Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Ғинуар , 08:32

Ишбирҙеләр шашка уйнай

-

Шашка-логик фекерләүҙе үҫтереүсе үҙенә күрә ауыр ғына спорт төрө. Ул баҫылып эшләүҙе, күнеккәнлекте талап итә.Шашка уйны уйларға ,ныҡышмал,еңеүгә ынтылыш,күп нәмәне иҫтә ҡалдырырға лайыҡлы еңә һәм еңелә белергә өйрәтә.
Бөгөн "Урал" спорт һауыҡтырыу үҙәгендә Ишбирҙе ауылы ир-егеттәре араһында шашка ярышы булды.Йыл һайын тиерлек был ярыштар бик ҡыҙыҡлы ,бик шәп үтә. Ярыш бик сәмле барҙы.14 ир- егеттәребеҙ ҡатнашып, үҙ-ара көс һынаштылар.Беренсе урынға электән шашка ярыштарында алдынғылыҡты бирмәгән Маликов Илһам сыҡһа,икенсе урынды тоже шәп ,шашка уйынын ысын күңелдән яратыусы Халиков Мортаза яуланы.Лайыҡлы өсөнсө урынды үҙебеҙҙең шәп егетебеҙ Ғилман Дәүләткильдин яуланы.Афарин егеттәр!!!Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары һәм аҡсалата премия бирелде,беренсе урынға -1 мең һум ,2-се һәм 3-сө урындарға 500 һум аҡса.Ярыштарҙың бағымсыһы ауыл хакимиәте башлығы Динар Радик улы Иҙельбаев булды.Шулайтып алла бирһә ир-егеттәребеҙ татыу,бергә,берҙәм булһындар!

Зәбирә Халиҡова,

мәҙәни саралар ойоштороусы.

Ишбирҙеләр шашка уйнай
Ишбирҙеләр шашка уйнай
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: