Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Ғинуар , 17:11

Саңғыларҙа елдәй елеп...

Бөгөн Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында Ғаилә йылына арналған саңғы ярышы буйынса район беренселеге үтте. Көндөң һалҡын һауа торошо ла уларҙы ҡурҡытманы. Старт һыҙығына яҡынса алтмыштан ашыу кеше баҫты. Ярыш туғыҙ йәш категорияһы араһында барҙы. Һөҙөмтәлә саңғысылар бер километрҙан биш саҡрымға тиклем арауыҡҡа һынау тотто.Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Ғаилә йылына арналған саңғы ярышы буйынса район беренселеге үтте. Көндөң һалҡын һауа торошо ла уларҙы ҡурҡытманы. Старт һыҙығына яҡынса алтмыштан ашыу кеше баҫты. Ярыш туғыҙ йәш категорияһы араһында барҙы. Һөҙөмтәлә саңғысылар бер километрҙан биш саҡрымға тиклем арауыҡҡа һынау тотто.

2011-2012 йылғылар араһында Межгорье ҡалаһынан Бәхтиәр Мәхмүтов - беренсе, Беренсе Этҡолдан Ғайса Мәхмүтов – икенсе, Әбйәлил районынан Арсен Ишмөхәмәтов алды. Ҡыҙҙар араһынан Баймаҡ лицей интернаты уҡыусылары Гүзәлиә Әбүталипова – беренсе, Гүзәлиә Фәттәхова – икенсе, Әдилә Ишмырҙина өсөнсө урындарҙы яуланы.

2009-2010 йылдағылар араһынан Нәргизә Абрахманова (БЛИ) менән Илназ Аҙнағолов (БЛИ) – беренсе, Алтынай Латыпова (БЛИ) менән Руслан Байғужин (Аҡьяр) – икенсе, Камила Раева (БЛИ) менән Илмырҙа Барлыбаев (Йомаш) өсөнсө урындарға сыҡты.

2006-2008 йылғылар араһында Фирзәт Абдрахманов (Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы) – беренсе, Инйәр Миҙәтғалин (Түбәнге Иҙрис) – икенсе, Салауат Сөләймәнов (Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы) өсөнсө булып финиш һыҙығын үтте.

18-29 йәштәгеләрҙән Сибайҙан Айбулат Үлйәбаев беренсе урынды алды.

30-39 йәшлек саңғысылар араһында барған ярышта Нәркәс Иманғолов (Түбә) менән Азат Ҡрымғужин (Сибай) – беренсе, Зилиә Баязитова (Әбделкәрим) менән Руслан Буранғолов (Түбә) – икенсе, Мәрйәм Ғалина (Баймаҡ) менән Илнур Ғәзизов (Сибай) өсөнсө урындарҙы яуланы.

40-49 йәштәгеләрҙән Ирина Захарова (4-се лицей) – беренсе, Рәзилә Әлибаева (Темәс Психо-неврология интернаты) – икенсе, Лилиә Вәлитова (Байым мәктәбе) өсөнсө урындарға сыҡты.

50-59 йәштәгеләр араһында барған ярышта Әлфирә Абдулова (“Йондоҙло” балалар баҡсаһы) менән Хәйҙәр Мөхәмәтдинов (Әбйәлил районынан) – беренсе, Зөлфиә Абдуллина (мәшғүллек үҙәге) менән Фәттәх Иҫәндәүләтов (Басай) – икенсе, Нәйлә Такаева (“Йондоҙло” балалар баҡсаһы” менән Мансур Азаматов (Беренсе Этҡол) өсөнсө урындарҙы яуланы.

60-69 йәш араһында барған саңғы уҙышында Зөһрә Фазуллина (Юлыҡ) менән Әхмәр Байғотлин – беренсе, Минзәлә Үҙәнбаева (Ғүмәр) менән Хәйҙәр Моталлапов (Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы) икенсе урындарҙы алды.

70 йәштән алып олораҡтар араһында Баймаҡтан Әхәт Байсурин беренсе урынға лайыҡ булды.

Хеҙмәт коллективтары араһында барған ярышта Гөлшат Сирғәлина (мәғариф бүлеге) менән Фәрит Биксәнтаев (балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе) – беренсе, Ленера Аралбаева (район хакимиәте) менән Әхиәр Вәлитов (Байым мәктәбе директоры) – икенсе, Фәнил Мортазин (Байыш мәктәбе директоры) өсөнсө урындарға сыҡты.

Еңеүселәр миҙалдар һәм Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Саңғыларҙа елдәй елеп...
Саңғыларҙа елдәй елеп...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: