-11 °С
Болотло
31 март Силәбе ҡалаһында "Шервуд" клубы кубогының бишенсе этабы үтте. Унда һәр ваҡыттағыса Баймаҡ уҡсылары ҙур әүҙемлек һәм оҫталыҡ күрһәтте.
Ярышҡа дүрт уҡсы барып, уңышлы сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә Ғәфүр Рахманғолов - икенсе, ә Тимур Өмөтбаев өсөнсө урындарҙы алды.
Айнур Йәрмөхәмәтов менән Илшат Ғатауллин да яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.
Бишенсе этаптың иң яҡшы өсөнсө этабы һөҙөмтәләре буйынса йомғаҡ яһағандан һуң Тимур Өмөтбаев өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Баймаҡ уҡсыларын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Афарин!