Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Июль , 11:35

Тормош девизы - "Хәрәкәттә - бәрәкәт"

Һуңғы йылдарҙа күптәр әүҙем тормош алып барыуға, спорт менән шөғөлләнеүгә йөҙ борҙо. Спорт менән даими шөғөлләнеүҙе ҡайһы бер ғаиләләр матур йола итеп алған. Ҡуянтау ауылында йәшәүсе Иҫәновтар ҙа спорт менән дуҫ. Быға ғаилә башлығы Сәлим Марат улының ғүмерен физик культура уҡытыусыһы һөнәренә бағышлауы ла булышлыҡ итәлер.

Тормош девизы - "Хәрәкәттә - бәрәкәт"
Тормош девизы - "Хәрәкәттә - бәрәкәт"

Һуңғы йылдарҙа күптәр әүҙем тормош алып барыуға, спорт менән шөғөлләнеүгә йөҙ борҙо. Спорт менән даими шөғөлләнеүҙе ҡайһы бер ғаиләләр матур йола итеп алған. Ҡуянтау ауылында йәшәүсе Иҫәновтар ҙа спорт менән дуҫ. Быға ғаилә башлығы Сәлим Марат улының ғүмерен физик культура уҡытыусыһы һөнәренә бағышлауы ла булышлыҡ итәлер.

Сәлим Марат улы Йомаш ауылында Фәрзәнә Ҡәнзәфәр ҡыҙы һәм Марат Сафиулла улы Иҫәновтарҙың татыу ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Тыуған ауылында мәктәпте тамамлағас, хәрби бурысын үтәргә юллана. Ике йыл Германияла хеҙмәт итеп ҡайта.

Артабан бәләкәйҙән сос, спортҡа шәп егет Күмертау педагогия училищеһының физик культура факультетына уҡырға инә. Дипломлы йәш белгесте Ишбирҙе урта мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Унда ул 11 йыл эшләгәс, яҙмыш елдәре Ҡуянтау ауылына алып килә. Бында ла байтаҡ йылдар мәктәптә физик культура уҡытыусыһы булып эшләй. Бөгөн Сәлим Иҫәнов балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренеры – Таулыҡай мәктәбендә көрәш секцияһын алып бара.

Сәлим Марат улы 40 йылға яҡын балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләй, сәләмәт тормош менән йәшәүгә әйҙәй. Эшен яратып, ихлас күңелдән башҡарған уҡытыусыны уҡыусылары төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеү яулап ҡыуандыра. Ә уҡытыусы өсөн балаларҙың уңышы – иң ҙур бүләк, әлбиттә. Һәр ярышҡа етди әҙерләнеп, һәр тәрбиәләнеүсеһе өсөн борсолоп, уларҙың уңыштарын да, уңышһыҙлыҡтарын да үҙ йөрәге аша үткәргән тренерҙың хеҙмәте район хакимиәтенең, БР Мәғариф министрлығының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған.

Сәлим Марат улы тормош юлдашы Нәжиә Йосоп ҡыҙы менән Ҡуянтау ауылының өлгөлө ғаиләһе булып, гөрләтеп донъя көтәләр. Ҡатыны ауылдың “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы мөдире. Ҡыҙҙары Гөлнәзирә Баймаҡта оптика салонында эшләй. Улдары Салауат 9-сы класты тамамланы. Әйткәндәй, Салауат та бәләкәстән спортты үҙ иткән, ул йүгеректәр өсөн ойошторолған ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.

Иҫәновтар ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, улар барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнай. Сәлим Иҫәновты Бикеш ауыл биләмәһенең ир-егеттәр ҡоро рәйесе итеп тә һайлағандар.

Спорт менән шөғөлләнгән, әүҙем, сәләмәт тормош алып барған Иҫәновтар Баймаҡ, Сибай, Өфө, Магнитогорск ҡалаларында йүгереү буйынса ойошторолған марафондарҙа ҡатнаша, бергәләп тәбиғәт ҡосағында ял итергә лә ваҡыт таба. Сәлим Марат улының тормош девизы ла: “Хәрәкәттә – бәрәкәт”. Өйҙәренең бер мөйөшөнә ҡуйылған төрлө ярыштарҙа еңеү яулап алған миҙалдары, грамоталары ла ошо хаҡта һөйләй.

Сәлим Марат улы ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләй. Хөрмәтле юбилярға уҡыусылары менән артабан да еңеүҙәр яулап, ҡәҙер-хөрмәткә күмелеп йәшәргә яҙһын.

Тормош девизы - "Хәрәкәттә - бәрәкәт"
Тормош девизы - "Хәрәкәттә - бәрәкәт"
Тормош девизы - "Хәрәкәттә - бәрәкәт"
Тормош девизы - "Хәрәкәттә - бәрәкәт"
Тормош девизы - "Хәрәкәттә - бәрәкәт"
Тормош девизы - "Хәрәкәттә - бәрәкәт"
Тормош девизы - "Хәрәкәттә - бәрәкәт"
Тормош девизы - "Хәрәкәттә - бәрәкәт"
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: