Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Декабрь 2023, 15:52

“Ирәндек батырҙары”нда кем еңде?

Иҫке Сибайҙа самбо буйынса турнир үтте

“Ирәндек батырҙары”нда кем еңде?
“Ирәндек батырҙары”нда кем еңде?

 

Иҫке Сибайҙа самбо буйынса турнир үтте

Яңы йыл алдынан Иҫке Сибай мәктәбендә самбо буйынса төбәк-ара турнир үтте. Ярышты “Ирәндек” башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды, Баймаҡ районының мәғариф бүлеге, Иҫке Сибай ауылының “Кобра” спорт клубы ойошторҙо. Көсөргәнешле бәйгелә Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан, Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларынан 80-гә яҡын 2008 – 2015 йылдарҙа тыуған малай һәм ҡыҙ көс һынашты.

Спортсыларҙы район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Ирмәков, Сибай ауыл биләмәһе башлығы Айнур Сибаев, Иҫке Сибай мәктәбе директоры Салих Рафиҡов, “Ирәндек” хәйриә фондын ойоштороусылар Алмас Шөгөров һәм Айнур Ишмөхәмәтов тәбрикләне.

-Бындай кимәлдәге турнир матур йолаға әүерелһен, ул балаларҙы спортҡа ылыҡтырыуға үҙенең тос өлөшөн индерһен, - тине сығыш яһап Азат Булат улы. -Сөнки спорт – ул әүҙем йәшәү өлгөһө, сәләмәтлек көҙгөһө. Һеҙгә, спортсылар, тик еңеүҙәр теләйем. Ә инде турнирҙы ойоштороусыларға һәм бағыусыларға район хакимиәте исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

-2023 йылдың апрель айында Иҫке Сибай ауылына эш сәфәре барышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров спорт көрәшен үҫтерергә тәҡдим иткәйне, - тине Алмас Шәфҡәт улы. - Бөгөн беҙ ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, “Кобра” спорт клубына балаларҙы күпләп йәлеп итеү һәм уларҙы төрлө ярыштарға алып барыу эшен яйға һалғанбыҙ. Грэпплинг һәм самбо буйынса төрлө турнирҙар ҙа ойошторабыҙ. Самбо буйынса төбәк-ара турнир тап ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде.

Әйтергә кәрәк, тәүге тапҡыр үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, турнир яҡшы ойошторолоуы, мауыҡтырғыс һәм көсөргәнешле булыуы менән барыһына ла оҡшаны. Келәмгә сығыусы малай һәм ҡыҙҙарҙың сәмләнеп көрәшеүе, ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмауы һоҡланыу тойғолары уятты. 

2010-2011 йылдарҙа тыуған малайҙар араһында 38 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында Баймаҡтан Ғайса Хөсәйенов келәм батыры булып танылды. Артабанғы урындарҙы сибайҙар яуланы. 42 кг ауырлыҡтағы самбосылар араһында ла Баймаҡтан Рәсим Рәсүлев еңеүсе булып танылды. Әбйәлилдәр һәм сибайҙар киләһе урындарға сыҡты. 46 кг ауырлыҡта беренсе-икенсе урындарҙы әбйәлилдәр, өсөнсөнө Баймаҡтан Ринат Туйчурин алды. 52 кг ауырлыҡта иһә Баймаҡтан Ирәндек Йәнгилдин иң көслөһө булып сыҡты. Артабанғы призлы урындарҙы Әбйәлил районы спортсылары яуланы.

2012-2013 йылда тыуғандар араһында 28 кг ауырлыҡта Иҫке Сибайҙан Ильяс Шөгөров – икенсе, Баймаҡтан Артур Тажетдинов өсөнсө урынды алды. 31 кг ауырлыҡта Иҫке Сибайҙан Альберт Илғыуатов келәм батыры булып танылды. Баймаҡтан Данияр Иҙелбаев өсөнсө урынды алды. 34 кг ауырлыҡта Баймаҡтан Даниэль Таймасов, Иҫке Сибайҙан Азамат Иҙрисов иң көслөләре булып сыҡты. Әбйәлилдәр икенсе һәм өсөнсө урынға лайыҡ булды. 35 кг ауырлыҡта Иҫке Сибайҙан Муса Шөгөров беренсе урынды алды. 36 кг ауырлыҡта Баймаҡтан Тамерлан Сафин менән Иҫке Сибайҙан Муса Шөгөровты еңеүсе табылманы. 42 кг ауырлыҡта Баймаҡтан Әлим Яҡупов, Ильяс Насыров, Хәлит Хөсәйенов һәм Иҫке Сибайҙан Данир Әҡсәнов еңеп сыҡты.

2014-2015 йылғылар араһында 24 кг ауырлыҡта Баймаҡтан Сәлим Солтангәрәев иң көслө самбосы булып танылды. 26 кг ауырлыҡта Баймаҡтан Әмин Вәлитов, 28 кг ауырлыҡта Роман Зәйдуллин, Әзһәр Хоҙайбирҙин, Ғайса Байраҡаев, 32 кг ауырлыҡта Данил Ғәлин, 36 кг ауырлыҡта Ғәзим Ғирфанов келәм батырҙары булып сыҡты.

2008-2009 һәм 2010-2011 йылдарҙа тыуған ҡыҙҙар араһында үткән ярыштарҙа Әбйәлил районы спортсылары алдынғылыҡты бирмәне. 40 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә беҙҙең райондан Камилла Исхаҡова беренсе урынды яуланы.

Әйтергә кәрәк, Иҫке Сибай ауылы малайҙарының атап үтелгән турнирҙа уңышлы сығыш яһауы бер ҙә осраҡлы түгел. Улар ошонда ойошторолған “Кобра” спорт клубында шөғөлләнә һәм бында уларҙың тренеры Али Арабовтың хеҙмәте ифрат ҙур. Күптән түгел Өфөлә донъяның 17 иленән һәм Рәсәйҙең 60 төбәгенән йыйылған спортсылар ҡатнашлығында үткән грэпплинг көрәше буйынса халыҡ-ара турнирҙа иҫке сибайҙар һоҡланғыс еңеүҙәр яулап ҡайтты. 30 кг ауырлыҡта Ильяс Шөгөров майҙан батыры булып танылды. 34 кг ауырлыҡта Альберт Илғыуатов, 36 кг ауырлыҡта Муса Шөгөров өсөнсө урынды яуланы. 

Самбо буйынса “Ирәндек батырҙары” турниры матур йолаға әүерелһен, ул балаларҙы спортҡа ылыҡтырыуға, сәләмәт һәм рухлы быуын тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерһен. Шулай булыр ҙа!

Азамат Мөхәмәтшин.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: