендәге төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, һәр саҡ еңеүҙәр яулай. Эйе, районыбыҙ көслө спортсылары менән дан тота. Шундай яҡташтарҙың береһе - Ғәҙелбай ауылы егете Рәсих Йортбәков. Ул уҙған аҙнала Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында боронғо төрки халыҡтарының көрәш сәнғәте - «Ҡараҡаплан» буйынса абсолют чемпион исемен яуланы. Әйткәндәй, республика кимәлендәге был ярыш өс йыл рәттән үткәрелеп, өсөһөндә лә уңыш Рәсих Рәсүл улына йылмая. Даланлы, тырыш, маҡсатлы Ғәҙелбай ауылы егете, Беренсе Этҡол мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Рәсих Рәсүл улы - «Һаҡмар ҡунағы» рубрикаһының сираттағы геройы. Уның менән булған әңгәмәне сайттан уҡый алаһығыҙ:

Рәсих Йортбәков: «Спорт - йәшәү рәүешем»

Баймаҡ спортсылары республика, ил кимәлендәге төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, һәр саҡ еңеүҙәр яулай. Эйе, районыбыҙ көслө спортсылары менән дан тота. Шундай яҡташтарҙың береһе - Ғәҙелбай ауылы егете Рәсих Йортбәков. Ул уҙған аҙнала Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында боронғо төрки халыҡтарының көрәш сәнғәте - «Ҡараҡаплан» буйынса абсолют чемпион исемен яуланы. Әйткәндәй, республика кимәлендәге был ярыш өс йыл рәттән үткәрелеп, өсөһөндә лә уңыш Рәсих Рәсүл улына йылмая. Даланлы, тырыш, маҡсатлы Ғәҙелбай ауылы егете, Беренсе Этҡол мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Рәсих Рәсүл улы - «Һаҡмар ҡунағы» рубрикаһының сираттағы геройы.

 

  - Рәсих Рәсүл улы, иң тәүҙә һеҙҙе юғары уңышығыҙ, ҙур бәйгелә абсолют чемпион булыуығыҙ менән ҡотлап үтергә рөхсәт итегеҙ. Моғайын, ҡыуанысығыҙҙы уртаҡлашыусылар күп булғандыр?

- Эйе, телефон аша шылтыратып та, яҙып та ҡотлаусылар бик күп булды. Минең шатлығымды үҙҙәренекеләй ҡабул итеүселәргә ҙур рәхмәтлемен!

 - Әйҙәгеҙ, был бәйге тураһында ентеклерәк һөйләп үтегеҙ әле?

- Был ярыш ике йыл рәттән Красноусольск шифаханаһында үткәрелде. Ул ваҡыттағы ярыш төрҙәренә килгәндә, тәүге ике йыл уҡтан атыу, суҡмар ташлау, һөңгө ырғытыу, һыбай һөңгө, сыбыртҡы менән эш итеү, һыбай килеш уҡтан атыу, балта-бысаҡ ташлау, ҡылыс менән алыш, киҫтән менән һуғыу кеүек ауыр ғына һынауҙарҙан торҙо. Быйылғы бәйге бер аҙ еңеләйтелгән ине. Шуға күрә мин еңеүемә, абсолют чемпион булыуыма, һис шикһеҙ, ышана инем.

- Һеҙ бала саҡтан спорт менән дуҫмы?

- Эйе. Бының өсөн ул йылдарҙағы  физкультура уҡытыусыһы Хәлит Сөләймәновҡа рәхмәтлемен. Ул беҙгә спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләне. Шул уҡ ваҡытта бик талапсан, үҙ эшенең бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән, ғәҙел педагог булды. Мин хәҙер уның һымаҡ булырға тырышам. 7-се класта уҡығанда ауыр йәрәхәт алдым, шул сәбәпле, мәктәптә уҡығанда спорт өлкәһендә әллә ни һөҙөмтәләр күрһәтә алманым. Шулай ҙа әрме хеҙмәтен үткәндә, полк буйынса үткәрелгән саңғы ярышында, 3-сө урын яулап, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтарғастар, үҙемә ышаныс артты.

- Ни өсөн физкультура уҡытыусыһы һөнәрен һайланығыҙ?

- Үҫмер саҡта бер ҡыҙ менән дуҫлашып йөрөгәндә ул миңә, һинән физкультурник сыҡмай, тип зәмләндергәйне. Рәхмәт инде шул һүҙҙәренә(йылмая).

- Ҡайҙа белем алдығыҙ?

- Хәрби хеҙмәтте тултырып ҡайтҡас, Күмертау педагогия училищеһының физкультура бүлегендә уҡыным. Аҙаҡ БДУ-ның Сибай институтында ситтән тороп, юғары белем алдым.

- Хеҙмәт стажығыҙ нисә йыл?

- Теүәл 25 йыл. Хеҙмәт юлымды ошо Беренсе Этҡол ауыл мәктәбендә башлаған инем. Аллаға шөкөр, һөнәремә тоғро ҡалып, әле лә шул урында эшләп йөрөйөм.

- Уҡыусы балаларҙа спортҡа ҡарата нисек һөйөү тәрбиәләйһегеҙ?

- Уҡыусыларға күберәк үҙем өлгө булырға тырышам. Сәләмәт тормошто пропагандалау, насар ғәҙәттәрҙән арыныу буйынса ла эштәр алып барам. Мәҫәлән,  ыңғай яғы булһа, мин дә тәмәке тартыр инем, тигән һымағыраҡ...

-  Мәктәптә спорт буйынса ниндәй түңәрәктәр эшләй?

- Беҙҙең мәктәп бик күп күренекле шәхестәр сығарған. Әммә түңәрәктәр юҡ. Шулай ҙа өҫтәл теннисы, милли көрәш, һыбай уҡ атыу менән үҙ аллы шөғөлләнәбеҙ. Бынан бер нисә йыл элек «Йәш әрмеселәр» түңәрәге эшләп килде. Унда беҙ буласаҡ һалдаттарҙы физик һәм мораль яҡтан әҙерләй инек, шулай уҡ ҡыйыу булырға, бирешмәҫкә өйрәттек. Тағы ла хәрби йыйындарҙа ҡатнашып торабыҙ. Хәрби йыйын егеттәрҙе күп нәмәгә өйрәтә. Буласаҡ ил һаҡсыларына ла был бик оҡшай.

-  Һеҙ малайҙарҙы һыбай йөрөргә лә өйрәтәһегеҙ икән?

- Һыбай йөрөүгә ата-әсәләр рөхсәте менән, теләге булған ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе өйрәтәбеҙ.

-  Иң ҙур ҡаҙанышығыҙ?

- Уларҙың иҫәбе-һаны юҡ (көлә). Шулай ҙа иң ҙур уңыштарҙы әйтеп үтәйем. 2010 йылда «Бөрйән ырыуы батыры» исеменә лайыҡ булдым,  2018 - ат ярышы еңеүсеһе, 2022 йылда «Терра»ла икенсе урын алһам, киләһе йылына беренсе урынға күтәрелдем, һыбай уҡтан атыу буйынса бер нисә йыл рәттән Тихонов кубогына лайыҡ булдым. 2023-2025 йылдарҙа «Ҡараҡаплан» буйынса чемпион булдым. Шулай уҡ район, төбәк-ара бәйгеләрҙә яуланған уңыштар ҙа бихисап.

- Алған иң ҙур бүләгегеҙ?

- Иң ҙур бүләктәр йылҡы малы, ҡарасәй тоҡомло ҡолон, 1млн 370 мең һумлыҡ сертификат һәм башҡалар.

- Һеҙ һабантуй, "Башҡорт аты" байрамдарында үткәрелгән спорт ярыштарында ла ҡатнашаһығыҙ. Ошо турала һөйләп үтһәгеҙ?

- Эйе, ат менән бәйле булған ярыштарҙы ҡалдырмаҫҡа тырышып, ҡатнашып торам. Күбеһенсә судья булараҡ саҡыралар. Шулай уҡ уҡыусыларымды ла алып йөрөйөм.

-  Чемпион исемен йөрөтөү нисек?

- Чемпиондар күп бит. Еңеүсе булдым, тип маһайып йөрөмәйем. Һәр ваҡыт ябай кеше булып ҡалырға тырышам.

- Уҡыусыларығыҙҙың Рәсәй кимәлендә яулаған еңеүҙәрен әйтеп үтмәҫһегеҙ микән?

- Ике уҡыусым бокс буйынса Рәсәй чемпионы, берәүһе милли көрәш буйынса Рәсәй призеры. Быйыл бер уҡыусым милли көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы булды. 25 йыл йыл эшләү дәүеремдә уҡыусыларым да һынатмай, юғары уңыштарға өлгәшә. Уларҙың уңышына мин үҙемдекенә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡыуанам.

- Һеҙҙең юлығыҙҙы дауам итеп, физкультура һөнәрен һайлаусылар булдымы?

- Эйе, спорт йүнәлешен һайлаған ҡыҙҙар һәм егеттәр күп булды. Уҡытып йөрөгәндәре лә, тренер булып эшләп йөрөүселәр ҙә бар.  

- Һеҙҙең өсөн нимә ул спорт?

- Минең өсөн спорт ул - йәшәү рәүешем, яратҡан эшем. Унһыҙ мин тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым.

- Белеүебеҙсә, һеҙ йылҡысылыҡ менән дә шөғөлләнәһегеҙ?

- Эйе, 2008 йылдан бирле шөғөлләнәбеҙ. Ҡымыҙ эшләйбеҙ. Шулай уҡ ат спорты өсөн дә тотабыҙ.

- Шәхси хужалығығыҙҙа нисә баш йылҡы тотаһығыҙ?

- Ғәҙәттә йылҡысылар мал һаны иҫәбен әйтмәй(йылмая). Ә һауын бейәләре бөтәһе ике тиҫтәнән ашыу.

- Гәзит уҡыусыларҙы ғаилә хәлегеҙ менән дә таныштырып үтмәҫһегеҙ микән?

- Тормош юлдашым Гөлсинә - Ғүмәр ауылы ҡыҙы. Яратҡан кәләшем менән ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Өлкән улыбыҙ Динис Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты, Инйәр - Башҡорт дәүләт аграр университетында белем ала. Ҡыҙыбыҙ Нәргизә Баймаҡ лицей- интернатының 10-сы класс уҡыусыһы. Ҡатыным - Беренсе Этҡол мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.

- Тормош иптәшең менән бер өлкәлә, коллега булып эшләү нисек?

- Хатта рәхәт. Эшкә бергә барабыҙ, бергә ҡайтабыҙ. Бер йүнәлештә эшләгәс, бер-беребеҙҙең эшен аңлайбыҙ.

- Кемдең арбаһына ултыраң, шуның йырын йырларһың, тиҙәр. Ҡатының, балаларың да спортты үҙ итәме?

- Әлбиттә. Кәләшем дә бала саҡтан спортты үҙ иткән. Балаларыбыҙҙы ла бәләкәйҙән спортҡа ылыҡтырҙыҡ. Ҡышын бергә саңғыла йөрөйбөҙ, йәйен йүгерәбеҙ. Балалар шашка буйынса республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа үҙҙәрен һынап ҡарағаны булды. Ғаиләбеҙ «Атай, әсәй, мин - спорт ғаиләһе» бәйгеһендә ете тапҡыр еңеүсе булды.

- Белеүемсә, һеҙҙең ғаилә тураһында энциклопедияға ла яҙылған?

- Энциклопедияға республиканың алдынғы, тырыш уҡыусылары тураһында яҙыласаҡ тип, беҙҙең телефон номерҙарын ҡайҙандыр алып, бәйләнешкә инделәр. Улдарыбыҙҙың фотоларын һәм ниндәй ярыштарҙа ҡатнашыуҙары тураһында мәғлүмәт алдылар. Ике йылдан китап баҫылып сыҡты. Был беҙҙең өсөн ғорурлыҡ ине.

- Һеҙҙең йорт янында төрлө спорт ҡоролмалары урынлашҡан тиҙәр. Шулаймы?

- Эйе, волейбол уйнау майҙансығы, турник, уҡтан атыу өсөн махсус ҡоролмалар ҡуйылған. Быны беҙ үҙебеҙ өсөн генә ҡуйманыҡ, ә ошо ауылда йәшәүсе балалар йәки ҡырҙан ялға килгән ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа  килеп шөғөллә. Буш ваҡыттарын файҙалы үткәрә.

- Һеҙҙе әүҙем ир-егет булараҡ беләбеҙ. Дәүләт эшендә лә өлгөрәһегеҙ, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнәһегеҙ, төрлө ярыштарҙа ҡатнашаһығыҙ. Барыһына ла нисек ваҡыт табаһығыҙ?

- Ата-әсәйем, ғаиләм, туғандарым, дуҫтарым ярҙамында өлгөрөргә тырышабыҙ. Һәр саҡ беҙҙе хуплап, ҡанат ҡуйып, дәртләндереп торғандары өсөн барыһына ла рәхмәтлемен.

- Ял ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?

- Буш ваҡытымда ғаиләм менән төрлө матур урындарға экскурсияға барабыҙ, туғандар янына йөрөп хәлдәрен беләбеҙ, дуҫтар менән аралашып, ялдарыбыҙҙы файҙалы һәм күңелле үткәрергә тырышабыҙ.

- Ярыштарға йыш йөрөйһөгөҙ? Берәй бағыусығыҙ бармы?

- Мәктәп уҡыусылары менән йөрөгәндә, ҡайһы осраҡта мәктәп автобусы бирелә. Ә үҙем ҡатнашҡан ярыштарға финанс сығым үҙемдән. Спорт яратҡан шөғөл булғас, аҡса, тип һанап, ҡыҙғанып ултырмайым(йылмая).

 

- Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

- Нисек кенә булһа ла, әйткән һүҙен үтәргә, олоно-оло, кесене-кесе итә белергә, алдашмаҫҡа, мыжымаҫҡа тейештер, тип уйлайым.

- Яратҡан аш-һыуығыҙ ниндәй?

- Яратҡан ризығым ҡоротло һурпа, бишбармаҡ һәм ҡымыҙ.

- Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?

- Пландар бик күп. Ә иң ҙуры - үҙебеҙҙең милли спорт төрҙәре буйынса балалар менән эшләүҙе ныҡлап дауам итеү.

- Йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн, ҙур рәхмәт Рәсих Рәсүл улы! Барлыҡ пландарығыҙ, уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын. Беҙҙе һәр саҡ ҙур еңеүҙәрегеҙ, уңыштарығыҙ менән ҡыуандырып тороғоҙ! Һеҙ ауылығыҙ ғына түгел, ә районыбыҙ ғорурлығы ла!

 

Альбина Байегетова әңгәмәләште.

 

 

 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас