Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Декабрь 2023, 10:25

Ишбирҙелә "Урал" һауыҡтырыу-спорт үҙәге асылды

Бөтә сығымды шәхси эшҡыуар үҙе күтәргән. Ә спорт үҙәген ауылдың оҫта ҡуллы ир-егеттәре ай ярым эсендә төҙөп, файҙаланыуға тапшырған. Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Ишбирҙе халҡы оло ҡыуаныс кисерә – бында һауыҡтырыу-спорт үҙәге файҙаланыуға тапшырылды. Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, район Советы секретары Рөстәм Сәйетов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Рәсүл Сәлимов ҡатнашты.

- Ишбирҙе ауылы халҡының ҡыуанысы менән уртаҡлашам, - тине Фәнис Әминев. - Уйланылар һәм оҙаҡҡа ла һуҙмай эшләп тә ултырттылар. Афариндан башҡа һүҙем юҡ. Бер ниндәй ҙә ауырлыҡҡа ҡарамай, шундай көсөргәнешле ваҡытта халыҡтың күңелен күтәреү, дәртләндереү, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында ҡалҡып сыҡҡан һауыҡтырыу-спорт үҙәге оҙаҡ хеҙмәт итһен.

Артабан Фәнис Ғәбдрәшит улы район хакимиәте исеменән биш пар саңғы, ә Рәсүл Фәрит улы туптар бүләк итте.

- Ишбирҙелә элек-электән спортты яратҡан, сәләмәт тормошто үҙ иткән халыҡ йәшәй, - тине ауыл биләмәһе башлығы Динар Иҙелбаев. - Айырыуса саңғы, шашка һәм шахмат, волейбол, теннис төрҙәре киң үҫеш алған. Һөҙөмтәләр ҙә ҡыуаныслы. Төрлө кимәлдә уҙған ярыштарҙа балалар ҙа, йәштәр ҙә призлы урындар яулай.

Динар Радик улы артабан һауыҡтырыу-спорт үҙәген төҙөүҙә ярҙам күрһәткән Азамат Кәримовҡа, Иҙел Иҫәндәүләтовҡа, Айгиз Иҫәндәүләтовҡа, Ғәзиз Иҙелбаевҡа, Фирғәт Тулыбаевҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Ысынлап та ауылдың оҫта ҡуллы ир-егеттәре ай ярым эсендә иҫке, емерелеп барған бинаны ремонтлап, сынъяһау итеп ултыртҡан. 1986 йылда магазин булараҡ хеҙмәт иткән һәм һуңғы ун ике йыл эсендә ул ташландыҡ хәлдә булған. Бөгөн иһә унда балаларға, ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ир-егеттәргә спорт, фитнес менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырылған. Бильярд, өҫтәл теннисы ултыртылған. Шулай уҡ төрлө тренажер ҡоролмалары бар. Барлыҡ сығымды шәхси эшҡыуар Радик Иҙелбаев үҙ өҫтөнә алған. Һауыҡтырыу-спорт үҙәгенең асҡысы Иҙел Иҫәндәүләтовҡа тапшырылды.

Һауыҡтырыу-спорт комплексының “Урал” тип аталыуы юҡҡа түгел. Ул Ишбирҙе ауылында ғына түгел, районда һәм республикала ла шашка һәм шахмат чемпионы булып танылған Урал Моратовтың яҡты иҫтәлегенә арналған. Күптәрҙе шашка һәм шахмат уйнарға, саңғыға баҫырға, велосипедта йөрөргә өйрәткән арҙаҡлы улын ишбирҙеләр бөгөн дә онотмай, яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала. Хәҙер иһә уның исеме мәңгеләштерелеп һауыҡтырыу-спорт үҙәге “Урал” исеме менән аталды.

Әйткәндәй, Урал Моратов ойошторолған ярыш протоколдарын йыйып барған. Ул бөгөн дә һаҡлана. Уларға ҡарап, Ишбирҙелә һәм Баймаҡта шахмат һәм шашка спортының үҫешен асыҡ күҙәтергә мөмкин. Урал Моратов сәләмәт тормош алып барған, дарыу үләндәрен яҡшы танып белгән һәм халыҡ медицинаһын оҫта файҙаланған. Әҙерләгән үлән төнәтмәләре менән үҙе лә, мөрәжәғәт итеп килеүселәрҙе лә дауалаған.

Яңы асылған һауыҡтырыу-спорт үҙәге ишбирҙеләр өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙырһын. Ул спорт өлкәһендә яңы исемдәр асһын, уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор фотоһы.

Ишбирҙелә "Урал" һауыҡтырыу-спорт үҙәге асылды
Ишбирҙелә "Урал" һауыҡтырыу-спорт үҙәге асылды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: