Һаҡмар
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ғинуар , 15:15

Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ! Саңғы шыуайыҡ, шыуайыҡ!

-

Балалар саңғыла йөрөүҙең фай­ҙаһын бик яҡшы белә. «Саңғы шыуыусының кәүҙәһе һәр саҡ һомғол, аяҡ-ҡулдары көслө була, тын юлдары өсөн дә саңғыла йөрөү файҙалы», – ти улар. Аҙна һайын физкультура дәресен түҙемһеҙләнеп көтөп ала уҡыусылар. Ә бөгөн уларға мәктәп янындағы стадион буйлап саңғы юлы һалып бирергә ауыл старостаһы Илсур Бикйән улы килде. Ҙур булмаған саңғы "трассаһы" әҙер, рәхәтләнеп саңғы шыуырға була хәҙер!
Һеҙ ҙә, ҡыҙҙар һәм малайҙар, спорт менән дуҫ булығыҙ! Әлбиттә, ҡышҡыһын рәхәтләнеп саңғыла йөрөп ҡалығыҙ!

Әлиә Дауытбаева,

Күгиҙел ауылы китапханасыһы.

Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ! Саңғы шыуайыҡ, шыуайыҡ!
Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ! Саңғы шыуайыҡ, шыуайыҡ!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: