“Һаумы, Учитель!”
Вил Рәмиевтың исеме башҡорт милли көрәшенә туранан-тура бәйле. Ул - Баймаҡ районында был спорт төрөнә башланғыс һалыусы. Уның ҡарамағында тиҫтәләгән көрәшсе үҫеп сыҡҡан.
Вил Рафаэль улы Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән. Йомаш мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт агрария институтына уҡырға инә. Ятаҡтың бер бүлмәһендә ул милли көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат Хәмит Мөбәрәков менән бергә йәшәй. Тап ул Вил Рәмиевты көрәш менән шөғөлләнергә саҡыра ла инде. Тәүге ярышта уҡ чемпион исеменә лайыҡ була. Һөҙөмтәлә тренеры Ғәлимйән Ҡоҙаҡаев уны республиканың йыйылма командаһына ала. Һуңынан Вил Рәмиев бер-бер артлы еңеүҙәргә өлгәшә. Өфө, Туймазы, Октябрьский, Учалы ҡалаларында, Малаяҙ ауылында уҙған ярыштарҙа чемпион булып таныла. 1979-1980 йылдарҙа Ҡазан ҡалаһында үткән РСФСР-ҙың милли көрәш буйынса ярышында көмөш миҙалға лайыҡ була. 1979 йылдан алып (ул саҡта 18 йәш булған) 1994 йылға тиклем район һабантуйы батыры исемен йөрөтә.
Вил Рәмиев институтты тамамлағас, йәш белгес булараҡ, районға ҡайта. Ишмырҙала, Таулыҡайҙа эшләй. Ике ауылда ла милли көрәш секцияһы алып бара.
- Бигерәк тә Таулыҡай зонаһына ҡараған ауылдарҙан халыҡ күпләп йыйыла торғайны, - тип хәтерләй Вил Рафаэль улы. – Мәктәптең спорт залына һыймай, яланға, МТМ-ның биләмәһенә сығып китеп шөғөлләнә торғайныҡ. Уның өсөн шарттар ҙа булманы. Ләкин теләк көслө ине. Ул ваҡытта Ленин исемендәге колхоз рәйесе булып эшләгән, шулай уҡ милли көрәш батыры Ирек Зәйнуллин ҙур ярҙам күрһәтте. Матрастарҙан келәм тектерҙе. Ярыштарға йөрөргә автобус та бирҙе. Һуңғараҡ райондың йыйылма командаһын төҙөнөк. Төбәк һәм республика ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулай торғайныҡ.
Ысынлап та, шул заманда районда милли көрәш ныҡлап үҫеш ала. Уларҙың барыһын да Вил Рәмиев келәмгә сығара. Таулыҡайҙан Афзал Салихов, Сирғәле Салихов, Ришат Салихов, Зәйнулла Салихов, Рәхимйән Исмәғилов, Сәлимйән Исмәғилов, Әмир Яхин, Хәмит Йәнтилин, Хәйҙәр Йәнтилин, Илнур Килдебаев, Миҙхәт, Фәнил, Камил Үҙәнбаевтар, Ишмырҙанан Мөҙәрис Тотманов, Ҡолсоранан Яхъя Халиҡов, Ниғәмәттән Хөрмәт Таһиров, Буранбайҙан Фәнүр Аралбаев, Илдар Хәмитов, Йомаштан Нияз Рәмиев, Муллаҡайҙан Ғәбдинур Мазһаров, Сыңғыҙҙан Рөстәм Заманов, Әминдән Марат Әүәлбаев, Мерәҫтән Зөфәр Килдебаев һәм башҡаларҙың исемдәре милли көрәш менән тығыҙ бәйле. Шул осорҙа танылыу яулаған Таулыҡайҙан Рәмил Байегетов һуңынан мәктәптә күп йылдар үҙе лә көрәшселәр әҙерләй. 110-120 килограм ауырлығында бил бирмәҫ Ҡолсоранан Иштуған Фәйзуллинға ла тиң батыр табылмай. Икенсе Этҡолдан келәм батыры булып танылған, хәҙер инде мәрхүм Илшат Ғүмәровтың юлын улы Даян лайыҡлы дауам итә. Ошо уҡ ауылдан келәм батырҙары Урал һәм Айбулат Ғүмәровтарҙың да исемдәре киң билдәле. Буранбайҙан Илшат Хәмитов та милли көрәш спортында айырым урын биләй, спорт мастерлығы нормативтарын үтәгән.
- Милли көрәш башҡа көс спортынан айырмалы рәүештә техникаһы менән айырыла, - тине Вил Рәмиев. - Бил бирмәйем, тип ҡасып ярышырға түгел, ә һиңә ҡаршы сыҡҡан кешене биленән күтәреп алдың да, ташланың. Бына шунда уның бар асылы. Башҡорт милли көрәшенең ҡыйыу аҙымдар менән алға барыуы һәм уңыштар яулауы ҡыуандыра.
Вил Рәмиев ҡарамағында тәрбиәләнгән спортсылар бөгөн дә милли көрәштә тәүгә аҙымдар яһатҡан тренерҙарын онотмай. Уның етди ҡарашы аҫтында еңеү яулауҙарын дауам итәләр. Бөгөн дә Вил Рәмиевты: “Һаумы, Учитель!” – тип оло хөрмәттәрен күрһәтәләр. Был сәләмләү уларҙы ғүмер буйына оҙата бара.
Лилиә ТАКАЕВА.
Фото: В.Рәмиевтың шәхси архивынан алынды.