Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Август 2025, 16:28

Яугир иҫтәлегенә ярыш үтте

9 августа Ниғәмәт ауылында "Беҙ бергә!" тип исемләнгән милли йәйәнән уҡ атыу турниры уҙҙы. Ул ошо ауылда тыуып үҫкән, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир Илгиз Рамаҙан улы Хөсәйеновтың яҡты иҫтәлегенә арналды...

9 августа Ниғәмәт ауылында "Беҙ бергә!" тип исемләнгән милли йәйәнән уҡ атыу турниры уҙҙы. Ул ошо ауылда тыуып үҫкән, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир Илгиз Рамаҙан улы Хөсәйеновтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Ошо көндә Башҡортостанда тағы ла ике ярыш булды. Балаҡатай районында йәйәү атыу буйынса ярыш булһа, Ҡырмыҫҡалы районында Ҡараҡаплан һәм һыбай уҡ атыу ярышы ойошторолдо. Шуға ҡарамаҫтан, йәмле Һаҡмар йылғаһы туғайы республиканың төрлө район-ҡалаларынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән 60 уҡсыны йыйҙы.
Ярышты асыу тантанаһында Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Салауат улы Мөхәмәтшин, Ниғәмәт ауылы биләмәһе башлығы Амур Зиннәтулла улы Әминев мәргәндәрҙе тәбриҡләне.
Илгиз (Радик) Рамаҙан улының биографияһы, батырлыҡтары тураһында мәрхүмдең бер туған апаһы Гөлсинә Рамаҙан ҡыҙы һөйләне. Халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Иҙел Аралбаев, Рәмил һәм Рәил Хәсәновтар рухлы йырҙары менән сараны биҙәне. Сәлих хәҙрәт Кәримов мәргәндәргә Көрәндән сүрәләр уҡып фәтихәләр бирҙе. Ярыштың төп судьяһы, Ниғәмәт ауылы мәктәбе директоры Нәил Әхмәҙулла улы Иҫәнбаев ярыштың ҡағиҙәләре менән таныштырып үтте.
Ярышта шәхси һәм команда беренселеге булды.
Шәхси беренселектә ике категория булды: оҫта атыусылар һәм яңы ата башлаусылар. Яңы ата башлаған уҡсылар квалификация этабының дөйөм мәрәйҙәре буйынса урындарын асыҡлаһа, оҫта атыусылар квалификация этабын үтеп финалдарҙа еңеүселәрҙе билдәләнеләр. Квалификация этабында биш төрлө сәпкә аттылар: дүрткүҙ (18 метр), тереһыу (25 метр), һыбайлы (30 метр), йәйләү атышы (40 метр) һәм төрөк путаһы(60, 70 метр). Финалда VI Бөтә донъя күсмәндәре уйындарына әҙерләнеү маҡсатында 40 метрлыҡ алыҫлыҡҡа атып мәргәнлектәрен һынанылар.
Бик ҡыҙыу һәм көсөргәнешле атыштарҙан һуң еңеүселәр билдәләнде
Ир-егеттәр араһында:
🥇– Мырҙағәлин Илфат (Баймаҡ ҡалаһы-Ниғәмәт ауылы);
🥈– Рахманғолов Ғәфүр (Баймаҡ ҡалаһы–Үрге Яйыҡбай ауылы);
🥉–Хәбиров Ишморат (Сибай ҡалаһы)
4 урын–Ғәбитов Илнур (Бөрйән районы).

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
🥇–Дәүләтова Гүзәлиә (Әбйәлил районы);
🥈–Ягафарова Альбина (Магнитогорск ҡалаһы);
🥉–Нурутҡолова Илүзә (Бөрйән районы).
4 урын–Ғәлиуллина Айгөл (Белорет районы).

Яңы атабашлаған уҡсылар араһында 5 урын билдәләнде.
Ир-егеттәр араһында:
🥇Иҙрисов Фидан (Иҫке Сибай ауылы);
🥈Ишмөхәмәтов Рәмил (Хәйбулла районы);
🥉Уразаев Илнур (Күмертау ҡалаһы);
4 урын–Иҫәнгилдин Хәбир (Сибай ҡалаһы);
5 урын–Күсеев Айҙар (Ниғәмәт ауылы).
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
🥇Идрисова Гөлнара (Иҫке Сибай ауылы);
🥈Мостафина Танһылыу (Әбйәлил районы);
🥉Иҫәнбаева Зилә (Хәйбулла районы);
4 урын–Әлибаева Эльвина (Әбйәлил районы);
5 урын–Әлибәкова Зөлфиә (Белорет районы).

Командалар араһындағы ярышта 3 этап үтер кәрәк ине: дүрткүҙ, тереһыу һәм йәйләү атышы.
1 урын–Баймаҡ уҡсылары (Рахманғолов Ғәфүр, Мырҙағәлин Илфат, Өмөтбаев Тимур, Рахманғолова Сәлимә, Өмөтбаева Эльвира);
2 урын–Бөрйән уҡсылары (Ырыҫҡолов Азамат, Ғәбитов Илнур, Ишкильдина Нәилә, Ишморатова Әлиә, Нурутҡолова Илүзә);
3 урын–Ниғәмәт уҡсылары (Иҫәнбаев Нәил, Ғатауллин Илшат, Фәйзуллин Азат, Мырҙағәлиа Фәнүзә, Ҡолһарина Гөлгөнә).
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы үҙ сиратында иң оло ҡатнашыусы Әбйәлил районынан Шәрәфетдинов Камил менән Хәйбулла районынан Хәйҙәрова Мәрйәмде, шулай уҡ "Еңеүгә ынтылыш" наминацияһына лайыҡ булыусы Әбйәлил районынан Әлибаева Эльвинаны бүләкләне.

Ниғәмәт уҡсылары 10 махсус призды 25 метрҙан лоторея ярҙамы менән уйнатты.
Артабан үҙ ҡағиҙәләре менән башҡа уҡсылар уйнатты.
Алыҫлыҡҡа уҡ атыуҙа Рахманғолов Ғәфүр (237 аҙым) менән Ҡолһарина Гөлгөнә (202 аҙым) еңеүсе булып Хөрмәт Зөбәир улының (сығышы менән Ниғәмәт ауылынан) бүләгенә эйә булдылар.
Өмөтбаев Тимур менән Ғәбитов Илнур 40 метрҙан балдаҡ эсенә уҡтарын эләктереп Әсфәр Фирғәт улының бүләген алдылар. Нурутҡолова Илүзә менән Хәбиров Ишморат 40 метрҙан сәптең ҡап уртаһына тейҙереп Рахманғолов Ғәфүр тәҡдим иткән бүләкте отто.

Ярыштың төп бағымсылары Хөсәйеновтар ғаиләһенә, туғандарына, ашнаҡсыларға, ярышты ойоштороусы Ниғәмәт уҡсыларына, Ниғәмәт ауылы биләмәһе хакимиәтенә, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайына, Ниғәмәт ауылы ағинәйҙәренә оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Донъялар тынысланһын, ир-егеттәребеҙ тыуған йорттарына имен-һау ҡайтһын. Әмин!

Ғәфүр Рахманғолов.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас