Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Апрель , 08:20

Сәләмәтлек көнө үтте

Ишбирҙе ауылының "Урал" спорт комплексы буш тормай. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Бөтөн донья сәләмәтлек көнөнә арнап яңы асылған "Урал"спорт һауыҡтырыу үҙәгендә ауыл халҡы,балалар өсөн "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух " тип аталған сара үткәрелде . Кеше өсөн донъяла иң ҡәҙерлеһе -сәләмәтлек . Кеше сәләмәт булһа һәр нәмәнән шатлыҡ ,ҡыуаныс таба.Сараның маҡсаты халыҡты спортҡа һәм сәләмәт йәшәүгә ыңғай ҡараш тәрбиәләү: сәләмәтлекте һаҡлауҙың, нығытыуҙың мөһимлеген төшөндөрөү, халыҡ аҡылының, халыҡ ижадының һаулыҡҡа мөнәсәбәтле икәнен аңлатыу.Иң беренсе сәләмәт булыу,һаулыҡты һаҡлау тураһында әңгәмә үткәргәс,ауыл фельдшере Зөмәрә Фәтхитдин ҡыҙы менән осрашыу үткәрҙек.Үҫмер ҡыҙҙар,ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Гөлфиә Рәүил ҡыҙы дәртле көйгә фитнес үткәрҙе,аҙаҡтан гимнастика эшләп,төрлө тренажерҙарҙа шөғөлләнеп ҡайттыҡ был матур көндө.Ә егеттәр бильярд төртөп,теннис уйнап сәләмәт тәндә- сәләмәт рух тип,рухланып ҡайтҡандарҙыр моғайын.Афарин балалар,ҡатын-ҡыҙҙар!Ошолай
сәләмәтлектә,тыныс тормошта йәшәйектәр!

Зәбирә Халиҡова,

мәҙәни ойоштороусы.

Сәләмәтлек көнө үтте
Сәләмәтлек көнө үтте
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: